«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/ китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

93. Суфиян Поварисов "Яҙмыш ҡорбандары" роман. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә ил менән күргән михнәттәрҙе, хәсрәттәрҙе автор ишетеп кенә белмәй, ул үҙе лә ошо ут эсендә ҡоростай сынығып ҡайтҡан кеше. Был романында ул Башҡортостандың Иглин районында ойошторолған 469-сы миномет полкында хеҙмәт иткән яҡташтарҙың яҙмышы тураһында бәйән итә. "Башҡорт полкы" тип йөрөтөлһә лә, егерме ете милләт вәкилен берләштергән был полктың Ватанды азат итеүгә индергән үҙ өлөшө бар. Роман яу ҡырындағы аяуһыҙ һуғыш тураһында ғына булмаҫ, кешеләр яҙмышы, рух көсө, ауырлыҡтарҙы еңер мөхәббәт, өмөт тураһында һөйләр. Тарих төпкөлөндә ҡала барған был ваҡиғаларҙы хәтерҙән сығармау, шундай мәхшәргә ҡабатланырға юл ҡуймау өсөн ошондай әҫәрҙәрҙе уҡырға кәрәк.

94. Рәшит Солтангәрәев "Оло юлдың туҙаны" китап. Был китапта әҙиптең һайланма әҫәрҙәре тупланған. "Осто бөркөт" повесы, "Татар менән башҡорт", "Буш хәбәр", "Ишкәкһеҙ кәмә", "Шкаф" һәм башҡа хикәйәләрен уҡырға мөмкин. Том-том романдар уҡырға ваҡыт таба алмаған, әммә әҙәбиәткә битараф булмаған кешеләр өсөн Рәшит Солтангәрәевтың хикәйәләре менән танышырға тәҡдим итәм. Тормошсан, тәрән мәғәнәле был әҫәрҙәр һәр кемгә үҙенә күрә донъяуи һабаҡ бирерлек.

95. Әсғәт Мирзаһитов "Ғүмер ике килмәй". 1983 йылда баҫылып сыҡҡан был китапта драматургтың "Бәхтегәрәй", "Әсәләр көтәләр улдарын", "Ғүмер ике килмәй" тигән пьесалары тупланған. Йылдар дауамында сәхнәләрҙән төшмәгән, бөтә халыҡ яратып ҡараған спектаклдәрҙе, уларҙы ижад иткән әҙипте һәр башҡорт кешеһе белергә тейеш, тип иҫәпләп, "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә индерергә тәҡдим итәм.

96. Нәжиб Асанбаев "Һайланма әҫәрҙәр". 2011 йылда донъя күргән был йыйынтыҡта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың пьесалары, публицистик мәҡәләләре, очерктары, ижади портреттары, иҫтәлектәре тупланған. Уның шәхесе, ижады тураһында ҡараш булдырыу, драма әҫәрҙәрен һәм театр сәнғәтен аңларға өйрәнеү өсөн ошо йыйынтыҡты һәр кем ҡулына алырға тейеш. Башҡорт драматургияһындағы иң сағыу "Ҡыҙыл паша", "Көҙән башҡорто", "Һыу юлы" һәм башҡа пьесалары айырыуса иғтибарға лайыҡ.

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА алып бара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.18 | Ҡаралған: 1238

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru