«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӘРЕСЛЕКТӘ ЛӘБАҺА ХИКМӘТ!
+  - 



Ошо арала Башҡорт дәүләт университетында "Башҡорт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙең хәҙерге проблемалары" III Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡта) фәнни-методик конференцияһы үтте. Уның эшендә республика райондарынан һәм ҡалаларынан уҡытыусылар, ғалимдар ҡатнашты.

- Республикала алып барылған тел сәйәсәте өс йүнәлештә тормошҡа ашырыла, - тине пленар ултырышты асып, БР Башлығы хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов. - Беренсеһе - рус телен илебеҙҙең дәүләт теле булараҡ сифатлы өйрәнеү. Икенсеһе - башҡорт телен республиканың дәүләт теле булараҡ өйрәнеү һәм артабан үҫтереү. Был йәһәттән 2019 йылда республиканың 100 йыллығын үткәреү сиктәрендә Өфөлә башҡорт теленә арналған халыҡ-ара ҙур конференция үткәрергә тигән инициатива бар. Унда башҡорт теленең артабанғы үҫеш юлдары һәм проблемаларҙы хәл итеү ысулдары ҡаралырға тейеш. Өсөнсө йүнәлеш - республикала йәшәгән халыҡтар һәм милләттәр телдәрен туған тел булараҡ һаҡлап ҡалыу. Бөгөн ошо йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған дәүләт программаһы проекты әҙерләнде. Быйыл башҡорт, рус һәм башҡа телдәр буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса республика Башлығының гранттары булдырылды, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонд барлыҡҡа киләсәк. Бөгөнгә ойоштороу эштәре тамамланыу өҫтөндә. Былар барыһы ла беҙҙең дөйөм эшмәкәрлегебеҙгә бәйле. Бөгөн башҡорт телен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә фән менән мәктәп, ғалим менән уҡытыусы берлеге бик зарур..."
Тәбрикләүҙәр тамамланғас, һүҙҙе педагогика фәндәре кандидаты Вәкил Хажин дауам итеп, башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуҙың төп проблемаларына туҡталды һәм бөгөнгө йәштәрҙең башҡорт телен белеүе аяныслы кимәлдә тип билдәләне: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен тикшереүгә арналған төрлө семинарҙар, кәңәшмәләр үткәрелә килә. Ошо сараларҙа ҡатнашыусы башҡорт теле уҡытыусылары, дәреслектәргә ингән әҙәби текстарҙы адаптацияларға кәрәк, уҡыусылар аңламай, тип йыш дәғүә белдерә. Тел белеү кимәленең түбәнәйеүенә килтереүсе сәбәптәр күп. Объектив сәбәптәр ҙә бар, шулай ҙа үҙебеҙгә бәйлеләре лә етерлек. Проблеманы мин төп башҡорт мәктәптәрендә туған тел уҡытыу концепцияһының халыҡ, тел ихтыяжына тап килмәүендә күрәм. Һәр нәмәнең нигеҙендә кәрәклек ята. Башҡорт балаһына башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу нимәгә кәрәк? Беренсенән, телебеҙҙе яратырға өйрәтеү, уның бер телдән дә кәм булмауын күрһәтеү, телебеҙгә тоғролоҡ тәрбиәләү, уның бөтөн байлығын үҙләштереү, туған телебеҙҙә матур, һығылмалы итеп һөйләшергә өйрәтеү, уны киләсәк быуындарға тапшырырлыҡ кимәлдә белеү өсөн. Икенсенән, туған телгә һөйөү тәрбиәләү нигеҙендә халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләү, халҡыбыҙ тыуҙырған рухи байлыҡты үҙләштереү, халыҡ хәтерен үҙ хәтерең итеп алыу өсөн. Өсөнсөнән, уҡыусының ижади һәләтлектәрен үҫтереү, тел менән файҙалана белеү кимәлен арттырыу өсөн. Дүртенсенән, шуларҙан һуң ғына телебеҙҙең фонетик, грамматик, орфографик үҙенсәлектәрен өйрәнеү, танышыу өсөн. Әгәр беҙ кәрәклекте ошо тәртиптә билдәләһәк, программаларҙың да, дәреслектәрҙең дә төҙөлөшө бөтөнләй башҡа булыр ине. Бөгөн был кәрәклек кире тәртиптә бирелә, тәүге урынға телде теорияны өйрәнеүҙән башларға тура килә, шуға ла уҡытыусы программаны теорияны өйрәнеү тирәһендә төҙөргә мәжбүр..."
Ошо фекерҙе дауам итеп, тел буйынса ойошторолған түңәрәк ҡорҙарҙың береһендә филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафиндың әйткән һүҙҙәрен килтереп үтәйек: "Йыл һайын башҡорт теле уҡытыусылары өсөн конкурстар ойошторола, йыл һайын еңеүсе һәм лауреаттар билдәләнә, улар барыһы ла абруйлы исемдәр алып бөттө - ә ҡайҙа беҙҙең башҡорт телен уҡытыу буйынса үҙебеҙҙең методика? Хатта Сингапур методикаһын ҡулланабыҙ, ҡайҙа башҡорт методикаһы?" Урынлы һорау.
Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Рифат Әйүпов та тел яҙмышы күп осраҡта үҙебеҙҙән тороуға баҫым яһаны. "Белем усаҡтарын территория буйынса беркетеү күп нәмәгә аяҡ салды, әммә беҙ коллектив менән башҡорт гимназияһында башҡорт балалары уҡырға тейешлеген һәм уның район һәм ҡала өсөн берҙән-бер милли уҡыу йорто булыуын раҫлап, статусын ғына түгел, йөкмәткеһен дә һаҡлап алып ҡалдыҡ. Икенсенән, юғарынан ниндәй генә күрһәтмә (рекомендация) төшөрөлмәһен, мәктәп етәкселеге уны шунда уҡ үтәргә тотонорға тейеш түгел. Күрһәтмә - ул бойороҡ түгел һәм ул мотлаҡ үтәүҙе талап итмәй", - тине ул.
Туймазы районының Бишҡурай урта мәктәбенән юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы Л. Абзалова ла бөгөн көн үҙәгендә торған проблеманы күтәрҙе: класс-комплекттары әҙ булғанлыҡтан, башланғыс синыфтарҙа бер дәрестә 2-4-се, урта синыфтарҙа 6-7-се, 8-9-сы синыфтарҙы ҡушып уҡытырға мәжбүр булыуын белдерҙе. "Әлбиттә, эш хаҡы өсөн генә йөрөһәм, аҡса алыр ҙа шым ғына эшләп тик йөрөр инем, әммә йөрәгем әрнеүен баҫа алмайым: беренсенән, закон боҙола, икенсенән, 45 минутта өс синыфҡа 15 минуттан мин ниндәй белем биреп өлгөрә алам? Шуға һөҙөмтәләр ҙә юҡ. Элек район буйынса гел алдынғылыҡта йөрөнөк, балалар матур уңыштарға өлгәшә ине. Ни өсөн балаларҙың яҙмышын тел белгестәре түгел, ә экономистар хәл итә?" - тигән һорау ҡуйҙы ул. Ҡалаларҙа эшләүселәр алдында бындай проблема тормаһа ла, ауыл ерендәге башҡорт теле уҡытыусылары өсөн был таныш хәл.
Шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән килгән вәкил Башҡортостандың күрше өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттарҙы ташлап ҡуйыуына үпкә белдерҙе һәм шундай мәғлүмәт еткерҙе: Ырымбурҙа уҡыу программаларында туған телдәр булмағанлыҡтан, башҡорт телен уҡытыу киләһе йылдан ҙур хәүеф аҫтында тора. Эйе, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса туған тел мотлаҡ уҡытылырға тейешле предметтар иҫәбенә инә. Әммә башҡорттар йәшәгән өлкәләрҙең милли республикалар составында түгел, ә Рәсәй өлкәләре булыуын да оноторға ярамай. Әгәр милли республикалар уҡыу программаларын һайлағанда мотлаҡ туған тел уҡытылған программаға өҫтөнлөк бирһә, рустар күпселекте тәшкил иткән төбәктәрҙең мәғариф министрлығы йәки район мәғариф бүлеге рус мәктәптәре өсөн тәғәйенләнгән программа һайлауы көн кеүек асыҡ. Бында инде Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр менән эшмәкәрлеген йәнләндереүе, проблемаларҙы асыҡлап, Башҡортостан Хөкүмәте менән ошо төбәктәр араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр нигеҙендә эш алып барыуы зарур. Бында төп нигеҙ итеп РФ Конституцияһында нығытылған хоҡуҡтарҙы ла килтерергә мөмкин. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ил журналистары өсөн үткәргән сираттағы матбуғат конференцияһында Татарстан журналисының телдәр уҡытыу буйынса биргән һорауына яуап итеп: "Татарҙар бит Татарстанда ғына йәшәмәй", - тиеүен дә флаг итеп күтәреп, үҙ файҙабыҙға ҡулланырға кәрәк. Ил башлығы үҙе бит ошо яуабы менән Рәсәйҙең күп милләтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ил территорияһында йәшәгән төрлө милләттәргә туған телдәрен өйрәнеүгә мөмкинлек бирҙе түгелме? Әлбиттә, быны тел уҡытырлыҡ белгестәр булғанда еңел тормошҡа ашырырға мөмкин.
Ҡыҫҡаһы, тел дә тере организм, заман менән бергә ул да үҫә, үҙгәрә, ниндәйҙер һүҙҙәр һәм талаптар төшөп ҡалһа йәки онотолһа, заманға ярашлы икенселәре тыуа. Заманса мәғлүмәт киңлегендә заман балаларына нисек итеп телгә һөйөү уятыу һәм уны, ата-бабаларыбыҙ беҙгә быуаттар аша килтереп еткергән кеүек, йылдар аша киләсәк быуынға тапшырыу өсөн ниндәй һөҙөмтәле саралар ҡулланырға тейешбеҙ - уҡытыусы алдында бөгөн шундай бурыс тора. Ә быны, Ришат Хажғәли улы әйтеүенсә, фән менән мәктәп, ғалим менән уҡытыусы берлегенән, тимәк, дәүләт ярҙамынан тыш тормошҡа ашырыу икеле.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.18 | Ҡаралған: 809

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru