«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘЙ ТАШЫ ҺӘМ ЯМҒЫР САҠЫРЫУ ЙОЛАЛАРЫ ХАҠЫНДА
+  - 

Сығышы менән ялан-ҡатай башҡорто, ләкин Рәсәйҙәге Октябрь революцияһынан һуң Төркиәгә сығып китеп, унда Төркиәнең билдәле тарихсы-этнографы булып киткән Абдулҡадир Инан донъялағы төрки телле халыҡтарҙың этнографияһы буйынса ғәйәт ҙур ижади мираҫ ҡалдыра. Төрки телле халыҡтарҙың рухи донъяһына ҡараған материалдарҙы йәштән туплаусы, тикшереүсе булараҡ, ул был өлкәлә иң ҙур абруйға әйләнә. Уның төрки телле халыҡтарҙың рухиәтенә ҡағылышлы бихисап күп хеҙмәттәре араһында ямғыр саҡырыу йолаһына ҡағылышлы Йәй (Яҙа) ташы тураһындағы материалдары бик ҡыҙыҡ.

Төрөк теленән башҡортсаға тәржемә ителеп, 1998 йылда Өфөлә Башҡортостан "Китап" нәшриәте тарафынан баҫып сығарылған "Шаманизм тарихта һәм бөгөн" тигән китабының XIV бүлеге ошо йолаға бағышланып, "Яҙа ташы һәм ямғыр тылсымдары" тип атала. Был хеҙмәтендә А. Инан ямғыр яуҙырыу йолаһы ныҡ таралған халыҡтар араһында башҡорттарҙы ла телгә ала һәм был йолаға ҡыҫҡаса һүрәтләмә бирә.
Башҡорттарҙың ул яҙып ҡалдырған ямғыр яуҙырыу йолаһы бер ниндәй тип әйтерлек үҙгәрешһеҙ беҙҙең көндәргә килеп еткән һәм этнографтар тарафынан ХХI быуатта ла телгә алына. Мәҫәлән, башҡорт этнографтары Юлиә Әбсәләмова менән Ләйсән Алламоратоваға Бөрйән районында этнографик экспедицияла йөрөгәндә башҡорттар Байназар менән Мораҙым ауылдары араһында ятҡан йәй ташын күрһәтеп, ямғыр саҡырыу йолаһын башҡарғанда был ташты нисек файҙаланыуҙары хаҡында һөйләгән.
Минең үҙемә ямғыр саҡырыу йолаһын тәү тапҡыр 1975 йылда күрергә, уны үткәреүселәр араһында булып, йола үтәүҙә ҡатнашып, ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡ күреп яҙып алырға тура килде. Ул йәйге каникулда, ғәҙәттәгесә, атайыма бесән сабышырға ҡайтҡайным. Өлкән йәштәгеләр, моғайын да, хәтерләйҙер - 1975 йылдың йәйе Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә ҡоролоҡ булды һәм Баймаҡ районының бөрйән ырыуына ҡараған элекке Иҙелбай ауылы кешеләре (был ауыл хәҙер күптән инде Баймаҡ ҡалаһы эсендә, һәм ҡаланың Кәкреауыл тип аталған бер биҫтәһелер) ямғыр саҡырыу йолаһын башҡарыуға сыҡты. Башҡорттоң иң боронғо дәүерҙәрҙәге үткәне, Исламға тиклемге рухи донъяһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына ғына башлаған сағым ине. Шуға күрә, өлкәндәр, бөтәгеҙгә лә барырға кәрәк, тип әйткәс, ҡыҙыҡһынып, мин дә киттем йола үткәрә торған ергә. Әлбиттә, ул ваҡытта Абдулҡадир Инандың донъяла барлығын да, уның хеҙмәттәрен дә белмәй инем әле. Юл ыңғайы булһа ла әйтеп китергә кәрәктер - был оло ғалимдың хеҙмәттәре үҙенең туған халҡына, Башҡорт иленә билдәле философ Д.Ж. Вәлиев һәм Р.Ә. Ғиләжетдиновтарҙың тырышлығы менән совет иле картанан да, донъянан да юҡ булғас ҡына тәржемәләнеп әйләнеп ҡайта алды.
Баймаҡ яҡтарында, Ирәндек итәгендә мин ул саҡта күргән ямғыр саҡырыу йолаһы А. Инан яҙып ҡалдырған Оло Ҡатай, Һалйот, Барын Табын ырыуы башҡорттары XX быуат башында үткәргән йоланан бер нәмәһе менән дә айырылмай ине, тип әйтергә була. Айырма тик шунда ғына булды: совет йылдарында йола үтәүгә йыйылған халыҡ ҡорбан салып, аят уҡып, күмәкләшеп Хоҙайҙан ялбарып ямғыр һорағандан һуң, дин әһеле (мулла) булмағанлыҡтан, һыуға минең балалыҡ дуҫымды ташланылар. Аҙаҡ һыу һибешеп, шаярышып-көлөшөп, бик ҡәнәғәт өйҙәренә таралыштылар.
Яҙыусы һәм журналист Әхмәр Үтәбай (Баймаҡ районы Буранбай ауылы башҡорто) һөйләүенсә, ошо ауылда йәшәүсе бөрйән ырыуы башҡорттары кәрәк осраҡтарҙа урындағы Һәрешҡужа тауына сығып, ямғыр саҡырып, теләк теләү йолаһын башҡарыр булғандар. Был йоланы үтәгән саҡта тәүҙә Ҡөрьән уҡығандан һуң күмәкләп Хоҙайға ялбарып, унан ямғыр яуҙырыуҙы һорағандан һуң, ҡорбан салынған. Аҙаҡ ит бешереп, бер-береһен һыйлағас, һыу һибешеп, аранан берәүһен тотоп, Һаҡмарға ташлағандар. Аҙаҡ ит бешергән ҡаҙанды түңкәреп, яра һуҡҡандар.
Ейәнсуранан тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Түләбаев үҙ районының ер-һыу атамалары хаҡында ҡыҙыҡлы китап баҫтырып сығарҙы. Унда автор урындағы топонимикаға ҡағылышлы легенда һәм риүәйәттәрҙе килтергән. "Теләкташ" тигән бер урында үҫәргән ырыуы башҡорттары ямғыр яуҙырыу йолаһы башҡарған.

Зәкирйән ӘМИНЕВ, этнограф.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.18 | Ҡаралған: 1122

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru