«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРМАН КЕШЕНЕ ЙӘШӘТӘ Ә КЕШЕ УНЫ ҠУРСАЛАРҒА ТЕЙЕШ!
+  - 

21 мартта, Халыҡ-ара урман көнөнә арнап, Рәсәй кимәлендә "Урмансылар ишектәрен аса" тигән акция үтәсәк. Өфө урман-техник техникумында ла ошо акция сиктәрендә айлыҡ ойошторолған һәм төрлө осрашыуҙар, кисәләр уҙғарыла башлаған. Уҡыу йортондағы сираттағы шундай сарала студенттар менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин осрашты.

Әҙәби кисә техникумдың "Урман" ҡурай ансамбленең моңло сығышы менән башланып китте. Тамаша залы Ноғман Мусиндың китабын тотҡан, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алырға ашҡынып килгән студенттар менән шығырым тулғайны. Сәхнәләге экранда яҙыусының биографияһы, әҫәрҙәре тураһында йөкмәткеле мәғлүмәт күрһәтелгәндән һуң, әҙип үҙе сәхнә түренә күтәрелде. Ноғман Сөләймән улы йәш тамашасыларға фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла тормош тарихын бәйән итте, ни өсөн әҫәрҙәре урман һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәргә арналыуы, урманды ни өсөн яратыуы тураһында ла аңлатып китте.
- Урман, тәбиғәт кешеләрҙе үҫтергән, ашатҡан, йән биреп, ошо көнгә тиклем йәшәткән. Урманһыҙ кеше йәшәй алмаҫ ине, беҙ ошо турала ҡайһы саҡта онотоп китәбеҙ. Беҙ онотҡан өсөн дә тәбиғәткә зыян килә, ер-һыуҙар ҡоротола, бысратыла - был кешенең үҙ тормошона аяҡ салыуы ул, - тине яҙыусы йәштәргә мөрәжәғәт итеп. Ул башҡорт халҡының тарихы, урмандарҙың яҙмышы тураһында ла йәш быуындың күңеленә ғәм һалырға теләп, кәлимә фекерҙәрен еткерҙе.
Осрашыу тамамланғас, әҙипте үҙ күҙҙәре менән күреү, уның уй-фекерҙәрен ишетеү бәхете тәтегән студенттарҙың тәьҫораттарын белергә теләп, уларға мөрәжәғәт иттек. Беренсе курс студенты, Салауат районынан Айнур Атауллин, өсөнсө быуында урмансы булырға теләп, был техникумға килеүе һәм яҙыусы менән осрашыуҙың иҫтәлекле хәтирә генә түгел, урманды һаҡлауҙың мөһим булыуына тағы бер тапҡыр инандырған сара булыуын белдерҙе.
- Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен мәктәптә уҡый торғайныҡ. Шуға бөгөнгө осрашыуға бик ҡыҙыҡһынып килдем. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән оло исем йөрөткән шундай шәхес беҙҙең менән ябай ғына итеп һөйләште. Ул үҙе һәм мөхәббәте тураһында, әҫәрҙәрендәге геройҙар, урмансыларҙың эше хаҡында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалдым һәм киләсәктә тағы ла ошондай саралар үткәрелһен ине, тип теләйем, - тине Ейәнсура районынан Зарина Айсыуаҡова ла. Өфө урман-техник техникумы иң боронғо уҡыу йорттарының береһе, быйыл ул асылыуға 140 йыл тулған. Әлеге көндә унда бөтәһе алты йүнәлеш буйынса көндөҙгө бүлектә 600 студент, ситтән тороп 300 кеше белем ала. Уҡыу йорто етәкселеге киләһе уҡыу йылында туризм йүнәлеше буйынса белем алырға теләүселәрҙе ҡабул итә башларға иҫәп тота.
- Осрашыуҙа саф башҡортса һөйләшеп, яҙыусының матур хәтирәләрен, аҡыллы кәңәштәрен тыңлап ултырҙыҡ бөгөн. Балалар ҙа ихлас ҡабул итте, уның кәңәштәрен, фекерҙәрен күңелдәренә лә һалып ҡуйғандарҙыр, тип ышанғы килә, - тине Өфө урман-техник техникумының уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Венера Вәлиева.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Баш ҡалала йәшәгән, бында уҡырға килгән йәш быуындың башҡорт халҡының күренекле шәхестәре менән осрашыуы, әҙәби кисәләрҙә ҡатнашыуы күптәргә тәтемәй торған матур йола. Һуңғы йылдарҙа бындай саралар йыш үткәрелмәй, шуға ла Өфө урман-техник техникумы кеүек уҡыу йорттарының студенттарҙың тәрбиәһенә, йәш быуындың рухын күтәреүгә, донъяға ҡарашын формалаштырыуға ҙур иғтибар бүлеүен юғары баһаларға була. Сөнки тормошон урманға, тәбиғәтте ҡурсалауға бағышларға теләгән йәштәргә мотлаҡ илһөйәр, ғәҙел булырға кәрәк, ә был сифаттарҙы үҫтереүгә тап ошондай махсус саралар булышлыҡ итә лә инде.

Ғәлиә ШӘМСЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.18 | Ҡаралған: 820

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru