«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОТОРОҠЛОЛОҠ ҺАЙЛАНЫҠ
+  - 



18 мартта илдә Рәсәй Президентын һайлауҙар үтте. Өфө ҡалаһы халҡы ла был көндө юғары гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәтте. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡала халҡының 72,41 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашты. Был Волга буйы федераль округы ҡалалары һәм илдең миллионлы ҡалалары араһында иң ҙур күрһәткес.

Дөйөм Рәсәй буйынса протоколдарҙың 99,94 процентын эшкәрткәндән һуң, 76,68 процент тауыш йыйып, ғәмәлдәге президент еңеү яуланы. Икенсе урында КПРФ-тан кандидат Павел Грудинин (11, 78 процент), өсөнсө урында ЛДПР лидеры Владимир Жириновский (65,65 процент). Артабан тауыштар түбәндәгесә: Ксения Собчак ("Граждандар инициативаһы", 1,68 процент), Григорий Явлинский ("Яблоко", 1,05 процент), Борис Титов (бизнес-омбудсмен, 0,76 процент), Максим Сурайкин ("Рәсәй коммунистары", 0,68 процент), Сергей Бабурин ("Рәсәйҙең дөйөм халыҡ союзы", 0,65 процент).
Сираттағы оператив кәңәшмәлә Ирек Ялалов һайлауҙарға әҙерлек һәм һайлау участкаларының эшен тәьмин итеү буйынса алып барылған эшмәкәрлек менән таныштырғандан һуң, һайлауҙарҙа граждандарҙың әүҙемлеген тәьмин иткән өсөн баш ҡаланың эре предприятиелар етәкселәренә, партиялар ағзаларына, ойошмаларға, ябай граждандарға рәхмәт белдерҙе. Муниципалитет башлығы билдәләүенсә, яңы Рәсәй тарихында был һан - иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Шулай уҡ Ирек Ишмөхәмәт улы һайлауҙарҙың тыныс үтеүен дә билдәләне.
Өфөлә Владимир Путиндың күп тауыш йыйыуын граждандар тарафынан федераль, республика һәм муниципаль властарҙың илдең, төбәктең, ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән берлектәге эшмәкәрлеген граждандарҙың ыңғай баһалауы тип ҡабул итергә кәрәк. Сөнки һуңғы алты йылда Өфөлә 12 балалар баҡсаһы төҙөлә, 5-әүһе реконструкциялана, 3 яңы мәктәп төҙөлә, 3-әүһе реконструкциялана, 10 дауахана сафҡа индерелә һәм 12 дауалау-профилактика учреждениеһы реконструкциялана. 9 парк, 46 сквер, 5 аллея төҙөкләндерелә һәм яңыртыла. Ҡаланың юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур проекттар тормошҡа ашырыла - Затон күпере һәм Дим юл сиселеше, 2 ер аҫты һәм 5 ер өҫтө үткәүелдәре төҙөлә, шулай уҡ 3 884 671 квадрат метр юл, 336 681 квадрат метр тротуар ремонтлана, төҙөкләндерелә. 2000 йылдан оҙатылған тауар, башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәт - 24, инвестициялар күләме - 7, торлаҡ төҙөү 3 тапҡырға арта. Бынан тыш, Башҡортостандың баш ҡалаһы үҫешенә В. Путиндың 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең халыҡ-ара саммитын үткәреүе лә йоғонто яһай.
"Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ла Владимир Путин алдағы ун йыллыҡҡа төп бурыстарҙы билдәләп, граждандарҙың аныҡ килеменең үҫешен һәм хәйерселекте бөтөрөүҙе билдәләне. Шулай уҡ ҡалаларҙың мөхитен һәм инфраструктураһын яңыртыу кәрәклеге, уларҙа йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу зарурлығы тураһындағы тезистары ла көнүҙәк булды. Владимир Путин Рәсәй киңлеген үҫтереү буйынса киң ҡоласлы программа башларға һәм был маҡсатта сығымдарҙы алдағы алты йылда ике тапҡыр арттырырға тәҡдим итә. Тимәк, ҡалалар һәм ҡасабалар төҙөкләндереү, инфраструктураларын үҫтереү мөмкинлеге аласаҡ", - ти Ирек Ишмөхәмәт улы.
Был көндә Өфөлә ҡала мөхите объекттары буйынса референдум да үтте. Унда 450 630 кеше, ҡала халҡының дөйөм һанының 54 проценты, тауыш бирҙе. Уға муниципалитетта 21 мартта, рейтинг тауыш биреүен ойоштороу мәсьәләләре буйынса йәмәғәт комиссияһының йомғаҡлау ултырышында йомғаҡ яһалды.
Территория комиссиялары белдереүенсә, тауыш биреү Өфө халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, дизайн-проекттар буйынса әүҙем фекер алышҡан һәм тауыш биреү барышында төҙөкләндереү талап ителгән башҡа территориялар ҙа тәҡдим иткән. Һайлау тамамланғандан һуң территориаль иҫәп комиссиялары йомғаҡ яһап, протоколдарҙы ҡала иҫәп комиссияһына тапшырған. Улар үҙ сиратында 292 протоколды ла тикшереп, дөйөм йомғаҡ яһаған. Һөҙөмтәлә, тауыштар түбәндәгесә билдәләнгән:

1. "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркы - 103 194 тауыш
2. "Тулҡын" скверы - 86 907 тауыш
3. Иван Якутов исемендәге парк - 86 344 тауыш
4. Максим Рыльский урамы - 84 432 тауыш
5. Ҡариҙел йылғаһы яры - 82 571 тауыш
6. "Нефтехимик" мәҙәниәт һәм ял паркы - 81 337 тауыш
7. "Беренсе Май" паркы - 78 979 тауыш
8. Непейцев дендропаркы - 57 486 тауыш
9. "Дим" мәҙәниәт һәм ял паркы - 34 029 голосов
10. "Таш йылға" - 33 091 тауыш
Шулай итеп, өфөләр үҙҙәре һайлауынса, тәү сиратта быйыл федераль средстволар иҫәбенә "Ҡашҡаҙан" паркы һәм "Тулҡын" скверы төҙөкләндерәләсәк. Исемлектәге башҡа йәмәғәт урындарында, графикка ярашлы, 2018 - 2022 йылдарҙа эшмәкәрлек алып барыласаҡ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.



ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
Билдәле булыуынса, һайлау бюллетендәре республиканың дәүләт телдәрендә - рус һәм башҡорт, шулай уҡ татарҙарҙың компактлы йәшәгән урындарында таратыу өсөн татар телендә лә баҫылды. Республиканың байтаҡ райондарында, хатта башҡорттар күпләп йәшәгән ауылдарҙың ҡайһы берҙәрендә башҡортса бюллетендәрҙе көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табылмаһа, Өфө ҡалаһында тауыш биргән милләттәштәребеҙ белдереүенсә, был йәһәттән проблема булмаған. "Президент һайлап ҡайттым. Башҡортса бюллетень һорағанға, тәүҙә күҙҙәрен шаҡмаҡландырып ҡаранылар, оҙаҡ ҡына соҡонғандан һуң, сумаҙан төбөнән килтереп сығарҙылар", "Русса бюллетень биргәйнеләр, аҙаҡ башҡортсаһын эҙләп табып бирҙеләр", "Миңә шунда уҡ бирҙеләр. Йылмайып ебәрҙеләр, йүгереп кенә килтерҙеләр", "2-3 минут көтөп ултырҙым башҡортса бюллетень килтергәндәрен. Ултырғыс тәҡдим иттеләр. Килтерҙеләр. Ғәфү үтенделәр. Һайланым", "Һорап алдым, ҡайҙандыр төптән һөйрәп сығарҙылар", "Мин бюллетенде һорау менән сығарып бирҙеләр. Татар теллеһен дә сығарҙылар. Береһе, кемдеке Сайлау... кемдеке Һайлау... тип һорай. Һайлау - башҡорттоҡо тинем". "Өфөлә һайланым, Совет районында. Байтаҡ ҡына ваҡыт көттөргәндән һуң булһа ла, башҡортса бюллетень сығарып бирҙеләр, рәхмәт төшкөрҙәре!", "Миңә башҡортса бюллетенды сейфтан сығарып бирҙеләр. "Руссаһы бармаймы?" - тип һоранылар" - бына шундай юҫыҡтағы тәьҫораттары менән бүлешә баш ҡала халҡы социаль селтәрҙәрҙә.
Быйылғы уҡыу йылы башындағы туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыуға ҡағылышлы килеп тыуған шау-шыу йоғонтоһонда милләттәштәребеҙҙең үҙаңы уяныуы һөҙөмтәһеме, әллә участка, территориаль һайлау комиссиялары ағзаларының намыҫлы эшләүеме, әммә үткән һайлауҙарҙа баш ҡалала башҡортса бюллетень һораусылар барыһы ла үҙ телендә гражданлыҡ бурысын үтәне. Был йәһәттән баш ҡала ысын мәғәнәһендә республикаға исем биргән халыҡтың телен һанлау һәм башҡаларға телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү буйынса өлгө булып тора, тиергә мөмкин. Ысынлап та, ыңғай күренештәр баш ҡаланан башланырға тейештер ул.

Вәсилә ӘХӘТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.18 | Ҡаралған: 723

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru