«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЛ ИҘРИСИ БАСДЖИРТТАРЫ, ЙӘҒНИ XII БЫУАТТА ЕВРОПАҒА БИЛДӘЛЕ БАШҠОРТ ИЛЕ ТУРАҺЫНДА
+  - 



Һәр халыҡтың үҙ тарихы булып, һәр ҡайһыһы яҙмышына яҙғанын кисерә, һәм уларҙың береһенең дә тарих боролмаларында юғалып ҡалғыһы килмәй. Милләт яҙмышы өсөн тарих һабаҡтарынан да баһалыраҡ башҡа ҡиммәттәр юҡтыр. Тап шуның өсөн дә боронғо башҡорттар һәм башҡорт иле тураһындағы яҙма мәғлүмәттәр ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта уларҙың донъя фәнендә билдәле булғандарын да беҙ тейешенсә өйрәнеп бөтә алғаныбыҙ юҡ әле. Мәҫәлән, XII быуатта Сицилияның норман короле Рожер II һарайында йәшәгән ғәрәп географы әл Иҙриси ул замандағы халыҡтар, уларҙың илдәре тураһында киң һәм бай мәғлүмәт туплап, "Донъя гиҙеүҙе хушһынғанға йыуаныс" исемле энциклопедик характерҙағы ҙур хеҙмәт яҙа. Был китапта боронғо башҡорттар тураһында ла шаҡтай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелгән. Беҙҙең өсөн бына нимә мөһим: бынан 850 йыл элек һәм унан да әүәлерәк башҡорт халҡы Европала үҙ иле (территорияһы), хужалығы, ғәскәре, ҡалалары, үҙенсәлекле теле булған үҙаллы халыҡ рәүешендә билдәле була. Мәскәү тарихсыһы Ирина Коновалованың "Әл Иҙриси Көнсығыш Европа илдәре һәм халыҡтары тураһында" тигән ҙур ғилми хеҙмәтенән ошо ғәрәп географының башҡорт иленә арналған яҙмаларын һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

VI климат, 7-се секция

Алтынсы климаттың етенсе секцияһында Хазар диңгеҙенең бер өлөшө, эске һәм тышҡы басджирт (Башҡорт. - Ред.) илдәренең территорияһы һәм уларға төньяҡтан сиктәш булған Аскутийа (Скифия. - Ред.) иле ерҙәре тураһында бәйән ителә. Алла ярҙамы менән беҙгә тиклем яҙылған китаптарҙан ошо илдәрҙең ябай һәм билдәле кешеләре тураһында өйрәнеп белдек. Әйтергә кәрәк, беҙ күрһәткән ерҙәрҙең ҙур өлөшө йыраҡтарға һуҙылған сүлдәрҙән һәм бер кеше лә йәшәмәгән арауыҡтарҙан тора. Торлаҡтары аҙ һанлы, бер-береһенән алыҫ, ярлы, ундағы халыҡтарҙың бер-береһе менән дошманлығы һәм юлдарҙың насар булыуы сәйәхәт итеү өсөн хәүефле.
Эске басджирттар иле һәм уның сиктәре тураһында беҙ бишенсе климаттың етенсе секцияһында һөйләгәйнек. Ә тышҡы басджирттар иленә килгәндә, уға Ҡаруҡийа, Нәмджан һәм Гүрхан ҡалалары ҡарай. Был ҡалаларҙа йәшәүселәр, үҙҙәренә етерлек кимәлдә сауҙа һәм һөнәрселек менән шөғөлләнеп, үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Был халыҡтар бүтәндәрҙең биләмәләренә баҫып инеп, уларҙың мөлкәтен үҙенә ала. Был илдәр уңдырышлы, мул үҫемлекле һәм мал көтөүҙәре күп.
Басджирттар булғарҙар аръяғында гуз (Уғыҙ. - Ред.) иле сиктәренә яҡын йәшәүсе ике ҡәбиләгә бүленә. Уларҙың ғәскәрендә ике мең тирәһе яугир бар. Урман араларына инеп боҫһа, уларҙы сиктәш йәшәгәндәрҙең береһе лә таба алмай. Улар булғарҙарға буйһона. Улар тәүәккәл һәм көслөләр. Басджирт халҡы бәджнәктәргә (Бәшнәктәргә. - Ред.) сиктәш. Басджирттар һәм бәджнәктәр - Румға сиктәш төркиҙәр. Күп ваҡытта улар тыныс йәшәй, әммә ҡай саҡта бер-береһенә һөжүм итә, һәм уларҙың сауҙа итешеүе һуғышыу менән сиратлашып килә. Булғарҙарҙан рустарҙың алғы сиктәренә тиклем ун күсем араһы.
Басджирт ерҙәре Һаҫыҡ ергә (Себер һаҙлыҡтары, буғай. - Ред.) тиклем йәйрәп ята, ул турала беҙ Алла мәрхәмәте менән алдараҡ, алтынсы климаттың һигеҙенсе секцияһында һөйләрбеҙ. Тышҡы басджирт ере көнсығышҡа табан шулай уҡ Һаҫыҡ ергә тиклем етә.
Шулай уҡ тышҡы басджирттарҙан көнсығышҡа Нәмджан ҡалаһына тиклем һигеҙ күсем араһы. Нәмджан ҡалаһы - ҙур булмаған сәскә атыусы ҡаласыҡ. Уның менән төркиҙәрҙән булған бер кеше идара итә. Уларҙа власты атанан улға тапшырыу ғәҙәте игелекле эштәре һәм ябай халыҡҡа, арҙаҡлы заттарға яҡшы мөнәсәбәтле булыуҙары арҡаһында өҙөлмәй килә. Был ҡала Суҡан тип аталған йылға буйында урынлашҡан. Был ҡаланан көнсығышта Арджика тауында баҡыр рудниктары бар, унда меңдән ашыу кеше эшләй. Унда баҡыр күп табылып, Хуваразм (Хорезм. - Ред.) еренә, Шаш (Ташкент. - Ред.) иленә һәм гуз иленең яҡын өлкәләренә алып барыла. Был ҡаланан шулай уҡ төлкө һәм әл бабр (Ҡондоҙ. - Ред.) тигән йәнлек тиреләре сығарыла, улар йылға буйлап Хазар диңгеҙенә тиклем алып барылып, бында һәм Дайламала юғары хаҡҡа һатыла. Был ҡалала балсыҡтан төрлө нәмәләр, шул иҫәптән юғары сифатлы һәм тиҙ ватылмай торған көршәктәр яһала. Был йылғаның ярҙарында төрлө төҫтәге ҡиммәтле таштар осрай, улар араһында лазурит күп. Был йылғалағы балыҡтарҙың сорттары һәм йыландарҙың төрҙәре шул тиклем күп, хатта уларҙы һөйләп тә, һанап та бөтөрлөк түгел. Нәмджан ҡалаһы кешеләре үҙҙәре өсөн төп аҙыҡ булған балыҡты бик ҙур таһыллыҡ һәм сослоҡ менән тота. Тотолған балыҡтың күберәк өлөшөн, һаҡлау өсөн тәмләткестәр һибеп, тоҙлап, караптарға тейәп, Хазар диңгеҙенә алып төшәләр, яр буйлап Исил ҡалаһына һәм башҡа урындарға тиклем барып етеп, һатыу итәләр, йәиһә үҙҙәре теләгәнсә тотоналар.
Нәмджан ҡалаһынан Гүрханға тиклем һигеҙ күсем ер. Был Аскутийа ере төркиҙәренең күп халыҡлы ҙур ҡалаһы. Ул Табаристан (Каспий. - Ред.) диңгеҙенә ҡойған Исил (Иҙел, йәки Волга. - Ред.) йылғаһынан төньяҡ тарафта урынлашҡан. Ҡала яҡшы төҙөкләндерелгән, тирә-яғы эшкәртелгән, бында ҡайһы саҡта күрһәтелгән йылға буйлап, сауҙагәрҙәр һәм сәйәхәтселәр килеп йөрөй. Бында Аскутийа төркиҙәре хакимы йәшәй, уның ҡарамағында күп һанлы яугирҙар, ҡорамал һәм ҡоралдар, күп ҡәлғәләр, эшкәртелгән ерҙәр бар. Был илдә һөнәрселек тауарҙары һәм сәнғәт әйберҙәренән тик көнкүреш өсөн кәрәклеләрен генә эшләмәйҙәр, шулай уҡ улар яһаған эйәр һәм ҡоралдар шул тиклем күркәм һәм камил - бындайҙар төркиҙәрҙең башҡа бер илендә лә етештерелмәй. Гүрхан ҡалаһынан Ҡаруҡийаға тиклем Анхадара йылғаһы буйлап һигеҙ көнлөк юл, ә ҡоронан - көнбайышҡа табан ун алты күсем. Ҡаруҡийа - ағас ҡоролмаларҙан һәм кейеҙ тирмәләрҙән торған матур ҡала. Уға ерҙәре бынан ун алты күсем арала булған булғарҙар йыш һөжүм итеп тора, һәм улар әлмисаҡтан бирле бер-береһе менән даими һуғышып йәшәй.
Ҡаруҡийа ҡалаһынан төньяҡҡа тышҡы башҡорттарға тиклем үтеп сығыуы ауыр булған тауҙар, насар юлдар һәм тар һуҡмаҡтар буйлап ун күсем ара. Ҡаруҡийа һәм эске башҡорттар араһы үтеп сыҡҡыһыҙ тауҙар һәм юлһыҙ ерҙәрҙән ун ике күсем. Басджирттарҙың иле ҙур, уның айырым өлөштәре бер-береһенән ҙур алыҫлыҡта ята. Эске басджирттар иле үҙәге менән тышҡы басджирттар иле үҙәге араһы ун бер күсем ер. Үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса басджирт халҡы төрки-булғарҙарға оҡшаш. Кейемдәре - оҙон куртка. Беҙ был турала етерлек яҙғайныҡ инде.

VII климат, 7-се секция

Етенсе климаттың етенсе секцияһында Басджирт иленең дауамы, Һаҫыҡ ерҙең төньяҡ өлөшө һәм Бәджнәк иленең ҙур өлөшө тураһында бәйән ителә. Эске басджирттарҙың ҡалаларынан Мастр һәм Ҡастрҙы атап була. Был ике ҡала ҙур түгел, һәм сауҙагәрҙәр бында һирәк килә. Унда бер кемдең дә булғаны юҡ, сөнки урындағы халыҡ илдәре аша үтеп сығырға теләүсе бөтә сит ил кешеләрен үлтереп тора. Был ике ҡала Исилгә ҡойған йылға буйында урынлашҡан. Бәджнәк иленә килгәндә, ул ҙур түгел. Беҙгә килеп еткән хәбәрҙәргә ярашлы, унда Йәкәмуни ҡалаһынан башҡа ҙур ҡалалар юҡ. Унда йәшәүселәр күп һанлы, улар әр Рум иле яғынан сиктәш әр Русиййа иле кешеләре менән һуғышыусы төркиҙәрҙән була. Улар үҙҙәренә һөжүм итә алмаһындар өсөн тауҙар һәм урмандар араһына йәшеренә. Бәджнәк халҡында әр Русиййа халҡындағы кеүек, мәйеттәрҙе яндырыу йолаһы бар. Уларҙың ҡайһылары һаҡалдарын ҡырып йөрөй, башҡалары үреп ҡуя. Кейемдәре оҙон булмаған куртканан ғибәрәт. Уларҙың телдәре рустарҙың теленән дә, басджирттарҙың теленән дә айырылып тора.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.18 | Ҡаралған: 677

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru