«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕЛ ЙЫЛМАЙЫП ЙӨРӨЙӨМ...
+  - 

1 апрель - Көлкө көнөндә һәр кем шаяртырға, башҡаларҙы көлкөгә ҡалдырырға тырыша. Бының бер кире яғы ла юҡ, шаярта белеү, шулай уҡ шаяртыуҙы аңлай һәм күтәрә алыу кешенең күркәм сифаттарынан иҫәпләнә. Шаян кеше - яҡшы кеше, ти халыҡ мәҡәле лә. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының "Көлкө шоу" эстрада миниатюралары театрының һөйләү жанры актеры Фәнил ҠАРАСУРИН менән ошо көн уңайынан һөйләшеп алдыҡ.

Көлкө жанрында эшләүсе актерҙар өсөн һәр көн - көлкө көнө һымаҡтыр. Гел күңелсәк булыуы ауырмы?

- Юмор жанры - бик еңелдән түгел, ә комик актер тигән исемгә лайыҡ булыу өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Өфө дәүләт сәнғәт институтында драма актеры булараҡ белем алһам да, үҙемде ошо өлкәлә һынап ҡарарға булдым. Кешене көлдөрөп, кәйефен күтәреп ебәреү ҙур кинәнес ул. Холҡом менән дә күңелсәкмен, нишләптер ауыҙ гел йырыҡ минең. Ҡайһы саҡта: "Ниңә гел йылмайып йөрөйһөң ул?" - тип һорайҙар. "Гел йылмайып йөрөмә әле!" - тигәндәре лә бар. Көлһәң, минән көләһәңме, тип борсола күптәр, асыуланалар ҙа.
Бер ҙә генә етди була белмәйем, әммә быны махсус рәүештә лә эшләмәйем. Кәләш башта, ҡасан шаярып, ҡасан дөрөҫөн һөйләйһең ул, аптырай ине. Дуҫтар араһында ла көлдөрөп алам. Йәш үтә барыу менән дә һыпырып ҡына ташлай торған ғәҙәт түгелдер ул был сифат. Әммә мине яратҡан актерым Андрей Мироновтың бер интервьюһында әйткәне уйға һалды. Ул тормошта ла гел шаярырға, дуҫтары араһында уйнарға ярата. Шулай бер саҡ ниндәйҙер режиссер, тормошта улай күп уйнама, был энергия сәхнәгә лә ҡалһын, тип кәңәш итә. Бында ла хәҡиҡәт барҙыр.

Башҡорт юморы ниндәй булырға тейеш?

- Ауылдарҙа әле лә тыумыштан артист булған ағайҙар күп, бына уларҙа халыҡсан юмор, исмаһам. Гастролдәрҙә шуларҙың лаҡаптарын йыйырға ине, тип уйлап алам. Беҙҙең Ейәнсурала ла күп ундайҙар. Бер олатайым бар, элек колхоздың һарыҡтарын көткән мәлдә, сменаһы тамамланған да, төшкөлөккә һарыҡтарын бикләп, ҡайтырға сыҡҡан. Ҡараһа, тағы бер һарыҡ көтөүе йөрөй, ә көтөүсеһе аҫтараҡ сәй эсеп ята, ти. Ҡыҙыҡ күреп, көтөүҙе тауышланмай ғына ҡыуып, тау башына мендергән дә, ҡысҡырып, эттәрен һөсләтеп, кире төшөрөп алып килә икән. Теге көтөүсе ҡаршы сыҡҡан. Улар араһында "Һаумы!", "Һаумы", "Нишләп йөрөйһөң?" "Көтөү көтөп йөрөйөм", "Көтөүең ҡайҙа?", "Аҫтараҡ, һарыҡтарың минекенә ҡушылып ҡуймаһын тип йүгереп сыҡтым әле", тигәнерәк ҡыҫҡа ғына әңгәмә була. Йыбанмай олатай, бер башлағас, эште аҙағына еткерергә була, көтөп йөрөй теге көтөүҙе. Бер ваҡыт теге көтөүсе һыбай тегеләй, былай сабып, һарыҡтарын эҙләй икән. Әйтеүе генә анһат, меңдән ашыу колхоз һарығы юғалһын әле! Аты шыр күбек булғас ҡына аңлап ҡала шаяртыуҙы. Бына был беҙҙең башҡорт юморы инде...

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.18 | Ҡаралған: 710

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru