«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА КҮҢЕЛЕНДӘГЕ РУХТЫ УЯТА УҠЫТЫУСЫ
+  - 



Ошо көндәрҙә "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы һәм "Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2018" төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Күркәм сарала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясова, БР мәғариф министры урынбаҫарҙары Альмира Ғәниева һәм Гүзәл Шаһиева, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, баһалама комиссияһында эшләүсе мәғариф алдынғылары, ветеран уҡытыусылар ҡатнашты.

Быйыл Башҡортостандың иң тәжрибәле, оҫта һәм алдынғы уҡытыусылары өсөн бер нисә конкурс ойошторолдо. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары егерме өсөнсө йыл рәттән үткәрелә килгән төбәк-ара конкурста көс һынашты. Бәйгелә 45 уҡытыусы һынау тотто, улар араһында 31 йыллыҡ хеҙмәт стажы туплаусылар ҙа, хеҙмәт юлын ике йыл элек кенә башлаусы йәштәр ҙә бар ине. Әммә конкурста ҡатнашыусыларға нисә йыл эшләүенә ҡарап түгел, ә ошо йылдар эсендә күпме тәжрибә, һөнәри оҫталыҡ, белем туплап өлгөрөүенә ҡарап баһа бирелде. Ярыштың тәүге этабы шәхси сайттар эшләүгә бәйле булһа, икенсе этапта улар "Халыҡ һәм тел мәңгелек" тигән темаға эссе яҙҙы. "Конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашам һәм бында тәжрибәле, үҙ эшенең һөҙөмтәһен күрһәтергә тип килгән уҡытыусылар араһында ярышырға тура килде. Минең хеҙмәт стажым һигеҙ йыл, шуға ла тәжрибәгә таянып эшләүҙе талап иткән конкурс һынауҙарын үтеп сығыуы ауыр булманы. Ни бары эссе яҙғанда ғына бер аҙ ҡыйынлыҡ кисерҙем, сөнки ике сәғәт эсендә еткерергә теләгән бөтә фекерҙәрҙе бер епкә теҙеп, теманы тулыһынса асып бирә алырмынмы икән, тип бер аҙ тулҡынландым", - тине конкурстың лауреаттары рәтенә инеүсе Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡытыусыһы Йәғәфәр Нәҙершин.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы тураһында һөйләгәндә, иң мөһиме, унда уҡытыусыларға күп тапҡыр ҡатнашырға мөмкинлек бирелеүен ыңғай баһаларға кәрәк. Сөнки был педагогтарға һәр ваҡыт һөнәри оҫталығын камиллаштырырға этәргес бирә. Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһынан килгән конкурсант Айгөл Балағотдинова ла тап шул фекерҙә, сөнки ул быға тиклем 2016 йылда ла ҡатнашҡан булған. "Бик сәмләнеп ҡайтҡайным, тағы ла килергә насип булды, - ти Айгөл Илдар ҡыҙы. - Мин Яр Саллы ҡалаһының 11-се дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле буйынса йәкшәмбе мәктәбендә уҡытам. Әлеге көндә унда туған телен өйрәнергә, рухи ҡиммәттәрен белеп үҫергә теләгән 15 уҡыусы белем ала. Бар теләгем ошо балаларҙа милли рух тәрбиәләү, туған телебеҙҙең нескәлектәренә төшөндөрөү, ата-әсәләренә уларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләргә ярҙам итеү". Әйткәндәй, Татарстан Республикаһындағы бер бөртөк кенә башҡорт йәкшәмбе мәктәбендә милләт мәнфәғәтенә алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткән яҡташыбыҙға Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан мәртәбәле награда - "Ал да нур сәс халҡыңа" тигән миҙал тапшырылды. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсының иң һуңғы һынауы "Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле" тип аталды. Бында 12 уҡытыусы ҡатнашты, уларға Нәзиә Бикбова тигән авторҙың "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған "Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкме, йәки кем ул ысын башҡорт?" тигән мәҡәләһе буйынса фекер алышыу тәҡдим ителде. Ошо еңел булмаған һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирҙе һәм фекерен дәлилдәр менән нығытты. "Был мәҡәлә баҫылғас та гәзит уҡыусыларҙы уйға һалып, төрлө фекерҙәр тыуҙырғайны. Ул һәр заманда актуаль булып ҡала торған һорауҙы алға ҡуя, беҙ уға фекер алышыу барышында яуап таптыҡ. Әлбиттә, һәр кем үҙенсә һығымта яһаны. Мин башҡортлоҡ тәү сиратта ғиләлә тәрбиәләнә, тип иҫәпләйем. Уның нигеҙе туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙән, өйҙә башҡортса һөйләшеүҙән башлана. Ысын башҡорт тыуған иле, халҡы өсөн янып-көйгән шәхес, уҡытыусыларҙың бурысы шундай шәхес тәрбиәләүҙә", - тине Өфө ҡалаһы 10-сы белем биреү үҙәге уҡытыусыһы Ләйсән Хәсәнова түңәрәк ҡорҙоң һөҙөмтәләре тураһында әңгәмәләшкәндә. Ә бына баш ҡаланың 5-се мәктәбе уҡытыусыһы Нурзилә Нәҙерғолова һорауға яуапты Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" китабы ярҙамында тапҡан: "Ысын башҡортҡа нәҡ аңлы, рухлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы, ҡотло тигән сифаттар хас. Шулай ҙа беҙ был "ысын башҡорт", был "ысын башҡорт түгел" тип, бер милләттәште лә айырып ҡарарға тейеш түгелбеҙ. Сөнки һәр кешелә уянмаған рух ята, беҙ шул рухты уятырға тейешбеҙ", - ти ул.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсы милләтебеҙ телһөйәрлеге һағында торған һөнәр эйәләренең береһе булған педагогтарҙың эшен лайыҡлы баһаларға ярҙам иткән ярыш булыуына тағы бер ҡат ышандырҙы. Жюри рәйесе Фирҙәүес Хисамитдинованың еңеүселәрҙе тәбрикләгән саҡта: "Уҡытыусыларға һәйкәл ҡуйыу бөтә йәмғиәт алдында торған бурыс", - тигән һүҙҙәре лә быға дәлил кеүек яңғыраны. Әйткәндәй, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсы һөҙөмтәләре буйынса лауреаттар рәтенә Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡытыусыһы Йәғәфәр Нәҙершин, Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы Лиза Ниғмәтуллина, Өфө ҡалаһы уҡытыусылары Ләйсән Хәсәнова (10-сы белем биреү үҙәге) һәм Гөлфирә Миңлеәхмәтова (95-се мәктәп) индерелде. Конкурстың еңеүсеһе тип баш ҡаланың 5-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурзилә Нәҙерғолова танылды. "Ҡала этабында ла лайыҡлы сығыш яһауҙы маҡсат итеп ҡуйғайным, төбәк-ара конкурсында ла һөнәри оҫталығымды күрһәтергә тырыштым. Ошо тырышлығым менән алдырғанмындыр ҙа әле тип уйлайым. Бик оҙаҡ һәм бөтә көсөмдө һалып әҙерләндем", - тине еңеүсе. Әйткәндәй, быйыл Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы өсөн бигерәк тә уңышлы йыл. Сөнки "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсында ғына түгел, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2018" республика конкурсының абсолют еңеүсеһе лә Өфөнән - 39-сы гимназияла инглиз теленән белем биреүсе Эмма Сәфиуллина. Ул 56 конкурсант араһында иң юғары балл йыйған. "Конкурс түгел, хис-тойғоларҙы тыйып тороу беҙҙең өсөн ауыр булды. Беҙҙең өсөн тием, сөнки бында Өфө ҡалаһының иң яҡшы уҡытыусылары командаһы ярышты һәм был конкурс фекерҙәштәрҙе берләштерҙе. Был минең иң ҙур табышым", - тине Эмма Эдуард ҡыҙы, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2018" конкурсы тураһында. Ул 39-сы гимназияла ун һигеҙ йыл эшләй һәм ярыштың бөтә этаптарын да үҙ көсөнә ныҡлы ышаныс менән үткән. Ә бына "Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" республика конкурсында Әлшәй районы Раевка ауылының 4-се мәктәбе уҡытыусыһы Эльза Шевяхова, "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" республика конкурсында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 20-се мәктәбе уҡытыусыһы Римма Ғәлиева, "Йәш уҡытыусы" республика конкурсында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбе информатика уҡытыусыһы Олег Саргаев еңеүсе тип табылды. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ тарафынан йыл да тапшырылған "Сердце отдаю детям" тип аталған В.А. Сухомлинский исемендәге миҙалдар Ауырғазы районы Талбазы ауылы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Исламғолова менән Өфөнөң 110-сы мәктәбе физика уҡытыусыһы Любовь Александроваға бирелде.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Эшләнгән эштең һөҙөмтәһе һәр ваҡыт була, бары тик тырышлыҡ һәм үҙ һөнәреңә тоғро булып ҡалыу ғына кәрәк. Уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын һынау өсөн үткәрелгән конкурстарҙың йомғағы шуны иҫбатланы. Бигерәк тә ошо ярыштарҙы бөгөн үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға ашығып, бер аныҡ ҡына шөғөл менән мауыҡмаған йәштәр күрһә, фәһемле булыр ине. Сөнки үҙең һайлаған юл менән барыу, хыялыңа һәм асылыңа тоғро ҡалыу, иңеңә йөкмәтелгән бурысты үтәп йәшәүҙән килгән ҡәнәғәтлек - кеше бәхетенең нигеҙе ул.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.18 | Ҡаралған: 833

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru