«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ЯБАЙ НӘМӘЛӘРҘӘН БАШЛАНА!
+  - 

Бер саҡ икенсе милләттән булған бер дуҫым: "Бөгөн башҡорт милли кейемендә йөрөмәйһегеҙ, сит ил брендтарына өҫтөнлөк бирәһегеҙ икән, ни өсөн телгә йәбешеп ятаһығыҙ?" - тигән һорау биргәйне. Шөкөр, һуңғы ваҡытта милләттәштәр үҙ асылына ҡайта башланы, ҡатын-ҡыҙҙар стилләштерелгән булһа ла милли биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирһә, милли орнаментлы галстуктарҙа, түбәтәйҙәрҙә йөрөгән ир-аттар ҙа юҡ түгел. Хатта һуңғы бер нисә йыл эсендә баш ҡала символикаһы менән сығарылған өҫ кейемдәре брендҡа әүерелде. Быны мода артынан ҡыуыу ғына тип ҡарарға ярамай, ә замандаштарыбыҙҙа илһөйәрлек кимәле артыуының бер сағылышы ла ул.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы эргәһендә үткән кәңәшмәлә лә тап ошо темаға, аныҡлап әйткәндә "өс шөрөп" атамаһын алған Өфө символына етди иғтибар йүнәлтелде. "Уҙған быуаттың 50-се йылдарында тимер юл вокзалының иҫке бинаһы фасадында беренсе тапҡыр баш ҡаланың атамаһы башҡорт телендә урынлаштырыла. Вокзал емертелеп, яңы аэропорт төҙөлгәс, яҙыу уның фасадына күсерелә. Ул ваҡытта бары осоштарҙы бер генә авиакомпания - "Аэрофлот" хеҙмәтләндерә, ә инде Башҡортостандың баш ҡалаһын летчиктар үҙ-ара шаяртып, өс шөрөп ҡалаһы, тип атай", - тип тарихҡа байҡау яһаны ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Бөгөн ниндәйҙер кимәлдә бөтөнлөктө, камиллыҡты (сөнки Өфөнөң символик яҙылышы өс камил шарҙы күҙ алдына килтерә) кәүҙәләндергән хәрефтәр ысын мәғәнәһендә баш ҡаланың бренды булып тора. Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта халыҡ-ара аренала Өфөнө ошо атамалағы футбол клубы аша ла сит илдәрҙә яҡшы беләләр.
"Үҙ эшемдә ҡаланың төрлө кимәлдә танылыуын арттырыуға ҙур иғтибар бирәм һәм коллегаларымды ла ҡалабыҙҙы Рәсәй кимәлендә һәм донъя аренаһында пропагандаларға саҡырам. Бында шуны әйтеү ҙә етә: һуңғы йылдарҙа бик әһәмиәтле һәм етди алты ҡала: Астана, Минск һ.б. менән туғанлашыу килешеүе төҙөнөк. Элек бындай килешеүҙәрҙе баш ҡалалар менән төҙөү мөмкин булмаһа, хәҙер, нигеҙҙә, баш ҡалалар менән туғанлашабыҙ. Өфөнө бөтөн ерҙә танытырға тырышабыҙ һәм уны таныйҙар ҙа. Был йәһәттән үҙ продукцияһын күрһәтеү өсөн милли, этник, төбәк мотивтарын файҙаланған эшҡыуарҙар маҡтауға лайыҡ", - тип билдәләне Ирек Ишмөхәмәт улы.
Был йәһәттән Өфө символикаһы менән тегелгән Өфө кейем бренды компанияһы эшмәкәрлеге күптәргә өлгө булып тора. Ике йыл Латин Америкаһында йәшәп ҡайтҡан Дамир Шәфиев (әйткәндәй, уның тамырҙары башҡорт революционеры Бәхтегәрәй Шәфиевҡа барып тоташа), тыуған яғынан ситтә булғанда, уны һағыныуҙан Өфө символикаһы төшөрөлгән DamDam брендын булдырыу идеяһы менән яна башлай. Уның тәүге һатып алыусылары аргентиндар, перуандар, испандар була. Биш йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә Дамир Шәфиевтың компанияһы ысын мәғәнәһендә мода революцияһы яһай, тиергә мөмкин.
"Өфө - донъяға билдәле музыканттарҙы, яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы биргән бай мәҙәни тарихлы ҡала. Әммә уның урам модаһында, көндәлек кейемендә, халҡының ғына түгел, ҡаланың үҙенең тышҡы күренешендә уның асылын сағылдырған кейем бренды юҡ ине. DamDam компанияһы бер аҙ төҙәтеүҙәр индереп, был бушлыҡты тултырып ҡуйҙы, - ти компанияның үҫеш буйынса директоры Владлен Окунев. - Беҙҙең ҡулланыусылар - 25-35 йәштәге егет-ҡыҙҙар. Дөйөм һатып алыусыларҙың 60 процентын - гүзәл, ҡалғанын көслө зат тәшкил итә. Был инде брендтың киләсәге барлығын раҫлай, сөнки йәштәр - йәмғиәттең иң әүҙем өлөшө үҙе йәшәгән ҡалаһының символикаһы төшөрөлгән кейемде һайлап, сәләмәт илһөйәрлеккә өҫтөнлөк бирә". Мәҡәләне телгә һәм милли кейемдәргә ҡағылышлы теманан башлап ебәреүем юҡҡа түгел, ысынлап та, айырым этнос өсөн мөһим булған был тема дәүләт һәм ил кимәлендә лә актуаллеген юғалтмай. Юҡһа, быға тиклем билдәле бренд йәки ҡиммәтле әйбер, аксессуар кешенең "текә"лек һәм абруй кимәле күрһәткесенә әйләнә, бындай ҡараш хатта өҫтәлдәге ризыҡҡа ла күсә башлағайны. Республика кимәлендә "Үҙеңдекен һайла, тыуған ереңдекен һайла!" тигән саҡырыу ниндәйҙер кимәлдә илһөйәрлекте иҫкә төшөрөп, "текә"лекте бер аҙ һындырыуға өлгәште, шикелле. Ә инде телгә булған баҫым арттан этәреп тигәндәй битарафлыҡтан сығарырға тағы бер аҙым булды. Ирекһеҙҙән, илһөйәрлекте, рухты күтәреү өсөн кеше ниндәйҙер ҡаршылыҡҡа тап булырға, һынау аша үтергә тейеш, ахыры, тигән һығымтаға киләһең. Шөкөр, бөгөн милли стилдәге кейемдәр, милли биҙәүестәр көндәлек тормошобоҙҙа ла ыңғай күренешкә әүерелеп бара. Шулай уҡ баш ҡала символикаһы менән сығарылған кейемдәрҙә йөрөүселәрҙең күбәйеүе лә модаға инә.
"Спорт, башҡа саралар үткәрелгәндә ниндәй кейемдә килгәнегеҙгә иғтибар итегеҙ: улар буйынса сит илдә булғанығыҙҙы ла белергә мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр беҙгә санкция иғлан иткән илдәрҙең формаһында килә. Йәштәр, ҡала халҡы беҙгә ҡарай, беҙҙән өлгө ала. Үҙебеҙ илһөйәрлек тураһында һөйләп, ҡапма-ҡаршы өлгө күрһәтеп тороуҙы нисек аңлатырбыҙ? Илһөйәрлек ябай нәмәләрҙән башлана", - тине Ирек Ялалов муниципалитет хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалынған көндө байрам иткәндә (12 июнь) Өфө символикаһы төшөрөлгән кейемдәрҙә килеү тәҡдимен индерҙе. Шәп фекер! Бәлки, гәзит уҡыусылар ҙа ҡушылыр?

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.18 | Ҡаралған: 743

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru