«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН ҺЫҘЛАНЫУҘАРЫН ТОЙОРҒА ТЕЙЕШ ТЕАТР
+  - 



Халҡыбыҙҙың аҫыл ир-уҙамандарының береһе, БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм АБУШАХМАНОВҡа ошо көндәрҙә 70 йәш тулды. Ғәҙәттә, йәшәлгән ғүмерҙе йәш менән түгел, ә башҡарылған эштәр менән үлсәйҙәр. Әхтәм Әхәт улын да кемдер милли театр сәхнәһендәге Салауат, ҡыҙыл паша - Кәрим Хәкимов, Отелло һ.б. ролдәре, кемдер кинолағы образдары, кемдер яғымлы тауышлы диктор, һүҙ оҫтаһы, кемдер радиоспектаклдәр һәм спектаклдәр режиссеры булараҡ үҙ итәлер. Ғүмеренең яңы юғарылығында шәхес үҙен нисек тоя? Ошо хаҡта Әхтәм Әхәт улы менән әңгәмәләшәбеҙ.

Һәр халыҡта ла, ир кешенең йәше уға дәрәжә генә өҫтәй, тигән ҡараш йәшәй. Был яңы бейеклектә ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?

- Юбилей - ул үткәндәргә байҡау яһап, етешһеҙлектәрҙе, уңыштарҙы анализлап, киләсәккә юл алыу өсөн кәрәктер инде. Хәҙер был йәштә киләсәккә әллә ниндәй бөйөк пландар ҡороп булмай, балаларҙың уңышына ҡыуанып, уңышһыҙлыҡтарына көйөнөп йәшәй торған мәл еткән. Миңә ошо йәшемдәге күңел халәте ныҡ оҡшай: тормош тәжрибәһе тупланған, хәҙер күп нәмәгә иҫең дә китмәй, көймәйһең дә, сөнки ул тойғолар күптән кисерелгән, килеп тыуған һәр проблеманың сиселешен, ыңғай һәм кире яҡтарын беләһең. Халыҡ әйтмешләй, эт ҡайышына әйләнгәнһең.
50 йәшкә тиклем ғүмер яйлап килә, шунан һуң шәбәйә. Шуға, 50 йәштән һуң ныҡ ашығырға, ҡайһы бер эштәрҙе эшләп өлгөрөргә кәрәк. Театр донъяһының әлегәсә асыҡланмаған, күренмәгән тарихын яҙып ҡалдырырға тырышып ятам әле мин дә. Уҡытыусылыҡ эшен дауам итәм, Туймазы театрына курс йыйғанбыҙ, улар менән эшләйем. Йәш саҡтан театрҙа уйнау, радио-телевидениела эшләү, киноға төшөү, киноларға дубляж яһау менән бер рәттән, йәмәғәт эшендә лә әүҙем булдым. 18 йыл Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе вазифаһын үтәнем. Комсомол секретаре, профсоюз рәйесе, ҡала һәм өлкә комитеты ағзаһы булыу, политинформациялар менән шөғөлләнеү, халыҡ контроле, тип тикшеренеүҙәр менән сығыуҙарҙың да ижадҡа файҙаһы булған икән, тип уйлайым хәҙер. Сөнки халыҡ менән эшләп, уның психологияһын яҡшырыҡ беләһең.
Режиссер булараҡ, 20-ләп спектакль эшләнде. Тәүгеһе Әнисә Дилмөхәмәтова пьесаһы буйынса "Розамы мин әллә?" тип атала, ул Йәш тамашасылар театрында ҡуйылды (хәҙерге Милли йәштәр театры). Унан һуң "Нур" Өфө татар дәүләт театрында, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында, Салауат башҡорт драма театрында спектаклдәр эшләнем, Өфө сәнғәт институтының уҡыу театрында ла байтаҡ әйберҙәр ҡуйҙым. Мин иң һуңғы радиоспектаклдәрҙең режиссеры. Унда дикторҙы алып, бөтөн спектаклде актерҙар уйынына ҡороу кеүек яңы алым да уйлап сығарғайным. Радиоспектаклдәр ҙә тарихта тороп ҡалды, уларҙың аҙаҡҡыһы Вәзих Исхаҡовтың "Умырзая - яҙ сәскәһе" булды.
Сәнғәт донъяһында үҙгәрештәр күп бөгөн, театр үҙе лә үҙгәрә, сөнки тормош, тимәк, кешенең психологияһы ла үҙгәрә. Советтар Союзы ваҡытында патриотлыҡ, ниндәйҙер идеялар менән йәшәй инек. Бөгөн күп кеше матди килем уйлап йәшәй, аҡса проблемалары мөһим урынға күсте. Шуға ла Островский, Чехов пьесалары актуаль булып китте. Кеше аҡса артынан ҡыуа икән, уның йәшәү, уйлау ритмы ла арта. Бындай шарттарҙа театрҙың да ритмы артырға, кешегә еткергән һыҙланыу-әрнеүҙәре лә шулай уҡ үҙгәрергә тейеш. Беҙ бында театрҙы ғәйепләй алмайбыҙ, ул заман талаптарын тотоп алһа ғына йәшәй ала.

Театрҙарға йыш йөрөйһөгөҙмө? Спектаклде ҡарағас, мин икенсерәк эшләр инем, тип уйлағанығыҙ бармы?

- Тормошҡа кешенең ҡарашы һәр кемдең үҙенсә. Шуға ла ошо һөнәр кешеһендә, мин былайыраҡ эшләр инем, тегеләйерәк итер инем, тигән фекер тыуыуы тәбиғи. Улдарым да сәнғәт өлкәһендә эшләгәс, ҡайһы саҡта улар менән бәхәсләшеп китәм дә, үҙемдең олоғайғанлыҡты ла һиҙәм. Килешмәгән саҡтарымда, заман икенсе, ти улар. Айраттың (Айрат Абушахманов, режиссер) спектаклдәренә тамашасы күп йөрөй, ул бөгөнгө ритмды, бөгөнгө һыҙланыуҙарҙы тотоп ала белә. Бик ауыр ваҡыттарҙа ла кеше театрға йөрөгән, театрҙың да ауыр ваҡыттары булған, әммә ул йәшәгән һәм йәшәйәсәк. Ә театр йәшәгәндә бындай бәхәстәр, ҡараштар мотлаҡ буласаҡ.
Бөгөн ижадтағы иреклек, азатлыҡ тураһында күп һөйләйҙәр. Тик ижадсы кеше бөтөнләй азат була аламы икән? Ниндәйҙер темаға тотонорға ҡыйыулыҡ итеүе лә уның азат икәнлеген аңлатмай әле, минеңсә. Ижад кешеһе һәр ваҡыт нимәгәлер бәйле, әйтәйек, шул уҡ тамашасыға. Ғөмүмән, сәнғәттең һәр төрө халыҡ менән бәйле. Төшөргән һүрәтеңде халыҡ ҡабул итмәҫкә мөмкин. Унан һуң, ижад - ул ирек булһа, хаосҡа килтереүе лә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, сәнғәт ул - изгелек донъяһы, ул халыҡты изгелеккә әйҙәргә, ошо хаҡта уйланырға саҡырырға тейеш. Әлбиттә, ул бөтөнләй боҙолған кешеләрҙе, кешенең ғүмерен ҡыйыусыларҙы, төрмәлә ултырыусыларҙы тәрбиәләүсе түгел. Мин бигерәк тә балалар театрҙары өсөн борсолам, беҙгә улар күберәк кәрәк. Балаларҙы әле тәрбиәләп була. Оло кешене тәрбиәләү икеле, бурҙы бурлыҡтан, наркоманды ошо яман ғәҙәтенән аралап булмай, әммә икеләнеп йөрөгән кешеләрҙе дөрөҫ юлға төшөрөү мөмкин.
Заманында Урал аръяғы райондарына гастролдәр менән барһаҡ, һай, үҙебеҙҙең Сибай театрына етәме һуң, тип, тамашасы спектаклде ташлап сығып китә ине. Республикалағы һәр театрҙың үҙенең тамашасыһы бар. Шуға, уларҙың һәр береһе ҡиммәт. Мин "апайҙар" өсөн спектакль ҡуймайым, тигән режиссерҙар бар. Спектаклен барып ҡараһаң, тамаша залында апайҙар ҙа, профессорҙар ҙа юҡ, сөнки спектакль үҙе юҡ. Күңел ул профессорҙа ла, ябай һөнәр кешеһендә лә, һеҙҙә лә, миндә лә бар. Спектакль профессор кеүек артыҡ хисләнеп бармағандарҙың күңеленә үтеп инә икән, хислерәктәр илай-илай ҡараясаҡ. Күңелде әрнеткән нәмә генә аңға барып етә. Ваҡыт булғанда, әлбиттә, спектаклдәрҙе ҡарарға тырышам, тик һәр ваҡыт ҡәнәғәт булып бөтә алмайым. Санкт-Петербург академия театрында "Мой вишневый садик" тигән музыкаль комедия ҡарағайным. Үҙем көләм, үҙемдең күҙҙән йәштәр аға - театрҙың тәьҫир көсө бына ниндәй. Сөнки ундағы персонажда һин үҙеңде таныйһың, сәхнәләге ваҡиғаны үҙең кисерәһең. Үҙ ғүмеремдә күргән театрҙар араһында булды илай торған спектаклдәр, булды көлә торғандары, ә икеһе бер юлы тәьҫир иткәндәре һирәк осраны.

Актерҙарҙың сәхнәләге, сәхнә артындағы тормошона бәйле һәм әле лә һәр театрҙа быуындан-быуынға һөйләп ҡалдырыла торған ваҡиғалар, лаҡаптарҙы ла театрҙың традицияларына индереп буламы?

- Әлбиттә, был фантазиялар барыһы ла театрҙы йәш итеп тота торған нәмә. Беҙҙең заманда репетицияларҙан буш артистар булған хәлдәрҙе һөйләшә, бер-береһен шаярта, ҡыҙыҡ хәлгә ҡуя инеләр. Театрҙа ҡысҡырып көлөүҙәр ишетелеп тора ине. Хәҙер шул юҡ тиҙәр. Ә бит улар ҙа артистың фантазияһы, ниндәйҙер кимәлдә һөнәргә хас әйбер. Ҡайһы бер хәлдәрҙе әле лә көлөп иҫләп алам. Бер ваҡыт Зәйтүнә апай Бикбулатова Баймаҡтың универмагында йөрөгән дә, быны күрмәйенсә, төшкө ашҡа бикләп киткән дә барғандар. Ултыра был эстә бикле, СССР-ҙың халыҡ артисы, Бөтөн Рәсәй театр йәмғиәтенең урындағы рәйесе. Ишекте асмайҙар, сөнки универмагта алтын кеүек ҡиммәтле әйберҙәр бар, милиция килгәнен, документтар тултырғандарын көтәләр. Ҡатын-ҡыҙ артистар түҙмәй, нишләп сығармайҙар, тип шаулаша. Мин әйтәм: "Һуң, алтындарҙы нимә тип уйлайһығыҙ, бының менән генә бөтмәй, Зәйтүнә апайығыҙҙы ренгентҡа алып китәләр әле, уны табиптар ҡараясаҡ". Артистар бала һымаҡ бит ул, ышаналар. Кисен икенсе ергә китер өсөн автобусҡа тейәләбеҙ. Роза Кәримова түҙмәй, Зәйтүнә Исламовна, табиптар тикшерҙеме һеҙҙе, тип һорай. Бына шундай шаяртыуҙар була торғайны, берәү ҙә үпкәләп тормай, сөнки был да үҙенә күрә бер йола. Артист үҙе лә ышанып бара бит ул, ышанмаһа, артист була алмай. Сәхнәлә бит ышанып уйнарға кәрәк. Ғөмүмән, халҡыбыҙ бик шаян беҙҙең. Һәр ауылдың үҙенең мут ҡарттары әле лә бармы икән, беҙ үҫкән саҡта бар ине. Улай ғына ла түгел, Буранғолда урам урам менән этлектә ярыша инеләр. Үҙенә күрә театр бит ул был да. Шуларҙың береһе генә: элек яҙыу өсөн магазин ҡаралары һирәк эләгә ине. Татар урамы тип йөрөтөлгән урамда йәшәгән Даяр ҡара эшләп алыу маҡсаты менән мейес ауыҙы алдына тубыҡланып, ҡаҙандың төбөнән ҡором тырнап алып торғанында кемдер өйөнә килеп ингән. Аҙаҡтан ир-ат йыйылған ерҙә һөйләй икән был: "Татарҙың бит ҡулы өшөй. Барып инһәм, бына шулай итеп тубыҡланып, ҡулын мейескә тығып, бына ошолай итеп йылытып ултыра ине". Бысраҡ мәл, шуға ҡарамайынса, тубыҡланып күрһәтеп тороп һөйләй. Ирҙәр ҡысҡырып көлә. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, үҙеңде үҙең шаяртып йәшәй белеү үҙе һөнәр.

Шулай итеп...
Йәнле һөйләү теленең тыңлаусыға ниндәй ҙур эске кинәнес килтерә алыуына һоҡланаһың йор һүҙле, ихлас, эскерһеҙ Әхтәм Әхәт улы менән әңгәмәләшкәндән һуң. Һәр һүҙгә, һөйләмгә Әхтәм ағай һалған биҙәкте, хис-тойғоно ҡағыҙҙа сағылдырыу бик үк мөмкин булмауына бер аҙ үкенәһең һуңынан. Ошоно театр сәхнәһенән ишетергә, ошо актерҙы театр сәхнәһенән күрергә ине, тигән уй күңелде елкетә. Ә ул: "Сәхнәгә актер булып кире ҡайтырға теләр инегеҙме, сәхнәне һағынаһығыҙмы?" - тигән һорауға, ҡәтғи рәүештә: "Юҡ", - тип яуаплай. Ғүмерҙе йылдар түгел, башҡарған эштәр билдәләй, тиһәләр ҙә, актер өсөн иң мөһиме тамашасыһының уны онотмауы, уны тағы бер тапҡыр булһа ла сәхнәлә күрергә теләүе уға оло баһалыр, моғайын. Һикһәндә лә, туҡһанда ла, йөҙҙә лә ошо һорауҙы биреүселәр булһын Һеҙгә: "Әхтәм ағай, сәхнәгә ҡайтҡығыҙ килмәйме?"

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.18 | Ҡаралған: 752

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru