«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫМА ЛА ТАМАШАСЫМА ЛА КӘРӘКМЕН ӘЛЕ
+  - 



Был актрисаның тәбиғи һәләте, хисле булыуҙан бигерәк, геройының кисерештәре менән йәшәй белеүе һоҡландырмай ҡалмай. Нәркәс ("Нәркәс", И. Йомағолов), Зөбәржәт, Тәңкәбикә ("Ай тотолған төндә", М. Кәрим), Һәҙиә ("Һәҙиә", Ғ. Шафиҡов), Агазия ("Ташлама утты, Прометей!", М. Кәрим), Ҡәмәр ("Ҡыр ҡаҙҙары", Р. Сафин), Инәй ("Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы", Ф. Бүләков), Ҡарсыҡ ("Һөйәһеңме - һөймәйһеңме...", Ф. Бүләков) һәм башҡа бихисап ролдәре тамашасыны, тәү сиратта, эске тәрәнлеге менән әсир итәлер, моғайын. Хеҙмәт юлын М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына арнаған Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Ислам ҡыҙы ХИСАМОВА менән әңгәмәбеҙ ҙә уның ижады, ролдәре һәм, әлбиттә, үҙенең шәхесе тураһында.

Башҡорт милли театры тарихында И. Йомағоловтың "Нәркәс" драмаһының үҙенең урыны бар. Нәркәс роле иһә донъя классикаһындағы Джульеттаға тиңләнә, һәр актриса уны уйнарға хыяллана. Һеҙ - тәүге Нәркәстәрҙең береһе, етмәһә, был ролде ҡабат-ҡабат уйнау бәхете тейгән актриса булараҡ, ошо осорҙо нисек итеп хәтерләйһегеҙ?

- Минең өсөн үтә ҡәҙерле был роль. Театр Башҡорт опера һәм балет театрынан үҙенең яңы бинаһына күскәс, халыҡ башта ошо яңы театрҙы күрергә йөрөнө-йөрөнө лә, бер мәл туҡтап ҡалды. 1967 йылдың яҙында "Нәркәс"тең премьераһы булғанда, дөрөҫөн әйткәндә, көрсөктә ултыра инек, көн дә уйналған спектаклдәргә тамашасы йыйыуы ифрат ауыр ине. "Нәркәс" сәхнәгә сыҡҡас, 10 көн рәттән барҙы, 11-енсе спектакль бер көн аша булды. Ошо 11 спектаклде - мин, 12-енсеһен - Гөлли Мөбәрәкова, 13-өнсөһөн - Тәнзилә Хисамова уйнаныҡ. Бөгөн уйлайым да, йәшлек дәрте, ҡеүәте менән генә кисерә алғанмындыр быны. Героик образ, уны уйнау өсөн ихтыяр көсө, саялыҡ, рух кәрәк һәм актриса үҙе лә тәбиғәте менән, нисек итеп әйтәйем, үҙәге ныҡ булырға тейеш. Театрҙа икенсе тапҡыр ҡуйылғанда, Нәркәсте бахыр ғына ил балаһы, шундай күңелһеҙ хәлгә ҡалған, тигән трактовка менән эшләп ҡаранылар, әммә был үтмәне. Сөнки трагедия образына көслө характер кәрәк, шунһыҙ трагедия юҡ. Йәш кенә булһа ла, рухы менән өлгөрөп еткән Нәркәс, кешеләр дуҫ, берҙәм булырға тейеш, тип уйлай, көрәшә. Ошоно башҡаларға аңлата, әммә улар аңларға теләмәгәс, иленә һәм йәренә мөхәббәтен иҫбатлап үҙен ҡорбан итә. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, театрға әле генә эшкә килгән 19 йәшлек актриса өсөн, әлбиттә, был роль ҙур мәктәп булды. Ҡатмарлы образға инеү еңел генә бирелмәне. Күңелемдә күҙаллаған идеалға ынтылып, үҙемдең эшемдән ҡәнәғәт булмайынса, күҙ йәше түккәнем дә булды. Был спектакль башҡорт донъяһында матур бер күренеш булды ул. Темаһы ла, мөхәббәт тарихы ла... Унан һуң, беҙҙең башҡортто тик рух бөйөклөгө йәшәтә. Рух йоҡлаһа, нишләптер, һүнеп ҡалабыҙ - быны бөгөнгө заманда ла күрәбеҙ. Тәбиғәт балаһы булыуы уны ошо рух бөйөклөгөнә күтәрәлер. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп киткәндә урамға сығып, ҡояшты күрһәң дә рух уяна бит. Уның бар кешегә тигеҙ яҡтыртыуын күрәһең. "Нәркәс" тә халыҡтың рухын күтәреп ебәргән спектакль булды, тип иҫәпләйем. Был ролде Камал исемендәге татар театрында ла уйнаным. Кире Өфөгә ҡайтҡас, башҡорт театрында Лек Вәлиев уны тағы ла ҡуйҙы. Унда ла мин Нәркәсте уйнаным. Был ролде уйнаған актрисаны тормош баҫҡан булырға тейеш түгел, ул йәш, уның донъяны ҡабул итеүе лә әле башҡараҡ, сафыраҡ. Йәшем менән өлкәнәйгәс тә, ролдең асылын эләктереп алғас, миңә тамашасыны ышандырыуы ҡыйын булманы. Әле театрҙа барған "Нәркәс"те лә яратам, Илдар Ғиләжев уны бик матур ҡуйҙы.
Нәркәс роленән һуң уҡытыусым булған, "Нәркәс"тең авторы Илшат ағай Йомағолов миңә иғтибарын йүнәлтә башланы. Ғаилә ҡороп ебәреүебеҙ ҙә, нисектер, балаларса эскерһеҙлек менән еңел хәл ителде. Ул миңә бүләк ине. Ғүмерлек остазым булып ҡалды. Аҙаҡтан ғаилә булып бергә йәшәмәгән саҡта ла һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәҫ ине. Ул был донъянан киткәс, мин бер нисә йыл шаңҡып йөрөнөм...

Һеҙҙең үҙ геройығыҙҙың хис-кисерештәрен юғары нөктәгә еткереп, шул уҡ ваҡытта уның яҙмышын сәхнәлә тормошсан итеп "йәшәү"егеҙҙең сере нимәлә - тәбиғәтегеҙҙәнме, һөнәри тәрәнлегегеҙҙәнме, әллә тәжрибәнәнме?

- Йондоҙнамәмдә лә яҙылған, минең булмышым драматик ситуацияларҙы тәрәнәйтеп ебәрергә ярата. Ошо ла ярҙам итәлер. Шиғырҙарымды уҡыусылар ҙа, унда яҙылғандар минең менән ысын булған икән, тип уйлай. Юҡ, улар ҙа минең фантазиям ғына. Ысынында ла, мин драма яратам, рухи халәтемә драматик образдар яҡыныраҡ, ғөмүмән, мине кеше психологияһы ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Драматик ролдәрем дә байтаҡ булды, "Онотолған әҙәм"дә (Н. Хикмәт) Илшат ағай менән бергә уйнаныҡ, ул мәлгә бер аҙ тәжрибә лә тупланғайны. Надали ("Әҙәмсә йәшәһәң ине", Н. Терентьев), Илона ("Ят йондоҙ", Х. Вуолийоки) - һанай китһәң, улар күп инде. Һәҙиә ("Һәҙиә", Ғ. Шафиҡов) яратҡан ролдәремдең береһе. Һәҙиә - ул һәләтле, матур булғаны өсөн генә эталон түгел минең өсөн. Шул осорҙа йәшәгән һәм шул михнәттәрҙе күргән рус әҙәбиәте шағирәләре ғүмерҙәрен ҡыйыуға тиклем барып етә. Ниндәй түҙемлек булған был ҡатында! Уны түҙемлеге һәм һәр осорҙа ла үҙенең баһаһын белгәне өсөн генә лә ихтирам итергә һәм яратырға мөмкин.
Һуңғы йылдарҙа комик ролдәрҙе күп эшләнем. Холҡомдоң шундай яғы бар - ыңғай, кире яғын күп уйлап тормай, ролгә башкөлләй сумам, уйланам. Әбей ролен 37 йәштә уйнай башланым. "Ҡыр ҡаҙҙары"нда (Р. Сафин) Ҡәмәр роле ул, башта - ҡатын, аҙаҡтан һуғыштан ҡайта алмаған балаларын көтөп йөрөгән әбей. Йәшлеге лә, ҡартлығы ла, драматизмы ла булғас, яратып уйнағайным. Әкрен генә әбей ролдәрен бирә башланылар бит ошонан һуң. Грим һалғанда йыйырсыҡһыҙ йөҙөмдә йыйырсыҡтар эҙләп, бер туҡтауһыҙ әбейҙәрҙе эшләүҙән ялҡып китә инем. Йылдар үтеү менән, уларҙы холҡо буйынса айырып, ни өсөн уның бөгөн шулай булыуының сәбәптәрен эҙләй, йәки эске донъяларына нығыраҡ баға башланым. Ошонан һуң әбейҙәр ролдәре лә ҡыҙыҡ миңә. Үҙем дә әбей йәшенә еттем, аяҡтар талыуы, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙең ҡылт итеп баштан осоп сығып китеп, ни мөғжизә менәндер кире осоп килеп инеүе лә... Ике ҡулыңа ла сумкалар тотоп килгәнеңдә һиңә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырып, юлдың уртаһынан килгән йәштәрҙе танк кеүек этеп үтке килә. Сөнки инерция менән киләһең һәм арығанлыҡтан ҡапыл туҡтай алмайһың. Ҡайһы саҡта өлкәндәрҙең беҙгә көлкө булып күренгән холоҡтары үҙҙәре өсөн, әлбиттә, эске драма инде ул. Шулай ҙа матур ҡартайыу, ғөмүмән, ҡартайып, әбей булыу ҙа бәхет. Сибәр актрисаларға, сибәр ҡатындарға хас булған ҡартайырға теләмәү тойғоһо юҡ миндә. Йәш саҡта төҫкә-башҡа арыу ғына булһам да, сибәр түгеллегемде айыҡ аҡыл менән күптән аңлағанмын. Сибәр актрисаларға сәхнәлә уңыш 50 процентҡа сибәрлектәре менән тәьмин ителгән. Ә мин үҙемә шулай тинем: яҡшы итеп ролдәрҙе эшләргә кәрәк. Оптимистик булмышым да быға булышлыҡ иткәндер. Мин һәләк оптимисмын. Төшөнкөлөктәргә бирелә торған кеше булманым, ошо мине ғүмер буйына ҡотҡарып килде.

Улығыҙ һәм ҡыҙығыҙ ҙа әсәй-атай юлынан китеп, актер һөнәрен һайлаған. Һеҙ быны нисек ҡабул иттегеҙ?

- Театрға фанатик тоғролоҡ менән хеҙмәт иттек икебеҙ ҙә. Ҡайһы саҡта сәхнә менән тормош араһындағы айырманы тоймай ҙа ҡуяһың. Ижад кешеһе күпселек осраҡта бер юлы эшен дә, көнкүрешен дә бына тигән итеп алып бара алмай ул. Бәлки, шуғалыр ҙа, атаһы Айсыуаҡтың актер булыуына ҡаршы булды. Әлбиттә, төңөлөүҙәр ҙә, эшкә килге килмәгән ваҡыттар ҙа була - бының аша һәр актер үтәлер ул. Сөнки театр - тере организм, ул артисты ғазаплай, ыҙалата. Образыңды таба алмау - бер, унан тыш, үҙ-ара мөнәсәбәттәр бар. Әммә һөнәргә һөйөү һүнмәй. Беҙ бит тамашасының ҡул сабыуына, образыңды яратыуына алданабыҙ, ошо алданыуға өйрәнеп бөткәнбеҙ, шуға ла театрҙың тартыу көсө низағтарға ҡарағанда ла көслөрәк. Талпындырып алып килә бит ул сәхнә үҙенә. Шуға ла балаларҙы тыйманым. Айсыуаҡ тәүҙә училищела художество бүлеген тамамланы, һуңынан институтта актер һөнәрен үҙләштерҙе. Институтта бик ярата инеләр уны, шул ваҡытта уҡ үҙенең образдарының режиссеры ине ул. Диплом алдынан өҙөктәр күрһәтәләр ҙә, бер ролендә эшләпәһен сисеп, һелтәп ебәрә торған булған. Бер шулай һелтәһә, эшләпә осоп-осоп йөрөгән дә, сөйгә барып эленгән. "Быны Айсыуаҡ Йомағолов ҡына эшләй ала", - тип һоҡлана икән залда ҡарап ултырған студенттар был хәлдең осраҡлы булыуына ла иғтибар итмәй. Хатта ошонда ла Айсыуаҡтың һәләтенә ышанғандар. Тик кинорежиссураға тартылды, шул йүнәлештә һөнәр алды.
Айһылыуҙың иһә барыһы ла алда, актер булараҡ ижадын тулыландырасаҡ әле. Нәркәсе оҡшаны уның миңә, халыҡ та яратты, 10 йыллап уйнап йөрөнөләр. Зөмрәте ("Нәркәс", И. Йомағолов) лә айырылып тора. Актриса булараҡ ҡыйыу, һәр ролгә тотона ала, шул уҡ ваҡытта балаларса эскерһеҙлеге лә бар. Тауышы, эске донъяһының байлығы үҙенсәлек өҫтәй. Улар менән яҡынмын, үҙҙәрен ныҡ хәстәрләп, гел эргәләрендә булып өйрәткәнмен. Ҡайһы саҡта: "Миңә инде 70 йәш, һаман минең ҡурсыуға, иғтибарға мохтажһығыҙ", - тип асыуланған булһам да, балаларыма ла, тамашасыма ла кәрәк булыуыма шөкөр итеп кенә йәшәйем.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.18 | Ҡаралған: 703

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru