«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УМАРТАСЫҒА БАЛ ҠОРТОНОҢ ТОҠОМОН БЕЛЕҮ ҘӘ МӨҺИМ
+  - 



Бал ҡорто ғаиләһен селекцияға йәлеп итеү (селекция пчел), тоҡомсолоҡ эше (племенная работа) һәм инә сығарыу (вывод маток) төшөнсәләре бар. Ләкин ҡайһы берәүҙәр ҡортсолоҡта ҡулланылған ошо төшөнсәләрҙең (терминдарҙы) маҡсаттарын аңламай. Селекция, тоҡомсолоҡ һәм инә сығарыу эштәренең һәр береһенең үҙ маҡсаты. Гәзит уҡыусыға шул турала аңлатып үтмәксе булдым.

Маҡсаттар айырмаһы. Билдәле, маҡсатлы эш кенә ыңғай һөҙөмтәгә килтерәсәк. Мәҫәлән, бөрйән ҡортона ҡарата селекция һәм тоҡомсолоҡ эштәренең маҡсаттары нимәнән ғибәрәт, беҙ ниндәй һөҙөмтә алырға өмөтләнәбеҙ? Ошо һорауға яуап биреү өсөн бөрйән ҡортон ике яҡтан баһаларға кәрәк - уның тоҡом ҡиммәте (племенная ценность) ҡыҙыҡһындырамы, әллә уның тауар ҡиммәтенә (товарная ценность) өҫтөнлөк биреләме? Әгәр уның таҙалығын һаҡлау төп маҡсат икән, тимәк, селекция эше алып барырға кәрәк. Әгәр күстән мөмкин тиклем күберәк бал, балауыҙ, һитә, һеркә, ҡорт елеме (прополис), ҡорт ағыуы һәм башҡаһын алыу күҙалланһа, тимәк, тоҡомсолоҡ эше төп маҡсат булып тора. Ә инә сығарыу төшөнсәһе селекция һәм тоҡомсолоҡ төшөнсәләре эсендә, уны бер нисек тә айырым күрһәтеп булмай.
Бөгөн тоҡомсолоҡ эше көнүҙәк мәсьәлә түгел. Бөрйән ҡорто, тәү сиратта, үҙенең таҙа тоҡомло булыуы менән ҡиммәтле. Әммә бөгөн ул сит ҡорттар ҡамауында йәшәй, етмәһә, сит-ят генетик ҡыҫым йылдан-йыл көсәйә бара. Бөгөн бөрйән ҡортоноң тоҡом сифаттарын һаҡлау һәм яҡшыртыу ғына төп маҡсат булып тормай. Хәҙер сит ҡорттар менән буташҡандарын төҙәтеү, бөрйән ҡортоноң таралыу даирәһен (ареал бурзянской пчелы) киңәйтеү кеүек мәсьәләләр мөһим хәлгә әйләнде. Тик бал ҡортона күҙ һалып ҡына уның селекция барышында "яҡшыртылған" икәнен белеп булмай. Был мөһим һорауға бары тик генетик тикшеренеүҙәр генә яуап бирә.
Селекцияның теоретик нигеҙҙәре. Селекцияның төп нигеҙе булып генетика иҫәпләнә. Генетика фәне, үҙ сиратында, тере организмдарҙың ике биологик үҙенсәлеген өйрәнә. Был үҙенсәлектәр нәҫел көсө (наследственность) һәм нәҫел айырмаһы (изменчивость) тип атала. Башҡа тере организмдар кеүек үк бал ҡорто ғаиләһе лә ошо ике биологик үҙенсәлеккә эйә. Беренсе үҙенсәлек - бал ҡорто ғаиләһе үҙ тоҡомона тура килгән организмдарҙы (эшсе ҡортто, әрене һәм ҡорт инәһен) тыуҙырырға һәләтле. Бөрйән ҡорто инәһенән һәр ваҡыт бөрйән ҡорто, ә башҡа тоҡомло ҡорт инәһенән (кавказ, карпат, итальян һәм башҡа) һәр ваҡыт башҡа (кавказ, карпат, итальян һәм башҡа) тоҡом ҡорттары тыуасаҡ. Киреһенсә булмаясаҡ. Бер ваҡытта ла кавказ тоҡомло ҡорто инәһенән бөрйән ҡорто йәки, киреһенсә, бөрйән ҡорто инәһенән кавказ тоҡомло ҡорт тыумаясаҡ. Тәбиғәт ҡанундары шулай. Бына ошо һәләт нәҫел (тоҡом) көсө тип атала. Икенсе үҙенсәлек - һәр бер бал ҡорто ғаиләһе үҙенә генә хас билгеләргә эйә, йәғни, һәр күстең үҙ "характеры" була. Был турала һәр умартасы белә. Ысынлап та, умарталыҡта йөҙәрләп бал ҡорто ғаиләһе йәшәй, улар бер тоҡом ҡорттарына ҡарай, әммә улар бер-береһенән айырыла. Үтә уҫал күстәр була, һәр ваҡыт тыныс ҡына эшләп торғандары ла осрай. Күп күс айырған, ауырыуҙарға артыҡ бирешеп бармаған, балды күберәк йыйған, кәрәҙҙе күпкә күберәк төҙөгән, һыуыҡҡа бирешеп бармаған һәм башҡа ошондай үҙенсәлектәргә эйә булған төрлө күстәр йәшәй умарталыҡта. Был үҙенсәлек нәҫел (тоҡом) айырмаһы тип атала.
Селекция нигеҙҙәрен аңлатыу. Быны кеше миҫалында аңлатыуы ҡыйын түгел. Кеше йәмғиәтендә төрлө-төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Быуаттар үтә, әллә нисәмә быуын алышына, ә шулай ҙа бер милләт тә бөтмәй, юғалмай, башҡалар менән буташмай. Сәбәбе ябай, һәр бер бала тыуғанда уҡ үҙ милләтенә оҡшап тыуа. Йәғни һәр милләт үҙенә оҡшаған быуынды тыуҙырыу һәләтенә эйә. Шуны ла әйтер кәрәк, башҡа халыҡтар, башҡа милләттәр араһында юғалып-буташып ҡалмаҫ өсөн һәр милләттең тоҡом көсө һәр ваҡыт көслө булырға тейеш. Быны төпкә төшөп аңлатып тороу, моғайын, кәрәкмәйҙер. Нәҫел көсөнә ҡағылышлы бер хәл. Бына йәш атай балаһын мунсанан күтәреп алып сығып, урындыҡҡа һалды. Шул мәл яңыраҡ ҡына ныҡлы һөйләшә башлаған ир-бала әйтә ҡуйҙы: "Их, танһыҡ ҡанғансы бер ҡымыҙ эсәһе ине". Бала күңеленән сыға был һүҙҙәр. Балаға был һүҙҙәрҙе әйтергә бер кем дә өйрәтмәгән. Хатта уға өйрәтеү ҙә кәрәкмәй. Был бала башҡорт булып тыуған, шуға күрә ул был һүҙҙәрҙе әйтә. Шуға күрә баланың был һүҙҙәренә беҙ артыҡ иғтибар итмәйбеҙ, аптырамайбыҙ, шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итәбеҙ.
Үҙ тормошобоҙҙа беҙ нәҫел айырмаһы үҙенсәлеге менән дә яҡындан таныш. Шуныһы мөһим, ни тиклем нәҫел айырмаһы күп, шул тиклем милләт көслө була. Быны беҙ беләбеҙ, һәр башҡорт ғаиләһендә һәр бер бала ҡурайҙа уйнамай (һәм был кәрәкмәй ҙә). Ете-һигеҙ бала араһынан бары тик берәүһенең генә юғары кимәлдә уйнай алыуы мөмкин. Әммә башҡа балалар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Улары башҡа яҡтан алдыра, һәр бала нимәгәлер маһир. Кемеһелер уҡыуға, кемеһелер йырға, кемеһелер көрәшкә, кемеһелер алдауға, кемеһелер башҡаға шәп була. Аңлатыу кәрәкмәй, уларҙың барыһы ла (хатта ялҡауы ла) милләт өсөн кәрәк. Балаларҙың бына ошо төрлө һәләттәргә эйә булып тыуыуы, фән теле менән әйткәндә, нәҫел айырмаһы тип атала. Шуны ла әйтергә кәрәк, бындай үҙенсәлек һәр ғаиләгә генә хас түгел. Беҙ беләбеҙ, Баймаҡ башҡорто һәм Бөрйән башҡорто икеһе лә бөрйән ырыуына ҡарай, әммә улар бер-береһенән нимә менәндер барыбер айырыла. Шул уҡ ваҡытта Бөрйәндең Ғәлиәкбәр ауылы кешеһе менән Ғәҙелгәрәй ауылы кешеһе бер-береһенә тулыһынса оҡшаш түгел. Ә бына бөрйән ырыуы башҡорто, әйтәйек, юрматы ырыуы башҡортонан һиҙелерлек айырыла.
Селекция үҙенсәлектәрен ҡулланыу. Тоҡом көсө һәм тоҡом айырмалары үҙенсәлектәрен аңлатҡанда миҫал итеп бушҡа ғына кешене килтермәнем. Эш шунда, кеше һәм бал ҡорто ғаиләһе, селекция объекты булараҡ, бер-береһенә оҡшаш - ике осраҡта ла тәбиғәт биргән тере организмдар менән маҡсатлы эш итергә кәрәк. Ысынлап та, селекция йәһәтенән ниндәйҙер яңы төр кеше һәм яңы төр бал ҡорто сығарыу маҡсат итеп ҡуйылмай. Ғалимдар ике-өс милләт кешеһен (йә башҡа тере организмды) бутап, ниндәйҙер кешенең яңы төрөн (әйтәйек, оҙон буйлы, дәү кәүҙәле) сығарыу буйынса эш алып бармай. Бал ҡорто селекцияһында ла шул уҡ хәл. Ғалим-селекционер ике-өс тоҡом ҡорттарын ҡушып, уның ниндәйҙер яңы төрөн (әйтәйек, оҙон томшоҡло, яҫы ҡанатлы) сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Ике осраҡта ла селекция һүҙенең, һайлап алыу тигән тәржемәһе туранан-тура ҡулланыла. Йәғни, күмәктәр араһынан кәрәкле сифатҡа эйә булған организмдарҙы һайлап алырға кәрәк. Бары шул ғына. Аҙаҡ инде был сифаттарҙы артабан үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барырға тура килә. Әгәр милләткә ғалим кәрәк икән - "күҙлек" кейгәндәрҙе, йырсы-композитор кәрәк икән - моңлоларҙы, рәссам кәрәк икән - матур һүрәт төшөрөүселәрҙе, волейбол-баскетболға - һонторҙарҙы, йүгереүгә - оҙон аяҡлыларҙы, йөҙөүгә оҙон ҡуллыларҙы һайлап алырға кәрәк. Артабан улар менән маҡсатҡа ярашлы эшләргә лә эшләргә генә ҡала инде. Беҙ беләбеҙ, бирелгән һәләт үҙенән-үҙе үҫешмәйәсәк. Тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шунда ғына һөҙөмтә буласаҡ. Шулай уҡ бирелмәгән һәләт ҡоро тырышлыҡ менән генә үҫмәй, был осраҡта ла ыңғай һөҙөмтә булмай.
Бал ҡортон селекцияға йәлеп итеү үҙенсәлектәре. Балаға бирелмәгән һәләтте ҡоро тырышлыҡ менән генә үҫтереп булмаған кеүек, һәр бер күс тә таҙа һәм көслө тоҡом бирергә һәләтле түгел. Бында төп һүҙҙе ғалимдар әйтергә тейеш. Бына бөгөн бөрйән ҡорто популяцияһының таҙалығын һаҡлау бурысы тора. Уның өсөн, тәү сиратта, күмәктәр араһынан таҙа тоҡомло һәм нәҫел яғынан көслө күстәрҙе һайлап алыу кәрәк. Бына ошо мәлдә ғалимдәр төп һорауға яуап бирергә тейеш: ә бындай сифаттарға ниндәй күстәр эйә, күмәктәр араһынан уларҙы нисек танырға, ниндәй күрһәткестәргә таянып эш итергә? Мин докторлыҡ диссертацияма таянып ошондай һандарҙы килтерә алам - бөрйән ҡорто өсөн мтДНК күрһәткесе 1,00-гә, яДНК күрһәткесе 0,98 - 1,00-гә, Но күрһәткесе 0,21 - 0,25-кә тигеҙ булырға тейеш. Был күрһәткестәр Өфө ғалим-генетиктары (Николенко А.Г., Ильясов Р.А. һәм башҡалар) менән берлектә билдәләнде. Минең өйрәнеүҙәр буйынса, тап ошондай генетик күрһәткестәргә эйә булған күстәр таҙа һәм көслө тоҡом бирергә һәләтле. Әлбиттә, мин килтергән һандар әлегә тулы күрһәткес була алмай. Ышаныслы яуап алыу өсөн генетик өйрәнеүҙәрҙе дауам итергә кәрәк. Минең был йүнәлештә ҡыҙыҡлы уй-ниәттәр бар ине, әммә, билдәле сәбәптәр арҡаһында, уларҙы дауам итергә насип булманы. Ә шулай ҙа бөрйән ҡортон селекцияға йәлеп иткәндә тап бына ошо һандарға таянып эш итергә кәрәктер, сөнки диссертацияны яҡлаған мәлдә ғалимдәр тарафынан мин килтергән һандар төплө һәм ышаныслы тип танылды.
Бөгөн селекция эшенең тәүге аҙымы булып ошо күрһәткестәргә эйә булған күстәрҙе табыу тора. Уның өсөн тотош район буйынса ҡорт өлгөләре (проба пчел) алырға һәм уларҙы генетик яҡтан өйрәнергә кәрәк. Кем белә, бәлки, умарталыҡтағы түгел, ә солоҡта йә тәбиғи ағас ҡыуышлығында йәшәгән ҡырағай күс иң һәйбәте булып танылыр? Ошо генетик өйрәнеүҙәрҙән һуң селекция эшенең икенсе аҙымы булып ошо күстәрҙе бер урынға туплау һәм уларҙан тоҡом йәҙрәһе (племенное ядро) булдырыу тора.
Һүҙемде тамамлап, шуны әйтке килә, селекция фәненә хөрмәт менән ҡарарға кәрәк, уның талаптарын инҡар итергә, уларҙы урап үтергә тырышырға ярамай. Тәбиғәтте алдарға тырышыу файҙаһыҙ. Селекция тураһында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәтте күпкә ябайыраҡ итеп бирергә тырыштым. Тоҡомсолоҡ эше тураһында алда һөйләшербеҙ әле.

Әғләм ШӘРИПОВ,
ауыл хужалығы фәндәре докторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.18 | Ҡаралған: 687

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru