«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭЙЕЛҺӘҢ - ТАБЫРҺЫҢ...
+  - 



Ул көндө Сипайлово биҫтәһенең Ҡариҙел яры буйындағы дамба ҡырмыҫҡа иләүендәй мәж килде. Бындай йәнлелек, ғәҙәттә, ҡыш һырғалаҡ, саңғы шыуғанда йәки йәйге томрала һыу ингән мәлдәрҙә генә күҙәтелһә, яҙғы бысраҡ осорҙа күңелһеҙ тынлы хөкөм һөрә торғайны. Сөнки ҡар иреп, ошонда йыл буйы тупланған сүп-сар һәм бысраҡ араһында йөрөргә шикле үҫмерҙәр төркөмө, бомждар һәм берәҙәк эттәрҙән башҡа, иртәле-кисле йүгереп үтеүсе бер нисә спортсының ғына йөрәге еткәндер.

Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа ҡала властары ошо урынға ла иғтибарын йүнәлдерҙе: Ҡариҙел буйы уңайлы ҡала мөхите булдырыу маҡсатын күҙаллаған өҫтөнлөклө федераль проектҡа индерелеп, кисекмәҫтән төҙөкләндереү эштәрен башлап ебәрҙе: дамба күтәртелеп, уның яр яғы битләүҙәренә бетон плитәләр түшәлде, йәйәүлеләр өсөн тротуар һәм оло юлға асфальт йәйелде, йылғаға төшөү урындарында баҫҡыстар эшләнде. Хатта дамбаның үрге осо яр яҡлап матур тимер рәшәткәләр менән кәртәләнә лә башлағайны. Былтыр эш яртылаш башҡарылған ерҙән туҡталып ҡалды. Яҡшыраҡ булһын, тип теләгәйнек тә, һәр ваҡыттағыса килеп сыҡты, тигән ҡанатлы һүҙҙәр бик тап килә был тәңгәлдә, сөнки бөтөн ергә иманһыҙ ҡулдарын һуҙырға әҙер генә торған вандалдар бында ла емерткес эштәрен башлап ебәргән: әлеге матур рәшәткәләрҙең баштарын ҡырҡып алып, ташып та бөткәндәр. Юл ситендәге бордюрҙар ҙа "хәрәкәткә килгән": урыны менән туҙып, таралып яталар. Баҡтиһәң, һәр машина эйәһе үҙ йорто тапҡырында төшөү урыны "яһап" та ҡуйған шулай.
Бындай ҡырағайлыҡтан һуң артабан төҙөкләндереү эштәре дауам итерме, юҡмы? Ә бит дамба ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү урыны булараҡ ҡына ҡаралмай. Өфөнән байтаҡҡа тәпәшерәк урында ултырған Сипайловоны һыу баҫыуҙан һаҡлай торған стратегик ҡоролма ла бит ул. Шуныһы ғына йыуандыра: донъяға изгелекле, яҡты күҙҙәр менән бағыусылар ҙа бар икән әле, шөкөр. Улар, бәлки, күберәктер ҙә. Быға мин әлеге дамбаны таҙартыу буйынса үткәрелгән шәмбе өмәһенә сығып, үҙ күҙҙәрем менән инандым. Өмә башланасаҡ иртәнге сәғәт 11-ҙе көтөп тә тормаған ҡайһы берәүҙәр. Дамбаға яҡын 17-се һәм 130-сы дөйөм урта белем биреү мәктәптәре уҡыусылары, шулай уҡ 64-се һәм 68-се торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар коллективтары иртәнге сәғәт 9-ҙан сығып эшләй башлаған. "Үҙебеҙ эшләгән биләмәне таҙарттыҡ та, тиҙерәк дамбаға ашыҡтыҡ, - ти 68-се торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мастеры Гөлнара Бердникова. - Урам һепереүселәр, слесарҙар, иҙән йыуыусылар, сүп-сар түгеүселәр - бөтәһе лә берҙәм сыҡты өмәгә, сөнки барыбер үҙҙәренә таҙартырға ҡала бит, ә бөгөн бергәләп эшләүе күңеллерәк тә, ырамлы ла".
Сәғәт 11 тулыуға дамбаның "Яр" кафеһы янына "Таҙа Өфө" проекты әүҙемселәре лә килеп етте, Яр буйы урамындағы йорттарҙа йәшәүсе халыҡ та ошонда эркелде - ҡыҫҡаһы, кемдәр таҙа, төҙөк һәм матур ҡалала йәшәргә теләй, кемдәрҙең күңеле саф һәм битараф түгел - Сипайловоның үҙенән дә, Өфөнөң үҙәгендә йәшәгәндәр ҙә ошонда, йәмле Ҡариҙел буйына ашыҡты. Өфө сәнғәт училищеһының фортепьяно класында уҡып йөрөгән Оля Добреднева менән дә беҙ ошонда таныштыҡ. Иғланды ишетеп ҡалған да, үҙ теләге менән килгән. Икеһе лә быйыл ғына 80-дәрен тултырған күршеләш-әхирәттәр Гөлшат Настенина менән Нина Никитина түштәренә "Таҙа Өфө" тигән логотиплы ҡыҙыл футболкалар кейеп тә алғандар. Әлеге өмәне ойоштороусы "Таҙа Өфө" проекты әүҙемселәре лә, баш ҡалабыҙҙың төрлө райондарында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйын да тотош баш ҡалабыҙҙы яратҡандай үҙ күрә икән. Бында йыйылғандарҙың иң күбеһе һәм дәртлеләре тап ана шул "Таҙа Өфө"ләр булып сыҡты ла. Өмәселәргә эш тәртибен аңлатыу маҡсатында йәһәт кенә мигинг ойоштороп ебәрҙеләр һәм ҡаланың Октябрь район хакимиәте башлығы Роберт Ахунов, ошо район һайлаусылары тарафынан БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты итеп ышаныс күрһәтелгән Елена Розина, "Таҙа Өфө" проекты етәксеһе Елена Воробьеваның ҡыҫҡаса сәләмләүҙәренән һуң, һаҡлағыс бирсәткәләр кейеп, шыптыр тоҡтар тотҡан таҙалыҡ һаҡсылары Ҡариҙел ярына һибелде. Пластик һауыттар, тимер-томор, быяла ватыҡтары, ҡағыҙ-ҡатырға һәм башҡа сүп-сарҙы һәр береһен сорттарға айырып йыйыу талап ителә, сөнки аҙаҡ улар ҡабаттан эшкәртелеүгә тапшырыласаҡ һәм шунан килгән аҡса ДЦП менән сирләүсе 7 йәшлек Илдар Сәфәровты аяҡҡа баҫтырыу өсөн махсус иҫәпкә күсереләсәк икән. Күп тә үтмәне, тош-тош урындарҙа әлеге тоҡтарҙан "күбә" өйөмдәре ҡалҡып сыға ла башланы. "Тәҙрәнән күҙәтеп торҙом да, түҙмәнем, килеп сыҡтым бына, - ти ике яҡлап та таяҡтарға таянған 97 йәшлек ветеран Тимерйән ағай Шаһиев. - Эшләргә рәт булмаһа ла, исмаһам, балаларға рәхмәтемде әйтәйем, тием. Мин бит көн дә ошо дамбаға йөрөргә сығам. Хәҙер бигерәк тә сыҡҡы килеп торор инде, ниндәй таҙа, күңелле булып ҡалды",- тип һөйөнә ул.
Әйткәндәй, Яр буйы урамындағы мәктәп уҡыусылары әлегә "Таҙа Өфө" проекты ағзалары булып тормаһа ла, был көн күпте аңлағандыр. Тәртиптәрен күҙәтеү йәһәтенән, ҡыҙыҡһынып, күберәк 9-сы кластар янында эшләргә тура килде. "Кемдер ташлап киткән, ә ниңә мин эйелергә тейеш?" - тип мыжыны тәүҙә бер үҫмер ризаһыҙлыҡ белдереп. "Эйелһәң, эҙләгәнеңде табырһың",- тип тыныс ҡына яуапланы уға класс етәксеһе һәм эшләгәндә һәр кемеһенә лә ошо мәҡәлдең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышыуҙарын һораны. "Ә дүшәмбе ошо темаға инша ла яҙырбыҙ",- тип өҫтәне. Кемеһе ни турала уйланғандыр, әммә бер аҙҙан мин ҡайтырға ҡуҙғалғанда, әлеге үҫмер тағы күҙгә салынды: сүп-сар тулы ике тоҡто ҙур өйөм яғына өҫтөрәй, үҙе мут йылмая: "Бына, "байлыҡ" таптым!"

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тәүге яҙғы өмәлә Башҡортостанда йәшәүсе 53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 14 апрелдә шәмбе өмәләренә 1,1 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителде, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына һәм сүплектәргә 900 тонна самаһы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылды.
Өмәләр урман-парктарында, скверҙарҙа, парктарҙа, мәктәп, балалар баҡсалары һәм медицина учреждениелары биләмәләрендә үтте, уларҙа дәүләт ведомстволары, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, район хакимиәте, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашты.
Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙың Орджоникидзе районындағы Еңеү аллеяһындағы өмәгә район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы ирекмәндәре, мәктәп уҡыусылары менән бергә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та сыҡты. "Шәмбе өмәһендә йәштәрҙең ихлас ҡатнашыуы ҡыуандырҙы, таҙалыҡ бит һәр беребеҙҙең үҙенән башлана", - тине Ирек Ишмөхәмәт улы.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.18 | Ҡаралған: 718

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru