«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҘЕҮҘӘРҘӘ - ХАЛЫҠ ЯҘМЫШЫ
+  - 



Һәр кемдең ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан күңеленә илһам, йөрәгенә дәрт килеүе шарттыр ул. Бына мин дә һуңғы ваҡытта бик популярлашып киткән иҙеүҙәр (селтәр, һаҡал) эшләү менән мауығып киттем. Күңелемә ял биргән шөғөл ваҡытында башыма шундай уй килде. Бәй, һәр бер әйберҙең үҙ тарихы була ла баһа! Әлеге көндә күңел йылымды һалып, күҙ нурҙарымды түгеп эшләп ултырған ошо биҙәүестең дә тарихы буласаҡ берәй ваҡыт. Балаларым үҙ балаларына һөйләп ҡалдырырҙай ҡомартҡы тыуҙырам түгелме һуң мин? Ошо уйҙан тетрәнеп киттем.

Ә беҙҙең ауылда булған боронғо иҙеүҙәрҙең тарихы ниндәй икән һуң? Уларҙың хужалары ла күпте күргәндер ҙә, был иҙеүҙәр ябай биҙәүес кенә түгел, тарих та һаҡлайҙыр әле! Кем, ҡасан эшләгән был биҙәүестәрҙе, беҙҙең көндәргәсә нисек килеп еткән улар? Был уйҙар мине ауылыбыҙҙа һаҡланған боронғо башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының биҙәүестәрен үҙ ҡулдарым менән тотоп ҡарау, тикшереү, өйрәнеү теләгенә килтерҙе. Был инде интернеттан ҡарап, йәиһә китаптарҙан уҡыу ғына түгел. Был - ваҡыт даръяһы буйлап рухи ҡомартҡылар донъяһына сәйәхәт, тамаша ине минең өсөн.
Шулай итеп, Баймаҡ районының Ярат ауылында боронғо өс иҙеү һәм бер иҙеүле күлдәк табылды. Эйе-эйе, Баймаҡтар "селтәр" тип атай тиһәләр ҙә, беҙҙең инәйҙәр иҙеү тип атаны был биҙәнеү әйберен. Иң оло йәштәге боронғо иҙеү хужаһы 77 йәшлек Мырҙабулатова Гөлсөм инәй хатта: "Хәҙер әллә ҡайҙан һаҡал, селтәр тип үҙгәртеп исем тағып бөттөләр. Минең ҡартәсәйем ғүмер буйы иҙеү тип атаны. Башҡа инәйҙәрҙең дә шулай әйткәнен хәтерләйем", - тип нығытып ҡуйҙы. Гөлсөм инәйҙең иҙеүе бик боронғо, көмөш тәңкәләрҙән һәм ысын мәрйендән эшләнгән. Түш өлөшөнөң тамамланған еренә 7 бөртөк аҡыҡ таш баҫылған. Аҫҡы өлөшө шау тәңкәнән тора. Ауырлығы 1 кг. Гөлсөм инәй әйтеүенсә, был иҙеү ҡыҫҡағыраҡ булған һәм ул аҫҡы яғына туҡыма өҫтәп, тәңкәләр тегеп оҙонайтып алған. Шуға күрә лә бында совет аҡсаларын да күрергә була икән. Иҙеүҙең артына кәзә ҡылынан эшләнгән туҡыма тегелгән. Иң боронғо тәңкә 1860 йылғы булып сыҡты. Шулай уҡ "Батырлыҡ өсөн" миҙалы ла баҫылған. Миҙалдың номеры ла асыҡ күренеп тора - 2079870. Әммә был миҙалдың кемдеке икәнен Гөлсөм инәй белмәй. Сөнки иҙеү быуындан-быуынға тапшырылып, уға 4-се быуын булып килеп эләккән. Мин "Подвиг народа" сайты аша миҙал хужаһын эҙләп ҡарағайным да, ыңғай һөҙөмтәгә юлыға алманым. Үкенес!
Гөлсөм инәйҙең ҡартәсәһе Миңлебикәнең Үмербикә исемле апаһынан тапшырылып килә икән был биҙәүес. Миңлебикә инәй (1886 йылғы) иҙеүҙе ҡыҙы Бүләкбикәгә 1936 йылда бирә. Бүләкбикә инәй Хәйбулла районы Рафиҡ ауылында йәшәй. Үҙенең ҡыҙҙары булмау сәбәпле, иҙеүҙе 2002 йылда Гөлсөм инәйгә ҡомартҡы итеп тапшыра. Килендәренең үпкәләүенә лә ҡарап тормай, сөнки өләсәләренән аманат итеп әйтелгән - ҡатын-ҡыҙ линияһына ғына тапшырырға! Аманатҡа хыянат итмәгән Бүләкбикә инәйҙең иҙеүе, шулай итеп, Яратҡа килеп юлыға. Гөлсөм инәй ҡомартҡыны бик тә ҡәҙерләп һаҡлай. Әммә артабан кемгә тәғәйенләнеп ҡуйылғанын әйтмәне, сер. Шулай ҙа боронғоноң баһаһын белгән туғанына тапшырылаһы асыҡ. Назарова Рәсимә апайҙың шау көмөш иҙеүе иһә, тап китаптарҙа һүрәтләнгән көньяҡ-көнсығыш башҡорттарыныҡы. Өҫкө яғы ысын мәрйендән тултырып, ҡыя биҙәктәр һалып тегелгән. Был мәрйендәрҙең һәр бер бөртөгө, ныҡлыҡ өсөндөр инде, айырым типселгән. Түш бүлемдәре лә айырым асыҡ күренеп тора. Ә түшенең ҡап уртаһына ҙур ғына мәрүәт беркетелгән. Мәрүәтте халыҡ ауырыуҙарҙан һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланған икән. Билбау өлөшөнән аҫта суҡтар менән тамамланған мәрйен селтәр, селтәр өҫтөнә сулпы беркетелгән. Иҙеүҙең артҡы өлөшөнә шулай уҡ кәзә ҡылынан һуғылған туҡыма тегелгән. Нимәһе ҡыҙыҡлы: Рәсимә апайҙың да, Гөлсөм инәйҙең дә иҙеүҙәрендә бер үк итеп эшләнгән ҡаптырма өлгөләре тағылған. Тимәк, был иҙеүҙәрҙең көмөш элементтары бер үк оҫта тарафынан һуғылған, тигән һығымта яһай алабыҙ. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт - иҙеүҙә Рейхстаг төшөрөлгән тәңкә лә, Николай башы төшөрөлгәне лә бар. Был үҙ сиратында иһә, ир-егеттәрҙең ҡайҙа барһа ла (хатта һуғышҡа барғанда ла) ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бүләккә тәңкәләр алып ҡайтып биреү йолаһы булғанлығы тураһында һөйләй. Халыҡ йырында ла бит ана:
Алтын ғына тәңкә, ай, бирәйем,
Алмиҙеүкәйеңә лә баҫырһың, - тип йырлана.
Рәсимә апай иҙеүҙе 15 йылдар элек ауылдаш ҡатындан һатып алған булып сыҡты. Үҙенең ҡартәсәләре иҙеүҙәрен һаҡлай алмаған, граждандар һуғышы йылдарында һалдаттар тәңкәләрен талап аптыратҡан, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында танк эшләүгә тип, тағы ла хөкүмәткә тапшырғандар. Ошо хаҡта әсәһе Мәрхәбә инәй һәр ваҡыт әсенеп һөйләй торған булған. Ә был биҙәүестең төп хужаһы Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылынан булған икән. Рәсимә апай 4-се, йә 5-се хужаһы булырға тейеш. Был бик үҙенсәлекле, боронғо биҙәүесте һаҡлап тотҡаны өсөн Рәсимә апайға оло рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Тағы ла бер тарихи иҙеү Ғәҙелшина Хәбирә апайҙа табылды. Уның иҙеүе шау тәңкәнән тора. Өҫкө яғында бер рәт итеп 9 бөртөк мәрүәт төймә тағылған. Был иҙеүҙең яҙмышы иң аяныслыһы тойолдо миңә. "Минең өләсәйем Абдуллина Файза сығышы менән Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районынан. Уны 9 ғына йәшендә Йомаш ауылына кейәүгә бирәләр. Әммә ире 1914 йылғы ярман һуғышына китеп һәләк булғас, өләсәйем Батҡаҡлы ауылына Сөләймән ҡартатайыма тормошҡа сыға. Был ауыл хәҙер юҡ инде. Граждандар һуғышы ваҡытында ҡартәсәйемдең боронғо хәситәһен һалдаттар талап алып китә. Саф көмөш биҙәүестәр ҙур байлыҡ һаналған бит ул ваҡытта ла. Ҡалған тәңкәләрен йәшерер өсөн өләсәйем уларҙы ситәнгә һыйыр тиҙәге менән ҡуша һылап ҡуя. Аҙаҡтан, донъялар именләнгәс, 1931 йылда ошо иҙеүҙе эшләй. Өләсәйем 107 йәшенә етеп донъя ҡуйҙы. Ул иҙеүҙе әсәйемә тапшырҙы, унан миңә күсте. Мин тәүҙә матурлап, яңыртып эшләргә уйлағайным да, өләсәйемдең ҡул йылыһы бөркөлөп торған әйберҙе һүтергә ҡыйманым. Әйҙә, быуындан-быуынға ошо килеш тапшырылып килһен. Хәҙер инде ҡыҙым Гөлсәсәккә аманат ҡылдым", - тип һөйләне Хәбирә апай.
Дәүләтбаев Ильяс олатайҙың ҡулында тағы ла бер ҡыҙыҡлы ҡомартҡы осраны. Был - уның әсәһе Мәликә инәйҙең (1905 йылғы) иҙеүле күлдәге. Элек күлдәктәрҙе түшенә төрлө туҡыманан ошолай иҙеү һалып теккәндәр икән. Уҡа иҙеүҙәр ҙә булған. Ләү-ләү, ләү сәтин,
Күлдәге көрән сәтин.
Уҡа икән иҙеүе лә,
Йөрәгемдең түҙеүе, - тигән таҡмаҡ шул замандан ҡалғандыр ҙа. Иҙеүҙе тәңкәләр баҫып биҙәгәндәр. Был күлдәктең иҙеүендә лә боронғо көмөш тәңкәләр бар. Мәликә инәй һуғыш ваҡытында кашауар (ашнаҡсы) булып эшләгән ҡатын. Ире һуғышҡа киткәс, ике балаһы менән яңғыҙ ҡала. Ильяс олатай әсәһенең ошо күлдәген ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлап, әлеге көндә ауыл музейына тапшырған. Музей эсендәге тирмәнең түрендә тап ошо күлдәк тора.
Күрше Ғүмәр ауылында йәшәүсе Хәсәнова Айһылыу апай иҙеүен 2007 йылда уҡ дәрт итеп үҙе эшләгән. Әммә уның иҙеүендә лә ысын мәрйен ҡулланылған булып сыҡты. Айһылыу апайҙың иҙеүендә ҡортбаштар, көмбәҙле тәңкәләр, Ҡөрьән сүрәһе яҙылған тәңкә лә бар хатта. Ҡайһы берәүҙәрен ул талир тәңкәләр тип атаны. Был боронғо тәңкәләрҙе ул ҡәйнәһе Хәсәнова Сәмсиямал инәйҙең (1905 йылғы) ҡомартҡы сулпыһынан (сәсбау) алып теккән. Ҡортбашты таҡ һанда ҡуйырға кәрәклеген дә әйтте Айһылыу апай.
Бына ниндәй тарихлы иҙеүҙәрҙе күрергә, улар менән хатта күңелемдән серләшергә тура килде миңә! Аҙаҡ был башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғорурлығы булған биҙәүестәрҙең фотоларынан ғына ла айырыла алмай һәр бер биҙәген өйрәнергә, ҡулымда саҡта күрмәгәнде күрергә тырышып ултырғанымда иҙеүҙәрҙең милли хазинабыҙ, тарихыбыҙ сығанағы икәненә ҡабат-ҡабат инандым. Ысынлап та халыҡ яҙмышы. Иҙеүҙәрҙә - халыҡ яҙмышы…

Миләүшә ЮЛДАШБАЕВА.
Баймаҡ районы Ярат ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.18 | Ҡаралған: 658

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru