«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘӘ ДИКТАНТ ҺЫНАУЫН ҮТТЕК
+  - 

Үткән аҙнала Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты ойошторған "Башҡорт теленән региональ диктант" акцияһы үтте. Диктант яҙыуға быйыл Башҡортостандың төрлө ҡала, ауылдарында ғына түгел, Мәскәү ҡалаһында, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, Ямал-Ненец автономиялы округында, Төркиә, Польша, Болгария илдәрендә йәшәгән милләттәштәр ҙә ҡушылды.

Дүртенсе тапҡыр үткәрелгән "Башҡорт теленән региональ диктант" акцияһы йола буйынса уны ойоштороусы Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкиндың сәләмләүе менән башланып китте. "Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең иң яҡшы вуздары рәтендә, беҙ ысынлап та төрлө инициативаларҙы күтәрмәләйбеҙ һәм үҫешәбеҙ. Башҡорт телен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, беҙҙә башҡорт теле буйынса берҙән-бер диссертация советы эшләй. Рәсәйҙә милли телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе үҫтереү өҫтөнлөклө бурыс. Туған тел, туған мәҙәниәт, сәнғәт әсә һөтө менән кеше күңеленә һалына һәм тормош көтөү өсөн көс сығанағы булып тора", - тине Николай Данилович.
Диктант яҙырға теләүселәр быйыл да күп булды, Башҡорт дәүләт университетының төп бинаһында ике ҙур аудитория уҡыусылар, белем алған һәм эшләп йөрөгән йәштәр, оло йәштәге кешеләр менән шығырым тулы ине. Ойоштороусылар әйтеүенсә, беренсе йылда диктантты 3505 кеше яҙһа, икенсе йылда 3929, өсөнсө йылда 7741 кеше яҙған. Быйыл туған телде һаҡлауға йүнәлтелгән акцияға ҡушылыусылар һаны тағы ла күберәк булды: 12 меңгә барып етте. Акцияға БР Мәғариф министрлығы ла ҡушылды. Ведомство етәксеһе Гөлназ Шафиҡова БДУ-ға килеп диктант яҙҙы һәм "Теле барҙың - иле бар" тигән хаҡ һүҙҙәрҙе бөтә илгә күрһәтәйек, тигән саҡырыу ташланы. Әйткәндәй, диктант яҙыу тамамланғас, башҡорт теленең киләсәге өсөн борсолған ҡатнашыусылар уға мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡытыу буйынса бер-ике һорау ҙа биреп өлгөрҙө. Яуаптар ыңғай яңғыраған кеүек булһа ла, йәмәғәтселеккә ата-әсәләр менән тығыҙ эшләргә, аңлатырға һәм өгөтләргә тәҡдим ителде. Быйыл диктант Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" китабынан алынған өҙөк буйынса яҙылды, тексты М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов уҡыны. Диктант тамамланғас, бик күп ҡатнашыусылар үҙҙәрен театрҙа тамаша ҡылып ултырған кеүек хис итеүҙәре, моңло тауышты тыңлап яҙыуы һис ауыр булмауы тураһында фекерҙәрен еткерҙе. "Икенсе тапҡыр йәштәр менән бергә диктант яҙырға киләм, былтыр "бишле"гә яҙғайным, быйыл да яҡшы баһа алырға өмөтләнәм", - ти Нәилә Үзбәкова исемле ҡатнашыусы. Уның кеүек йыл да был сараға йөрөгән кешеләр күп булды, шулай уҡ тәүге тапҡыр туған телен белеү кимәлен һынарға теләп килгәндәр ҙә бар ине. Оло йәштәгеләр был сараны йәштәрҙе туған телен өйрәнеүгә, онотмаҫҡа этәргес тип ҡабул итһә, йәштәр уның практик әһәмиәтен баһаланы. "Мәктәптән алып башҡорт теленән диктант яҙған юҡ. "Башҡорт теленән региональ диктант" тап ошо йәһәттән әһәмиәтле, күптән алған белемдәрҙе хәтергә төшөрҙөк", - тине БДУ студенты Гөлдәр Солтангилдина.
Диктант тексы "моң" төшөнсәһен асыҡлауға, кеше булмышына уның йоғонтоһона арналғайны. Китабында бәйән иткән фекерҙәренә өҫтәп, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева туған тел - туған моң, кешелек донъяһына үҙ-ара туғанлыҡ ептәрен таныу өсөн бирелгән иҫ киткес бер мөғжизә булыуы тураһында һөйләне. Ил инәһенең һәр һүҙе диктант яҙырға килгән аңлы, ғәмле, илһөйәр һәм рухлы милләттәштәрҙең йөрәгенә үтеп инмәле булды. Уны онлайн-бәйләнеш аша тыңлай алған һәр аудитория, моғайын, туған башҡорт теленә ҡарата тағы ла иғтибарлыраҡ булырға, үҙен һәм балаларын туған моңдан, тимәк, асылынан айырмаҫҡа күңелендә генә ант итеп ултырғандыр.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.18 | Ҡаралған: 799

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru