«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛӘТТЕ КҮҢЕЛДӘГЕ МОҢ БИЛДӘЛӘЙ
+  - 



Йәй көндәре, 7-8-се синыфтарҙа уҡыған саҡта, тракторсы ярҙамсыһы булып эшләнем. Яланда ҡурай үләне күреп ҡалһам, күңелемдә ниндәйҙер моң сыңлап китер ҙә, шул үләнде өҙөп алып, һыҙғыртып ҡарағы килә башлай торғайны. Күп тапҡырҙар маташҡандан һуң, ҡурайҙа өрөргә өйрәнеп алдым. Ә инде ҡулыма Ғата Сөләймәновтың "Ҡурай" тигән китабы килеп эләккәс, шатлығымдың сиге булманы. Уның ярҙамында бер аҙ көй сығара башланым. Һәр хәлдә, көйгә оҡшашыраҡ ауаз сыҡһа, түбәм күккә тейерҙәй булып ҡыуана торғайным. Ҡурай моңона, башҡорт йырҙарына һөйөү бына шулай бала саҡтан һалынды.

Ҡурай моңо, башҡорт халыҡ йырҙары беҙҙең ғаилә өсөн үтә яҡын ине. Күмәкләшеп ашарға ултыра ла, Өфө радиоһынан Мәғәфүр Хисмәтуллин, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Рамаҙан Йәнбәков, Ғабдрахман Хәбибуллин йырҙарын, ҡурай моңон кинәнеп тыңлай торғайныҡ. Атайым минең ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуымды күргәс, элек өләсәйемдең дә үҙенең бер апаһы менән бергәләп ҡурайҙа уйнауы тураһында һөйләне. "Ҡурайға тартылыу быуындан, ата-бабаларҙан ҡалған", - тиер ине. Миндә генә түгел, ағайым Альбертта ла бар ине был тартылыу. Ул Өфөлә уҡый башлағас та данлыҡлы ҡурайсы Әҙһәм Исҡужиндың ҡурай түңәрәгенә йөрөнө. Шунда оҫтарып алды һәм мине лә өйрәтте. Беҙ уның менән икәүләшеп һыҙҙыра инек ҡурайҙа. Ҡурайға, боронғо башҡорт көйҙәренә ҡарата һөйөүем артҡандан-арта барҙы. Шуныһы ғәжәп: ул көйҙәрҙе мин ишетеп кенә өйрәнмәнем, ә тойҙом, йөрәгемдең иң түренән сығарып, моңға һалдым. Минең бөтөн булмышым башҡорт моңо менән һуғарылғайны. Мәскәүҙә архитекторлыҡҡа уҡыған осорҙа ла ҡурайым һәр саҡ үҙем менән бергә булды. Иң һағынғаным - башҡорт моңо була торғайны. Минең менән бер бүлмәлә йәшәгән монгол егете лә ҡурай һыҙғыртыуымды яратып тыңлай торғайны. Әле лә ҡурайҙа бер нисә көй уйнап алһам, кәйефем күтәрелеп китә, эшкә илһамым арта.
Илеш районындағы тыуған ауылымдың - Яңы Күктауҙың беҙ йәшәгән урамын "башҡорттар осо" тиҙәр. Әсәйем менән атайым гел генә "Беҙ - башҡорттар" ти торғайны. Әсәйем Әржүдә Ҡәнзелғилем ҡыҙы - Исәммәт ауылынан, бүләр ырыуы башҡорттары нәҫеленән. Мин атайым менән әсәйем әйткәндәрен архив документтары менән дә раҫланым: унда ла беҙҙең аҫаба башҡорттары булыуыбыҙ теркәлгән.
Сығышымды былай ныҡышып тикшереп-төпсөшөүем шунан: беҙ башҡорт булғас, ни эшләп татар телендә Ҡазан дәреслектәрен уҡыйбыҙ, ни эшләп ҡайһы бер ауылдаштар үҙҙәрен татар тип иҫәпләй, тигән һорау борсой ине мине. Ә бит беҙ бала саҡта уҡ ауылыбыҙҙа башҡортлоҡ һаҡланғаны тойола ине. Мәҫәлән, уҡытыусылар мәктәптә әрләй-әрләй беҙҙең һөйләште татарсаға төҙәттерә торғайны. Ауылыбыҙҙа башҡорттарҙағыса "Тартай", "Ҡотой", "Йүкәғас", "Вәлид" тигән аралар бар. Йүкағас, тигәне ырыу ағасынан килә. Ырыу ағастары башҡорт ырыуҙарына ғына хас күренеш. Тирә-яҡта бик күп топонимик атамаларҙа саф башҡортса "иш" һүҙе бар. Иш тауы, Иш йылғаһы. Иш тауының ике түбәһе бар, Иш йылғаһы ике ҡушылдыҡтан тора. Илеш атамаһының да килеп сығышы "иш"кә бәйләнгән булыуы ихтимал.
Ғалимдар билдәләүенсә, беҙҙең төбәктә борон-борондан башҡорттар йәшәгән: йыланлы, ҡыр-йыланлы, гәрәй, йәнәй, йәлдәк, бүләр, байлар, ҡырғыҙ ырыуҙары төйәге булған был яҡтар. Районыбыҙҙың ун ете ауылы иң ҙур ҡырғыҙ ырыуына ҡарай. Хатта районға исем биргән Илеш ауылы халҡы ла ошо ырыуҙыҡы. Ҡырғыҙ ауылында волость үҙәге урынлашҡан. Атайымдың әсәһе - йыланлы ырыуынан. Ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың мәғлүмәттәрендә беҙҙең ауыл хаҡында былай тип яҙылған: Яңы Күктау ауылында 1796 йылда - 85 башҡорт, 1859 йылда - 63 башҡорт, 1870 йылда - 467 башҡорт, 1917 йылда - 1279, 1920 йылда - 773, 1989 йылда 337 башҡорт йәшәгән. Һуңғы йылдарҙағы кәмеү татарлашҡан башҡорттар иҫәбенә ҡарай. Яңы Күктау ауылына биш ғаилә нигеҙ һалған. Уларҙың береһе - минең етенсе быуын ҡартатайым Ураҙман булған. Улар хәҙерге Баҡалы районының Туҡтағол ауылынан күсеп килгәндәр. Иҫке Күктау ауылынан айырылып күсеп килгәндәр, тигән фараз да бар. Дәүләт архивында эҙләнеүҙәрем дә бушҡа булманы. Ураҙмандың улы Шәмсетдин тураһында мәғлүмәттәр таптым. Уның улы Шәрәфетдин, уның улы Фәтхетдин булған. Фәтхетдиндың ун балаһы булған. Уларҙан ҡала минең ҡартатайым Әфсәхетдин Фәтхетдинов 1868 йылда тыуған. Уның улы - минең атайым Рәфәғетдин дә унынсы бала булған, 1917 йылда тыуған. Был мәғлүмәттәрҙе мин: "Ревизская сказка о башкирцах 6-ой юрты, 11 кантона Бирского уезда от 18.06.1850 г." тигән документтан таптым. Артабан аҡтарам документтарҙы. 1896 йылдың 26 майында төҙөлгән бер документ былай тип башлана: "1986 года, мая 26 дня, Уфимской губернии Бирского уезда, Илишевской волости башкиры вотчинники Киргизской дачи, Карабашевской тюбы, деревни Ново-Куктавской, от 191 ревизских душ, 122 старших домохозяев на сходке было 85 человек. Из них 19 расписались..." Ҡул ҡуйған кешеләрҙе ҡарайым: уларҙың дүртәүһе ҡартатайымдың ағай-энеләре. Береһе лә тамға менән ҡуймаған, барыһы ла хәрефтәр менән яҙған. Ауылыбыҙҙа ике мәсет, бер дини училище булған ул заманда уҡ. Ауылдаштарым сәйәси тормошта ла, башҡа сараларҙа ла һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашҡан. Ҡартатайым был ваҡытта Польшала 25 йыллыҡ хеҙмәттә булған. Түше тулы миҙалдар һәм ордендар тағып, 13 йыл хеҙмәт иткәс, һаулығы ҡаҡшау арҡаһында өйөнә ҡайтҡан. Әгәр 25 йыл хеҙмәт итһә, атайымдар тыумай ҡалыр ине. Ир-егеттәрҙең иң ғәйрәтле сағында сирек быуат хеҙмәт иттереү халҡыбыҙҙың сифатын да ҡаҡшатҡан, һанына ла йоғонто яһаған, әлбиттә. Ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышында Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. Варшава, Краков, Винницы ҡалаларында һуғышыуы тураһында һөйләй торғайны, рус, поляк, украин телдәрен яҡшы белә ине. Бик матур, һомғол буйлы кеше ине, 88 йәшендә вафат булды.
Баяғы архив документтарынан минең ата-бабаларым аҫаба башҡорттар булғанлығын белгәс, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Сөнки минең замандаштарымдың байтағы Илеш районы ерҙәрендә аҫаба башҡорттар йәшәүен инҡар итә. Имеш, ысын башҡорттар фәҡәт Урал аръяғында ғына йәшәй. Әммә факттарға күҙ йомоп булмай, архив документтары был хаҡта асыҡ һөйләй. Ә иң мөһиме - халыҡтың холоҡ-фиғеле, ғәҙәт-йолалары башҡортса. Тик ни өсөн, ҡасан беҙҙең төбәктә йәшәгән аҫаба башҡорттар татар теллегә әйләнгән һәм ҡасан, ни өсөн үҙҙәрен татар тип иҫәпләй башлаған? Шул башыма һыймай. Мин үҙем булмышым менән интернационалисмын. Минең дуҫтарым араһында ниндәй генә милләт вәкиле юҡ. Әммә илһам сығанағым - тамырымда, ауыр саҡтарҙа һыйыныр моңом да тамырымда. Быныһы инде минең ҡаныма һалынған. Уйып ҡына ташлай торған нәмә түгел. Тәбиғәт мөғжизәһе. Әгәр мин үҙемдең кем икәнлегемде асыҡламаһам, тәүҙән үк ҡулыма ҡурай алып, күңел йыуатыр сараһының ниҙә икәнлеген асыҡламаһам, күңелемдә бушлыҡ ҡалыр ине. Эс бошорғос бындай бушлыҡтың ниҙән икәнлеген дә белмәҫ инем. Ул үҙ асылыңды юҡһыныуҙан килеп сыҡҡан бушлыҡ икәнлеген аңламаҫ инем. Шөкөр, Хоҙай аралаған мине ошо фажиғәнән.
Тимәк, кешенең милләтен һөйләшкән теле генә билдәләмәй. Кешенең милләтен күңел тойомо билдәләй. Йәһүдтәр, мәҫәлән, ҡайһы төбәктә йәшәһә, шул милләттең телен һәм хатта мәҙәниәтен ҡабул итәләр, шул төбәк мөхитенә яраҡлашалар. Әммә йәһүд булыуҙарынан бер ваҡытта ла баш тартмайҙар. Ә беҙ ни өсөн икенсе милләт мәҙәниәтенә яраҡлашабыҙ? Үҙ тамырыбыҙҙы инҡар итәбеҙ, һанға һуҡмай маташабыҙ? Бөгөнгө көндә минең тыуған яҡтарҙа таланттарға ҡытлыҡ булыуы илһам алыр тамырҙарыбыҙҙың өҙөлөп ҡалыуынан түгелме икән?
Бына ни өсөн мин үҙ тамырҙарымды юллап табып, булмышымдың асылын төшөнгәндән һуң, берсә ҡыуандым, берсә бошондом.

Рудоль ӘФСӘХОВ,
архитектор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.18 | Ҡаралған: 698

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru