«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘРҘЕҢ ТУҒАН ТЕЛДЕ ЯҠЛАП КҮТӘРЕЛГӘНЕ...
+  - 



Башҡортостан мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу буйынса проблемалар килеп сығып, уның тыуыуына баш ҡалалағы "Рус телен яҡлау буйынса ата-әсәләр комитеты" вәкилдәренең ҡәнәғәтһеҙлеге сәбәп булып торғаны асыҡланғас, "Ә ни өсөн Өфөлә башҡорт телен яҡлаусы шундай комитет юҡ?" тигән һорау тыуғайны. Ниһайәт, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Республика ата-әсәләр комитеты ойошторолдо. Ошо комитетты ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһаусы ныҡлы "өс таған" - "Хазина-Бал" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт хеҙмәткәре Эльвира БАЙНАЗАРОВА, юрист Руслан БИККИНИН, төҙөүсе Радмир МӨХӘМӘТШИН яңы ойошманың маҡсаттары хаҡында һөйләй.

Бер төркөм йәш башҡорт атай-әсәйҙәренең энтузиазмы һоҡландыра. Ләкин һеҙҙе башҡалар ҙа ишетһен өсөн үҙегеҙҙең маҡсатты хәҙер ҡысҡырып ишеттерергә кәрәк бит инде...

Эльвира:
Шуға ла беҙ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына үҙ инициативабыҙ менән килеп, уларҙан үҙ ҡанаттары аҫтына алыуҙарын һораныҡ инде. Аңлау таптыҡ, сөнки беҙ бер үк маҡсатҡа хеҙмәт итәбеҙ бит. Бөгөн ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең шул тиклем битарафлығы, ысынбарлыҡтан алыҫ тороуы һәм мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу буйынса килеп тыуған проблеманы күрмәүе Ҡоролтайҙы ла борсой. Шундай башҡорт ата-әсәләренең күҙен асыу, телебеҙҙе киләсәк быуынға ла алып барып еткерергә тейешлегебеҙҙе аңлатыу - беҙҙең берлектәге бурыс. Быны мәктәп, ғаилә тәрбиәһе, дәүләт яҡлауы аша эшләргә кәрәк. Ата-әсәләрҙең бер өлөшө уянды, башҡалары әле һаман да йоҡлай. Бөгөн телде һаҡлау һәр беребеҙгә бәйле. Әгәр һәр кем: "Баламды башҡорт телендә уҡытам", - тип ғариза яҙһа, сафтарыбыҙ арта, ул ваҡытта инде дәүләт тә тел уҡытыуҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаясаҡ, тип уйлайым.
Руслан: Ғөмүмән, төп маҡсат - туған телде һаҡлап ҡалыу өсөн атай-әсәйҙәр менән эшләү. Мәҫәлән, ауылға ҡайтҡанда аралашҡанда күптәрҙең йә битарафлыҡҡа батҡан, йә төшөнкөлөккә бирелгән икәне күренә: "Беҙҙән генә торһа икән, өҫтән нимә тиҙәр, шуны эшләйҙәр инде", - тип, ҡул һәлендергәндәр. Шуға, барған еремдә: "Һәр кем үҙенән башлаһын, мәҫәлән, һин мәктәпкә барып, балаңды башҡортса уҡытыу тураһында ғариза яҙҙың, шул турала өс күршеңә әйттең, улар ҙа барып ғариза яҙҙы, улар тағы өсәр танышына әйтте - шулай геометрик прогрессия менән ғаризалар арта", - тип аңлатып йөрөйөм. Ун кешегә әйтеп, уларҙың береһе генә тыңлаһа ла, тимәк, һүҙең, тырышлығың бушҡа булмай.
Мәғариф өлкәһендә генә түгел, ғөмүмән, милләтте яҡлап эш алып барыусы ойошмалар байтаҡ. Әммә власть әллә ишетмәй, әллә ишетергә теләмәй. Власть менән йәмғиәт, халыҡ араһында диалог юҡ. Ауылда халыҡ бөтөнләй битараф: малым бар, ашарға өҫтәлдә икмәгем бар - тағы нимә кәрәк, тигән принцип хөкөм һөрә улар аңында. Шуға ла беҙ халыҡ менән власть араһын бәйләп тороусы, халыҡ менән эшләүсе, уларға ярҙам итеүсе, хоҡуҡтарын, иң элек башҡорт теленең кәрәклеген аңлатыусы звено булырбыҙ, тип уйлайым.

Барыбыҙ ҙа, балаларыбыҙ туған телде белергә, уҡырға тейеш, тибеҙ, шул турала йыш һүҙ күтәрәбеҙ. Тик ни өсөн башҡаларға ошо хәлдең әһәмиәтен аңлата алмайбыҙ? Сәбәбе нимәлә?

Эльвира:
Бөгөн мөхит шундай бит: йәнһүрәттәр ҡараған балаларҙың теле русса асыла, урамда аралашыу рус телендә, мәктәптә аралашыу рус телендә. Мин үҙем 18 йыл Себерҙә эшләп, рус телендә аралашырға өйрәнгәнмен. Бында ҡайтһам, "Апай, башҡортса һөйләшмәсе, шул тиклем көлкө килеп сыға", тип, ҡустыларым минән көлә торғайны. Әгәр туған телеңдә даими аралашмаһаң, һөйләшмәһәң, тел, һүҙҙәр онотола, аң русса уйлай башлай. Шуға күрә, телде һаҡлау өсөн мотлаҡ мөхит кәрәк. Беҙҙең шул тиклем матур эпостарыбыҙ бар, улар халҡыбыҙҙың тиңһеҙ байлығы. Уларҙы юғалтырға ярамай, уларҙы төп нөсхәһендә уҡып аңларға кәрәк. Сөнки уларҙа ата-бабаларыбыҙҙың быуын-быуындан тапшырған аҡылы, белеме ята. Тел - ата-әсәләр балаларына тапшырған тауышлы сигнал системаһы. Шуға беҙ ҙә ошо тәжрибәне мираҫ итеп тапшырырға тейешбеҙ. Әгәр ошоно эшләмәһәк, быуындарҙың мәңгелек сылбырын өҙәсәкбеҙ. Был ата-әсәләр өсөн бөгөн иң ҙур яуаплылыҡ. Руслан: Башҡорт - тәбиғәт балаһы, ҡурай тартып, көтөү-көтөү малын әйҙәп, ялан яңғыратып йырлап йөрөгән. Шуға ла телебеҙ бөгөнгө шарттарға яраҡлаша алмайҙыр, тип уйлайым. Сөнки әлеге донъя аҡсаға табына. Элек ауылдарҙа өмәләр үтһә, хәҙер эштәрҙе аҡсаға эшләйҙәр. Балалар бала саҡтан уҡ аҡса тураһында уйлай, ауылда эш юҡ, аҡса эшләү өсөн ҡалаға китергә кәрәк. Ә унда аралашыу теле - рус теле, шуға уның күңелендә, башҡорт теле кәрәкмәй, тигән фекер нығына. Улар шулай тип уйламаған хәлдә лә, төпкө аңда шундай программа ята. Йәнәһе лә, рус теле киләсәктә барлыҡ ишектәрҙе лә асасаҡ.
Әле ҡалала үҫкән тиңдәштәрем - "телһеҙ башҡорттар" менән аралашам, яйлап башҡортса концерттарға, төрлө сараларға йөрөй башланылар. "Яйлап аңлай башланыҡ", тиҙәр. Кемдер: "Һүҙлек һатып алып, аңламаған һүҙҙәрен ҡарайым, оҡшай башланы башҡорт теле, нилектән икән?"- ти. "Өлкәнәйә бараһың, тамырҙарың, ҡан хәтерең асылыңа тарта", - тием. Әле йәштәрҙең был хәҡиҡәтте аңламауы ла мөмкин, сөнки матди байлыҡ артынан сабалар, ә инде өлкәнәйә башлағас, һуң булыуы ла бар.

Атай-әсәй балаһында туған телгә һөйөүҙе, тәү сиратта, ғаиләлә һалырға тейеш икәнен аңлағанһығыҙ, үҙегеҙ шулай итәһегеҙ, ошо хаҡта башҡаларға аңлатырға теләйһегеҙ, әммә балалар бөтөнләй икенсе төрлө уйлай һәм ололарҙың ҡарашын ҡабул итергә теләмәй. Ике быуын араһындағы ошо проблеманы нисек бөтөрөргә, нисек яйларға?

Эльвира:
Эште бала биләүҙә ятҡанда уҡ башларға кәрәк. Был эш ғаиләлә ата-әсәнең башҡортса аралашыуынан ғибәрәт булырға тейеш. Шул саҡта бала туған тел мөхитендә әсә телен яратып үҫәсәк. Шунан инде башҡортса йәнһүрәттәр, башҡортса йолалар күрһәтеү, башҡорт балалар баҡсалары асыу, мәктәптә башҡортса уҡытыу буйынса дәүләт ярҙамы кәрәк. Республиканың икенсе дәүләт теле булараҡ, ярҙам етди булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына телде һаҡлап алып ҡала аласаҡбыҙ. Балаларҙы өйҙә туған телгә өйрәтеүен өйрәтербеҙ ҙә ул, әммә өйҙән ситтәге мөхиттә ул барыбер башҡаларға эйәрәсәк бит. Шуға, беҙгә йәмғиәттә телгә һөйөү уятырға кәрәк. Башҡорттар үҙ телендә ғорурланып, рәхәтләнеп һөйләшерлек булһын. Былтырҙары-быйылдары нимәгә ҡыуанам - балалар ҙа, йәштәр ҙә бөтөн ерҙә лә тырышып-тырмашып башҡортса һөйләшергә тырыша. Күңелгә рәхәт булып китә.
Руслан: Эйе, башҡорт теленә һөйөү ғаиләнән башлана. Ҡайһы берәүҙәр балаларҙың теле русса асыла тип зарлана. Ә бит барыһы ла үҙеңдән тора, тимәк, балаңа тейешле иғтибар биреп еткермәгәнһең, уның менән шөғөлләнмәгәнһең. Көнө-төнө компьютер алдында ултырһын өсөн уға кем компьютер алып биргән, күршеңме ни? Алып биргәнһең икән, унда ултырыу ваҡытын билдәлә. Балаларҙы ҡыҙыҡһындырһаң, улар ҡыҙыҡһынырға ғына тора. Компьютерынан айырып, урамға алып сығып, саңғы-сана шыуғанда, йәйгеһен башҡа уйындарҙы улар менән ҡуша уйнағанда, бала саҡтағы уйындарҙы иҫкә төшөрөп, уларҙың ҡағиҙәләрен аңлатып биргәндә, улар хәҙер ылығырға ғына тора. Әлбиттә, һәр ваҡыт бала менән бергә уйнап йөрөргә ваҡыт булмай, әммә бер башлап ебәрһәң, артабан улар үҙҙәре дауам итә. Шуға күрә, төп тәрбиә ғаиләнән башлана һәм шулай булырға тейеш. Бәләкәй ҡыҙыма 3 йәш, телевизорҙан ниндәйҙер тапшырыу бара. Бала ҡарап торҙо-торҙо ла, "Нишләп апай башҡортса һөйләшмәй ул?" тип һорай. Күрәһең, башына ныҡ һеңдереп ташлағанмындыр инде. Урамда, мәктәптә рус мөхите ҡушыла инде ул, башҡорт мәктәбенә бирһәң дә күбеһенсә русса һөйләшәләр барыбер. Шулай булһа ла, ғаиләлә ныҡлы нигеҙ һалынһа, бала барыбер телде яратасаҡ. Шуға, һәр ваҡыт үҙебеҙҙән башларға кәрәк, тигән фекерҙәмен. Хөкүмәттән, етәксенән, күршенән көтөп ултырырға кәрәкмәй.
Радмир: Әгәр бөтөн нәмәне баланың ихтыярына ҡуйһаҡ, уларға башҡорт теле генә түгел, башҡа фәндәр ҙә кәрәкмәй. Уҡыусыларҙың 20 проценты ғына был тормошта үҙҙәренә нимә кәрәклеген: кем булғыһы килеүен, нисек йәшәргә тейешлеген, нимә менән шөғөлләнәсәген белә, аңлай. Башҡалары битараф. Беҙҙән бит берәү ҙә сит тел булған рус, инглиз телдәрен уҡығың киләме, тип һорамай. Ғөмүмән, тыуғанда бала бер телде лә белмәй тыуа һәм уның менән һөйләшмәһәң, ул бер телде лә белмәйәсәк. Шуға, ата-әсәләр менән балалар араһындағы шул проблеманы нисек хәл итеү кәрәклеген тәү сиратта ата-әсә аңларға тейеш. Тел кәрәк, сөнки ул мәҙәниәттең башланғысы. Тап мәҙәниәт хайуан менән кешене айырып тора. Кеше киләсәктә рухи йәһәттән бай булһын өсөн уға мотлаҡ мәҙәниәт кәрәк. Ә башҡорт мәҙәниәтен киләһе быуындарға бары тик башҡорт телендә генә бирә алабыҙ.

Төп көс әлеге ваҡытта баш ҡалала тупланған, әммә урындарҙа - райондарҙа, ауылдарҙа ла эштәр алып барырға кәрәк. Артабанғы аҙымығыҙҙы нисек күҙаллайһығыҙ? Ойошма төҙөнөк тә тынысландыҡ йәки баш ҡаланан ғына эш ҡушып яттыҡ түгелдер бит?..

Эльвира:
Башҡортостан ҙур, уны тиҙ арала ғына урап сығыу мөмкин түгел. Шуға, ойошмабыҙға әүҙем ата-әсәләрҙе саҡырабыҙ, йыябыҙ. Улар үҙ райондарында, ауылдарында беҙҙең менән бәйләнештә эш алып барһалар, яҡшы булыр ине. Ниндәйҙер мәсьәләне хәл итергә кәрәк булһа, беҙ ошо өлкәләге белгестәрҙе алып, барып етеп, бергәләшеп эш башлап китербеҙ, тибеҙ. Хәҙер төпкөл ауылдарҙан да интернет селтәре аша тиҙ генә бәйләнешкә инеү мөмкин. Әлеге көндә барыбер тарҡаулыҡ бар, шул сифаттан ҡотолоп, берләшә башларға ваҡыт. Бәләкәй генә төркөмдәр түгел, ә ҙур ойошма булып, балаларыбыҙҙың башҡорт телен, башҡортса уҡыуын теләйбеҙ, тиһәк кенә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Беҙҙең талап: балалар баҡсаларында - башҡортса төркөмдәр, мәктәптәрҙә башҡорт кластары булһын, мәктәптән тыш саралар ойошторолһон. Сөнки башҡорт мөхитен булдырыу зарур - унда балалар башҡортса ғына аралашырға тейеш. Милләттең рухын күтәрергә кәрәк.
Радмир: Беҙ белгестәр түгел, бары тик рухлы атай-әсәйҙәр. Шуға, үҙебеҙҙең эргәбеҙгә шундай уҡ атай-әсәйҙәрҙе, белгестәрҙе тупларға тырышабыҙ. "Бәйләнештә" селтәрендә телефондарыбыҙ ҙа яҙылған. Әгәр урындарҙан бәйләнешкә сыҡһалар, бик шат булыр инек. Беҙҙән аҡыллыраҡ, беҙҙән рухлыраҡ кешеләр менән республикабыҙ тулы тип уйлайым. Табышайыҡ, берләшәйек, бер-беребеҙгә, туған телебеҙгә таяныс булайыҡ. Ҡулдан килмәҫлек эштәр ҡырырға саҡырмайбыҙ, һеҙ бары тик, балаларымды башҡортса уҡытам, тип ғариза яҙығыҙ, туғандарығыҙҙы өгөтләгеҙ. Беҙгә шул ғына кәрәк.
Руслан: Ойошма булараҡ, хатта ябай гражданин булараҡ та, мәҫәлән, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, Мәғариф тураһындағы законға шундай-шундай төҙәтеүҙәр индерергә кәрәк, тип, инициатива менән сыға алабыҙ. Республика парламенты депутаттарының иһә, артабан закон проекттарын Дәүләт Думаһына тәҡдим итергә мөмкинлектәре бар. Киләсәктә шундай мөмкинлектәрҙе файҙаланырбыҙ тип уйлайым.

Ысынында, халыҡ бөгөн үҙенең хоҡуҡтарын яҡшылап белмәй, хоҡуҡ даулап йөрөмәй, ғөмүмән, юридик яҡтан хоҡуҡи нигилизм көслө... Мәҫәлән, бөгөн бер генә ҡанун да башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы килмәй...

Эльвира:
Мин һеҙҙең менән килешмәйем. Эйе, ҡанундар мөмкинлек бирә, әммә башҡорт телен һәм шул иҫәптән башҡа туған телдәрҙе уҡытыу буйынса норматив акттар, йәғни закондар сиктәрендә эшләнгән өҫтәмә акттар йыш ҡына минең һәм минең баламдың хоҡуғын боҙа. Мин туған тел булараҡ башҡорт телен уҡытыуҙы һорап ғариза яҙҙым. Бер йәки алты бала өсөн уҡытыусы юҡ, тип, факультатив итеп уҡытырға тәҡдим иттеләр. Бында минең хоҡуғым боҙола.
Руслан: Закон, ысынлап та, мөмкинлектәр бирә. Әммә күптәр уларҙы файҙаланмай, был беҙҙең дөйөм Рәсәй халҡының менталитеты, наҙанлығы сағылышы. Шуға күрә, алда әйтеп китеүебеҙсә, ата-әсәләр менән эшләргә кәрәк. Башҡорт телен уҡырға теләүсе балалар һаны күп булһа, уҡытыусы ла, кабинет та табыла. Әммә бына Эльвира апай осрағында уның хоҡуғы боҙолған, сөнки "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында"ғы законда "мөмкинлек булғанда" ("при наличии возможности") тигән юлдар бар. Эйе, РФ Конституцияның 68-се статьяһында республикаларҙың үҙ телдәрен уҡытыу хоҡуғы яҙылған, ләкин ни өсөндөр Төп Законды һанға һуҡмай, мәғариф тураһындағы ҡанундың әле әйтелгән юлдарын нигеҙ итеп ала ла ҡуялар.
Радмир: Конституцияла ла, мәғариф тураһындағы законда ла күп хоҡуҡтар теркәлгән. Улар беҙгә юлдар, мөмкинлектәр аса, һис ҡаршылыҡ юҡ һымаҡ. Ләкин башҡорт теленә ҡаршы килгән башҡа милләт ата-әсәләре Владимир Путиндың 20 июлдә әйткән, милли телдәрҙе көсләп уҡытырға ярамай, тигән рекомендацияһын өҫтөн ҡуйып, "Президент әйтте бит", ти ҙә ҡуялар. Президент - ул Конституцияның гаранты, уның һүҙҙәре бер нисек тә Конституциянан өҫтөн була алмай.

Беҙҙең Оло Башҡортостан территорияһы ҙур бит, күрше өлкәләрҙә күпме башҡорттар йәшәй, әммә бөгөн улар үҙ телдәрендә уҡыу түгел, хатта өйрәнеүҙән мәхрүм ителәләр...

Эльвира:
Беҙ уларҙың да проблемаларын күтәрергә ниәтләйбеҙ. Юҡһа, тотош бер быуынды юғалтасаҡбыҙ. Мин уҡығанда, уҙған быуаттың 80-се йылдарында, мәктәптә өс параллель класс ине, шуларҙың береһе генә башҡорт класы булды. Хатта Баймаҡта ла, рус телен яҡшыраҡ белер, анһатыраҡ аралашыр, кеше булыр, тип, балаларын рус кластарына бирергә тырышып тора ине атай-әсәйҙәр. Шул синфатарҙа уҡыған балалар бөгөн башҡортса аңлай, әммә һөйләшә белмәй, русса аралаша. Беҙ ҙә ирем менән ошо проблеманы әле саҡ аңлап, хәҙер үҙебеҙҙе көсләп тигәндәй башҡортса һөйләшергә мәжбүр итәбеҙ. Ул миңә, нимә ҡаңғырып алып тик йөрөйһөң, тип аптырай. Башҡорт телен яҡлап йөрөйөм, тием. Башҡорт теленә нимә булған, тип һорай. Ә һин үҙеңдең башҡортса түгел, русса һорау биреп ултырғаныңды аңлайһыңмы, тием. Шуның кеүек, күптәр хатта русса аралашҡанын да тоймай. Мин хәҙер ғаиләмде ҡабаттан башҡортса һөйләшергә өйрәтәм. Бөгөн башҡорттарға "Ҡарауыл!" ҡысҡырып, телде ҡотҡарып ҡалырға кәрәк. Бында проблема миндә һәм минең быуынымда. Әгәр бөгөн ошо өҙөлөргә торған нескә епте нығытмаһам, быуындан-быуынға килгән тел менән бәйләнеште өҙәсәкмен бит.
Радмир: Башҡорт милләтенән булған таныштарым, дуҫтарым менән, улар туған телен аңламаһа ла, русса һөйләшмәйем, миңә оят. Хатта улар русса һүҙ ҡушһа ла, башҡортса яуап ҡайтарам. Русса белмәгәндән түгел, ә үҙ телемдән икенсе телде өҫтөн ҡуйыуы оят. Атай-әсәйҙәрҙең балаларын туған телендә уҡытырға теләмәүе шулай уҡ оят ғәмәл һаналырға тейеш.
Милләттәштәрҙең күбеһе, беҙ бөйөк халыҡ, беҙҙең шундай батырҙарыбыҙ бар, беҙ берәүгә лә баш эймәнек, тип ҡабатларға ярата. Ә бөгөн ғаризалар яҙып тороп, кемдең телендә уҡыйбыҙ? Шулай булғас, үҙеңде нисек бөйөк халыҡ улымын тип атарға мөмкин!

Бөгөн күп ата-әсәләр балаларҙың китап уҡымауына зарлана. Ғаиләлә балаларҙы башҡорт китаптарын уҡырға нисек өйрәтергә? Бының әҙер, барыһы ла ҡуллана алған рецебы бармы?

Эльвира:
Мин балаларыма дүрт йәштәренә тиклем көн һайын кискеһен әкиәттәр уҡый торғайным. Бөгөн уларҙы мәктәптә өлгө итеп ҡуялар -грамоталылар. Көн һайын бер үк нәмәне ҡабатлау бала күңеленә һеңә. Шуға ата-әсә бала бәләкәй саҡта уҡ йә башҡортса йәнһүрәт күрһәтергә, йә башҡортса китаптар уҡырға тейеш. Бала үҙе уҡырға өйрәнгәнгә тиклем уҡыһағыҙ, артабан ул үҙе уҡый башлай. Ана шуны ғәҙәткә индерергә кәрәк. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанырға ярамай. Шунан балаларҙы башҡорт балалар баҡсаларына бирергә кәрәк. Әле башҡорт-инглиз балалар баҡсаһы асырға тигән тәҡдим индерҙек. Сөнки рус телен балалар анһат өйрәнә, ә балалар баҡсаһында бөтөн тәрбиә эштәрен инглиз-башҡорт телендә алып барғанда, бала өс телде беләсәк.
Руслан: Килешәм. Баланы тәрбиәләйем тиһәң, үҙеңдән башла, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Мин, мәҫәлән, үҙем атайымдан күреп, китап уҡырға яратам. Әле өлкән ҡыҙым үҙе уҡый, бәләкәйенә өс кенә йәш, йоҡлар алдынан бер-ике бит булһа ла уҡыйым. "Китап" магазинынан һәр саҡ яңы сыҡҡан балалар китаптары алып ҡайтам, үҙе лә китаптарын килтереп, уҡырға ҡуша. Шуға бөтөн нәмә үҙебеҙҙән тора, тиер инем. Тәү сиратта, үҙеңде тәрбиәләйһең, һиңә ҡарап, бала тәрбиә ала.

Бөгөнгө тел проблемаһы - ул бары тик айсбергтың өҫкө өлөшө генә. Төп проблема - бөгөн үҙен аҡламаған мәғариф системаһында ла икәнен кире ҡағып булмай. Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыларының эшенә лә ниндәйҙер дәғүәләр белдерелә башланы хәҙер...

Радмир:
Эйе, башҡорт теле уҡытыусыларының да төрлөһө бар. Йәшерен-батырыны юҡ, былтырғы уҡыу йылы башындағы башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы шау-шыуҙарға ҡайһы бер уҡытыусыларҙың эшенән ризаһыҙлыҡтар ҙа сәбәпсе булды бит. Ни өсөн беҙҙә Мәғариф министрлығы, Хөкүмәт уҡытыусыларҙың профессиональ кимәле буйынса ҡәтғи талап ҡуймай. Башҡорт теле уҡытыусыһы үҙе телде белмәгән осраҡтар тулып ята. Һөҙөмтәлә, ул уҡытҡан бала мәктәпте алтын миҙалға тамамлай, өлгөргәнлек аттестатында башҡорт теле буйынса 5 билдәһе тора, ләкин ул башҡортса бер һүҙ белмәй. Әгәр телгә шулай төкөрөп ҡарамаһалар, хәл-торош бөтөнләй икенсе булыр ине. Был башҡорт теленә генә ҡағылмай, беҙҙә, ғөмүмән, телдәрҙе уҡытыу методикаһы аҡһай. Күптән түгел генә Өфө авиация техник университетында уҡытҡан инглиз теле уҡытыусыһы менән таныштым. "Мәктәптән инглиз телен белмәй сыҡтым", - тигәйнем, "Хәҙер ҙә шундай кимәл, хатта алфавит белмәй киләләр. Бишенсе курсҡа тиклем алфавит ятлатһаң - һәйбәт", - ти. Шул уҡ хәл рус теле менән - ни өсөн бөгөн рус телен уҡытырға тырышалар, сөнки балалар мәктәптән рус телен йүнләп белмәй сыға икәнен саҡ аңлап ҡалдылар. Тимәк, телдәр уҡытыуға тейешле иғтибар юҡ һәм уларҙы мәктәптән тейешле кимәлдә белмәй сығалар, тиергә мөмкин.
Руслан: Сифат - ул беренсе мәсьәлә, икенсеһе - башҡорт теле уҡытыусылары башҡа уҡытыусылар араһында үҙен икенсе сортлы итеп түгел, ә лайыҡлы тоторға тейеш. Әгәр ул үҙен-үҙе хөрмәт итмәһә, уны башҡалар ҙа хөрмәт итмәй, балалар ҙа уны әҙәмгә лә һанамаясаҡ, һөйләгәнен дә тыңламаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙен "Мин башҡорт ҡына шул" тип кәмһенеүселәр уҡытыусылар араһында ла осрап тора...

Шулай итеп...
Әңгәмә барышында Эльвира Байназарованың: "Беҙ, ата-әсәләр, белем биреү эшмәкәрлегендә ҡатнашыусылар. Беҙгә шундай мөмкинлек, хоҡуҡ бирелгән. Йәғни, ата-әсәләр - хеҙмәт күрһәтеүгә заказ бирә, Мәғариф министрлығы - башҡарыусы. Тимәк, беҙ үҙебеҙҙе ҡәнәғәтләндермәгән хеҙмәттәрҙе күрһәтеп, министрлыҡҡа дәғүәләребеҙҙе белдерә алабыҙ. Һөҙөмтәлә нисек килеп сыға: беҙ заказ бирәбеҙ һәм уларҙың шарттарына ризалашабыҙ, ә улар бына шулай эшләй алабыҙ, тегеләй эшләй алмайбыҙ, тип, үҙҙәренә уңайлы вариантты һайлай. Әммә был беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, беҙ үҙебеҙгә кәрәкле хеҙмәтте һайларға теләйбеҙ. Әгәр уртаҡ фекергә килә алмайбыҙ икән, тимәк, ҡара-ҡаршы ултырып, һөйләшеүҙәр алып барырға, килешергә тейешбеҙ", - тиеүе барлыҡ һорауҙарға яуап биргән кеүек булды. Ни тиһәң дә, ҡулланыусы һәр саҡ хаҡлы һәм хеҙмәт күрһәтеүсе уның теләктәрен иҫәпкә алырға, һорауын ҡәнәғәтләндерергә бурыслы. Тап ошо ҡараш бөгөн туған телде уҡытыуҙа, уны дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә, белем биреү процесын башҡорт телендә алып барыуҙы талап итеү йүнәлешендә этәргес көс булып торорға тейештер ҙә.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.18 | Ҡаралған: 893

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru