«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕКТЕ АТАЙ-ӘСӘЙ БАЛАҺЫНА КҮСЕРӘ
+  - 



Моғайын, күптәрҙең иҫендәлер, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында баш ҡалала тик Өфө йәштәренән һәм Өфө башҡорттарынан торған "Аманат" төркөмө барлыҡҡа килеүе башҡорт милли эстрадаһында яңы күренеш булғайны. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәштәр мөхитендә генә түгел, тотош республикала һөйөү яулап өлгөрҙө. Йылдар үткәс, тәүге сирҡаныс алған егеттәр бер-бер артлы үҙҙәренең төркөмдәрен ойоштора башланы - "Ант", "Аҡйондоҙ", "Ҡурайсы"... Бөгөн редакция ҡунағы - "Ант" төркөмө етәксеһе Алмас ҒАФАРОВ менән башҡорт мәҙәниәте, уның үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

Гәзит уҡыусыларҙы Алмас Ғафаров менән таныштырып тороу кәрәкмәйҙер тип уйлайым, шулай ҙа, атай-әсәйегеҙ, ғаиләгеҙ тураһында бер аҙ һөйләп китһәгеҙ ҙә яҙыҡ булмаҫ. Ғөмүмән, ул ваҡытта ҡалала башҡорт мөхите бик булмаған да, шундай шарттарҙа телде нисек һаҡлап ҡала алдығыҙ?

- Атайым Айрат Ғафаров та, әсәйем Сәбилә Сөләймәнова ла - сығыштары менән Баймаҡ районынан. Шулай булғас, Илдар ағайым менән ғаиләлә саф башҡортса тәрбиә алдыҡ тип әйтә алам. Сөнки ул ваҡыттарҙа башҡорт балалар баҡсалары юҡ, башҡорт мөхите бары тик ғаиләлә генә ине. Бәләкәй ваҡытымдан уҡ миңә атайым иң көслө, бөтөн нәмәне белгән кеше булып тойола торғайны. Ауылда бесән ваҡытында уның кәбән ҡойғаны әле лә күҙ алдында. Ул беҙҙе ир-егет эшенә өйрәтеп үҫтерҙе, шуға рәхмәтлемен. Ауылда ябай уҡытыусынан башлап баш ҡалала лицей директоры вазифаһына тиклем үрләне ул. Ә инде әсәйемде республикала белмәһә, хәҙерге йәштәр белмәйҙер, оло быуын уны яҡшы белә, заманында республиканың мәғариф министры булып эшләгән кеше ул.
1975 йылда баш ҡаланың 20-се башҡорт мәктәбенә уҡырға барҙым. Илдар ағайым шул уҡ мәктәптә уҡый ине инде. Ул заманда, дөрөҫөн әйткәндә, телгә ҡарата мөнәсәбәт бик ҡатмарлы ине, хатта урамда ла башҡортса һөйләшеүсегә әллә ҡайҙан икенсе планетанан килгән заттарға ҡараған кеүек ҡаранылар. Әммә атай менән әсәй телгә ҡарата һәр ваҡыт иғтибарлы, телһөйәр булдылар һәм беҙҙән дә шуны талап иттеләр.

20-се мәктәп заманында Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт мөхитле айырым бер утрау кеүек кенә булған...

- Ысынлап та, шулай. Яңы йылдан һуң хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Гөлкәй Сәлмән ҡыҙын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ул беҙҙе башҡорт теленән уҡытты, бик һәйбәт уҡытыусы булды. Уға ни тиклем ауыр булғанын аңлау өсөн бер дәлил килтереү ҙә етә: бөтә Өфөнән йыйылған башҡорт балалары күбеһенсә рус телендә аралаша ине, шул балаларға башҡорт телен өйрәтергә кәрәк. Әммә был белем усағын ойоштороусыларҙың ни тиклем аҡыллы һәм зирәк булғанлығын, алдан күрә белеүсәнлеген 20-се мәктәптең бөгөн, Рәми Ғарипов исемен йөрөткән 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән бер рәттән, оҙаҡ йылдар кадрҙар һандалы булып тороуы раҫлай. Тарих ҡабатлана, тиҙәр, әгәр мәктәп асылған ваҡытта башҡа мәктәптәрҙә уҡыусы балалар үҙ-ара русса аралашһа, бөгөн бөтөн ерҙә башҡорт мөхите булып та, мәктәптә балалар үҙ-ара русса аралаша. Бында уларҙың ғәйебе юҡ, сөнки тирә-яҡта булған бөтөн нәмә: интернет, телевидение һ.б. рус телендә. Телевидение-радиола башҡорт каналдары бар, һүҙ юҡ, әммә процент нисбәтенән ҡарағанда, улар ни бары 10 процент самаһы ғына килеп сыға, етерлек түгел. Тимәк, бөтә булған телгә мөнәсәбәт һәм иғтибар ғаиләгә ҡайтып ҡала. Тәү сиратта ул ғаиләлә булырға тейеш. Бөгөн балаларҙың фекерләүе бөтөнләй икенсе, ҡыҙым ҡайтып, русса һөйләй башлаһа, тиҙ генә башҡортсаға бороп ала һалам. Үҙем 20-се мәктәпте тамамланым һәм әле ҡыҙым да унда 1-се синыфта уҡый, шуға сағыштырыу мөмкинлегем бар. Хәҙерге ваҡытта миңә мәктәптә күп нәмә оҡшай. Байрамдарҙа килеп инәбеҙ - ҡурай моңо ағыла, башҡортса һөйләшәләр. Иртән дәрескә киләбеҙ - балалар биш минут һайын "Хәйерле иртә" тип әйтеп ебәрә. Бында бер миҫал ғына килтергем килә: Өфөлә Блюхер урамында йәһүдтәрҙең синагогаһы, унда үҙҙәренең мәктәптәре бар. Шул белем усағында дәрестәр араһында тәнәфесте белдереп ҡыңғырау шылтырау урынына халыҡ көйҙәре яңғырай. Быны бит беҙҙә лә эшләргә, балаларға һеңдерергә мөмкин. Шулай яйлап ҡына кирбестәрҙе өйөп барһаң, бер килеп ул ныҡлы өйгә әйләнә. Һәр кирбестең үҙенең әһәмиәте бар. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә лә шулай.

Әйтеп китеүегеҙсә, заманында башҡорт мәктәбенә балалар ҡаланың бер осонан икенсеһенә йөрөгән, бөгөн иһә эргәһендә торған мәктәптә башҡорт телен уҡыуҙан баш тарталар, тигән кеүек. Бындай күренештең сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?

- Ата-әсәләр менән дә һөйләшкәнем бар, башҡорт мәктәптәренә бирергә теләктәре бар, әммә конкурс ҙур, мәктәптең бөтөн балаларҙы ла уҡытыу ҡеүәте юҡ, ә башҡорт мәктәптәре бик аҙ, тиҙәр. Шуға был проблеманы ла хәл итергә кәрәк, тип уйлайым. Башҡорт балаһының башҡорт мәктәбенә нисәнсе класҡа килеүе мөһим түгел, шул мөхиттә ул тиҙ генә башҡортлоғона ҡайта. Таныштарымдың балаһы урыҫ мәктәбендә уҡыны, 7-се синыфта 20-се ҡала гимназияһына күсте. Мәктәпте тамамлағансы башҡортҡа әйләнде лә ҡуйҙы, сөнки бында икенсе аура, икенсе мөнәсәбәт. Кеше ниндәй мөхиткә эләгә, шунан тора күп нәмә. Шуға күрә ундай ата-әсәләр менән аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Һаҙлыҡҡа эләкһәң дә бит, кеше аптырана башлай, сөнки ҡайҙа ғына баҫма - аяҡ бата, һаҙ үҙенә һура. Шул ваҡытта кемдер килеп таяҡ һуҙып, ҡаты ергә тартһа, кеше шул яҡҡа китә лә бара.

Башҡорт мәҙәниәтендә, аныҡлап әйткәндә, эстрадала, 90-сы йылдарҙағы мөхит менән бөгөнгөһө араһында айырма һиҙеләме?

- Ул ваҡыттар үҙгәртеп ҡороу башланған саҡ ине, бик матур йылдар булды тип һанайым, сөнки рух йәһәтенән ныҡ күтәрелеш кисерҙек. Күпме төркөмдәр барлыҡҡа килде, күпме фестивалдәр ойошторолдо - "Аманат", "Урал моңо", "Йәшлек-шоу". "Аманат"ты проект итеп 1989 йылда уҡ төҙөнөк, үҙгәртеп ҡороуҙарҙың башы ғына һәм сәхнәгә сығыу ҡатмарлы ине. Сөнки худсовет тигән нәмә булды, был комиссия ентекләп, етди тикшереп кенә сығарҙы. Шуға ҡарамаҫтан, энә күҙенән үтеп, иң беренсе составта Урал Иҙелбаев, Роберт Юлдашев, Ринат Ҡәҙимов, Илдар ағайым менән мин Нефтекама ҡалаһында "Ағиҙел - 90" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, лауреат исеме алдыҡ. Хәҙер ундай исемде еңел генә алалар, ә элек бик ҡатмарлы ине. Шундай ҡаты һайлауға ҡарамаҫтан, ул замандарҙа инструменталь ансамблдәр, төркөмдәр күп ине һәм уларҙың һәр береһенең үҙ милли ижад йөҙө булды. Бөгөн ундай төркөмдәр юҡ, булғандары ла бер йүнәлештә - этно. Һәйбәт йүнәлеш, улар күберәк фольклорға тартыла. Ләкин төрлө жанрҙар буйынса эшләүсе төркөмдәр юҡ тиер инем.
Әйтеп китеүемсә, 90-сы йылдарҙа рухи күтәрелеш репертуар һайлағанда ла уйлап эш итеүҙе талап итте. Концертта 20 йыр икән, шуның 5-6-һы тыуған ер, тел тураһында ине, патриотик тема яңғыраны. Ул беҙҙең өсөн ҡанун була торғайны. Бөгөн патриотик тема юҡ. Быныһы - бер. Икенсенән, музыкаль яҡтан алғанда, оранжировкалар нисек эшләнә - ниндәйҙер билдәле көй, һүҙҙәрен генә башҡортса ҡуялар ҙа - бына һиңә яңы йыр, яңы көй. Хатта шуға барып еттеләр - бер өлөшөн сит телдәге бер йырҙан, икенсе өлөшөн - икенсе көйҙән, бергә ҡуштылар ҙа яңы йыр килеп сыҡты. Бындай алым менән илһөйәрлекте күтәрә алмаясаҡбыҙ. Халыҡсанлыҡ, тимәк, ул халыҡ аҡылы, ул борондан килгән, башҡорт халҡының менталитеты ошо халыҡсан көйҙәрҙә ята. Уларҙы республика һәм күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ радио-телевизор аша ишетә, шуға бында талапты һәм сифатты, һис шикһеҙ, күтәрергә кәрәк.

Күптәрҙе бөгөн "Ант" ҡайҙа булды, тигән һорау борсой...

- Борсолоусылар булыуы һәйбәт, тимәк, беҙҙе онотмағандар, иҫләйҙәр. Бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайында күбеһенсә ҡала үткәргән сараларҙа сығыш яһайбыҙ. Шул сәбәпле, бәлки, телевидениенан бик күренмәйбеҙҙер ҙә. "Ант"тың хәҙерге составында минең улым Искәндәр ҙә бар. Быйыл төркөм ойошторолоуҙың 25 йыллығына арнап йәнле тауышлы юбилей концертын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Шуға, осрашҡанға тиклем, тием.

Заманында БТВ-медиала ла эшләп киттегеҙ. Ни өсөн был эш туҡталып ҡалды? Әллә халҡыбыҙ башҡортса дискыларға ихтыяж кисермәйме, уларға башҡортса йырҙар яҙылған дискылар кәрәкмәйме?

- Дөрөҫөн әйткәндә, башҡортса дискылар сығарып аҡса эшләп булмай. Бәлки, шуға күрәлер, телевидение был эште дауам итмәне. Ваҡытында ул файҙа килтермәһә лә эшләп килде. Бөгөн Өфөлә, ҡарап йөрөйөм, башҡортса компакт-дискылар юҡ тигәндәй. Хәҙер халыҡ интернеттан яҙҙырып ала ла, флешкаға туплап, шулай тыңлай. Ләкин дискылар сығарыуҙы дауам итергә кәрәк, сөнки кибеттәрҙә башҡа телдәрҙә йырҙар дискыһы һатыла, ә беҙҙеке булмаһа, был беҙҙең өсөн минус. Был да бик ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта көнүҙәк һәм кәрәкле тема. Компакт-дискылар ҙа китап һымаҡ. Алдың, ҡараның, бәлки, уны тыңламаҫһың да, яҙыуын уҡының, ундағы мәғлүмәт мейеңә һеңеп ҡалды. Дөйөм алғанда, алға китеш бар, шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа етерлек, һәм уларҙы хәл итергә кәрәк. Сөнки йылғала йөҙгәндә ҡулың, аяғың менән хәрәкәттәр эшләгәндә генә йөҙәһең, хәрәкәтте туҡтатһаң - батаһың. Тормошта ла шуның кеүек, батмаҫ өсөн һәр ваҡыт хәрәкәтләнеү зарур.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.18 | Ҡаралған: 740

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru