«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСА ТОТОНА БЕЛМӘЙБЕҘ, СӨНКИ ЭШ ХАҠЫБЫҘ ҘА, ПЕНСИЯБЫҘ ҘА КӨНДӘЛЕК ИХТЫЯЖДАН АРТЫП ҠАЛМАЙ
+  - 

Ниһайәт, илдә пенсионерҙарҙың ниңә ярлы йәшәүе сәбәбен асыҡлап бирҙеләр беҙгә аҡсаның өҫтөндә ултырған аҡыллы кешеләр. Ғүмер буйы бил бөгөп, намыҫлы эшләһәк тә, беҙ, эшкинмәгәндәр, ни өсөн ярлы йәшәйбеҙ һуң? Ниңә беҙ һәр ваҡыт кемдәрҙеңдер күҙенә сүп булып килә лә төшәбеҙ? Ниңә ризаһыҙлыҡтарға, нәфрәттәргә сәбәпсебеҙ? Ниңә кемдәргәлер эшләргә (миллиардтарын ишәйтергә) ҡамасаулайбыҙ?

Улай тиһәң, шау-шыу ҡуптарып йөрөгән йолҡоштар ҙа юҡ тирә-йүндә: һип-һил. Бер төрлө халәтенә күнеккән халыҡ барына риза булып көн күреп ята. Йәнәһе лә, ярлы булғаны өсөн пенсионерҙар үҙҙәре минауат: "аҡса туплай һәм уны инвестициялай белмәйҙәр". Шулай тип шелтәләй бит беҙҙе яҡташыбыҙ - Рәсәй Үҙәк банкы хужабикәһе Нәбиуллина ханым. Тик бына төп йәшәү ихтыяжына тартып-һуҙып еткерелгән уртаса эш хаҡынан, йә булмаһа, 10-13 мең пенсиянан өҙөп-йолҡоп ниндәй капитал тупларға була икәнен генә аңлатып торманы ул. Ә килемде инвестициялау тигәне бөтөнләй ниндәйҙер бер фантазия! Эльвира Сәхипзада ҡыҙыныҡы кеүек, йыллыҡ килемебеҙ 27 миллион булһа, беҙ ҙә нисек һөйләшергә белер инек. Бейектә ултырып, түбәндә ни барғанын күрмәү ғәйеп тә тойолмаҫ ине, әгәр был хәл йәш аралаш көлкө тыуҙырмаһа...
Уны шундуҡ икенсе бер аҡсалы әфәнде - финанс министры А. Силуанов күтәрмәләп алды: яҡшы йәшәргә теләһәгеҙ, дәүләттән генә көтөп ятмағыҙ, үҙегеҙҙе үҙегеҙ ҡайғыртығыҙ, тине ул яңыраҡ ҡына Юғары иҡтисад мәктәбендә булып үткән конференцияла. Быныһы инде әле эшләп йөрөгән йәштәргә - буласаҡ пенсионерҙарға ҡағыла. Министр бының менән бөтөн граждандарҙы ла эш хаҡтарынан шәхси пенсия капиталына күпмелер күләмдә иғәнә күсереп барыуҙы йөкмәтергә уйлай. Мәскәү юридик институты профессоры Эльвира Тучкова әйтеүенсә, Финанс министрлығы, бер кемдең фекерен иҫәпкә алып тормайынса, халыҡты аҡса туплау тоҙағына мәжбүрләмәксе. "Был, - ти юрист, - граждандар хоҡуғын тупаҫ боҙоу булып торасаҡ". Илдә ғәҙәти хәлгә әйләнгән коррупция шарттарында халыҡтың былай ҙа ҙур булмаған эш хаҡынан өҙөп-йолҡоп йыйылған аҡсаһы киләсәктә уның үҙенә тейеренә ышаныс та әллә ни юҡ. Бөгөн пенсияның тупланма өлөшө менән нимә килеп сыҡты һүң? Бер эш хаҡынан һалыммы, коммуналь хеҙмәттәр йә капремонтҡа түләргәме, әллә пенсия туплай башларғамы?
Унан һуң, мәсьәләнең психологик яғы ла бар: йәш саҡта бит кеше ҡартлыҡ килеп етере һәм ошо көнөнә аҡса туплау хаҡында әллә ни уйланмай. Шуға күрә, пенсияның тупланма өлөшө теләк буйынса булыр, тип өмөтләнеү ҙә икеле. Эксперттар белдереүенсә, донъя практикаһында фәҡәт теләк буйынса ғына тупланма системаһы булдырыу тәжрибәһе юҡ әлегә. Илебеҙ хәленә килгәндә, Үҙәк Банк етәкселеге "үҙҙәре үткәргән тикшеренеүҙәрҙән" сығып, рәсәйҙәр ай һайын эш хаҡтарынан 6 меңгә тиклем аҡсаларын фондҡа күсерергә риза, тип белдерә. Тик ниндәй "тикшеренеүҙәр" хаҡында һүҙ барыуы ғына аңлашылып етмәй. Үҙәк Банк рәйесе урынбаҫары С. Шевцов әфәнде иһә шәхси пенсия тупланмаһының өҫтөнлөктәрен ябай халыҡҡа "популяр" телдә аңлатыуға тиклем барып етте хатта. Был система, уның фекеренсә, аҡса тотоноуҙа ихтыяр көсө булмаған, "йомшаҡ характерлы" кешеләр өсөн дан инде бына! "Ғүмерегеҙ буйына ихтыяждарығыҙ менән бәрелештә йәшәйһегеҙ, һәм пенсиянан башҡа бер генә хеҙмәт тә һеҙгә холҡоғоҙ йәки тормош хәлдәре менән бәйле үҙегеҙҙең көсһөҙлөгөгөҙҙән арынырға ирек бирмәй. Пенсия тупланмағыҙ һеҙҙе ҡотҡарасаҡ. Ул бар, ләкин уға тейергә ярамай. Был бик мөһим",- ти ул. Уның "нәсихәт"енән ниндәй аҡыл алдығыҙ, йәмәғәт? Ябай халыҡты кәрәккән-кәрәкмәгәнгә лә аҡса туҙҙырырға күнеккән бер моңһоҙ итеп күрә түгелме һуң был әфәнде? Шундай юғарылыҡтан беҙҙең кимәлгә төшөп, өгөтләргә, аҡыл һатырға ла кәрәкмәҫ ине, әгәр эшләп аҡса алыусылар ҡатламы үҙ хеҙмәтенә лайыҡлы эш хаҡы менән дә тәьмин ителһә. Беҙҙең халыҡ бит бөгөн, нисек ғаилә аҫрарға, тигән ихтыяждан сығып аҡса тотона. Кеҫәһе ҡалындар ихтыяжы менән халыҡ ихтыяжын ғына айырырға ваҡыттыр ҙа инде. Эйе, минауатбыҙ, тип йөпләргә кәрәк Эльвира ханымды, аҡса тотона, унан да бигерәк, уны туплай белмәйбеҙ, сөнки эш хаҡыбыҙ ҙа, пенсиябыҙ ҙа көндәлек ихтыяждан артып ҡалмай ҙа ҡуя. Кем минауат - быныһы инде оҙайлы тарихыбыҙ буйына беҙҙе эҙәрлекләй килгән мәңгелек һорау...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.18 | Ҡаралған: 695

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru