«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕ КЕШЕГӘ ТАБЫНМАҺЫН, УЛ ХЕҘМӘТЕ ӨСӨН ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕН ЯУЛАЙ АЛА, ӘММӘ БӨЙӨК БУЛА АЛМАЙ
+  - 



Халҡыбыҙҙың шундай әҙиптәре бар, улар менән һәр осрашыу - тарихи мәл. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин. Уның редакцияға ҡунаҡҡа килеүен оло ваҡиғалай ҡабул итеп, йылы ғына диалог үткәреп, аҡһаҡал менән бер табында сәй эсеп, тирәләп ултырып фотоға төшөп ҡалдыҡ. Һөйләшеүҙе гәзит уҡыусыларыбыҙ менән дә бүлешәбеҙ.

Ноғман ағай, һеҙ бөгөн үҙегеҙҙе ниндәй статуста тотаһығыҙ: ижад иткән яҙыусымы, ил тормошонда ҡайнашҡан аҡһаҡалмы, әллә хаҡлы ял тыныслығы менән ләззәтләнеүсе оло кешеме?

- Хәҙер, олоғайғас, вазифалар күбәйеп китте. Атаймын да, олатаймын да, пенсионермын да. Гәрәй Ҡыпсаҡ ырыуы аҡһаҡал итеп һайлап ҡуйған. Ә ижадҡа килгәндә, туранан-тура яҙыу эше менән булышмайым инде. Шуға үҙемде бөгөн яңы әҫәрҙәр ижад итеүсе яҙыусы тип әйтә алмайым. Проза ижадындағы хеҙмәттә күтәренке рух менән илһам ғына етмәй, бында мейене, хәтерҙе, белемде, һәләтте, тырышлыҡты, сабырлыҡты ауыҙлыҡлап эшкә егә торған ҡаты хеҙмәт ята. Бөгөн миңә 88 йәш. Нисек кенә булһа ла организм арыған, уның ижади эшмәкәрлеге һығып тотонолған. Тәбиғәттә бөтә нәмә лә мәлендә, самаһында ғына емеш бирә һәм кеше лә шулай уҡ. Шулай ҙа был донъя ағымынан бөтөнләй үк төшөп тә ҡалмағанмын әле. Һуңғы йылдарҙа 11 томлыҡ "Һайланма әҫәрҙәр"ем донъя күрҙе. Мин уны 12 томлыҡ итеп әҙерләгәйнем. Әле шул һуңғы томының донъя күреүен көтәм.
Яҙған әйберҙәремде ҡабат-ҡабат уҡый, киренән тикшерә торған ғәҙәтем бар. "Һайлап алған яҙмыш"тың ете варианты булып, шуларҙы һаманғаса камиллаштырҙым. Унан "Мәңгелек урман"дың да өс вариантын ҡушып, Дәүләт музейына тапшырҙым. Былар барыһы ла ҡулдан яҙылғандар, шуларҙы ҡабаттан күсереп, өҫтәп, дөрөҫләп һалдым. Ошо хеҙмәттәр менән булышыу ҙа күңелемә рәхәтлек, һиллек килтерә.

Яҙыусылар олоғайһа, мемуарҙар, көндәлектәр, хәтирәләр яҙыуға әүҙемләшә. Ошо юҫыҡта һеҙҙән ниндәй иҫтәлектәр ҡаласаҡ?

- "Һайланма әҫәрҙәр"ҙең 12-се томы - иҫтәлектәр. Тик улар биографик теҙмәләр түгел, үҙем тураһында ла түгел, ә миңә яҡын булғандар, яҙмышыма йоғонто яһағандар тураһында. Унан әҙәби мөхит, әҙәби тормош, әҙәби тәнҡит хаҡындағы уйланыуҙарым да бар. 10-сы томда 17 яҙыусының ижади портреты һүрәтләнә. Һәм унда тик ыңғай фекерҙәр генә лә теҙелмәгән, мин барыһын да үҙ күҙлегемдән тәнҡит аша үткәрәм. Йәшереп-батырмайса, ялағайланмайса, уратып-суратмайса бирҙем баштан үткән ваҡиғаларҙы. Әҙәби әҫәрҙәремдән тыш, ҡалдырыр иҫтәлектәрем шулар булыр.

Ноғман ағай, яҙыусы булып формалашыу процесы нисек барҙы һеҙҙең? Ниндәй бала саҡ кисерҙегеҙ, ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Остаздарығыҙ кемдәр булды?

- Бала саҡ... Уны һөйләһәң, һөйләп бөтөп булмаҫ. Мин ауылдан ун һигеҙ саҡрымда ятҡан Сауҡайорт тигән йәйләүҙә донъяға килгәнмен. Урман эсендә тыуғанмын һәм шуға ла ғүмер буйы урманды яҙғанмындыр.
Өс ҡыҙҙан һуң тыуған малайына атайым атҡа менгәндәй булып ҡыуанған. Әсәйем уның шул шатлыҡтан нишләргә белмәй ыуаланып йөрөгәндәрен ғүмере буйына матур хәтирә итеп һөйләне. Унан икенсе йылына тағын шул йәйләүгә сыҡҡандар һәм әсәйемдең: "Былтыр ошонда улыбыҙ тыуҙы бит",- тигәненән һуң, мине бер ерҙә лә һан итеп теркәтмәгәндәре ҡылт итеп иҫтәренә төшкән. Атайым һыбай ауылға киткән. Барһа, унда "Инде бер йыл үткән, улыңды быйылғы йыл менән яҙҙырабыҙ", тип, 1931 йылғы итеп теркәгәндәр. Шулайтып мин бер йәшкә "кесерәйеп" ҡалғанмын.
Ике йәштә атайымды юғалттыҡ. Урманда имән бағаналар ҡырҡып-тейәп ҡайтҡандан йығылған да, шул ҡазаланыуынан китеп тә барған. Уның атаһы - олатайым: "Үҙәге генә өҙөлөп әрәм булды улым", - тип иланы. Сәләмәт кеше булған ул, көрәшсе булған. Утыҙ бер йәшендә генә гүр эйәһе булып, әсәйем ғүмере буйы уның рухына тоғролоҡ һаҡлап, миңә бауырын баҫты. Көслө рухлы, Ҡөрьәнде яттан белгән уҡымышлы, йүнсел ҡатын ине һөйөклө әсәйем мәрхүмә. Апайҙарым тәрбиәһендә үҫеп, улар уҡығанды тыңлап, улар ҡулынан тартып алып, алты йәштә шатырлатып китап уҡып ултыра инем. Ә былай бәләкәйҙән ниндәйҙер илһам килде, һәләтем беленде тип әйтә алмайым. Ғәҙәти ауыл балаһы булдым. Беҙҙә һуғыштан алда ғына ете класлы мәктәп асылды. Йәштәр шуны тамамлай ҙа артабан бер ҡайҙа ла бармай ҡала ине. 1945 йылда мин етенсе класты ослағайным. Артабан уҡығы килде. Әсәйемә ипләп кенә шул теләгемде белдерәм. Ул уйланып ултырҙы ла: "Атайың үлем түшәгендә ятҡанда "Улымды уҡыт, Вәсилә" тип әйткәйне шул", - тине. Миңә тиклем утыҙ саҡрым аралағы Маҡарға барып уҡыған кеше лә булманы ауылыбыҙҙа. Хатта атайлылар ҙа уға ҡыйыулыҡ итмәне. Беренсе булып бындайға мин йөрьәт иттем. Иң ауыр ваҡытта, аслыҡ өҫтөндә, әсәйем билен һығыбыраҡ быуып, берҙән-бер улын белемле итергә ҡарар ҡылды. Өҫ-башта юҡ, булғанын ямап-тегеп, төндә йыуып-киптереп, булған ғына ризығын төрөп һалып сығарып ебәрә. Һәәй... шулай булды инде.

Унан ҡала, институт, студент тормошо башланғандыр?

- Юҡ әле, был арауыҡта минең бер тормош баҫҡысы булғандай бәләкәй генә йылым бар. Унынсыны тамамлағас, ауыл мәктәбенә уҡытыусы итеп алдылар. Улай-былай ғына ла түгел, физика-математиканы уҡыттым. Сентябрь айында уҡ директор саҡырып алды ла: "Ҡоҙаш ауылындағы уҡытыусы Фәғилә сирләгән, атаһы уны арбаға тейәп, Маҡар бальнисына алып киткән, һин шунда барып эшләп тор инде", - тине. Барҙым. Барһам, унда өс класс, өс класта ете бала. Уйлап ҡара, ете-һигеҙ генә өйлөк ауылда ла мәктәп бар! Ниндәй ауыр йылдарҙа ла шул белем усағын яптырманылар бит...
Класҡа барып инһәм, таҡта ла, журнал да, сәғәт тә юҡ. Беренсе синыфтың китаптары юҡ, үҙемдең тәжрибә юҡ. Ауылымдағы уҡытыусым Әминә апайҙан китаптар алып, дәрес пландарын күсереп, уҡыта башланым. Мәктәп тигәнем, ҙур булмаған өйҙөң бер яғы таҡта менән бүленгән бүлмә. Мин был яҡта уҡытам, теге яҡта Нәфисә тигән апай йәшәй, самауырын ҡуйып ебәрә, ҡыҙы Рәшиҙә минең яҡ бүлмәләге тимер мейес плитәһендә картуф өтә. Сәғәтебеҙ булмағас, күпме ултырғанды ла һиҙмәйбеҙҙер инде, балалар ялҡып китә лә: "Ағай, беҙ уйнап киләйек әле", - тип сығып китәләр. Асыҡһалар: "Әйҙә ҡайтайыҡ - ашағы килә",- тиҙәр. Шулай уҡыу йылының апрель айына еткәс, мин кире ауылыма ҡайттым. Бәләкәс мәктәптең хужаһы ла, уҡытыусыһы ла булғанмын икән һәм миңә, оло ҡыуанысыма, мул итеп эш хаҡы бирҙеләр. Өҫ-башты бөтәйтеп алдым. Бесән мәле тамамланғас, артабан уҡырға теләүемде тағы әсәйемдең иҫенә төшөрҙөм. "Нимәгә тағы, былай ҙа уҡытаһың бит", - ти әсәйем. "Юҡ, - мин әйтәм, - хәҙер фронтовик уҡытыусылар ҡайтты, белемһеҙ көйө йөрөү оят..."
Әлбиттә, Өфөгә уҡырға барғы килгәйне. Авиация техникумы, тигәнде эстән генә уйлайым да ул, тел менән әйтергә батырсылыҡ етмәй. Әсәйем: "Ул Өфөгә китһәң, ҡайталмайһың бит, мин ҡалайтып унда һине ебәрәйем, дүрт йыл буйына нисек итеп көтөп ултырайым", - тип илауланы. Был ваҡытта апайҙар кейәүгә китеп бөтөп, әсәй менән икәү генә тороп ҡалғайныҡ. Шулайтып, Өфө хаҡындағы хыялдарҙы тыйып тороп, Стәрлеләге ике йыллыҡ уҡыуға индем.
Бая бирелгән "остаздар" тигәнгә лә яуап биреп китәйем. Стәрлелә Абдулла Баязитов тигән бик шәп башҡорт теле уҡытыусыһы уҡытты. Уның менән осрашҡанға һәм һабаҡтарын алғанға тиклем мин тел тураһында бөтөнләй уйланмағанмын да икән. Шул йылдарҙа туған телемә ҡарата бөтөнләй икенсе төрлө ҡараш барлыҡҡа килде. Ауылда бит башҡортса һөйләшеп йөрөйһөң-йөрөйһөң, уның ҡәҙере булырға тейеш икән тип башыңа ла килтермәйһең. Ә ул телдең нескәлектәрен, байлығын, тарихын өйрәнеү ҙә кәрәк һәм мөһим икән, баҡтиһәң.
Әҙәбиәт уҡытыусыбыҙ Хәким Ғиләжев булды. Егерме алты ғына йәштә, пединститутты тамамлап ҡына килгән. Фронтовик! Сатан аяғында аҡһаҡлай биреп, таяҡ менән йөрөй. Һәр дәресе бер тамаша инде. Шиғырҙары гәзиттәрҙә баҫылған билдәле шағир уҡыта, тип, ауыҙҙы ла ябырға онотоп тыңлайбыҙ. Бына шул шәхес килеп, институтта бығаса булмаған эштәрҙе башлап ебәрҙе: әҙәбиәт түңәрәге ойошторҙо, әҙәби гәзит сығарҙы, ижадҡа ылыҡтырҙы. Үҙе рәссам ине, гәзиттәргә һүрәттәрҙе ҡойоп ҡуя. Тәүге шиғырымды ла ул яҙҙырҙы. Ә уға тиклем мин шиғыр яҙып ҡарау тураһында уйламай ҙа инем. Гәзиткә кәрәк, барығыҙ ҙа яҙаһығыҙ, тип ҡушты ла, арабыҙҙан ҡайһыларыбыҙҙыҡын һайлап алды. Шулар араһына мин дә эләктем. Артабан ҡырҡынсы йылда бер шиғырымды "Башҡортостан" гәзитендә баҫтырып, түбәмде күккә тейҙерҙе. Ошоларҙан сығып, мин шағир булырға ла, яҙыусы булырға ла хыял да итмәй инем, тип әйтмәксемен. Әлеге остаздарым ҡулында оҫта ҡулындағы балсыҡ кеүек әүәләнеп, формаға ултырҙым, төҫ-биҙәктәр алдым. Тимәк, һиңә ышаныусы, илһамландырыусы ла кәрәк ижадсыға.

Ә проза йылғаһы ҡайҙан һәм ҡасан инеш алды?

- Институтта уҡыған йылдарҙа яҙғы килә, шиғыр менән генә ҡәнәғәтләнеп булмай кеүек, ә тап нимәгә генә тотонорға белеп булмай. Уйлана торғас, беренсе яҙмаға һеҙгә таныш сюжетты һайланым: Ҡоҙаш ауылында уҡытҡанда "Һайлап алған яҙмыш"тағы немка, Сәйфетдин бабайҙар менән бергә йәшәгәйнем. Тәүге ҡатыны Фатима, икенсеһе Франциска, хужаның үҙе менән аралашып, уларҙың һөйләгәндәренән һуштар китеп бөтә торғайны. Шул тарихты биш-алты битлек хикәйә итеп яҙып маташтым, әммә килеп сыҡманы, ойоштора алманым әҫәрҙе. Унан институттың профкомында, мәҙәни тормошонда ҡайнап йөрөп, арыуыҡ ҡына шиғырҙар сыймаҡланым. Һаман да проза өлкәһенә етди ҡарамайым әле.
Уҡыуҙы тамамлап, районға ҡайтып, мәғариф бүлеге инспекторы булып эшләй башлағас, ял көндәре буш булып, шунда уҡытыусылар тормошонан бер әйбер яҙҙым. Әммә уға ла артыҡ атлыҡмай ғына тотондом, ахыры, артыҡ уңышлы булманы. Унан, дүрт ай тирәһе эшләп ҡалдыммы, армияға алды ла киттеләр. Бына шунда, һағыныу шауҡымынанмы, әллә яңы йәшәйеш, аралашыуҙар тәьҫиренәнме, хикәйәләр тыуа башланы. Яҙылғандарын Башҡортостанға - редакцияларға ебәреп торам. Улар "Әҙәби Башҡортостан", "Ленинсы" гәзиттәрендә баҫылып сыҡты. Минең шиғырҙарҙы ла, хикәйәләрҙе лә күҙәтеп барған Хәким Ғиләжев тағы ла дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәрҙе шунда: "Ноғман ҡусты, һин - прозаик", - тине.

Халыҡ яратҡан, уҡыусы айырыла алмай уҡырҙай китаптарҙы ижад итеү өсөн яҙыусыла тәбиғи тел, уйлау, шуларҙы ҡағыҙға төшөрә белеү һәләтенән тыш, тағы ла ниндәй үҙенсәлектәр булырға тейеш? Хеҙмәт һәм тырышлыҡ тигән сифаттар әҫәрҙе яҡшыраҡ итә аламы? Һәм тағы ла, һеҙ дәүләт яҙыусыһы булдығыҙмы, әллә халыҡтыҡымы?

- Мин дәүләт яҙыусыһы булманым. Күләмле әҫәрҙәремдән алып ҡарағанда, 1955 йылда яҙылған "Зөһрә" тигән повесымды бик йылы ҡабул иттеләр. Әгәр шул саҡ уҡыусыларҙың минең яҙмаларҙы эҙләп уҡымағанын, бер-береһенән һорап алмағанын белһәм, аңғарһам, ҡабаттан ҡәләмгә тотонмаҫ та инем. Дәүләт һинең китабыңды сығарыр ҙа, ләкин уны уҡымаһалар, улар китапхана кәштәләрендә саңланып тора икән - ыҙалатма ла ҡағыҙҙы. Бәхетемә, халыҡ уҡыны - арттырыу юҡ. Уҡыусыларымдың һөйөүен тойоп йәшәнем, шуға ла илһамланып ижад иттем.
Яҙышыуға мин бик етди ҡараным. Әҫәр материалын ныҡлы өйрәнә, эстән уйлай йөрөй, етлектерә йөрөй инем. Унан отпуск, уға өҫтәп, ике-өс ай ял алып, ижад йортона китәм йәки өйҙә ултырам. Туҡтамай яҙа инем. Туҡтаһам, фекерем өҙөлә, уйҙарым тарҡала. Шунлыҡтан, шауҡымланып, был донъямдан айырылып, онотолоп, иләҫләнеп ижад иттем. Көнөм төнгә ялғанып, ашау-эсеү онотолоп, йонсоп-ябығып, хәлем бөтөп барып тамамлай инем әҫәрҙәрҙе.
"Мәңгелек урман"ды башта 1100 битлек бер китап итеп яҙғайным, проза секцияһында тикшерҙеләр ҙә, бик ҙур тарих, һин быны өс китап итеп яҙ, тинеләр. Мин ҡабаттан ултырҙым. Ошо әҫәр оҙайлы һәм ҡабат-ҡабат яҙылды. Унан "Һайлап алған яҙмыш"тың да яҙмышы һуҙымлыраҡ булды. Гәзиттә эшләгәндә лә ҡат-ҡат ултырып ҡарайым - юҡ, ваҡиғаларҙы бәйләй, йомғаҡлай алмайым. Төрлө алымдарҙа, юҫыҡтарҙа ҡағыҙға төшөрөп ҡараным. Шулай, тәүге вариантын тикшереүгә ҡуйғайным, проза бүлегендәге фронтовик яҙыусылар: "Немецтарҙың тормошон бөтөнләй белмәйһең, һуғышты ла өҫтән генә күрһәтәһең",- тинеләр. Улар бит һуғышта булған, барыһын да үҙҙәре күргән кешеләр, уларҙы алдап булмай. Ҡабаттан ултырып ҡарайым - юҡ. Шул мәл ГДР-ға барыу мөмкинлеге сығып, атлығып шунда юлландым. Немец ҡалаларында, ауылдарында булып, йәшәйештәрен күреп, үҙҙәре менән аралашып, әллә күпме эмоциялар алып ҡайттым. Әҫәрҙә ҡулланған һәм шундай дөрөҫлөктәр биргән бәләкәс деталдәрҙе лә таптым. Мәҫәлән, ауыл хужалығында ҡулланылған "Клайны темпа" тигән өс тәгәрмәсле бәләкәс йөк машинаһы булһынмы, "Витат" тигән фашистик рухтағы немец йәштәре журналы булһынмы - барыһы ла китапҡа фактик материалдар булып инеп китте. Хайде Леньгельбах тигән бер рус теле уҡытыусыһы менән танышып, ул ата-әсәһенең тормошон һөйләп, әллә күпме мәғлүмәттәр бирҙе. Унан аҙаҡ та ул ханым менән хат алыштыҡ, минең ҡыҙҙар аралашты. Ошо сәйәхәттән һуң, ҡайттым да, беренсе һүҙенән башлап өр-яңынан яҙҙым әҫәрҙе. Бөтөнләй икенсе ҡараш, икенсе алымдар менән. Китап сыҡҡас, уны "геү" килеп уҡынылар, тикшерҙеләр, нимәләр генә булманы! Сәйфетдин бабай иһә асыуланманы: "Ай, һин, шилма малай! Әллә нимәләрҙе яҙып бөткәнһең бит", - тип асыуһыҙ ғына көлдө. Үҙе уҡымаһа ла, немка ҡатынынан тыуған Фәрхиә исемле ҡыҙы уҡып һөйләгән икән. Бына шулай булды.
"Зәңгәр тауҙа аҡ болан" трилогияһы - ул һуғыштан алдағы, һуғыш ваҡытындағы минең тормош, унан ары ауылдаштарымдың йәшәйеше. Был әҫәремде баш күтәрмәй ултырып яҙып бөттөм, бер китабын хатта ай ярым тигәндә йомғаҡланым. Үрҙә әйткәнемсә, һығып алынған лимон хәленә ҡалып. Мәскәү эргәһендәге ижад йортонда инем ул мәл. Ҡан баҫымым ныҡ төштө. Укол һалдырып, Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡып ятҡан Рәшит Солтангәрәев янына киттем. Аяҡтарымды саҡ һөйрәп килеп йығылдым. Тейешле дауаның дарыуҙарын таба алмайбыҙ, ул ваҡытта аптекалар хәҙерге һымаҡ иркен һатыу итмәй. Шул мәл яҡут яҙыусылары килеп инеп, шуларҙың береһе сығып китеп, ҡайҙалыр нимәләрҙер вәғәҙә итеп, һатып алып килде уколдарҙы. Егеттәр бер аҙ хәл индергәс, Өфөгә ҡайтып етер көс таптым. Ҡайтҡас, ай ярымға дауаханаға эләктем. Ҡыҫҡаса аңлатҡанда, минең ижад итеү процесым ошолайыраҡ булып бөтә ине. "Арып киттем әле, ял итеп алайым", тигән һүҙҙе түгел, уйҙы ла рөхсәт итә алманым яҙыуҙа. Әммә үкенмәйем.

Әсәйегеҙ һеҙҙе яҙыусы булараҡ ҡабул иттеме? Нисек ҡараны ул улының яҙышыуына?

- Армиянан һуң мин уны тағы яңғыҙ ҡалдырып, Өфөгә эшкә киттем. Бәйләнеш тоттом, иғтибарымдан мәхрүм итмәнем, тик ул ғына етәме һуң? "Эй, улым, ҡасан рәхәтләнеп бергә йәшәрбеҙ инде?" тип әйтеп ҡуя ине. Ҡалаға ла күсереп ала инем, тик түҙмәй бит бында ауыл кешеһе. Ҡыш уртаһында ҡайтырға йыйынып китә торғайны. Яҙышыуымды ла шул айырылышыуҙың сәбәпсеһе итеп күрҙе шикелле. Яҙыусы булмай, уҡытыусы булһа, ауылда бергә генә йәшәр инек, тип өмөтләнгәндер... Армиянан ҡайтыуымды ла бик ашҡынып көттө. Ә мине Өфөлә һалдат кейемендә көйө редакцияға эшкә алып ҡалдылар. Алабарман йәш баш менән тот та эш башла. Әсәйҙең хыялдары, уйҙары нисек, тип тә һорама... Илле етенсе йылдар, инде китаптар ҙа донъя күреп торғас, аҡса ла еткәндәй булғас, ижад менән генә шөғөлләнергә, әсәй янында булырға булып, эштән дә киткәйнем. Телевидениеға саҡырҙылар. Әҙәби тапшырыуҙар программаһын юлға һалайыҡ, тип, ныҡ ҡына ҡоҙалап саҡырҙылар. Шунда барҙым бит әллә нишләп. Ул арала әсәйем ауырып китте. Унан ай ҙа йөрөмәй, вафат булды ла ҡуйҙы. Терһәгемде тешләрҙәй булдым... Нимә тип был эшкә тотонғанмын? Ниңә әсәйем янында булмағанмын? Ниңә? Нимәгә? Ни эшләп?.. Ә бит әсәйем тырышмаһа, мин бер кем дә булмаҫ инем... Иң ҙур үкенесем шул.

Ә һеҙҙең ошондай шауҡымлы ижадсы булғанығыҙҙы аңланылармы өйҙә?

- Фәймә апайығыҙ үҙе 25 йыл Республика китапханаһында эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та шунан китә алмай ҡаңғырҙы. Ул үҙе китаптар менән шауҡымланған кеше ине. Уҡымаған, белмәгән әҫәре булманы. Балаларҙы ла шулай өйрәтте, улар минең өҫтәл артына ултырып, эшкә тотоноуымды күреү менән янымдан китәләр, ҡамасауламайҙар ине.
Әҫәр өсөн эҙләнеүҙәр, аралашыуҙар юллап йөрөгәндә лә, онотолоп яҙғанда ла, шулар өҫтөндә борсолоп, кәйефһеҙерәк, иғтибарһыҙыраҡ булып киткән саҡтарҙа ла үпкәләгән, шелтә белдергәне булманы ғаиләмдең. Ә бит ижадсы өсөн был бик мөһим. Хатта ки оло бәхет тип әйтергә була. Эйе, бәхет ул ижадсыны яҡындарының аңлауы, нисек бар - шулай ҡабул итә белеүе.
2003 йылдың март айында Фәймә апайығыҙ инсульттан һуң аяҡтан яҙҙы. Миңә етмеш тулып үткәйне. Һәм шул саҡта минең ижади эшләүем дә туҡталды. Апайығыҙ туғыҙ йыл түшәктә ятты. Ярты йылдан оло ҡыҙым ауырып китеп, ике йыл дауаханаларҙа йөрөп, донъя ҡуйҙы. Шул саҡ минең йыһан менән тоташҡан илһам каналым өҙөлдө, әлеге эмоциональ стрестар томаланы. Уйлап ҡарайым - уйланылмай, яҙырға теләк юҡ. "Алдар батыр" тарихын өйрәнгәндә унан алда булған бер шәхесебеҙ - Сәйет батыр тураһында бай материал туплағайным. Тарихын теҙеү, яҙыу системаһын теҙмәгә һалғайным, планлаштырғайным. Тик ошо фажиғәләр булып, мин был әҫәрҙе яҙа алманым. Унан йәштәргә тәҡдим итеп тә ҡараным, әлегәсә тотоноусы юҡ - быныһы икенсе үкенесем булды.

Ноғман ағай, һеҙ башҡорт халҡы өсөн үҙегеҙҙең геройҙарығыҙ Төлкөсура, Алдар батыр кеүек үк легендаға әйләнгәнегеҙҙе аңлайһығыҙмы? Нисек ҡабул итәһегеҙ был мәртәбәне?

- Бер нисек тә ҡабул итмәйем. Кеше бөйөк булырға тейеш түгел. Ул хеҙмәте йәки батырлығы өсөн халыҡ һөйөүен яуларға мөмкин, әммә бөйөк була алмай. Кеше кешегә табынмаһын ул, был эш түгел. Яҙыусы итеп таныған икән халҡым - шул еткән. Китаптарымды уҡыйҙар икән - ҙур бәхет. Артығы кәрәкмәй ҙә.

Прозаик ир кеше булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар ижадына нисек ҡарайһығыҙ? Айыраһығыҙмы уны ир-егеттәр ижадынан?

- Һәр хәлдә, кәмһетеп ҡарамайым. Тиң итеп, хөрмәт итеп, ҡайһы берҙәренә һоҡланып та ҡарайым. Һоҡланам, сөнки ҡатын-ҡыҙ булып, ижадҡа тоғро ҡалыу бик ауыр хәлдер, тип уйлайым. Иренә, балаларына, донъяһына, эшенә бүленгәндән һуң, улар тағы ла яҙышыуға ла көс түгә бит. Айырма, әлбиттә. бар. Ул шулай булырға тейеш тә. Ир менән ҡатын араһында, уларҙың уй-кисерештәре араһында айырма булған кеүек. Уларҙы хатта сағыштырып йәки уҙыштырып маташырға ла ярамай. Был - урынһыҙ.
Заманында Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләрен уҡып әҫәрләнгәйнем. Уларҙы тикшереп, китап итеп сығарҙым да, почта аша һалып ебәрҙем. Алып, аптырап киттем, тип һөйләне аҙаҡ. Күреп торам, был шундай нескә тойомло, һәләтле яҙыусы. Ул тулыһынса ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте, энергетикаһы менән һуғарылған. Унан Тәскирә Даянованың "Һуңғы шырпы" тигән әҫәрен уҡып, яҙманың "егеттәрсә" икәнен тойҙом. Бер осрашыуҙа танышам - йомшаҡ ҡына холоҡло ҡатынҡай. Ошолай ҙа булырға мөмкин, тимәк. Бында барыһын да әҫәр, шул әҫәрҙе ижад иткәндәге авторҙың кисерештәре хәл итә, ә авторҙың ниндәй енестән булыуы түгел. Нескә генә ҡатын-ҡыҙ ижадсы ла көслө рухлы, ныҡ характерлы булып, ошо һыҙаттарын әҫәрҙәрендә сағылдыра ала. Ҡарап торғанда тау шикелле ир-егет яҙыусының яҙмаларында ла ҡатын-ҡыҙ психологияһы ярылып ята. Бирелеп ижад иткән саҡта яҙыусы үҙ геройҙарының тиреһендә була белергә, улар күңелендә "йәшәп" сығырға тейеш. Шулай булмағанда, уҡыусыны ла ышандырып булмаясаҡ. Ижад бит ул бик ҡатмарлы нәмә, уны һүҙ менән һөйләп аңлатып та булмай. Бары тойған әҙәм генә аңлар.

Бөгөн йыш ҡына оло быуын вәкилдәренән үткән һәм хәҙерге заманды сағыштырып шелтәләү ишетергә мөмкин. Мәҫәлән, "бына беҙҙең заманда эшләйҙәр ине" йәки "ул саҡта шундай яҙыусылар бар ине" һ.б. Нисек уйлайһығыҙ: заман йомшарҙымы, әллә халыҡмы?

- Һәр замандың ауырлығын һәм рәхәтен шул заманда йәшәгәндәр генә белә. Бына һеҙ һуғыш йылдарындағы бала тормошон кисермәгәнһегеҙ һәм уны күпме генә тыңлап-уҡып ҡараһағыҙ ҙа, бөтә асылында аңлай алмайһығыҙ, шулай бит. Шуның кеүек, оло быуын вәкилдәре лә бөгөнгө һеҙ ҡаршы торған проблемаларҙы тейешенсә итеп, һеҙ тойғанса итеп ҡабул итә алмай. Үпкәләү ҙә, шелтә лә, тәнҡит тә урынһыҙ бында. Заман да, уның йәшәүселәре лә икенсе замандан аҡылһыҙыраҡ йәки аңһыҙыраҡ, ялҡауыраҡ йәки эшлекһеҙерәк була алмай. Заман ул йәшәйеш, ул үҙгәреп, үҫешеп, яҡшымы-яманмы алға китеп бара. Уны һис кенә лә туҡтатып булмай. Һәм шул заман үҙ йәшәүселәренә төрлө һынауҙарын, шарттарын, ваҡиғаларын биреп кенә тора.
Яҙыусы өсөн илендә, йәшәгән донъяһында ҙур ваҡиғалар, хатта фажиғәле ваҡиғалар булыуы ла илһам сығанағы ул. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа бер төркөм фронтовик яҙыусылар ижад итте. Уларҙың темалары иңләп-буйлап бөтөрлөк түгел ине. Беҙҙең быуын яҙыусылары ла һуғыш төтөнөн еҫкәгән, күптәренең атайҙары, ағайҙары ятып ҡалған, уларға һуғыш зәғифләгән яҙмыштар таныш. Беҙ бармаҡтан һурмай ғына аныҡ хәл-ваҡиғаларҙы яҙа, һүрәтләй алдыҡ. 1956 йылда, мәҫәлән, Яҙыусылар ойошмаһында 47 яҙыусы иҫәпләнә, уларҙың барыһын да беләләр, уҡыйҙар ине. Яҙыусы исеме юғары баһаланды, әммә ул исемгә лайыҡ булыу өсөн һәләттән тыш, ҙур хеҙмәт тә кәрәк ине. Бөгөнгө яҙыусыларға ла еңел түгел. Улар заманында ла ваҡиғалар аҙ түгел, фажиғәләр ҙә етерлек, әммә ул ваҡиғалар бөйөк түгел. Шулай уҡ авторҙар үҙҙәре лә артыҡ әллә нимә кисермәгән. Әлбиттә, һәр кемдең шәхси яҙмышы төрлөсә, ауырлыҡтар үткәне лә бар, тик былар бөйөк ваҡиға була алмай. Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө йәш быуын уҡыусыһына беҙҙең замандың бөйөк ваҡиғалары ла артыҡ тәьҫир итмәй. Тимәк, нисек кенә булғанда ла, һәр быуындың үҙ әҫәрҙәре һәм уҡыусылары булып тора. Был тәңгәлдә төрлө быуын вәкилдәренә бәхәсләшеү урынһыҙ.

Ижади аралашыуа һыуһайһығыҙмы бөгөн?

- Һыуһап кителә... Әлбиттә, аралашыр яҡындар бар, әммә фекерҙәш, ауаздаш кешеләр етешмәй. Ундай дуҫтарым китеп бөткән, тигәндәй. Элек бит беҙ, яҙыусылар, ғаиләләр менән аралаштыҡ, беҙ һөйләшә, ҡатындар өҫтәл әҙерләй, балалар бергәләшеп уйнап йөрөр ине. Ялдарҙы бергә үткәрҙек, яҙғандарыбыҙҙы ҡысҡырып уҡып ишеттерҙек, кәңәшләштек. Ниндәйҙер яҡынлыҡ, туғандарса тартыу булды. Хатта бер генә күргән таныштарға ла балаларҙы эйәртеп бара ла инә инек йә улар беҙгә килеп төшә. Ә бит фатирҙарыбыҙ ҙа берәр бүлмә генә, тигәндәй. Хәҙер туғандарға ла шылтыратыуһыҙ барыу ғәйеп һанала, хәл белеү бөтөнләй буш менән булашып йөрөү кеүек. Бер мәл: "Әйҙә, ҡунаҡ саҡырып алайыҡ әле",- тип, саҡырып та ҡараным яҡындарҙы, һәр кеменең үҙ мәшәҡәте булып, кемдәрелер сәбәпһеҙ ҡунаҡты аңламай булып, бик аҙы ғына килде. Унда ла онотҡанда бер күрешкәс, үҙ-ара тартыныу, шикләнеү бар ине. Беҙҙең ваҡытта бит ҡунаҡтан баш тартыу әҙәпһеҙлек һаналды. Ары күңелем һүрелде был ҡунаҡ саҡырыуҙан да...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Һөйләшеүҙән һуң да ҡапыл ғына ебәрә алманыҡ әҙипте. Һәр кемдең дә уның менән бер-ике ауыҙ һүҙ аша булһа ла аралашҡыһы, иҫтәлеккә фотоға төшкөһө килде. Әле оҙаҡ ҡына уның янында шаулаштыҡ. Был ысынлап та тарихи мәл булды...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.18 | Ҡаралған: 877

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru