«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ХӘҠИҠӘТ ЯҠЛАУҺЫҘ ҠАЛЫУҘАН ҠУРҠАМ..."
+  - 



"Һуғыш - ул китаптарҙа яҙылған, киноларҙа күрһәтелгән күренештәр һәм ваҡиғалар, ниндәй техника ҡулланыу, стратегия, тактика ғына түгел. Һуғыш - ул ҡот осҡос мәхшәр. Уны бер нисек яҙып та, күрһәтеп тә аңлатып булмай. Яҙылғандар, күрһәтелгәндәр - улар цензура аша үткәндәре генә. Ә үтмәгәндәре? Минең дә "Шла на фронт девчонка" китабыма күп нәмәләр инмәй ҡалды. Шулай ҙа, мин унда һуғыш ваҡытында ҡыҙылармеецтарҙың көндәлек тормошо, уларҙың ниндәй шарттарҙы үтеүе, алыш тынып торған арала ла тормошҡа балалар күҙе менән бағып, матурлыҡты күреүҙәре хаҡында яҙырға тырыштым", - тип хәтирәләре менән бүлешә әңгәмәсем - 15 йәше тулмаҫ элек ут эсенә инеп, тыныс тормошта бар ғүмерен журналистикаға бағышлаған, 93 йәшкә аяҡ баҫҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бөгөн Өфөлә йәшәгән Галина ОСТАШЕВСКАЯ.

Галина Андреевна, һуғыш һеҙҙең ғәмһеҙ үҫмер ваҡытығыҙҙы урлап, тормошоғоҙҙо "һуғышҡа тиклем" һәм "һуғыштан һуң", тигән осорҙарға бүлгән. Барлыҡ хыялдарығыҙ селпәрәмә килгән көндө бер ваҡытта ла онотоп булмайҙыр, моғайын...

- Ул көндө мин әхирәтем Настя менән күрше ауылда концертта ҡатнашырға тейеш инек. Үҙебеҙҙең ауылда (Украинаның Хмельницкий өлкәһе Фридриховка ауылы) мәктәп ете йыллыҡ ҡына булды, шуға күрә белем алыуҙы унда дауам иттек. Иртән Волочиск станцияһының клубында буласаҡ репетицияға сығып киттек. Барып етеүгә күктә геүләү тауыштары ишетелә башланы, ергә төшөп бомбалар ярыла. Беҙҙе клуб бинаһынан бер ҡайҙа ла сығармайҙар. Тирә-яҡ бер аҙ һил булғас, ишектәрҙе астылар, беҙ әхирәтем менән ауылға йүгерҙек - бөтөн ерҙә емереклек, самандан эшләнгән йорттарҙан бер нәмә ҡалмаған, бөтөн ерҙә ҡыйыҡтарға ябылған һаламдар туҙышып ята. Ихатаға килеп инһәм, унда әсәйемдең йәнһеҙ кәүҙәһе... Артабан нимә булғанын хәтерләмәйем. Ихатала ҡоҙоҡ бар ине, сик буйы яҡын булғас, сигенеүсе сик һаҡсылары ҡоҙоҡто күреп, йыуынырға, һыу эсергә тип ингән һәм минең саҡ беленгән пульсым аша тере икәнлегемде асыҡлап, иҫемә килтергәндәр. Улар әсәйемде ерләргә ярҙамлашты. "Мине лә бергә күмегеҙ", - тип илайым... Командир: "Бында ҡалыу хәүефле, беҙҙең менән барырһың", - тип, үҙҙәре менән алып китте. Шулай итеп, 15 йәшем дә тулмаҫтан, фронтҡа эләктем. Мәктәптә уҡыған медицина нигеҙҙәре курсы белеме менән шәфҡәт туташы булып, яралыларға ярҙам иттем.

Тәүге ярҙам күрһәтеү тәжрибәгеҙ булған, тимәк...

- Нисек ярҙам иткәнмендәр - аңлата алмайым. Дарыуҙар, ҡорамалдар юҡ, шәфҡәт туташының сумкаһында бинт та, йод ҡына. Шуға ҡарамаҫтан, ул ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәре йылы һүҙ, кешелеклелек, яҡшы мөнәсәбәт менән дә яугирҙарҙың рухын күтәргәндер, тип уйлайым. Бөгөн генә ул медицинаны аҡса һауыу өсөн файҙаланалар. Йыһаздар, хеҙмәтләндереү - заманса, әммә пациенттарға, бигерәк тә оло йәштәгеләргә ҡарата кешелеклелек, йылы мөнәсәбәт юҡ. Бәләкәй генә буйлы, сибек булыуыма ҡарамаҫтан, яу яланынан яралыларҙы сығарыу, уларға тәүге ярҙам күрһәтеү, санчастҡа оҙатыу минең бурысым ине. Бынан тыш, хатта разведкаға йөрөргә лә, "тел" алырға ла тура килде. Быға немец телен бик яҡшы белеүем ярҙам итте. Ә разведкала тел белгән һалдат - үҙе ярты еңеү.

Үлем ҡурҡытманымы?

- Һуғышта иң ҡурҡынысы - әсиргә эләгеү. Әсиргә эләгеүгә ҡарағанда үлеүең мең артыҡ. Сөнки 1943 йылда фронттың теге яғынан да хаттар, хәбәрҙәр ала башланыҡ. Уларҙа фашистарҙың совет һалдаттарын ғына түгел, ябай халыҡты нисек интектереүе, мыҫҡыл итеүе тураһында белдерәләр ине. Һуғыш өлкәнәйтһә ла, барыбер хисле ҡыҙ бала булып ҡалғанмындыр, күрәһең. Почта бәйләнеше булдырылғас, һалдаттарға өйҙәренән хаттар яҙалар, миңә яҙырға бер кемем юҡ. Башҡалар хат уҡығанда, мин һәр ваҡыт илай торғайным.

Бөгөн йәшәү өсөн шарттар, уңайлыҡтар булған һайын кеше йышыраҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, булғанына шөкөр итергә онота. Һеҙ кисергәндәргә бөгөн хатта ышанмауҙары ла мөмкин...

- Тәүҙә мин пехотала хеҙмәт иттем, фронттың алғы һыҙығында булдыҡ. Ҡоралланыу, кейем, ашау - бөтөн нәмә наҡыҫ. 10 һалдатҡа - бер мылтыҡ. Дошмандың танкыларына ҡаршы мылтыҡ тотоп барырға тура килә. Бармаҫ инең, арттан особистарҙың ҡоралы һиңә төбәлгән. Бер шулай ҡамауҙа ҡалдыҡ. Юлдың бер яғында кукуруз үҫә, икенсе яғында - борсаҡ. Юлдан дошмандар үтеп тора. Улар булмағанда кукуруз баҫыуынан атлайбыҙ, тауыштар ишетелә башлаһа, ергә лыпын ятабыҙ. Шулай урманға еттек. Ашарға бер тәғәм, эсергә бер тамсы һыу юҡ. Алмағастарҙа ҙурайып та өлгөрмәгән йәшел алмалар табып ашаным, йыйылып ятҡан күләүек һыуын эстем... һәм дизентерия башланды. Командирға: "Атып китегеҙ мине, башҡаса барырға хәлем юҡ", - тием. Һалдаттар аслыҡтан шешенә башланы. Ҡайҙандыр үлгән быҙау табып, шуның итен өләштеләр, миңә бауырҙан әҙерәк өлөш бирҙеләр, ашай алманым. Дөрөҫөн әйткәндә, 1943 йылға тиклем шул тиклем ауыр булды. 1943 йылдан һуң ғына, Т-34 танкылары, самолеттар эшләнә башлағас, еңелерәк тын алдыҡ.

Шундай ауырлыҡтар кисереп, һаманғаса ихлас, киң күңелле булып ҡала алғанһығыҙ. Нисек һеҙҙе һуғыш ҡырыҫландырманы?

- Һөжүм алдынан Ворошилов 100 грамын, махорка тараталар ине. Мин бер ваҡытта ла эсмәнем дә, тартманым да. Ә тәмәке тартыусылар өсөн махорка булмауы - үлемгә тиң. Шул ваҡытта миңә иң өлкән яугир килеп: "Ҡыҙым, махоркаң бармы?" - тип һорай. "Биштәремде ҡарағыҙ, тапһағыҙ, алығыҙ", - тием. Тоҡ эсендә махорка түгелеп-сәселеп бөтә, шуны йыйып алалар. Икенсе проблема - уны төрөргә ҡағыҙ юҡ. Берәй ҡағыҙ остоғо табылһа - байрам. Махорка урайҙар ҙа, берҙе һурып, бер-береһенә бирәләр. Пехотала ла берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булдым, һуңынан танк бригадаһында ла яңғыҙым инем, әммә бер генә яугирҙың да ҡаты бәрелгәне, рәнйеткәне булманы, барыһы ла мине бала тип ҡарап, "ҡыҙым", "һеңлем" тип йөрөттө.

Башҡортостанға ниндәй яҙмыш ташланы?

- Һуғыш тамамланғас, ҡайҙа барырға, тип уйландым. Тыуған еремдә туғандарым да, йәшәргә йортом да юҡ. Шуға Мәскәүгә юлландым. Бында ла бер танышым юҡ. Барыр ер юҡ, вокзалда ҡунып йөрөйөм, аҫҡа һалырға ла, ябынырға ла бер шинель. Бер аҙҙан иҙән йыуыусылар: "Әгәр залды һәм бәҙрәфте йыумаһаң, ҡунырға рөхсәт итмәйбеҙ", - тигән шарт ҡуйҙы. Барыр ерем булмағас, йыуҙым. Һуңынан киске мәктәпкә уҡырға индем. Уны тамамлағанда уҡытыусым: "Һин университетҡа барып ҡара, журналист булырһың, яҙыу һәләтең бар", - тигәс, МДУ-ның журналистика факультетын тамамланым. Генералдарҙың, юғары чинлы хәрбиҙәрҙең балалары барыһы ла Мәскәүҙә ҡалды. Миңә ике урынға йүнәлтмә тәҡдим иттеләр - Себергә һәм Башҡортостанға. Ҡайһыһын һайларға белмәйем. Шул саҡ бер уҡытыусы: "Картуф яратаһыңмы?" - тип һораны. "Эйе", - тием. "Улайһа, Башҡортостанға бар. Унда картуф тәмле". Шулай итеп, Башҡортостанға килеп эләктем.

Бөйөк Еңеү көнөн байрам итеүгә йылдар өҫтәлә барған һайын ветерандар сафы кәмей, иҫәндәренә иғтибар арта, тип йыш ҡабатлайбыҙ. Ошо хәстәрлекле мөнәсәбәтте үҙегеҙҙә тояһығыҙмы?

- Дөрөҫөн әйткәндә - юҡ. Айырым кешеләр, социаль хеҙмәткәрҙәр, волонтерҙарҙан башҡа бер кемгә лә кәрәгем юҡ. Эйе, Еңеү көнө яҡынлашһа, килеп хәл беләләр ҙә, икенсе байрамға ҡәҙәр оноталар. Хатта коммуналь түләүҙәр артһа, сәбәбен белешеп шылтыратһам да: "Һеҙ һаман үлмәнегеҙме ни әле?" - тип һорайҙар. Ни өсөндөр барыһына ла минең үлемем кәрәк. Әйткәндәй, бер мут ханым, ярҙам иткән булып, ышанысыма инеп, меҫкенләнеп, бурысҡа аҡса алды. Таныштарымдан алып тороп, уға ярҙам итергә тырыштым. Һөҙөмтәлә ул бурысын, миллион ярым һумдан ашыу, кире ҡайтарманы. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына яҙыу ҙа, федераль каналдан килеп телевидениеға төшөрөү ҙә, киң мәғлүмәт сараларындағы сығыштар ҙа һөҙөмтә бирмәне: түләтергә тигән ҡарар булды, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында мутлашыусы һыуҙан ҡоро сыҡты - һаман да бурысын түләмәй, ә мин пенсиямды өҙөп-йолҡоп, таныштарыма бурысымды ҡайтарам. Муттарға, миллионлап урлашыусыларға, башҡалар иҫәбенә йәшәүселәргә бер ниндәй ҙә яза юҡ, күрәһең, беҙҙең илдә. Шуның өсөн ҡан ҡойҙоҡмо ни беҙ?..

Шулай итеп...
Беренсе Украина фронты составында Украинаны, Польшаны, Германияны, Чехословакияны фашизмдан азат итеүҙә ҡатнашып, һуғыш ауырлыҡтарын үҫмер генә көйө үҙ елкәһендә кисергән, 15 йәшендә "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы, 19 йәшендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм Беренсе Украина фронты ғәскәрҙәре командующийы, Советтар Союзы маршалы Коневтың Рәхмәт ҡағыҙы һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән һуғыш ветераны, һуғыш инвалиды, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Галина Андреевнаның һораулы ҡарашы, әйтерһең дә, миңә генә түгел, һәр беребеҙгә - яңы тыуған балаларҙан алып, төрлө кимәлдәге етәкселәргә, төрлө кимәлдәге депутаттарға төбәлде был ваҡытта. Ҡасандыр беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн йәнен аямаған бәләкәй генә оло йөрәкле ҡатындың бөгөн ҙур, бөйөк илдә үҙенең проблемаһы менән ярҙамһыҙ ултырыуын нисек аңлатырға? "Ошо ваҡиғаларҙың һуңғы ҡатнашыусылары вафат булыу менән Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәҡиҡәттең яҡлауһыҙ ҡалыуынан ҡурҡам", - тип яҙа китабында Галина Андреевна. Миңә ҡалһа, бөгөн башҡаларҙың проблемаһына төкөрөп ҡараған һәм ярҙам итеү өсөн ҡыл да ҡыбырлатмаған битараф кешеләр араһында йәшәүе күпкә ҡурҡынысыраҡ...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.18 | Ҡаралған: 716

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru