«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҢГЕЛЕК ХӘТЕР
+  - 

Кеше хәтеренән көслөрәк тойғо бармы икән был ерҙә? Юҡтыр. Әҙәм балаһының күңелендә ярала алған хис-тойғоларҙың иң-иң ҡайнарҙары ла, иң-иң ҡәҙерлеләре лә ваҡыт үтеү менән һүрелә һәм онотола торған. Ә бына хәтер тигәне - мәңгелек. Бының шулай икәнлеген өсөнсө йыл рәттән Бөйөк Еңеү байрамында урам тултырып ағылған халыҡ йылғаһы ағымын күҙәтә торғас аңланым. Хәтер йылғаһы булып ағыла ла ағыла халыҡ. Ә бит уларҙы берәү ҙә көсләп сығармаған урамға, мәжбүр итмәгән. Илһөйәрлек тойғолары менән бер рәттән, уларҙы ата-бабаларының рухы саҡырған ошо сафтарҙа атлап үтергә. Шул саҡырыу, бурыс, изгелек, ғорурлыҡ кеүек иң юғары уй-хистәрҙер ағымдағыларҙың йөрәгендә лә.

Бөйөк Еңеү байрамын, илебеҙҙең иң ҙур һәм данлы байрамдарының береһен тәрбикләүгә халыҡ күп йыйылғайны. Ил буйынса "Үлемһеҙ полк" акцияһында 10,4 миллион, ә Өфө ҡалаһында ғына 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Һәр ваҡыттағыса, Октябрь проспекты, Ленин майҙаны аллы-гөллө сәскәле болонға әүерелде. Был көндөң башҡа билдәле даталарҙан айырмалы рәүештә һағышлы һәм илһамлы булыуын да билдәләп китәйек. Сөнки был ысынлап та шулай. Һәр ғаилә, һәр кеше 9 майҙың илебеҙ тарихындағы изге көн булыуын һәм был көндө яулау өсөн миллион ҡорбандар бирелгәнен белә, иҫләй. Һәр ғаиләгә был көн үҙ мөһөрөн, үҙ хәтирәләрен һалған.
Баш ҡалабыҙҙағы "Үлемһеҙ полк" акцияһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм Өфө ҡала округы Советы рәйесе Валерий Трофимовтар ҡатнашты.
Һуғыш хәтирәләрен беҙҙең көндәргә килтереп еткергән яугирҙарыбыҙҙың да сафы йылдан-йыл кәмей. Быйылғы Бөйөк Еңеү байрамындағы "Үлемһеҙ полк" атлаған майҙанда 12 генә һуғыш ветераны ҡатнашты. Шул 12 яугир алдынан 100 меңдән ашыу кеше баш эйеп, "Рәхмәт!" тип ҡысҡырып үтте. Ҡарап торғанда һуңғы көстәрен йыйып ҡына килгәндәрҙер кеүек тойолһа ла, майҙандан Еңеү Байрағы үткәндә ҡарт яугирҙар орандан ҡуҙғыған һалдаттар кеүек аяғүрә баҫты. Эйәктәр күтәрелде, ҡараштар баҙыҡланды, һындар турайҙы. Үҙҙәре олоғайһа ла, рухтары ныҡ һәм йәш ине уларҙың. Ошо бер күренештән генә лә уларҙың Еңеү яулаусылар икәнен аңларға була ине.
Майҙандан халыҡ ағылды ла ағылды. Йыр артынан йыр ағылды. Һуғыш йырҙарын бер кем дә тыныс ҡына тыңлай алмайҙыр. Парадта килеүселәрҙең дә, тамаша ҡылып тороусыларҙың да күҙҙәренән субырлап йәштәр аҡты. Кемдәрҙер ошо мәлдәрҙе, кемдәрҙер һуғыштың аҙағын да күрә алмаған туғандарын, яу яланында ятып ҡалғандарын, хәбәрһеҙ юғалғандарын, көтөп ала алмаған атайҙарын, исеме генә килеп еткән олатайҙарын, ә кемдәрҙер ил башына төшкән хәсрәттәрҙе, утлы өйөрмә елендә туҙып-сәсешкән яҙмыштарҙы уйлағандыр. Күҙ йәштәренән, хисләнеүҙән, ҡушылып йырлауҙан, ололарҙы ҡосаҡлап-һөйөп китеүҙән тартынманы был көндө халыҡ. Экрандарҙағы һалдат фотоларын ҡарап, йәштәренә ҡойолоп тороусы әбей-бабайҙарҙы, эскәмйәләрҙә һағышланып моң тыңлаусы инәйҙәрҙе сәскәләр менән күмделәр. Күҙәтеүемсә, Өфө халҡы был матур йолала бигерәк тә бәләкәй балаларын ҡатнаштыртырға тырышҡан. Был да үҙенә күрә тәрбиә мәктәбе. Бәләкәстәр бүләктәрен тотоп, ололарҙың ҡаршыһына сыға, тәбрикләй. Тимәк, улар ниндәй сарала йөрөүҙәрен, кемдәргә рәхмәтле булырға тейешлектәрен белә - өйрәткәндәр. Тимәк, хәтер йәшәй.
Байрам ҡаланың Ленин майҙанындағы сәхнәлә йыр-бейеү менән дауам итте, һалдат бутҡаһы таратылды, сауҙа, аш-һыу, күңел асыу саралары ойошторолдо. Ә инде тантананы төнгө ҡала күген тетрәндереп, мең төҫлө уттарҙа балҡып, Еңеү Салюты йомғаҡлап ҡуйҙы.
Шулай итеп, илебеҙ фашист илбаҫарҙарына ҡаршы тора алған, ер-һыуын яҡлаған һәм еңеү яулаған данлы тарихын етмеш өсөнсө тапҡыр билдәләп үтте. Башҡортостан Республикаһының төп халыҡ вәкиле булараҡ, был байрамда минең кәйефте бер нәмә генә ҡыра төштө. Һәм быны әйтмәй булдыра ла алмайым. Парад ваҡытында бер генә лә башҡортса йыр ҙа яңғыраманы. Былтыр "Шайморатов генерал"ды йырлағайныҡ, башҡа йырҙар ҙа булғайны. Быйыл башҡортса хәрби йыр көтөп ала алманыҡ. Киләсәктә был хата төҙәтелер, тигән өмөттәбеҙ.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.18 | Ҡаралған: 763

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru