«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘ ХӘТЕРЕ ИЛҺӨЙӘРЛЕКТЕҢ НЫҠЛЫ НИГЕҘЕ
+  - 



Ҡала хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәнең ниндәй мәсьәлә менән асылыуын әйтеп бирер өсөн күрәҙәсе булыу ҙа кәрәкмәй ине: әлбиттә, ул 7 майҙа Владимир Путиндың инаугурацияһы темаһынан башланды.

Ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ил башлығының тантанала яһаған сығышының төп мәлдәренә туҡталып, Владимир Владимировичтың: "Рәсәйгә тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә алға китеш кәрәк. Уҙған йылдарҙа рәсәйҙәр ауыр иҡтисади һәм социаль проблемалар менән осрашты, шуға күрә әлеге ваҡытта булған барлыҡ мөмкинлектәрҙе тәү сиратта эске иҡтисади, технологик, илдең киләсәге, уның көнәркәшлек һәләтен үҫтереү өсөн файҙаланырға тейешбеҙ. Ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырғанда төп яуаплылыҡ дәүләт һәм муниципаль власть иңендә ята. Был йәһәттән властар алдында түбәндәге бурыстар тора: кешеләрҙең проблемаларын оҙаҡҡа һуҙмай хәл итеү, уларҙың тәҡдименә, иҫкәрмәһенә һәм талабына тейешле иғтибар биреү. Репутация, намыҫ, кеше хәленә инеүсәнлек, асыҡлыҡ властың барлыҡ кимәлендәге вәкилдәре өсөн дә беренсе урында торорға тейеш. Фән һәм технология, ҡалаларҙың яңырыуы, төбәктәрҙең үҫеше, әүҙем социаль сәйәсәт, белем биреүҙең һәм һаулыҡ һаҡлауҙың сифатын күтәреү, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау кеүек йүнәлештәр ҙә сифатлы алға китеш һәм әүҙем эшмәкәрлек талап итә", - тип билдәләүен һыҙыҡ өҫтөнә алып: "Ни өсөн был тезистарға ентекле туҡталам, сөнки улар барыһы ла беҙҙең көндәлек эшмәкәрлегебеҙҙе тәшкил итә. Уларҙы уңышлы хәл итеүгә ҡала халҡының йәшәү сифаты ла бәйле. Рәсәй Президентының сираттағы май указдарына ҡул ҡуйыуы ла мәғлүмдер. Уны үтәү буйынса тиҙ арала саралар планы эшләргә кәрәк", - тип, бурыс та йөкмәтте.
Иғтибарлы уҡыусы кәңәшмә һайын Ирек Ишмөхәмәт улының ниндәйҙер һабаҡ биреүенә шаһит. Был юлы ҡала хакимиәте башлығы граждандарҙың, йәғни йәмғиәттең мәҙәниәт кимәле түбән булыуына баҫым яһаны. Ни генә тимә, ер ҡарҙан асыла башлау менән урамдарҙы сүп-сар баҫһа, йорт ихаталары, шәхси йорттар урынлашҡан территориялар ысын мәғәнәһендә сүп ояһына әүерелә икән. "Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡыш буйы балкондан сүп-сар ташлай, тәмәке төпсөктәре ырғыта, шуға балкон тирәләре ҡарағыһыҙ була. Был күренеш йыл һайын ҡабатлана һәм йөҙҙәрсә кеше ҡалалағы миллионлаған халыҡтың артынан таҙартып йөрөргә тейеш. Ә бит юҡҡа ғына, таҙалаған урында түгел, сүпләмәгән урында таҙа тимәйҙәр. Ҡарап торһаң, хатта ҡала хакимиәте бинаһынан сыҡҡан аҡ күлдәкле, костюмлы кешеләр ҙә тәмәке төпсөктәрен урнаға түгел, шундағы ергә ташлап китә. Шул уҡ ваҡытта барыбыҙ ҙа ғәйепте кемдәндер эҙләйбеҙ", - тип, йәмәғәтселекте тәнҡит утына тотто Ирек Ишмөхәмәт улы.
Әйткәндәй, быйыл беренсе тапҡыр 18 партия вәкилдәренең "Биатлон" спорт комплексы битләүен таҙартыу буйынса экологик өмә уҙғарыуын да билдәләп китте ҡала башлығы. "Беҙ был акцияларҙың символик характерға эйә булыуын аңлайбыҙ, шуға ҡарамаҫтан, ҡалала тәртип булдырыуҙа граждандарҙың әүҙемлек күрһәтеүе - бик мөһим мәл", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Шулай уҡ кәңәшмәнең мөһим темаларының береһе булып бөйөк байрам - Еңеү көнө алдынан ҡаланың Махсуслаштырылған хеҙмәтләндереү комбинаты МУП-ының әһәмиәтле социаль акция үткәреүе - республикала ғына түгел, Волга буйы федераль округында, бәлки, тотош илдә, беренселәрҙән булып Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларының электрон хәтер китабын сығарыуы торҙо. "Беҙ шундай заманда йәшәйбеҙ: донъяның билдәле бер көстәре Икенсе донъя һуғышы тарихын боҙорға, унан еңеүсе совет халҡының ролен һыҙып ырғытырға, тарихтан хәтерҙе юйырға тырыша. Әлбиттә, дошмандар Европала еңеүселәргә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе алып ташлай, элекке СССР составындағы территорияларҙа тарих китаптарын ҡабаттан яҙа, матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә йәштәрҙең аңын томалай ала, әммә айырым шәхестең, аныҡ ғаиләнең тарихын боҙоп күрһәтеү мөмкин түгел. Әммә бының өсөн бер шарт булыуы мотлаҡ: ғаилә үҙенең тамырҙарын белергә, уларҙы һаҡларға һәм ата-олаталары тарихын, уларҙың йолаларын, иманын мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырырға тейеш. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? Беҙ һанлы технологиялар заманында йәшәйбеҙ һәм заман саҡырыуына технологик нигеҙҙә яуап бирергә тейешбеҙ. Электрон китап тап шундай яуап булып тора ла инде.
Бер инициатив төркөм офиста эшләне һәм ҡала зыяраттарында һуғышта ҡатнашыусылар ерләнгән ҡәберҙәрҙең координаталарын, шулай уҡ архивтағы мәғлүмәттәрҙе (390 мең яҙма) электрон картаға индерҙе, икенсе төркөм иһә зыяраттарҙа ҡәберҙәрҙе планшетҡа фотоға төшөрөп, шулай уҡ электрон картаны тулыландырҙы. Хәҙер теләгән кеше сайтта шәхси кабинет булдырып, яҡын кешеһе тураһында мәғлүмәт өҫтәй, шәжәрәһен яҙа ала. Әлеге ваҡытта республиканың ҡайһы бер ҡалалары ла инициативаны күтәреп алды һәм үҙ территорияларында ошо эште тормошҡа ашыра башланы", - тип белдерҙе ойошма етәксеһе Руслан Кинйәкәев.
"Был беҙҙең сираттағы уңышлы муниципаль тәжрибә һәм, моғайын, ул федераль кимәлдә ҡулланыу табыр, - тине Ирек Ялалов һәм ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтарына ауыл зыяраттарына ла инвентаризация үткәреп, һуғышта ҡатнашыусыларҙың ҡәберҙәрен асыҡлау, был эшкә йәштәрҙе йәлеп итеү зарурлығын һәм эште 22 июнгә тиклем тамамлау кәрәклеген белдерҙе: "Руслан Усман улының һүҙҙәрен тағы бер тапҡыр ҡабатлағым килә: эйе, йәмғиәттә йәштәрҙең аңын үҙгәртергә мөмкин, әммә ғаиләлә аңды үҙгәртеү, ғаилә хәтерен мейенән алып ташлау мөмкин түгел. Әгәр ғаиләлә ыңғай мәғәнәлә ата-олатайҙар культын булдырһаҡ - илһөйәрлектең иң ныҡ нигеҙе ошо була инде", - тине хакимиәт башлығы.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.18 | Ҡаралған: 712

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru