«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘНЕҢ РУХИ СӘЛӘМӘТЛЕГЕНӘ ИР - ИР УРЫНЫНДА, ҠАТЫН ҠАТЫН УРЫНЫНДА БУЛҒАНДА ӨЛГӘШЕЛӘ
+  - 



Ғаилә беҙҙең халыҡта иң юғары изгелектәр кимәленә күтәрелгән төшөнсә ине. "Ине" тибеҙ, сөнки бөгөн, нисектер, ғаилә фәлсәфәһе үҙгәрә төштө. Донъя кимәленән алып ҡарағанда был күренеш үтә лә күҙгә салына. Мәҫәлән, Японияла хәҙер ғаилә ҡорорға теләүселәр һаны шул тиклем аҙ, хатта был халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүсе иң ҡыҫҡа юл, тиелә. Һәм, белгестәр әйтеүенсә, был бәлә айырым милләттәрҙең генә проблемаһы түгел, ә Ер йөҙөнә килеүсе глобаль ҡурҡыныстарҙың береһе.
Ошо күренештәрҙе күҙ уңында тотоп, беҙ ғаилә психологы Әлмира ИСХАҠОВА менән бөгөнгө йәмғиәттә йәштәрҙең ғаилә ҡороуына тотҡарлыҡ иткән мәсьәләләрҙе асыҡлап китмәксебеҙ. Шул иҫәптән уларҙы хәл итеү, ыңғайға көйләү юлдарын да эҙләйәсәкбеҙ.

Әлмира Рамаҙан ҡыҙы, психологтар йәштәрҙең ваҡытында ғаилә ҡорорға теләмәүенең ниндәй сәбәптәрен аңлата бөгөн?

- Һуңғы ун-ун биш йылда йәмғиттә Ғаилә институты тигән төшөнсә бөтөнләй юҡҡа уҡ сыҡмаһа ла, уның нигеҙе ҡаҡшаны. Шул иҫәптән ғаилә ҡиммәттәре, уны ҡабул итеү, аңлау, күрһәтеү икенсерәк төҫ алды. Элек йәш кешегә, ғаилә - ул йәмғиәттең бер күҙәнәге, һин ғаиләле булғанда ғына ошо күҙәнәк була алаһың, тип аңлатһаҡ, хәҙер ғаилә улар өсөн иректе сикләү формаһын алды. Ҡамыт кейеү, ирекһеҙләү, елкәгә йөк алыу кеүегерәк күренештәрҙең аңлатмаһына әйләнде ғаилә тормошо. Быға тотош илдә барған кире күренештәр йоғонто яһаны ла. Мәҫәлән, элек ғаилә ҡороусы йәштәр ғаиләнең матди яғы өсөн артыҡ борсолманы, эшләгән парҙарға ҡалала фатир алыу, ауылда йорт һалыу артыҡ ҙур мәшәҡәт тыуҙырманы. Бөгөн иһә йәштәр өсөн иң ҡырҡыу һорау ошо. "Ипотека" тигән һүҙ генә лә уларҙы өркөтә ала һәм, үкенескә күрә, ошо һүҙгә бәрелеп, селпәрәмә килгән ғаилә караптары ла аҙ түгел.
Йәштәр араһында шулай уҡ үҙаллы булыу тигән бер төшөнсә лә бар хәҙер. "Үҙемде шәхес тип тойоу өсөн минең "шуным, шуным, шуным" булырға тейеш", тип ҡарай улар. "Шуным, шуным" тигән нәмәләр, улар, ғәҙәттә, машина, фатир, йорт, яҡшы эш булып сыға һәм быларҙы булдырыу ваҡыты йәш кешенең тиҫтәләгән йылдарын ала ла ҡуя.
Бына ошо мәсьәлә, йәғни, дөрөҫ булмаған йүнәлеш - ата-әсәнән килә. Беҙҙең быуынды, мәҫәлән, ниндәй девиз менән үҫтерҙеләр: башта - уҡыу, унан - эш, унан ғына ғаилә. "Кейәүгә сығып, бала табып өлгөрөрһөң, иң беренсе диплом кәрәк", тигәнде һалдылар ҡыҙҙар аңына, шулай бит? Бына ошо ориентир яйлап үҙ көсөнә инде лә инде. Шул тәрбиәлә үҫкән беҙ ҙә балаларыбыҙға иң беренсе сиратта уҡыу һәм эш кәрәклеген төшөндөрҙөк. Ә ғаилә кәрәклеген аңлатырға оноттоҡ. Сөнки беҙ үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ ғаилә ҡиммәттәрен. Беҙ уны үҙенән-үҙе килеп сыға торған бер нәмә, йәғни, елгә осоп киткән орлоҡтан үҫкән ағас һымаҡ, тип кенә ҡарайбыҙ. Ә ул ағастың орлоғон һайлап, ерен ҡарап, тәрбиәләп, бәпләп үҫтергәндә күпкә көслөрәк һәм мәғрурыраҡ булырын күҙ уңынан ысҡындырабыҙ. Йәғни, баланы бәләкәйҙән ғаиләгә ылыҡтырырға, икенсе кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора, тота белергә, ҡыҙ баланы - ҡатын, ир баланы ир роленә әҙерләргә онотабыҙ.

Нисек кенә күрмәҫкә, иғтибар үҙәгенә алмаҫҡа тырышһаҡ та, ирекле никахта көн итеүселәр һаны артҡандан-арта. Хатта граждандар никахы тип тә әйтеп булмайҙыр быны. "Йәшәп ҡарайбыҙ", тиҙәр йәштәр, "Бер-берегеҙҙе һынап ҡарағыҙ", ти ололар. Кемдәрҙер никах та уҡытҡан була, әммә бындай ғаилә иш-тәре бер-береһе өсөн артыҡ яуаплылыҡ алмай. Ҡатын кеше балаға уҙмай, сөнки ишенә ышанмай. Егет кеше матди яҡты ҡайғыртмай, сөнки тағы ла яҡшырағы килеп сығыр, тигән өмөтөн юғалтмаймы...

- Әлеге принциптарҙың ҡаҡшауы бында. Кешеләр бер-береһен файҙалана. Ваҡытлыса файҙаланып тороу бит инде бындай мөнәсәбәттәр, асылда. Бында мөхәббәт тигән төшөнсәнең еҫе лә юҡ. Хатта хөрмәт итеү ҙә самалылыр. Балаларына "йәшәп ҡараһындар" тип ҡул һелтәгән ата-әсәнең моңһоҙлоғоноң сиге юҡ, тимәк. Берәү менән йәшәп ҡарар, икенсе менән йәшәп ҡарар, саҡ ҡына мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыу менән еңелерәк булған өсөнсөһөн табыр. Асылда, донъялар нисек кенә заманса булып, яңы ҡараштар, яңы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгәндә лә, ике кешенең - ир менән ҡатындың аралашыуы донъя барлыҡҡа килгәндән алып бер нигеҙгә - яратыуға һәм ихтирамға ҡорола бит. Яратҡан һәм хөрмәт иткән ҡыҙын ир-егет "йәшәп ҡарап" кәмһетмәйәсәк, ул уны тиҙерәк үҙенеке итергә, үҙ территорияһында тоторға, орлоғо менән аталандырырға - балаларына әсәй итә һалырға ынтыласаҡ. Был тәбиғәт законын әлегәсә үҙгәртә алған йәмғиәт юҡ.
Интернет төркөмөндә бер башҡорт ҡыҙы яҙғанды уҡып ултырам. Уҡыуҙы тамамлаған көндө егетем "бергә йәшәйек" тигән тәҡдим яһаны, тип, атҡа менгәндәй ҡыуана. Өйләнергә теләге бар егеткә диплом да, уҡыу ҙа мөһим түгеллекте аңламай. Йәғни, үҙенең ҡыҙ бала булараҡ дәрәжәһен баһалай белмәй, уға быны өйрәтмәгәндәр. Дипломлы белгес булғас, хаҡым, баһам күтәрелә төшә икән, тип ышана. Ысынында уны ҡатын-ҡыҙ итеп баһаламаған егет, әйтерһең, һөнәр эйәһе итеп баһалай. Эй, ҡыҙҙар-ҡыҙҙар...
Йәштәр тормошондағы барлыҡ хаталар ололарҙың, ата-әсәнең моңһоҙ ризалығы арҡаһында башҡарыла. Ғаиләлә ниндәйҙер тәртиптәр талапсан ҡуйылған, ниндәйҙер тыйыуҙар һәм сикләүҙәр бар икән, бала быға өйрәнә һәм барыбер ошо юҫыҡты тота. Тәртип юҡ икән, ул нисек килеп сыға, шулай йәшәй...
Мин, мәҫәлән, ике ҡыҙ баланың әсәһе булараҡ, балаларымдың кемдеңдер берҙән-бер һәм мәңгелек йәре булыуын теләйем. Кейәү буласаҡ кешенең мотлаҡ килеп фатиха һорауын, ата-баба йолаһы буйынса йәрәшеүен, никахлашыуын, ҡыҙым өсөн яуаплылыҡ алыуын талап итәсәкмен. Һәм һәр әсәнең дә шулай итерен теләр инем. Ул осраҡта "йәшәп ҡараусылар" ҙа аҙыраҡ булыр ине.

Бөгөнгө ғаиләләр бик заманса йәшәй, ир менән ҡатын араһында артыҡ айырма юҡ, муйын-баш төшөнсәһе лә актуаль түгел хәҙер. Ир ҙә, ҡатын да руль артында, икеһе лә күпләп аҡса эшләй ала, декретта ла ирҙәр ултырырға мөмкин, күп осраҡта ғаиләнең туйындырыусыһы ҡатын-ҡыҙ булып сыға һ.б. Бөтөн был замансалыҡ, үҙгәрештәр башҡорт ғаиләләрен дә урап үтмәй, шулай бит? Һәм ошолар беҙҙең ғаиләләрҙең милли һыҙаттарын, ғаилә ҡиммәттәрен бөтөнләй юйып бөтөрмәҫ микән, нисек уйлайһығыҙ?

- Заман үҙе үҙгәрмәй ул, уны беҙ үҙебеҙ үҙгәртәбеҙ. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ ролен - ир, ир-егет ролен ҡатын-ҡыҙ башҡара алмай. Башҡарған хәлдә лә - сараһыҙҙан. Шунан бер ҡатын да "Ирҙәр эшен эшләп тик йөрөйөм, шундай рәхәт", тимәй бит. Күп осраҡта улар "шундай арыным" тип зарлана. Дөрөҫ ғаиләлә, йәғни ир - ир урынында, ҡатын ҡатын урынында булғанда, ғаиләнең рухы сәләмәт була. Ҡатындың нервылары тыныс, ул ҡуҙғып-ҡаңғырып бармай, үҙен ҡарарға ваҡыт таба. Ҡатын ир кеше үҙ ролен дөрөҫ башҡарған ғаиләлә генә тыныс була ала. Үҙен кәрәкһеҙ, ҡәҙерһеҙ йәки артыҡ әрһеҙләнгән итеп тойған ҡатын-ҡыҙ бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лә невротикка әйләнә ала. Ә был осраҡта инде тотош ғаилә бәхетһеҙгә әүерелә. Һәр кешелә ҡан хәтере тигән төшөнсә бар. Нисек кенә заманса булып ҡыланһаҡ та, беҙ үҙебеҙҙәге ҡан хәтерен юйып ташлай алмайбыҙ. Бигерәк тә ир-егеттәр. Улар ҡатын-ҡыҙға баш булырға һәм үҙ иректәренә буйһондорорға тейеш икәнлекте белә, иҫләй. Ғаиләһендә шундай халәткә өлгәшә алғандары эске гармонияға, йәғни бәхеткә килеп етә лә. Ҡатынының күңелен арбай алмаған ир-егеттәр ғүмер буйы эске көрәш менән йәшәргә һәм шул көрәш барышында яйлап-яйлап ҡыйралыуға мохтаж. Бындай көрәштән улар үҫмәй, көсәймәй, киреһенсә, мәхлүкләнә генә бара. Ошоларҙы иҫәптә тотоп, ир менән ҡатын үҙ-ара мөнәсәбәттәренең психологияһын да өйрәнһен, төшөнһөн ине. Бер-береңде физик һәм финанс хеҙмәтләндереүҙән тыш, энергетик туҡландырыу ҙа барлығын онотмаһындар. Мөнәсәбәттәрҙә лидерлыҡҡа ынтылыу шәхестәрҙең формалашып етмәүен генә күрһәтә. Ысын лидерлыҡ - ул эргәңдәге икенсеңде тапамау, иҙмәү, көслө булған өсөн түгел, ә аҡыллы булған өсөн алда барыу.

Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар, яңғыҙ бала тәрбиәләгәндәр бихисап хәҙер. "Эй, ул ирҙәр!" тип ҡул һелтәү бар. Ә бит беҙ тарихтан башҡорт ир-егеттәрен юғары дәрәжәле, батыр, көслө, яуаплы итеп беләбеҙ. Быуаттарҙың ҡайһы осорондалыр шулай үҙгәрҙеме ир-егеттәребеҙ, йәки ҡасан килеп инде ул ҡатын-ҡыҙ теленә ирҙәргә ҡарап "э-эй" тип ҡул һелтәү?

- Иң беренсе беҙ ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр бер үк зат түгел икәнлегебеҙҙе онотмайыҡ. Беҙ икебеҙ ике төрлө енес һәм бер-беребеҙҙән бик ныҡ айырылабыҙ. Беҙ бер төрлө уйламайбыҙ, бер төрлө фекерләмәйбеҙ, күп нәмәгә башлыса ике төрлө ҡараштабыҙ. Беҙҙең тән дә, көс тә, аҡыл да, хистәр ҙә ҡырҡа айырыла. Шул иҫәптән күп осраҡта ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙан бер нәмә лә талап итмәй. Ә ҡатындарҙың талабының иге-сиге юҡ.
Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән әсәй булыуға, тәнендә икенсе йәнде үҫтереп сығарып, уның рухын формалаштырыуғаса тәрбиәләүгә көйләнгән. Быны ул үҙ аҡылы менән уйлап табып башҡармай. Был уға һалынған. Шуға ла ул бер нисек тә балаһы менән бәйләнешен өҙә алмай, ниндәй хәлдә лә уны баға, ҡарай. Ә ирҙәргә был аң һалынмаған. Улар баланы ҡатын-ҡыҙ аша ғына ҡабул итә. Ҡатын был икәүҙе үҙе аша яраттыра һәм өйрәтә икән - була, ҡатын уларҙы айыра икән - улар бер-береһен оноторға ла мөмкин.
Ир һәм ҡатын айырмалыҡтарын үрҙә башлағайныҡ инде, шуны дауам итәйек. Ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан тағы ла бер айырмалығы - һүҙ. Ир халҡына бөтә нәмәне лә: теләктәрҙе, хыялды, талапты, шарттарҙы тел менән әйтергә кәрәк. Улар һүҙ менән программалана. Тыныс һәм асыҡ итеп уға теләктәреңде еткерә белергә кәрәк. Ул үҙенән нимә теләгәндәрен һәм көткәндәрен аныҡ белһен. Ирҙәр психикаһы ҡапылғара үҙгәреүгә, бер пландан икенсегә ырғыуға, ваҡ-төйәк хистәргә тарҡалыуға яраҡлашмаған. Уларға ҙур план, маҡсат һәм илһамландырып тороусы кәрәк. Ә ҡатын ғаиләлә шундуҡ әсәй роленә инә лә китә. Ул баланы ла, ирҙе лә туйындырып, өҫтәрен ҡарап, тәрбиәләп торорға тейешмен, тип кенә уйлай. Тәрбиәләйем, тип, уларҙы сикләй, туҡтауһыҙ игәй, уларҙың ҡарашын үҙенсә үҙгәртергә тырыша, оҡшамаһа, үпкәләй, киреләнә башлай. Үкенескә күрә, ҡатын балаһын да, ирен дә нисек бар шулай итеп ҡабул итә белмәй - был уның бәләһе лә.
Бөгөн баланы яңғыҙ тәрбиәләүҙән бер нисек тә ҡасып булмай, әммә әсә ҡулында үҫкән ир баланың эске донъяһы ҡатын-ҡыҙҙыҡына оҡшаш була. Ул спорт менән дә шөғөлләнергә мөмкин, башҡа төрлө лә үҫешергә мөмкин, әммә киләсәктә ҡатын-ҡыҙҙар уға тартылмаясаҡ. Хатта өйләнеп йәшәп киткән хәлдә лә уның янындағы ҡатын үҙен тулыһынса бәхетле итеп тоймаясаҡ. Ул үҙен икенсе ҡатын менән йәшәгән кеүек хис итәсәк һәм яйлап был икәү араһында бер-береһен баҫырға тырышыу башланасаҡ. Был донъя психологтарының шундай күңелһеҙ күҙәтеүе.
Был мәсьәләлә мин ике енес, енестәр мөнәсәбәтенә ҡағылышлы белем эстәү яҡлымын. Ҡатын-ҡыҙға ир-егеттән нимәлер талап итер, уны кәмһетә башлар алдынан, бәлки, уларҙың физиологияһын, психологияһын өйрәнеү зарурҙыр? Ҡатын-ҡыҙҙың "тейеш"е бик күбәйеп китте. Ә бит ул тейештәр бер ерҙә лә яҙылмаған, улар ҡанун түгел. Уларҙы шул уҡ ҡатын-ҡыҙ үҙе уйлап сығарған. Ир-егеткә лә шулай уҡ. Малайҙарға әсәй булған ҡатындар бит, мәҫәлән, улдарының ғаиләһендә хөрмәтле ир булып йәшәүен теләйәсәк. Үҙҙәре лә кемгәлер арҡа терәп, һөйкәлеп йәшәүгә бик риза булырҙар ине. Ирҙәр ҙә ҡатын-ҡыҙ менән идара итеүҙе барыһынан да өҫтөн ҡуясаҡ. Шунлыҡтан, аңлай беләйек бер-беребеҙҙе. Әрләгәндән йәки кәмһеткәндән генә берәү ҙә үҙгәрмәйәсәк. Ә аңлап эш иткәндә, ыңғайға өмөт бар.

Иртә никахҡа инеү борон ғына түгел, хәҙер ҙә бар. Башҡортостанда никах йәше етмәйенсә ғаилә ҡорғандарҙың һаны артмай, әммә был һандар борсомай ҙа ҡалмай. 2015-2017 йылдарҙа 18 йәше тулмағандар араһында 1377 кеше никахҡа ингән. Былтыр 25 мең никах таныҡлығы алыусының 208-е - үҫмерлек осоронан яңы ғына сығыусы балалар.

- Ғаилә психологияһы күрһәтеүенсә, никахҡа ингәнсе мотлаҡ психологик әҙерлек кәрәк. Башлы-күҙле булырға ашыҡҡан балиғ булмағандарҙың күбеһе ата-әсәһе менән уртаҡ тел таба алмай, үҙаллы булырға ынтылып, тиҙерәк атай йортонан сығып китергә тырыша. Бындай ғаилә ҡороуҙарҙың сәбәпсеһе булып, ғәҙәттә, ауырға ҡалыу тора. Тормош тәжрибәһе булмау, икенсе яртың, сабыйың алдында бурыстарыңды аңлап етмәү, мөнәсәбәттәр көрсөгөн еңеп сыға алмау, аҡса юҡлығы, бала тыуғас, иректең сикләнеүе - быларҙың барыһы ла йәш парҙарҙың бер-береһенә ҡарата булған хистәренә кире йоғонто яһай, тормош мәшәҡәттәре баҫып, хистәр һүнә. Айырылыуға ла улар еңел-елпе ҡарай, ғаиләнең емерелеүен дә фажиғә тип ҡабул итмәйҙәр. Уларҙың балаларын ата-әсәләре ҡарарға мәжбүр. Шуға ла иң тәүҙә үҫмер тәрбиәләнгән ғаиләлә тыныслыҡ, ышаныс яйға һалынырға тейеш. Һәр йәш ғаилә, теләйме, теләмәйме, үҙенең ғаиләһе миҫалында ояһын ҡора бит. Балиғ булмаған йәштә характер формалашып етмәй, яуаплылыҡ тойғоһо бөтөнләй булмай. Йәш парҙар конфликтты дөрөҫ, аҡыллы итеп хәл итеү юлдарын белмәй. Бер аҙ күҙ-баш алғас, танауҙарына еҫ кергәс, тип әйтәйек, улар икенсе кешеләрҙе һайлап та ҡуя. Бөгөн "борон йәшләй өйләндергәндәр - йәшәгәндәр" тигән фекер менән эш итеп булмай. Йәштәр үтә лә үҙаллы хәҙер, хатта артыҡ үҙаллы, тип әйтергә кәрәк. Ата-әсә балаһы менән идара итеү хоҡуғын күптән юғалтҡан. Иртә никахҡа инеү ҙә йәки никахһыҙ булып олоғайыу ҙа, шул уҡ никахһыҙ йәшәп ятыуҙар ҙа ололарҙың йәш быуынға битарафлығынан килә.

Ғаилә психологияһы бит шулай ҙа донъя кимәленән алып эш итә. Ә бына, мәҫәлән, башҡорт ғаиләһе менән эшләү, уларҙың проблемаларын анализлау өсөн айырым әҙәбиәт йәки айырым белем, мәғлүмәттәр кәрәкме?

- Йыш ҡына бала саҡта уҡыған "Кәмһетелгәндәр", "Ырғыҙ", "Бөйрәкәй" кеүек беҙҙең халыҡтың менталитетын сағылдырған әҫәрҙәрҙе ҡабаттан уҡып алырға яратам. Бына шул әҫәрҙәрҙә башҡорт ҡатынының ир-егет менән тиңләшеү осоро бик әсендергес итеп күрһәтелә. Нисек ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ һала, сәс ҡырҡа, йыйылыштарҙа тороп хәбәр һөйләй, етәкселек вазифаларына һайлана. "Нигә кәрәк булды һеҙгә был? Ни өсөн киләсәк ҡатын-ҡыҙҙарын уйламайһығыҙ?" тигән һорау туҡтауһыҙ башта өйөрөлә һәм бөгөнгөгә ҡарап, ирониялы йылмайырға ғына ҡала.
Башҡорт ғаиләләре менән эшләгәндә мин, әлбиттә, милли характер һыҙаттарын күҙ уңында тотам. Кеше нисек кенә замансалашҡан булһа ла, унда милли үҙаң һаҡлана, тип әйттек бит үрҙә. Ниндәйҙер һүҙҙәр, миҫалдар менән унда ошо аңдың бер өлөшөн генә булһа ла уятырға мөмкин. Ә инде күптәр үҙҙәре лә бәргеләнеп-һуҡҡыланып йөрөп, төрлө юлдарҙы самалап ҡарап, барыбер ҙә ошо ыҙанға төшә.
Башҡорт ғаиләләрендәге проблемаларҙың береһе - баҫылғанлыҡ. Теләктәрҙе, хистәрҙе әйтеп бирә белмәү, эске донъяны йәшереү. Бер-берең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә белмәү. Иркәлек, наҙлылыҡ етмәй тағы ла. Комплекстарҙан арына алмай күптәр. Ҡатын-ҡыҙ үҙ холҡондағы йомшаҡлыҡты, ир-егет ҡатылыҡты сығара алмай ғүмерен үткәрә. Бер-береһенән үҙенә кәрәк сифатты тапмау, көтөп ала алмау яйлап ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уята. Был тойғо ҡар өйөмө кеүек үҫә-ҙурая барып, бәхетһеҙлеккә килтерә.
Ир-егеттәрҙең пассивлығы һәм ҡатын-ҡыҙҙың активлығы ул бер беҙҙең халыҡҡа ғына хас сифат түгел. Шунлыҡтан, үҙебеҙҙекеләргә ундай тамғаны тағырға ашыҡмай торайыҡ. Әлеге мәлдә әүҙемлегебеҙҙән үҙебеҙ ыҙа күрәбеҙ бит, ә ир халҡы түгел. Тимәк, беҙ үҙебеҙгә генә зыян итәбеҙ. Бәлки, ошо урында туҡтап ҡына уйланырға кәрәктер һәр беребеҙгә: хаҡлы булырға теләйбеҙме, әллә бәхетлеме?

Бер тапҡыр ауыҙы бешкәс, икенсеһен өрөп ҡабырға ҡурҡып йәшәүселәр ҙә байтаҡ. Бына ошо ҡаршылыҡты үтә алмаусыларға иң ябай кәңәштәр ниндәй?

- Иң беренсе, үҙ өҫтөңдә эшлә. Әгәр һине беренсе никахтағы мөнәсәбәттәр ҡәнәғәтләндермәгән икән, бында ул кеше генә ғәйепле тигән һүҙ түгел. Үҙеңдә ниндәй хаталар булған, шуларҙы анализла. Үкенескә күрә, кеше үҙен һәм үҙенең ҡылыҡтарын ситтән тикшерә алмай. Психолог ярҙамынан баш тартырға ярамай, ул һиңә туғандарың йәки дуҫтарың кеүек, бер яҡлы кәңәш бирмәйәсәк, ул һинең тормошоңдо төрлө яҡлап, киң даирәлә күҙәтеп сығасаҡ һәм һығымталарҙы һеҙ бергә яһаясаҡһығыҙ. Кеше үҙе үҙгәрмәй тороп, уға башҡаларҙың ҡарашы ла үҙгәрмәй. Һин үҙеңде нисек һәм ниндәй кимәлгә ҡуяһың, эргәңдәге кеше лә шулай баһалай. Икенсе яҡтан, айырылышыу - ул кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәт ҡора белмәүе. Йәки күп осраҡта ҡорорға теләмәүе. Ә мөнәсәбәттәр өҫтөндә ғүмер буйы эшләргә, хеҙмәт итергә кәрәк. Ниндәйҙер бер сәбәптәр арҡаһында ике яҡ та был мөнәсәбәттәр өҫтөндә хеҙмәт итергә теләмәй, ҡул һелтәй ҙә - ғаилә тарҡала. Ә бит икенсе кеше менән дә шундай уҡ хеҙмәт талап ителәсәк. Унда ла барыһы ла ябай һәм еңел генә булмаясаҡ.
Парҙарҙың хатаһы - бер-береһен тәрбиәләү. Юҡ, бер-береңде түгел, ә үҙеңде тәрбиәләргә кәрәк. Һин ошондай эшкә, үҫешкә, ҡатмарлы үҙгәрештәргә әҙерме - ҡор ғаилә, юҡ икән - уйлан, эҙлән, аҡыл йый.
Яңғыҙлыҡта комфорт тапҡан кешеләр ҙә етерлек. Былар, ғәҙәттә, артыҡ көслө, хаким, тәрән холоҡлолар. Улар төрлө эмоциональ мәлдәрен дә, ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы үҙаллы күтәреп, үткәреп өйрәнгәндәр. Кемдәндер ярҙам, рухи терәк эҙләмәйҙәр. Был кешеләр әҙәм йәненең Аллаһы тарафынан тулы һәм камил итеп яратылыуының бер өлгөләре ул. Асылда, йән ул берәүҙең дә яртыһы түгел, ә үҙе айырым һәм тулайым. Әммә шул уҡ ваҡытта Хоҙай беҙҙе ишлебулып, йәнебеҙҙе бер-беребеҙ-гә баҫып йәшәргә лә өйрәткән. Сабырлыҡ, түҙемлелек, аяулылыҡ, изгелек, яуаплылыҡ кеүек иң матур сифаттар ҙа тап ғаиләлә тәрбиәләнә бит. Ишең менән дөрөҫ мөнәсәбәттәр ҡора белгәндә генә ғаилә ике йәндең ожмахына әйләнә.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Һәр йәш кешегә ғаилә ҡорорға кәрәк", тип тамамланы һүҙен ғаилә психологы. Кеше асылының күп яҡтары ғаиләлә төҫ ала һәм ул үҙ асылының күп яҡтарын ғаиләлә аңлай. Хатта ул ғаилә уңышһыҙ булған хәлдә лә. Мәҡәләне уҡып сыҡҡан һәм ғаилә психологына һорауҙары булған гәзит уҡыусыларҙан хаттар көтөп ҡалабыҙ. Һеҙҙең һорауҙарығыҙға тулы һәм профессиональ яуаптар буласаҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.18 | Ҡаралған: 784

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru