«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘЙҒӘМБӘРМЕ, ПӘЙҒӘМБӘРМЕ?
+  - 



Ниһайәт, ваҡыт табып, һеҙгә, "Киске Өфө" гәзите редакцияһына, хат яҙып ебәрергә булдым. 2016 йылдан бирле йыйына инем инде, сөнки гәзитте шул йылдан ғына алдыра башланым. Осраҡлы тип әйтерлек ҡулыма килеп эләккән "Киске Өфө" күңелемә май булып яғылды ла ҡуйҙы һәм мин:"Нишләп мин был гәзитте ошоға тиклем күрмәй, белмәй йөрөнөм икән?"- тип аптыраным.
"Киске Өфө" гәзитендә күтәрелгән бөтөн мәсьәләләр ҙә минең өсөн бик мөһим һәм көнүҙәк, шуға ла мин уның килгән бер һанын (йәл булһа ла) киҫкеләп, тематика буйынса айырып туплап барам. Үҙем дә туған телебеҙҙең байлығы, таҙалығы, дөрөҫ яҙылышы һәм дә ҡулланылышы мәнфәғәтендә хәлемдән килгәнде эшләргә тырышам, кәрәк икән, тәнҡитләп алыуҙан да тартынмайым. Тел хазиналарыбыҙ уртаҡ байлығыбыҙ бит. Шуға ла ошо мәсьәлә буйынса килешмәгән саҡтарымда ризаһыҙлығымды белдереп, гәзиттәргә хаттар ҙа яҙып ебәргеләйем. Мәҫәлән, бына нисә йылдар инде "бәйғәмбәр" һүҙен "пәйғәмбәр" тип яҙыуҙарға ҡаршы ризаһыҙлығымды белдерә киләм. "Йәшлек" менән "Киске Өфө"лә генә "бәйғәмбәр" һүҙе дөрөҫ итеп яҙыла, ә ҡалғандар, мәҫәлән, "Башҡортостан" гәзите менән "Башҡортса дини календарь" һаман "пәйғәмбәр" тип яҙа. Был турала мин Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт менән дә һөйләшеп ҡараным, әммә ул, ҡайһы варианттың дөрөҫлөгө-дөрөҫ түгеллеге иҫбат ителмәгән, тип кенә ҡуйҙы. Башҡорт телендәге Ҡөрьән-Кәримдә "бәйғәмбәр" тип яҙылғас, башҡалар өсөн дә ул өлгө булырға тейештер бит?
Бер саҡ ошо һорауымды Сәлмән Ярмуллинға төбәгәйнем, ул мине ҡәнәғәтләндерерҙәй яуап биргәйне. Әммә шунан һуң да хата төҙәтелмәне. С. Ярмуллиндың был мәсьәләгә ҡарата фекерен "Киске Өфө"лә лә баҫтырһағыҙ ине. Бәлки, был юлы ниндәйҙер дөрөҫ фекер тупланыр ошо мәсьәләлә.
Дим ӘХМӘҘИЕВ.
Нефтекама ҡалаһы.

Дим Әхмәҙиев дөрөҫ әйтә, бик яҡшы тел белгестәре тарафынан эшләнгән башҡорт телендәге Ҡөрьән-Кәримдә алынған терминдар башҡалар өсөн өлгө булырға тейеш. Ғәрәп булмаған халыҡтар телендә сыҡҡан ошондай Ҡөрьән тәфсирҙәре араһында тиңе булмаған ошо китапты әҙерләгән авторҙар коллективы юҡҡа ғына республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булмағандыр бит!
Яңыраҡ башҡорт телендә ошо терминдың ҡайһы варианты файҙаланылырға тейеш тигән бәхәс интернеттағы бик күп зыялы башҡорттарҙы туплаған бер төркөмдә лә ҡупты. "Бәйғәмбәр" тип "башҡорт"лаштырыу кәрәкмәй, "п" булырға тейеш", - тип һанаған милләтебеҙҙең аҫыл заттары булған атаҡлы яҙыусы Йыһат ағай Солтановҡа ла, "Халыҡ пәйғәмбәр тип әйтә бит. Шулай яҙылырға тейеш инде ул", - тигән ғалимә Ғәҙилә апай Бүләковаға ла, "Дөйөм төркиҙә шулай. Ул бит парта урынына барта тип һөйләшеү ише генә түгел - Аллаһы Тәғәләнең Рәсүле. Диалект та, тел дә әйләнмәгән - акцент, унан уҡымышһыҙлыҡ та", - тип иҫәпләгән әҙибә һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл апай Ситдиҡоваға ла ихтирамым бик ҙур. Иллә мәгәр был йәһәттән улар менән килешмәйем һәм "бәйғәмбәр" тип яҙыусы "Киске Өфө" менән "Йәшлек" гәзиттәрен хуплайым. Улар икеһе лә элек-электән алдынғы ҡарашлы, һүҙлек яһаусыларҙан ун йыллап алда барыусы, ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзиттәре булыуын шуның менән тағы бер ҡат иҫбатлай.
Беренсенән, "пәйғәмбәр" ул төрки һүҙе түгел, төркиҙәргә фарсы теленән ингән. Икенсенән, әгәр ҙә ул һүҙ тәү сығанаҡта нисек әйтелгән башҡорт телендә лә тап шулай әйтелергә һәм яҙылырға тейеш тигән принципиаль позицияла торабыҙ икән, ул сағында ул принципты фарсынан ингән бүтән һүҙҙәргә ҡарата ла файҙаланырға кәрәктер бит. Ул сағында, әйҙә, "батша" һүҙен дә, элек беҙҙең өләсәйҙәр һөйләшкән кеүек барта, бартийә, барахут тип һөйләшмәйек тип, лексикондан алып ташлап, тик фарсыса "падишаһ" тип кенә яҙайыҡ һәм әйтәйек. Сөнки ул - тап шул падишаһ һүҙенең башҡортсаға ауҙармаһы.
"Бот" һүҙен дә, тамырһүҙгә тура килһен тип, "пот" тип яҙыуға күсәйек. Тимәк, татарҙар, һеҙҙеңсә, "патша", "пот" тип дөрөҫ яҙа булып сыға ла, ә үҙ сингармонизм ҡанундары булған башҡорт телендә "батша, бәйғәмбәр, бот" тип яҙыу дөрөҫ түгел. Өсөнсөнән, беҙҙең Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла яҡтарында ябай халыҡ, теле әҙәби тел йоғонтоһона бирелмәгән ололар Бәйғәмбәр тип әйтә. Башҡа төбәктәр тураһында әйтә алмайым, махсус өйрәнмәнем, әммә Ғәҙилә апайҙың ауылдаштары ауыҙынан Бәйғәмбәр тигәнде үҙ ҡолағым менән ишеттем, Аллаһы Тәғәлә үҙе шаһит!
Шулай уҡ, әстәғәфируллаһ, "бәрей" һүҙен дә көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш төбәктә ололар "пәрей" тимәй. Ул һүҙҙе лә "б" менән яҙырға кәрәк тип иҫәпләйем. Әгәр үрҙә телгә алынған принципҡа барып, "п" менән яҙабыҙ икән, ул сағында, шул уҡ принципты боҙоп, нишләп "бире"не фарсыса "пире" тип яҙмайбыҙ, Аллаһ һаҡлаһын! Башҡорт телендәге "Енләнеү"ҙең синонимы булған "Бирләнеү" һүҙен дә "Пирләнеү"гә алыштырайыҡмы инде?
Аҫыл башҡорт телендә "п" өнө башта килгән һүҙ юҡ. Шуның өсөн дә башҡорттарҙың сит телдән үҙләштерелгән "п" өнө башта килгән һүҙҙе күпселек осраҡта б-ға алмаштырғаны билдәле. Ә бит ундай һүҙҙәр бер фарсынан ғына инмәгән беҙгә. Мәҫәлән, урыҫ теленән килеп ингән "паренька" һүҙен дә бит күп башҡорттар, рәхәтләндереп, ауыҙ тултырып, "бәрәңге" тип әйтә һәм яҙа. Нишләп асыл һүҙҙе боҙабыҙ, әйҙәгеҙ, паренькаға, һис юғында, пәрәңкегә күсегеҙ. Әллә теге принцип төрлө һүҙҙәргә ҡарата төрлөсә эшләйме? Ул сағында ул ниндәй принцип булып сыға һуң?
Дүртенсенән, Бәйғәмбәр һүҙе ул ғәрәп телендәге Рәсүлуллаһ, йәғни Аллаһ Илсеһе мәғәнәһен бирмәй. Ул ғәрәптең "нәби" һүҙенең ише. Урыҫса Аллаһ илсеһе - Посланник, ә Бәйғәмбәр менән Нәби пророк була.
Донъя яратылғандан алып кешелеккә 124 мең бәйғәмбәр килгән, ә Аллаһ Илселәре - 25 кенә. Бәйғәмбәрҙәр араһында башҡорттар ҙа булғанына иманым камил. Йылайыр районының Хәйбулла районы менән сиктәш бер төпкөл, таулы-урманлы төбәгендә, Йыһат ағайҙың тыуған еренән бигүк алыҫта түгел ерҙә, совет осоронда ла манараһы ауҙарылмай ултырып ҡалған мәсете булған хикмәтле Ҡаҙырша ауылы эргәһендә тағы ла хикмәтлерәк бер урын бар. Заманында данлыҡлы Мөжәүир әүлиә килеп, эргәһендә өсәр көн туҡталып, намаҙ-доғалар ҡылып ятҡан, ана шул 124 мең бәйғәмбәрҙең береһе булған башҡорт бәйғәмбәренең эҙҙәрен һаҡлаған Бәйғәмбәр ташы тигән урын ул. Урындағы халыҡ уны бер ҙә "Пәйғәмбәр ташы" тимәй. Белеүселәр, һынсылдар әйтеүенсә, ул ерҙән шундай көслө ыңғай энергия сыға, күрер күҙгә нур бөркөлөп тора. Мәшһүр Мөжәүир хәҙрәттең унда йыш булыуы ла - быға ҙур дәлил.
Шул уҡ ваҡытта "Башҡорт халыҡ ижады"ның тултырылып, ҡабаттан эшкәртелеп сығарыла башлаған томдарында ла "бәйғәмбәр" тип алына. Уларҙы ла атаҡлы тел һәм әҙәбиәт ғалимдары әҙерләгән.
Һүҙемде тамамлап, шуны әйтмәксемен: беҙ ғәрәп-фарсынан да, хатта төрки-татарҙан да ныҡ айырылып торған, ғөмүмән, донъялағы бөтөн телдәрҙә лә акцентһыҙ һөйләшә алырҙай һығылмалы, йомшаҡ, наҙлы, үҙ ҡанундары булған телле халыҡбыҙ. 11-се быуатта уҡ данлыҡлы Мәхмүт Ҡашғари үҙенең "Диуани лөғәт әт-төрк"ен ижад иткәндә юҡҡа ғына башҡорт телен бүтән төрки телдәрҙән бер яҡ ситкә ҡуймаған. Үҙебеҙ булып ҡалырға кәрәк. Урыҫтың "печь" һүҙен - мейес, "печать" һүҙен мисәт тип, ыһ та итмәй, үҙебеҙсә яҙған кеүек, төрки-татарға эйәрмәйенсә, "Бәйғәмбәр" тип, үҙебеҙсә яҙайыҡ. Күптәр һылтанғанса, ул һүҙҙең һүҙлеккә ингәнен көтөп ултырмайыҡ, ул һүҙлек килеп сыҡҡансы тағы 20-30 йыл үтеп китеүе ихтимал (Бәрәңге һүҙенең һүҙлеккә ингәнен көтөп ултырманыҡ бит!)

Сәлмән ЯРМУЛЛИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.18 | Ҡаралған: 830

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru