«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫН ЗАМАНСАЛАШТЫРЫУҒА ҠАРШЫМЫН
+  - 

Бөгөн башҡорт эстрадаһы яңынан-яңы исемдәр менән тулылана тора. Һәләтле йәштәрҙең күбеһен беҙ белеп тә бөтмәйбеҙҙер, шулай ҙа араларынан үҙенсәлекле тауышы, матур йырҙары менән күңелде яулаусылары һис шикһеҙ бар. Йәшлек - ул үҙе матурлыҡ, үҙе батырлыҡ, был ваҡытта нимә генә эшләһәң дә килешә икән, тип уйлайһың уларға ҡарап. Ошондай башҡарыусыларҙың береһе, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Рәфис СИРУСИН менән таныштырабыҙ бөгөн.

Рәфис, исемең һуңғы осорҙа башҡорт эстрадаһында, радио эфирҙарында ла йыш яңғырай. Ижадыңды яратыусыларҙы һинең үҙең тураһындағы мәғлүмәт тә ҡыҙыҡһындыралыр. Кем улы булаһың, ҡайһы яҡтанһың?

- Мин Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында тыуып-үҫтем, йыр-моңға ғашиҡ булыуым атайым Васил, әсәйем Әнисәнән күскәндер. Атайым гармунда уйнай, әсәйем йырлай. Үҙемде иҫләгәндән йырларға яратам, шуға ла 9-сы класты тамамлағандан һуң Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегенә уҡырға киттем. Унан һуң З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында Фәрзәнә Сәғитова класында уҡыным. Уҡып йөрөгәндә "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә йырлап йөрөнөм. "Мираҫ" - минең тәүге эш урыным, ул миңә ныҡ ҡәҙерле. Тәүге һөнәри һабаҡтарҙы ла ошонда алдым, был ансамблгә, хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен. Былтыр йәй Венгрияла фестивалдә ҡатнашып, халыҡты Башҡортостан сәнғәте менән таныштырып, төрлө илдәрҙән килгән артистар менән аралашып ҡайттыҡ. Бөгөнгө көндә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисымын.

Тиҙҙән үҙеңдең ҙур концертыңды ойошторасаҡһың. Был һинең ошондай кимәлдә ҙур сәхнәне беренсегә яулауыңмы?

- Үҙен йырсы тип таныған кеше өсөн һәр сығыш - үҙе бер еңеү. Алты йәштән райондағы йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, хатта урындар алып йөрөгәс, ҙур сәхнәнән ҡурҡыу юҡ миндә. 2010 йылда "Ирәндек моңдары"нда - 1-се, 2011 йылда Мәскәү өлкәһенең Тверь ҡалаһында үткән "Дельфийские игры" бәйгеһендә 3-сө урын яулағайным. 2013 йылда "Башҡорт йыры" проектында ҡатнашыу бәхете эләкте. "Башҡорт йыры" ижадыма яңы һулыш өҫтәне. Беренсенән, тамашасы таный башланы. Икенсенән, проект менән бөгөн дә төрлө концерттарҙа ҡатнашырға тура килгәс, яңынан-яңы йырҙар эшләргә тура килә, был да яҡшы этәргес йәш йырсыға. "Башҡорт йыры"нда, шулай уҡ 2015 йылда "Иҙел" фестивалендә, 2015 йылда Ҡаҙанда үткән "Татар моңо" бәйгеһендә, 2016 йылда Рәшит Ваһапов исемендәге конкурста 1-се урындар алдым.
14 май "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк концертымды иһә тамашасым менән күҙмә-күҙ ҡарашып осрашыу ниәтенән ойошторам. Уны БР Симфоник оркестры, "Ятаған" этно төркөмө, "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле биҙәйәсәк. Йырсыларға килгәндә, Илһам Вәлиев, Зилиә Бәхтиева, ҡустым Алмас Сирусин ҡатнашасаҡ.

Үҙеңде эстрада йырсыһы тип таныйһыңмы?

- Эстрада йырсыһы итеп кенә ҡарағым килмәй. Буласаҡ концертта ла симфоник оркестрҙың ҡатнашыуы күп нәмәне һөйләйҙер. Үҙемде төрлө жанрҙа йырлай алырлыҡ йырсы итеп күрһәткем килә, шуға ла төр-лө яҡлап камиллашырға тырышам. Мәҫәлән, профессиональ композиторҙарҙың йырҙарын башҡарыу үҙе үк башҡа, юғарырыҡ кимәл, шуға ла эстрадала профессиональ композиторҙарҙың йырҙарын йырлауға өҫтөнлөк биреүселәрҙе ихтирам итәм. Сит телдәрҙә йырлау ҙа үҫтерә йырсыны. Халыҡ йырҙарын айырыуса яратам. Бәләкәй саҡта Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллиндарҙың йырлауын тыңлай инем, урманға, киң далаға сығып, халыҡ йырҙарын йырларға әүәҫләнеп алғайным. Концертымда ла башҡорт халыҡ йырҙары буласаҡ. 2014 йылда Тольятти ҡалаһында үткән "Бөтөн Рәсәй студент яҙы" бәйгеһендә ҡатнашырға тура килгәйне. Унда мин Рәсәй эстрадаһының абруйлы продюсерҙары, йырсыларынан торған жюри алдында "Сибай"ҙы башҡарҙым. Продюсер Максим Фадеев, йырсы Наргиз юғары баһаланы был йырҙы. Шулай уҡ Рәшит Ваһапов исемендәге конкурста ла "Сибай"ҙы йырланым. Йәғни, башҡорт йырын башҡорт ҡына еренә еткереп йырлай ала, башҡорт мәҙәниәтен күтәреү үҙебеҙҙән тора. Шуға ла был мираҫыбыҙға айырыуса һаҡ ҡарайым. Бөгөн күптәр халыҡ йырын замансалаштырып йырлау менән мауыға, быға кире фекерҙәмен. Еңелләштерә торғас, киләһе быуындарға йырҙарыбыҙ бөтөнләй үҙгәреп барып етеүе ихтимал, ул саҡта уның баһаһы булмаясаҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.18 | Ҡаралған: 700

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru