«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРО АҒАС ЙЫЙЫРҒА ЛА ЗАКОН РӨХСӘТ ИТЕҮЕ КӘРӘК
+  - 



Рәсәй - урмандар иле. Ағас запасы буйынса донъя илдәре араһында ул тәүге урында тора. Әммә был тәбиғәт байлығының сиге юҡ, тигәнде аңлатмай. Урман беҙҙең һаҡсыл ҡарашыбыҙға гел мохтаж. РФ Дәүләт Думаһы күптән түгел яңы закон ҡабул итте. Ул урманды һаҡлауға ла, халыҡҡа ярҙам итеүгә лә йүнәлтелгән. Ошо турала Дәүләт Думаһы депутаты, закон авторҙарының береһе Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Дәүләт Думаһы ҡабул иткән был яңы закон халыҡҡа үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыу өсөн урмандағы ҡоро ағастарҙы йыйырға рөхсәт бирәсәк. Был мәсьәлә күптән хәл итеүҙе көтә ине, ахыры?

- Урман кодексының 32-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, ҡороған ағастар ағас булмаған ресурстарға ҡараясаҡ. Ошоға тиклем ҡороған ағасты йыйыу законһыҙ рәүештә ағас әҙерләү, тип иҫәпләнә ине. Был ағасты файҙаланыу өсөн район үҙәгенә барырға, документтар тултырырға кәрәк ине. Ә бит халыҡ электән урмандағы ҡоро ағасты йыйырға өйрәнгән. Закон хәҙер уларға ошоға юл аса. Закон ҡабул ителгәс, социаль селтәрҙәрҙә: "Бушлай ҡоро-һары сыбыҡ йыйырға рөхсәт иткәнгә ҡыуана халыҡ", - тип көлөүселәр ҙә күренгеләне. Беренсенән, һүҙ сыбыҡ тураһында ғына бармай. Икенсенән, ҡороған ағас хужалыҡта файҙалы әйбер. Үҙем дә ауылда тыуып-үҫкән кеше булараҡ, беләм, ҡоро ағас донъя эшендә бик кәрәк. Имән, ҡарағас ағастары ҡаты, ныҡ була, атайым, мәҫәлән, бағана итеп ултыртыу өсөн ҡоро имәнде ҡуллана ине.
Закон халыҡтың көнкүрешен дә еңеләйтәсәк, урманды һаҡлауға ла өлөш индерәсәк. Бөгөн нимә күрәбеҙ: ҡороған ағастар ҡолап, урман юлдарын машиналар өсөн үткеһеҙ иткән. Янғын була ҡалһа, машиналар урманға инә лә алмаясаҡ. Унан һуң, ҡоро ағас, сытыр үҙе үк янғын сәбәпсеһе булып тора. Халыҡ ҡороған ағастарҙы йыйып, урманды ла таҙартасаҡ, уның экологик торошо яҡшырасаҡ. Закон үҙ көсөнә 2019 йылдың 1 ғинуарынан инә, уға тиклем төбәктең Урман хужалығы министрлығы белгестәре закон эшен көйләйәсәк документтар әҙерләй. Минең фекеремсә, тәүҙә ҡәтғи бер майҙанды ҡоро ағастан таҙартып бөтмәйенсә, икенсе урындан ағас йыйыуҙы ла күҙәтеү кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ ағас ботаҡтары ятып ҡалмауын талап итергә лә кәрәктер. Һәр хәлдә, был йәһәттән аныҡлауҙар буласаҡ.

Урманды һаҡлау, ысынлап та, бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был йәһәттән башҡа яңы закон проекттары көтөлмәйме?

- Хәҙерге мәлдә ҡырҡылған урман майҙандары күләме ағас ултыртылған майҙандар һанынан күпкә алда бара. Рәсәйҙә, тимәк, беҙҙең республикала ла, йылына 1 млн гектарҙан ашыу урман ҡырҡыла. Рәсми статистика буйынса, уның 830 мең гектары ғына кире тергеҙелә. Йәғни, 170 мең гектар урманды юғалта киләбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был һан күберәктер ҙә әле. Ошоно иҫәпкә алып, тағы бер проект буйынса эш алып барабыҙ. Ул ҡырҡылған урманды тергеҙеүгә ҡағыласаҡ. Закон ҡабул ителһә, урманды арендаға алған предприятие йә кеше шул ҡырҡҡан урман хәтлем ағас ултыртырға мәжбүр буласаҡ. Урманды кәметергә ярамай. Башҡортостан урмандарында үҫкән ҡарағастарҙы, ғөмүмән, ылыҫлы ағастарҙы бөтөнләй ҡырҡырға ярамай, тип иҫәпләйем. Был йәһәттән иғтибарҙы йәлеп иткән тағы бер мәсьәлә бар. Мәҫәлән, Урман хужалығы министрлығы йыл һайын күпмелер ағас ултырта. Тик уларҙың күпмелер өлөшө үҫеп китә алмай. 50-60 проценты үҫеп китһә лә яҡшы. Ә отчеттарҙа сәселгән ағас иҫәбе бирелә. Шуға ла ҡағыҙҙа бер һандар, ысынбарлыҡта иһә бөтөнләй икенсе күренеш. Шуға ла ултыртылған ағастарҙың артабанғы үҫешен дә күҙәтеү мөһим. Күпмелер өлөшө үҫмәгән икән, яңынан сәсергә кәрәк.

Былтыр законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыусыларға яуаплылыҡты арттырыуға ҡағылған ҡанун ҡабул ителгәйне. Һеҙ халыҡ менән йыш осрашҡан, халыҡ араһында булған депутаттарҙың береһе. Аныҡлап әйткәндә, тап ошо закондың үтәлеше тураһында ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы?

- Халыҡтың яҙмышына битараф булырға ярамай. Әммә был закон эшләһен өсөн депутаттарҙың, етәкселәрҙең генә тырышлығы аҙ. Эскелек тигән афәтте еңеүгә күмәкләп тотонорға тейешбеҙ. Ауыл советы етәкселәре, старосталар, ағинәйҙәр, шулай уҡ халыҡ үҙе лә белеп тора бит ул кемдең ҡайҙа нимә һатҡанын. Бөгөн һиңә ҡағылмаһа ла, иртәгә ғаиләңә, туғандарыңа был яуызлыҡтың янауы бик ихтимал.
Закон үҙ көсөнә ингәс тә, республиканың хоҡуҡ органдарына, прокуратураға хаттар яҙғайным, улар халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барҙы. Ауылдарҙа йөрөгәндә һорашып торам, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, тиҙәр. Ҙур суммалағы штраф, һатыу итеп ҡабат тотолғанда енәйәт эше ҡуҙғатыу мөмкинлеге бындай сауҙа эшмәкәрҙәрен хәүефләндерҙе барыбер. Һабантуйҙар, туйҙар айыҡ үтә, был да матур күренеш. Тимәк, закондың төрлө яҡлап файҙаһы булған. Был эш артабан да киң йәйелһен өсөн, халыҡ ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Бындай сауҙа менән шөғөлләнгән ауылдашығыҙ тураһында хоҡуҡ органдарына хәбәр итегеҙ, тимәйем, йыйылығыҙ ҙа, асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ. Халыҡты ағыулау - ҙур енәйәт. Аңлаған кеше тыйыласаҡ. Әйткәндәй, был йәһәттән тағы ла бер закон проекты булыр, моғайын. Эсеп, ғаиләһендә ғауға күтәреп, ҡатынын туҡмап, балаларын ҡыуып сығарһа йәки енәйәт эшләһә, судтың ҡарары буйынса табиптар, был кеше дауаланыуға мохтаж, тигән ҡарар сығарһа, уның үҙенән һорамайынса мәжбүри дауалап буласаҡ. Бөгөнгө закондар буйынса, кешенең үҙенең теләге булмаһа, уны мәжбүри дауаларға ярамай. Әммә бер кем дә, мин - эскесе, мине дауалағыҙ, тип әйтмәй, ундайҙар 100-ҙән 1-әү генәлер. Был закон шулай уҡ кәрәк, тип уйлайым. Дәүләткә бындай эскеселәрҙе дауалау ҡыйбатҡа төшәсәк, тип ҡаршы килеүселәр ҙә бар. Тик ул кеше дауаланып, ғаиләһенә ҡайтып, эшләй башлаһа, уның дәүләткә файҙаһы әллә күпме тапҡырға күберәк буласаҡ. Социаль тормош яҡшырасаҡ, күпме ғаиләне һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, күпме балалар тыуасаҡ.

Эскелектең халыҡ араһында тамырланыуының сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ? Кемдер эшһеҙлек халыҡты ошо юлға этәрҙе, тип тә әйтә?

- Төп проблема эшһеҙлектә түгелдер, тип уйлайым. Эш юҡ тип, эсеп йөрөү - ул ялҡауҙың үҙен аҡлауы ғына. Мәҫәлән, эшһеҙлек кимәле юғары булғанда ла үҙенә ҡул һалыусылар һаны түбән булған төбәктәр бар. Суицид осраҡтары Себерҙә йыш теркәлә, Себерҙә эш юҡмы ни, бөгөн күпме халыҡ шунда йөрөп эшләй. Эшһеҙлек сәбәп түгел бында. Эш булһа, эскелекте ташлар инем, тигәндәр ялғанлай. Бәлки, ялҡаулығың ҡамасаулайҙыр һиңә? Ике һыйырҙан артыҡ мал тоторға ярамаған заманда йәшәмәйбеҙ, бесәнлек күп. Райондарҙа йөрөгәндә күпләп мал тотҡан ғаиләләрҙең хужалығына инеп сығырға тырышам, улар һәйбәт йәшәйҙәр, ҡаланан балаларына фатирҙар алып бирәләр. Эйе, малды ҡарарға, һыйырҙы һауырға, йәғни, тырыш булырға кәрәк. Башҡорт тәбиғәт балаһы, быныһында шик юҡ, әммә беҙ ҙә матур итеп йәшәргә тырышһаҡ ине. Сәмләнеп донъя көткән ауылдар бар бит, шуларҙан өлгө алайыҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.18 | Ҡаралған: 712

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru