«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУГИРҘАРЫБЫҘ СИК БУЙЫН ДА ҺАҠЛАҒАН!
+  - 



Сибай ҡалаһында сик буйы ғәскәрҙәренә һәйкәл асырға ниәт ҡылынғас, проект буйынса һәйкәлдәге таштың бер яғына Рәсәй сик буйы һаҡсыһын, ә икенсе яғына боронғо хәрби кейемдәге башҡортто, йәғни шундай уҡ боронғо сик һаҡсыһын ҡуйырға ҡарар ителә. Әммә ошо урында бәғзе бер кешеләрҙә һорау тыуа: ә ни өсөн тап башҡортто? Башҡорттар сик буйында хеҙмәт иткәнме ни? Тарихты яҡшы белгәндәр, әлбиттә, ошо урында хатта тертләп китер! Әммә һәйкәл эшен ойоштороусы йәмәғәт эшмәкәрҙәре Басир Шәрипов, Рәсүл Аманов, Әхәт Аҫылбаев һәм Дамир Ғиззәтуллиндар юғалып ҡалмай. Ул кәңәшмәлә ата-бабаларыбыҙҙың әле 10-сы быуаттан хәрби хеҙмәттә булыуын, 1744 йылдан алып Рәсәй сик буйҙары ғәскәрҙәре составында тороуын һәм ике быуат буйына Ырымбур сик буйы линияһын тик үҙ көстәре менән генә һаҡлауын документтар һәм тарихсылар яҙмалары менән иҫбатлай. Һәм был мәғлүмәтте гәзит уҡыусыларға ла белдерергә теләй.

Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте бик борондан килә. Тарихсылар Рәмил Рәхимов, Марат Ҡолшәрипов, Азат Ярмуллин һәм башҡаларҙың был хаҡта бик ентекләп яҙылған фәнни хеҙмәттәре лә, китаптары ла бар. Әммә, үкенескә күрә, һәр уҡыусы тарихи китапҡа тотонмай, күптәргә ябай һүҙ менән аңлатыу, төшөндөрөү кәрәк. Тарихи баҫмаларға таянғанда, әле X быуаттың беренсе яртыһында уҡ (ҡайһы бер инештәрҙә IX быуаттың беренсе яртыһы) башҡорт ҡәбиләләре етәксеһе Башҡорт 2 мең һыбайлыһы менән Хазар ҡағанаты ғәскәрендә Ҡыймаҡ ҡағанаты сигендә хеҙмәт итә. Башҡортостандың Монгол империяһы составына инеү осоронда (XIII б.) башҡорт отрядтары үҙҙәренең аты, ҡоралы һәм кәрәк-ярағы менән монгол армияһын, XIII-XVI бб. Алтын Урҙа, Ҡаҙан ханлығы, Нуғай Урҙаһы һәм Себер ханлығы ғәскәрҙәрен тулыландыра. Жалованный грамота, шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы шарттарының береһе була. XVII быуаттан алып ул юғары власть (батша, император), дәүләт власының үҙәк органдары (Баяр думаһы, Сенат, Ҡаҙан һарайы приказы, Хәрби коллегия, Хәрби министрлыҡ) акттары тарафынан көйләнә, урындағы үҙидаралыҡтың юғары вазифалы кешеләре (воевода, губернатор, хәрби губернатор, генерал губернатор) тарафынан контролдә тотола. Уны туранан-тура ойоштороуҙы старшина, тархан, батырҙар, XVIII быуат уртаһынан алып оберкомендант, комендант, гарнизон начальнигы, старшина, яҫауыл, хорунжий, сотниктар, XIX быуат шул уҡ Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы, кантон һәм дистанция башлығы, йорт һәм поход старшинаһы, башҡорт полктары командирҙары һ.б. тормошҡа ашыра. Башҡорт халҡының тышҡы хеҙмәткә (Европа сиктәрен һаҡлау һәм һуғыштарҙа ҡатнашыу) һәм эске хеҙмәткә (сик хеҙмәте - Рәсәйҙең көньяҡ көнсығыш нығытмалы сик һыҙыҡтарын һаҡлау; этап хеҙмәте - хөкөм ителгән кешеләрҙе Себер трактында, Өфөнән Силәбе ҡалаһына тиклем юлда оҙатып барыу; Ҡаҙан, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ырымбурҙа һ.б. ҡалаларҙа ҡарауыл һәм полиция хеҙмәте, йәрминкәләр ваҡытында юлдарҙы һаҡлау) бүленә.
Башҡорттар 1744 йылдан алып йыл һайын әле XVIII быуаттың 30-сы йылдарында уҡ барлыҡҡа килгән Ырымбур сик һыҙығы һағында хеҙмәт итә (1744 йылда 1,5 мең кеше; 1769 йылда 2,2 мең; 1798 йылдан алып 5-6 мең кеше). Был сик Тубыл йылғаһынан алып, Уй йылғаһы үренә һәм ары Урал йылғаһы ағымы буйлап Каспий диңгеҙенә ҡәҙәр һуҙыла. Линия биш дистанцияға бүленә. Беренсеһе үҙ эсенә ҡәлғәләрҙе һәм Звериноголов ҡәлғәһенән Верхнеуралға тиклем булған редуттарҙы ала. Бында Звериноголов, Усть-Уйск, Крутоярск, Ҡаракүл, Троицк ҡалаһы, Степной, Петропавловск, Ҡарағай ҡәлғәләре инә. Икенсеһе Верхнеуралдан Орск ҡәлғәһенә тиклем арауыҡты ала. Бында иһә Верхнеурал, Магнит, Ҡыҙыл, Уртазым, Таналыҡ ҡәлғәләре була. Өсөнсөһө Орскиҙан Ырымбурғаса булып, Орск, Губерлинск, Ильинск, Верхнеозерный, Красногорск һәм Ырымбур ҡалаһын ала. Дүртенсеһе Ырымбурҙан Уральскиға тиклем килә, Чернореченский, Татищев, Нижнеозерный, Рассыпной ҡәлғәләрен үтә. Бишенсе дистанция Уральск ҡалаһынан Гурьев ҡаласығынаса килеп туҡтай.
1745 йылдан алып башҡорт командалары Себер сик буйы һыҙығында ла хеҙмәт итә. Хеҙмәт ваҡыты 1 йыл була, 1769 йылдан алып - 2 йыл; 1800 йылдан йөкләмә этап хеҙмәте менән алыштырыла. Йәйге хеҙмәт 15 майҙан 16 ноябргә тиклем дауам итә, ҡышҡы (уға өс тапҡыр кәмерәк кеше йәлеп ителгән) -16 ноябрҙән алып 15 майға тиклем. Башҡорт командаһы (полкы) походҡа үҙенең аҙыҡ түлеге һәм ат аҙығы менән сыға, йыйылыу урынынан 100 саҡрымдан алыҫыраҡ киткән осраҡта юл сығымдары ҡаҙна иҫәбенә күсерелә.
1797 йылдан алып хәрби хеҙмәт осоронда һәр хеҙмәт итеүсегә айына 1 һум аҡса бирелә. Асылда, был түләү 2 атҡа, аҙыҡ түлеккә, ҡоралға һәм ғәскәри кәрәк-яраҡҡа киткән ғәмәлдәге сығымдарҙы ҡапламаған да. 1798-1863 йылдарҙа Ырымбур крайында хеҙмәтле ҡатламдар, шул иҫәптән башҡорттар менән идара итеүҙең кантон системаһы ҡулланыла. 1847 йылдан 30 йыллыҡ хеҙмәт итеү ваҡыты индерелә. Һәр 100 хеҙмәт итеүсе менән поход яҫауылы, поход сотнигы һәм хорунжийы, һәр 250 хәрби менән поход старшинаһы, сотник йәки яҫауыл етәкселек итә. Яйлап сик хеҙмәте сик буйындағы ("хеҙмәт итеүсе") кантон башҡорттары өсөн генә мәжбүригә әйләнә. Башҡорттар илдең көнбайыш рубеждарында ла хеҙмәт итә. Империяның көнбайыш сик буйына ебәрелгән башҡорт полктары унда әллә нисә йылдарға ҡалдырыла. Ошондай тышҡы хеҙмәт Бессарабияла үтә. 1828 йылда 6-сы һәм 9-сы башҡорт кантондарында барлыҡҡа килгән 1-се, 2-се полктар сик буйында 1833 йылға тиклем тора. 1-се Башҡорт полкы 1831 йылда Дунай һәм Прут йылғалары буйында Рени ҡалаһында, ә 2-се полк Дунай һәм Ҡара диңгеҙ яры буйындағы Измаил ҡәлғәһендә һаҡта тора.
XIX быуат уртаһында башҡорт халҡының хәрби хеҙмәте эш һәм ылау хеҙмәте (төҙөлөш эштәре, йөк ташыу һ.б.) менән алыштырыла башлай. 30-50-се йылдарҙа хәрби хеҙмәт үтәү өсөн саҡырылғандар һаны 70 проценттан 24 процентҡа тиклем кәмей. 1863 йылға ҡарата эшсе командаларҙа 28 кантондан 9 кантон башҡорттары тора, ҡалғандарының хеҙмәте аҡсалата йыйым менән алыштырыла. Башҡорттар хеҙмәт отрядтары составында йәки Яйыҡ казактары менән берлектә 1558-1581 йылғы Ливон һуғышында, Өфө өйәҙендә Себер татарҙарының һәм ҡалмыҡтарҙың сапҡындарын (XVI- XVII бб.) кире ҡағыуҙа, Рәсәйҙе поляк интервенттарынан азат итеүҙә (XVII б. 1-се сиреге), 1643-1644 йылдарҙағы Ҡалмыҡ походында, 1687 һәм 1689 йылдарҙағы Ҡырым походтарында, 1695 һәм 1696 йылдарҙағы Азов походтарында ҡатнаша. Башҡорт командалары һәм полктары 1700-1721 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышында (1 мең кеше; Балтик буйы крайында), 1756-1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ һуғышта (1,5 мең кеше; Көнсығыш Пруссияла), 1789-1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында (4 полк; Финляндияла), 1806-1807 йылдарҙағы Рәсәй Пруссия-Франция һуғышында (10 мең кеше; Көнсығыш Пруссияла), Ватан һуғышында (1812) һәм 1813-1814 йылдарҙағы рус армияһының сит илгә походтарында (20 полк), 1828-1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында (Ырымбур казактары менән берлектә 0,5 мең; Көнбайыш Ҡара диңгеҙ буйында), Хиуа походында (1839-1840), Коканд походтарында, 1853-1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында (4 полк; Балтик буйы крайында) хәрәкәт итә. 1792 йылдан 2 башҡорт полкы Балтик буйында Рәсәй-Польша сиген һаҡлай. 1828- 1833 йылдарҙа 2 полк Бессарабияла сик буйын һаҡлау хеҙмәтен үтәй. "Башҡорттар тураһында положение" буйынса башҡорт халҡының хәрби хеҙмәте бөтөрөлә, башҡорттар ирекле ауыл кешеләре ҡатламына күсерелә. 1865 йылда Башҡорт ғәскәре таратыла. 1882 йылдан алып башҡорттар хеҙмәткә дөйөм хәрби йөкләмә нигеҙендә саҡырыла башлай. 1874-1882 йылдарҙа Силәбе өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе һәм Ырымбур өйәҙе башҡорттары хәрби хеҙмәтте Башҡорт атлы полкында үтә.

Шулай итеп...
Бөтөн ошо факттарға өҫтәп, башҡорт халҡының Рәсәйҙең алыштырғыһыҙ сик һаҡсыһы ғына түгел, ә тәбиғәте, ҡаны менән дә ҡурҡыу белмәҫ яугир, быуаттар ағымында һыналған тоғро һалдат булыуын да иҫбатлап торорға кәрәкме? Сибайҙа - башҡорттарҙың ояһында "Башҡорттар сик һаҡлағанмы?" тигән һорауҙың тыуыуы сәйер, бик сәйер күренеш. Рәхмәт, изге башланғысты Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов та яҡлап сыҡты һәм һәйкәлдә башҡорт яугиры ла булырға тейешлекте раҫланы. Ошо мәсьәлә буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сираттан тыш ултырыш уҙғарҙы. "Киске Өфө" гәзите лә был идеяны яҡлап сыҡты. Бөгөн күптәр, һәйкәлдә Рәсәй сик буйы ғәскәрҙәре яугиры менән бер рәттән башҡорт яугиры ла булырға тейеш, тигән фекерҙә.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.18 | Ҡаралған: 633

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru