«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘҒЫ БАЛ ҺӘМ ПРАЙМЕРИЗ ТУРАҺЫНДА ХӘБӘРҘӘР
+  - 



Баш ҡала округы хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәне өс төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин булды: уҙған аҙнаның иң сағыу ваҡиғалары; алдағы аҙнала үтәсәк саралар һәм айырым мәҡәләгә торошло көнүҙәк темалар.

Беренсе төркөм мәсьәләләре буйынса Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Муниципаль берәмектәр конгресы ағзаларының отчет-һайлау йыйылышында ҡатнашыуы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп китте. "Был сараның әһәмиәте шунда: бөгөн Рәсәйҙә граждандарҙың урындағы үҙидаралыҡҡа, ҡанундар сығарыу эшмәкәрлегендә ҡатнашыуға, урындағы үҙидаралыҡ темаһы буйынса үҙ тәҡдимдәрен Федерация Советына, РФ Дәүләт Думаһына, РФ Хөкүмәтенә әҙерләп ебәреү хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәле системаһы формалаштырыла. Иң яҡшы муниципаль практикаларҙы ил буйынса таратыу менән дүрт ҙур ойошма: Урындағы үҙидаралыҡтың Бөтә Рәсәй советы, Муниципаль үҙидаралыҡтарҙың Бөтә Рәсәй конгресы, Баш ҡалаларҙың һәм эре ҡалаларҙың халыҡ-ара ассамблеяһы, Рәсәй ҡалалары союзы шөғөлләнә. Был ойошмаларҙың барыһында ла Өфө етәксе органдарҙа вәкәләткә эйә һәм шул арҡала абруйлы федераль майҙансыҡтарҙа баш ҡаланы борсоған һорауҙарҙы, мәсьәләләрҙе күтәреп сыға, Рәсәйҙә урындағы үҙаидаралыҡ системаһын артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәр һәм инициативалар менән сығыш яһай алабыҙ, - тине Ирек Ишмөхәмәт улы. - Уҙған йыйылышта ла ойошма эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландар кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Пландар бик етди, тәү сиратта улар РФ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Шуға күрә, коллегалар, барлыҡ материалдарҙы һәм тәҡдимдәрҙе дөйөмләштереп, йыйылышта әйтелгәндәрҙе киләсәктә ҡулланма итеп алырға кәрәк".
Шулай уҡ Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән "За бег" ярым-марафонында быйыл Өфөнөң дә ҡатнашыуын айырып күрһәтергә кәрәк. Беренсе тапҡыр ғына уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, ул 1500 өфөлөнө йыйҙы. "Ойоштороусыларҙың заманса ҡарашын билдәләр инем. Сара йүгереү буйынса Европа ойошмаларының иң яҡшы стандарттарына тап килә. Ҡатнашыу өсөн 450-2000 һум түләргә кәрәк булыуға ҡарамаҫтан, мең ярым кешенең теләк белдереүе ҡыуаныслы. Йүгереүселәр юғары кимәлдә хеҙмәтләндерелде.
Был саранан бер көн алда, 19 майҙа, "Динамо" стадионында пенсионерҙарҙың ҡала спартакиадаһы үтте. Спортсылар еңел атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы, электрон ҡоралдан атыу, сатраш, дартс, ҡатнаш эстафета буйынса көс һынашты. Командаларҙың иң яҡшы вәкилдәре республика этабындағы ярышта көс һынашасаҡ, еңеүселәр Новосибирскиҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй ярыштарында республика данын яҡлаясаҡ. Был бик мөһим сара һәм Өфөлә спорт менән шөғөлләнеүсе өлкән йәштәгеләр өсөн тиҫтәләрсә сара ойошторола. Уҙған аҙнала ололарҙың "Яратам һине, тормош!" 7-се художество үҙешмәкәр фестивале үтте. 17 майҙа урындарҙа һайлап алыу турын үтеүсе 30 коллективтың концерты булды. Унда еңеүселәр 4-5 октябрҙә Ололар көнөнә һәм Ғаилә йылына арналған гала-концертта сығыш яһаясаҡ. Артабан да был йүнәлештә эшмәкәрлекте көсәйтергә кәрәк, сөнки баш ҡалала 300 меңдән ашыу оло йәштәге граждан йәшәй. Уларҙың үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк", - тип билдәләне Ирек Ишмөхәмәт улы һәм алда торған аҙнаның да ваҡиғаларға бай буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ысынлап та, был аҙнала республиканың барлыҡ мәктәптәре сығарылыш синыфы уҡыусылары менән хушлаша, ә инде баш ҡалала ошо уңайҙан сираттағы Яҙғы бал үтә. Ул Ленин урамынан, Сығарылыш синыфы уҡыусылары аллеяһынан башлана. Бында һәр кем кисәге мәктәп уҡыусыларының киләсәктә кем булырға теләүе, уларҙың ниндәй профессия һайлауы менән таныша аласаҡ. "Уфанет" компанияһы ойошторған сараның төп темаһы булып тыуған төбәк, тыуған край тора. Һәм, әлбиттә, йылдағыса, бейеүҙәр, төрлө сюрприздар көтә.
"27 май 1000 велосипедсы көнө үтәсәк. Ул Ленин исемендәге майҙандан башланып, "Ватан" паркында тамамланасаҡ. Велопарадтың оҙонлоғо - 10 километр. Унда барлыҡ йәш категорияһындағы велосипедсыларҙың ҡатнашыуын көтәбеҙ", - тине Ирек Ялалов. Ойоштороусылар кешеләрҙән велосипедсы яһап, элекке рекордты яңыртырға теләй. Ленин исемендәге майҙанда теркәү иртәнге сәғәт 8-ҙә башланып, велопарадҡа старт 10-да бирелһә, "Ватан" паркында күңел асыу саралары киске 5-кә тиклем дауам итәсәк.
Шулай уҡ был көндә традицион "Йәшел марафон" үҙенә саҡыра. Бер үк ваҡытта ул Рәсәйҙең 56 ҡалаһында, сит илдәрҙә үтә. Унда өфөләрҙән 150 кеше ҡатнашасаҡ. Маршрут Зорге урамынан башланып, Урман паркы зонаһы, Ғафури паркы аша үтәсәк. Бындай марафон беренсе тапҡыр 2012 йылда уҙғарыла һәм ошо ваҡыт эсендә унда 600 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Был проект хатта БМО-ның тирә-яҡ мөхитте һаҡлау программаһы буйынса планетаның экологияһын үҫтереүҙәге өлөшө өсөн наградлана.
Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн тағы бер яңылыҡ һәм иғтибарға лайыҡ сара - ул да булһа ҡала майҙандарын мәҙәни саралар менән тултырыу маҡсатында АРТ-мөхит булдырыу. Хәҙер авгусҡа тиклем парктарҙа төрлө концерттар һәм мәҙәни-күңел асыу саралары ойоштороласаҡ. Уларҙың анонстары менән ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, быйыл көҙ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙар үтәсәк. Ошо көндәрҙә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та алдан тауыш биреүҙә - праймеризда ҡатнашасағын белдерҙе һәм үҙенең ҡарарын былай тип аңлатты: "Мин - "Берҙәм Рәсәй" партияһының һәм төбәк сәйәси советының ағзаһы. Праймериз - ул кандидаттарҙы һайлау буйынса ҡыҙыҡлы процедура. "Берҙәм Рәсәй" кеүек гигант масштаблы партиялар илдә күп түгел, шуға күрә уның сафындағы иң яҡшы ағзаларҙы, иң яҡшы идеяларҙы асыҡларға кәрәк. Бының өсөн иң яҡшы ысул - дәғүәселек. 3 июндә праймеризда ҡатнашыусылар өсөн тауыш бирергә саҡырам. Шулай итеп эшебеҙҙең команда стилен, властың республика органдары менән бер командала булыуыбыҙҙы, тыуған ҡалабыҙҙың һәр аныҡ урамында, һәр ихатаһында, тотош ҡалабыҙҙа барлыҡ киң ҡоласлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға берҙәм тотоноуыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Мин партия яҡлылар һәм партия ағзалары фирҡәгә ҡала халҡы араһында абруй яуларға ярҙам итергә бурыслы, тип уйлайым".

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.18 | Ҡаралған: 614

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru