«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕ ЯҘМЫШЫ ХӘЛ ИТЕЛГӘНДӘ ТАНЫШЛЫҠ ҺӘМ ТУҒАНЛЫҠ ТӨШӨНСӘҺЕНӘ УРЫН ЮҠ
+  - 



Законды ихтирам иткән йәмғиәттә генә тәртип һәм тотороҡлолоҡ булырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта һәр гражданин үҙенең хоҡуғы боҙолған осраҡта закон тарафынан яҡлау табасағына ышаныс менән йәшәргә тейеш. Әлеге ике күрһәткестең тик береһе генә аҡһауы ла тәртиптең ҡаҡшауына килтерәсәк. Ил халҡының ҡанундарҙы һанлауын дәүләт һиҙгер күҙәтә, ә граждандарға хоҡуҡтарын яҡлау өсөн үҙҙәренә тырышырға кәрәк. Ә бындай ярҙамды беҙ, башлыса, адвокаттарҙан көтәбеҙ һәм ниндәйҙер хәлде ҡануниәткә ярашлы йырып сығыр өсөн уларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Тәү ҡарашҡа адвокаттың эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш кеүекбеҙ, ләкин уның да ябай күҙгә эленмәгән нескәлектәре бихисап. Шулар хаҡында адвокат Айҙар Рамаҙан улы ВӘЛИТОВ бәйән итә.

Кем ул адвокат?

Ҡыҫҡаса әйткәндә, һәр адвокат хоҡуҡ белгесе, ләкин бөтә юристар ҙа адвокат түгел. Улар бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсә, ләкин айырмалыҡтары ҙур. Адвокат тик судта ғына сығыш яһамай, ә физик һәм юридик шәхестәргә төрлө хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтә ала. Ләкин шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер ойошма штатында хоҡуҡ белгесе булараҡ штатта тора алмай. Шулай итеп, хоҡуҡ белгесе - ул һөнәр, ә адвокат ошо һөнәрҙең айырым бер статусы, тип әйтергә була. Күптәр уйлағанса, адвокат үҙенең яҡланыусыһын аҡлау йәки уға мөрәжәғәт итеүсенең эшен нисек тә еңеү менән тамамлау өсөн ҡануниәттә "тишектәр" эҙләүсе түгел. Шулай уҡ минең эшмәкәрлегем, телевизор экрандарынан күрһәтелгәнсә, матур итеп хәбәр һөйләүгә генә лә ҡайтып ҡалмай. Мин, адвокат булараҡ, юридик йәһәттән әһәмиәткә эйә мәғлүмәт эҙләйем, документтарға хоҡуҡи тикшереү үткәрәм, эшкә ҡағылышлы төрлө факттарҙы асыҡлайым, шаһиттар, тәфтишселәр, төрлө ойошма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре менән аралашам. Тәбиғи, бөтә тупланған мәғлүмәтте грамоталы һәм ышаныслы итеп ҡағыҙға теркәү һәм уны суд процесында һөйләү ҙә адвокаттың функцияһына инә. Беҙ теге йәки был эштә хоҡуҡи ярҙам ғына күрһәтәбеҙ һәм бер ниндәй ҙә өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә түгелбеҙ. Хоҡуҡ һәм ҡануниәт өлкәһендәге төплө белем һәм уны клиентыбыҙҙың мәнфәғәтендә дөрөҫ итеп ҡулланыу - беҙҙең төп һәм берҙән-бер ҡоралыбыҙ.
Адвокатлыҡ эшен алып барыу ниндәйҙер сикләүҙәр ҙә ҡуя. Мәҫәлән, миңә эшҡыуарлыҡ менән булышырға ярамай. Адвокот булыуҙан тыш, тик ғилми, ижади һәм белем биреү өлкәһендә генә эшмәкәрлек алып барырға хоҡуҡлымын.

"Терпе" геройынан - хоҡуҡ белгесенә

Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуып үҫтем. Бөгөнгө көндәге һөнәремә нигеҙ нәҡ бала саҡта һалынды, тип әйтә алам. Әсәйем ғүмер буйы мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләне. Ауылда уҡытыусы балаһына талап көслө була, миңә лә унан тос ҡына өлөш эләгә ине. Бала саҡта малайҙар һуғышмай торамы инде! Беҙҙең ауыл малайҙары ла йыш ҡына сәкәләшеп алыр ине. Ошондай алыштарҙың ҡатнашыусыһы булараҡ та, ситтән генә ҡарап тороусы ролендә лә директор кабинетында күп әрләндем. Хатта һуғыштарҙа бер ниндәй ҡатнашлығым булмаһа ла, миңә мотлаҡ эләгә ине. Шулай уҡ мәктәптә башҡалар баш түбән йөрөп тә күренмәһәләр, мин саҡ ҡына шаярһам да, "Терпе" геройына әйләнә торғайным. Әлеге һәм башҡа төрлө ғәҙелһеҙлектәр менән бала саҡтан осрашҡас, үҙ-үҙемде законлы нигеҙҙә яҡларға өйрәнеү маҡсатында, аңлы рәүештә Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының юридик факультетына уҡырға индем. Ләкин уҡыу йортон тамамлап ҡына адвокат булып китеүе мөмкин түгел. Беренсенән, университетта үҙләштергән теорияны практикала дөрөҫ ҡуллана белеү өсөн тәжрибә туплау мөһим. Ғөмүмән, хоҡуҡ белгестәре араһында тик бишлегә генә уҡыусы студент булып та, эшләй башлағас, белем кимәле тик өслөк кенә икәнлеген аңлағандар йыш осрай. Шуға күрә, адвокат статусы алып яңы эшләй башлаған йәш белгес менән оҙайлы тәжрибәһе булған "ҡарт бүре"не тиңләштереп булмай, әлбиттә. Адвокат статусын алыу ҙа еңелдән түгел. Уның өсөн хоҡуҡ өлкәһендә ике йыллыҡ эш стажы булыуы мөһим. Һәм әлеге стаж, әйткәндәй, ҡулға диплом алып эшләй башлғандан һуң ғына һанала башлай. Мин, мәҫәлән, уҡыуҙы тамамлап, 10 йыл хоҡуҡ өлкәһендә эшләгәндән һуң ғына, тейешле имтихандарҙы тапшырып, үҙемдең адвокатлыҡ конторамды астым. Әлегә тиклем Урал аръяғы райондары, ҡалаларында күберәк эшләһәм, хәҙер эшмәкәрлегемде бөтә Башҡортостан һәм шулай уҡ Рәсәй киңлектәренә лә йәйелдерҙем. Төрлө төбәктә әллә нисә эште бер юлы алып барыуы оҡшай. Ошондай көсөргәнешлек мине профессиональ йәһәттән үҫтерә, үҙ һөнәремә тулыраҡ "сумырға" булышлыҡ итә.

Һөнәрем үҙенсәлектәре

Тиҫтә йыллыҡ адвокатлыҡ тәжрибәм үҙ эсенә төрлө эштәрҙе һыйҙыра. Тәү ҡарашҡа, уларҙың ҡайһыларылыр оҡшаш кеүек булһа ла, һәр эш индивидуаль, барыһының да ниндәйҙер үҙенсәлеге бар. Әлеге ваҡытта адвокат һөнәрендә төрлө тар тармаҡтарҙа махсуслашырға мөмкин. Берәү тик енәйәт эштәре менән генә шөғөлләнә, икенселәр арбитраж йәки гражданлыҡ өлкәһенә китә. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештәр үҙҙәре үк бер нисә тармаҡҡа бүленә. Хеҙмәт, ғаилә бәхәстәрен яйлаусы, юл хәрәкәте ваҡиғаларын көйләүсе булып эшләүсе адвокаттар бар. Шулай уҡ тик хәрби йәки медицина өлкәһендә генә эшмәкәрлек алып барыусы хоҡуҡ яҡлаусылар ҙа күп. Һәм, ғәҙәттә, адвокат бер йүнәлеште генә ала һәм шуның буйынса эшләй. Миңә бөтә өлкәлә лә үҙемдең һөнәри көсөмдө һынап ҡарау, төрлө суд процестарында ҡатнашыу оҡшай. Шулай ҙа айырылышыусы ғаиләнең йәки бер туғандарҙың мөлкәт бүлешеү эштәрендә ҡатнашыу әхлаҡи йәһәттән ауырға тура килә. Бер ваҡыт айырылышып йөрөгән ир менән ҡатындың 5 алтын ҡалағын бүлергә "ярҙамлаштым". Һәр береһенә икешәр ҡалаҡ эләкте, ләкин берәүһен бер нисек тә бүлә алмай былар. Ҡалаҡты экспертизаға ебәреп, хаҡын билдәләтергә тура килде. Һөҙөмтәлә, береһе ҡалаҡты үҙенә алып, уның хаҡының яртыһын икенсеһенә бүлеп бирҙе. Уйлап ҡараһаң, бер ҡалаҡ ошондай нервы түгеүгә, кисәге парҙың бер береһенә бысраҡ өйөүенә, оҙайлы суд эштәрендә ҡатнашыуға торошломо инде! Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.
Ә бер ҡарында ятып, бер икмәкте ашап үҫкән туғандарҙың матди байлыҡ бүлә алмайынса, ҡан дошманға әйләнеп бөтөүе һуң! Ҡурҡыныс күренеш. Бигерәк тә һуғыш ветерандарына аҡсалата ярҙам күрһәтә башлағандан һуң ошондай эштәр һаны ныҡ артты. Ветеран үлеп китә, ә балалары аҡсаны бүлә алмайынса, йылдар дауамында суд тупһаһын тапай, бер-береһенә эт кеүек ташланып, әсе һүҙҙәр әйтеп бөтә. Миҫал итеп алғанда, биш бер туғандың миллион һум аҡсаны бүлә алмайынса талашыуы күңелдә нимәнелер һындыра. Ғәҙел бүлгәндә, һәр береһенә 200-әр мең һум аҡса тейә. Ошо сумманың туғанлыҡ ептәрен өҙөүгә сәбәп булып тора алыуына хайран ҡалаһың.
Адвокат булараҡ судта сығыш яһап, еңеү яулаған осраҡта икенсе яҡ өсөн мин донъялағы иң насар кеше булып ҡалам. Улар быны минең һөнәрем итеп түгел, ә шәхсән үҙем менән бәйләп ҡабул итә. Был кеше психологияһы һәм уның менән көрәшеү мәғәнәһеҙ. Шуға күрә, төрлө насар һүҙҙәргә, яла яғыуҙарға иғтибар итмәҫкә, негативтан ситләшеп, йөрәккә яҡын алмаҫҡа тырышам.
Ҡурҡытыу, хатта янауҙар ҙа булып тора. Суд барышында ике яҡ бер-береһенә нимә генә әйтешеп бөтмәй, адвокатҡа ла елле генә эләгә. Суд еңел процесс түгел, унда барыһы ла ҙур стресс кисерә, үҙҙәрен ҡулда тота алмаҫҡа ла мөмкиндәр. Ошондай ваҡыттарҙа тыныслыҡ һаҡлай белергә, уларға эйәреп, эмоцияларыңа бирелеп китергә ярамай. Адвокат өсөн һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлай белеү мөһим.
Адвокатты врач менән тиңләргә мөмкин. Табип кешенең сирен бөтөрөү өсөн тырыша, ә адвокат клиентына хоҡуҡи ярҙам күрһәтә. Сирле кеше табипҡа үҙенең бөтә ауырыу билдәләрен йәшермәйенсә асып һалғанда ғына, табип уға дөрөҫ дауалау курсы яҙып, аяҡҡа баҫтыра ала. Адвокат та эште энәһенән ебенә тиклем белгәндә генә үҙенең яҡлау йүнәлешен дөрөҫ билдәләйәсәк. Үҙең белгәнсә дауаланырға ярамаған кеүек үк, беҙҙең өлкәлә лә үҙалыллыҡҡа урын булмаҫҡа тейеш.

Адвокат этикаһы

Адвокат менән клиенттың хеҙмәттәшлеге тәүге консультациянан башлана һәм нәҡ ошо ваҡытта закон вәкиле һәм уға мөрәжәғәт итеүсе араһында бәйләнеш урынлаша. Адвокат үҙенең һөнәри тәжрибәһенә таянып, квалификациялы юридик консультация бирергә бурыслы. Ул дөрөҫ кәңәш биреп кенә ҡалырға түгел, ә кәңәштең клиент тарафынан дөрөҫ аңланыуын да тәьмин итергә тейеш. Әгәр ҙә адвокаттың һүҙҙәрен клиент яңылыш аңлаһа, мәсьәлә уның аҡыл кимәленең түбән булыуында түгел, ә адвокаттың үҙ фекерен аңлайышлы итеп асып һала белмәүендә, тип әйтер инем. Мин, адвокат булараҡ, эште бар яҡлап та өйрәнеп, клиентыма уның бөтә ыңғай һәм кире яҡтарын асып һалырға, судҡа мөрәжәғәт иткән осраҡта эштең һөҙөмтәле булыу-булмауын профессиональ йәһәттән күҙаллап, уға еткерергә тейешмен. Ләкин мин бер ҡасан да "Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ", тип, 100 процент гарантия бирә алмайым һәм быға хоҡуғым да юҡ. Был хаҡта "Адвокаттар этикаһы"нда ла аныҡ яҙылған. Адвокаттың эшмәкәрлеге уңлы-һуллы буш вәғәҙәләр таратыуға түгел, ә эш барышында дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнеүгә һәм клиентының ышанысын аҡларға тырышыуға ҡайтып ҡалырға тейеш. Ҡайһы бер адвокаттар тәүге осрашыуҙа уҡ үҙҙәрен бөтә һорауға ла яуапты белеүсе итеп күрһәтергә тырыша. Ләкин нәҡ әлеге ситуацияға ҡағылышлы бөтә хоҡуҡи акттарҙы ла белеп бөтөү мөмкин түгел, сөнки көн дә тиерлек яңы закондар ҡабул ителә, хоҡуҡи норматив акттар баҫыла. Һәм уларҙың һәр береһе актуаль була. Шуға күрә, эште бар яҡлап ентекле өйрәнеү, бөтә мәғлүмәтте тәфсирләп тикшереү мөһим. Ниндәйҙер һорауға яуап белмәүҙән оялмайым. Белер-белмәҫ көйө яуап биреп, һуңынан үҙемдең яңылышҡанлығымды асыҡлау күпкә уңайһыҙыраҡ минең өсөн. Ошондай "белемле" адвокат менән осрашҡандан һуң, икенсе хоҡуҡ белгесенә лә мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән фекерҙәмен.
Минең өсөн адвокат этикаһын ғына түгел, ә кешелек сифаттарын да һаҡлау мөһим. Мәҫәлән, икенсе адвокаттың эше менән ҡәнәғәт булмайынса миңә килгән клиентым менән бер ҡасан да үҙемдең коллегамдың шәхесен, уның эшмәкәрлеген тикшермәйәсәкмен, уның алымдарына баһа бирмәйәсәкмен.

Адвокаттың эш хаҡы

Адвокаттар палатаһында уларҙың хеҙмәтенә хаҡ ҡуйыу регламенты бар. Ләкин ундағы һандар рекомендацияланған сумма. Мин, мәҫәлән, үҙемә эшләйем һәм эш хаҡымдың ниндәй күләмдә булыуы тик минән тора. Әгәр ҙә эшем булмаһа, судтарҙа ҡатнашмаһам, клиенттарымдың мәсьәләһен хәл итмәһәм, аҡсаһыҙ буласаҡмын. Шуға күрә, эшемде сифатлы һәм намыҫлы башҡарһам ғына, клиентымдың хәтерендә мәғлүмәтле, үҙ эшен яҡшы башҡарған белгес булып ҡаласаҡмын. Шулай итеп, минең эш хаҡым клиенттарымдың күпме булыуынан тора. Ә уларҙың һаны, үҙ сиратында, минең эшмәкәрлегемде нисек ойоштороуға бәйле. Йәшерәһе түгел, адвокаттың исеме ни тиклем популяр, уға шул тиклем күберәк клиент киләсәк. Эш башлағанда һин тәүҙә билдәле булыу өсөн тырышаһың, ә һуңынан популярлыҡ һиңә "эшләй".
"Белемһеҙ берҙе еңер, белемле меңде еңер", тигәнде иҫтә тотоп, даими рәүештә хоҡуҡи белемемде камиллаштырам, төрлө курстарға йөрөйөм. Үҙ өҫтөндә эшләгән адвокаттың оҫталығы йылдан-йыл шымара һәм, тәбиғи, уның хеҙмәте лә ҡыйбатыраҡ була. Тик университет белеме менән генә ултырған адвокатҡа әҙ түләп, судта еңелгәнсе, үҙ белемен бөтә яҡлап та үҫтереүсе белгескә күберәк түләп, эште үҙ файҙаңа тамамлау күпкә отошлораҡ икәнен аңлап етмәүселәр ҙә бар. Халҡымдың "Һаран ике түләй", тигән мәҡәле тап ошо турала һөйләй түгелме?
Адвокаттың сығымдары күп. Әгәр ҙә адвокаттар палатаһында йәки коллегияһында торһаң, иғәнә индерәһең. Минең кеүек адвокат кабинеты тотоусылар дәүләткә һалым түләй. Унан тыш, ҡуртымға офис тотоу, ярҙамсыңа эш хаҡы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр, юл сығымдары - барыһына ла клиенттарҙың минең хеҙмәтем өсөн түләнгән аҡсанан бүленә. Ә ул минең башҡарған эш күләменә барып тоташа. Ваҡыт та бик баһалы төшөнсә бөгөнгө көндә. Шуға күрә, түләү эштең хәл ителеүенә ни тиклем ваҡыт бүленеүенә лә бәйле.

Сит илдә нисек?

Сит илдә адвокатлыҡ хеҙмәте киң йәйелгән. Ҡабартып әйткәндә, унда хатта магазиндан сәйнүк алырға булһалар ҙа адвокат менән кәңәшләшәләр. Ә беҙҙә - киреһенсә: ниндәйҙер хәл килеп сыҡһа, кеше тәүҙә бөтә туған-танышын йәлеп итеп, үҙе йүгереп ҡарай ҙа, эш хәл ителмәгәндәй булһа, адвокатҡа килә. Ахыр сиктә, эш уның файҙаһына тамамланмаһа, адвокат ғәйепле килеп сыға. Шуға күрә, күп эштәрҙе башлар, ҙур сығымдар талап иткән ниндәйҙер килешеүҙәр төҙөр алдынан адвокат менән кәңәшләшкәндә күп бәхәстәр тыумаҫ, мутлашыусылар тишек кәмәгә ултыртып китмәҫ ине. Адвокат менән кәңәшләшеп эшләүҙе практикалау граждандарҙы күп бәләләрҙән ҡотҡарыр ине. Беҙҙең илдә, ҡыҙғанысҡа күрә, ошо практика үҫешмәгән. Идеалда һәр кешенең, ғаиләнең шәхси адвокаты булырға тейеш һәм уны проблема килеп сыҡҡас түгел, ә ошо мәсьәләне булдырмаҫ өсөн йәлеп итергә өйрәнергә кәрәк. Ошоно аңламай әле беҙҙең халыҡ. Консультацияға түләнгән аҡса килеп тыуған проблеманы хәл итеүгә түгелгән сығымдарҙан күпкә әҙ.
Башҡа илдәрҙә әхлаҡи зыян күреүҙе аҡсалата компенсациялау тураһында суд ҡарарҙары йыш сығарыла. Әхлаҡи зыян - кешенең тойғоларынан көлөүҙе, уның эске донъяһын кәмһетеүҙе баһалау, тигәнде аңлата. Хаҡтар миллионлаған долларға тиклем барып етә. Беҙҙә бындай практика йыш күҙәтелмәһә лә, шулай уҡ бар. Кемдеңдер һүҙе, эше, аҙымы менән икенсе берәүҙе рухи көсөргәнеш кисерергә мәжбүр итеүен, уның күңелен ғазапҡа һалыуын иҫбатлауы ауыр, әммә мөмкин. Кәмһетеү, мыҫҡыл менән һәр кемдең осрашыуы ихтимал. Интернет селтәрендә ағыу сәсеүселәр ҙә күп. Телевизор йондоҙҙары, билдәле йырсылар, ҙур эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр араһында ошо нигеҙҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәр йыш асыҡланһа ла, ябай халыҡ араһында эште судҡа тиклем алып барып еткерергә тырышыусылар әҙ.

Дуҫ һәм туғанлыҡ төшөнсәһе

Минең өсөн кеше яҙмышы хәл ителгәндә дуҫ, туған тигән төшөнсә юҡ. Ғөмүмән, хоҡуҡ өлкәһендә эшләүсенең һөнәри эшмәкәрлегендә бындай күренеш бөтөнләй булмаҫҡа тейеш. Хәҙерге йәмғиәттең бер үҙенсәлеге бар. Адвокат кәрәк булған осраҡта кеше үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған белгесте түгел, судья, прокурор, полиция органдарында таныштары күп булған адвокатты эҙләй. Ләкин шуны аңлау мөһим: эштең уңышы адвокаттың таныш-тоношлоғона түгел, ә профессиональ кимәленең ниндәй булыуына бәйле. Минең судья, прокурор булып эшләүсе курсташтарым күп һәм улар менән төрлө суд ултырышында осрашырға тура килә. Ләкин бер кем дә танышлыҡҡа баҫым яһамай, дуҫлыҡты үҙ маҡсатында ҡулланырға тырышмай, тик законға ғына таянып, үҙенең эшен башҡара.
Йәшереп тораһы юҡ, ҡайһы бер адвокаттар үҙенә күберәк клиент йәлеп итеү маҡсатында "Унда минең дуҫым прокурор", "Ултырышты таныш судья алып барасаҡ", тип әйтер-гә мөмкин. Ундай "белгестәр-ҙән" баш баҫып ҡасырға кә-рәк. Әгәр ҙә мөрәжәғәт итеүсенең эше баштан уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар икән, бер ниндәй танышлыҡ та уны тартып сығара алмаясаҡ. Бер судья ла, танышлыҡ йәки дуҫлыҡ хаҡына, үҙенең исеменә тап төшөрмәйәсәк.

Дәүләт билдәләһә...

Бөтә адвокаттар ҙа, үҙҙәренең шәхси эштәренән тыш, дәүләт тарафынан кемделер яҡлау өсөн тәғәйенләнергә мөмкин. Бының өсөн төбәктең һәр районында һәм ҡалаһында график төҙөлә. Адвокаттар, графикка ярашлы, берәр аҙна дежурҙа була. Шуға күрә, берәйһенә дәүләт тарафынан тәғәйенләнгән адвокат кәрәк булған осраҡта, дежурлығым тура килһә, ғәйепләнеүсе янына барырға бурыслымын. Уның ниндәй статья буйынса ғәйепләнеүенә ҡарамайынса, адвокат булараҡ законлы яҡлау тәьмин итергә тейешмен. Минең бурысым - енәйәтсенең хоҡуҡи хәлен еңеләйтеү. Закон һүҙенә таянып, енәйәттең бөтә булған нескәлектәрен күҙ уңында тотоп, ғәйепләнеүсегә еңелерәк яза биреүҙе йәки уны бөтөнләй аҡлауға өлгәшергә тырышыу һөнәри тәғәйенләнешем. Шуға күрә, "Ана, ул үлтереүсене яҡлай", "Бурҙы һыуҙан ҡоро сығарҙы", тип, адвокатты ғәйепләү урынһыҙ, сөнки ул ни бары үҙенең эшен эшләй. Шул уҡ табип, мәҫәлән, сирлене дауалауҙан баш тартырға хоҡуғы булмаған кеүек, дәүләт тарафынан тәғәйенләнгән адвокат булараҡ сығыш яһағанда, мин кемделер яҡлауҙан баш тарта алмайым. Ә шәхси адвокат булараҡ мөрәжәғәт иткәндә, әлбиттә, был эшкә тотоноу йәки баш тартыу минең ихтыярымда. Беҙҙең республикала Конституция менән ике дәүләт - урыҫ һәм башҡорт телдәре билдәләнгән. Шуға күрә, суд процесында ҡатнашыусы һәр кем үҙенә ҡулай телдә сығыш яһарға хоҡуҡлы. Бындай үтенес яңғыраһа, ул мотлаҡ ҡәнәғәтләндерелергә тейеш. Судта дәүләт тарафынан билдәләнгән йәки адвокат килтергән, башҡорт йәки урыҫ телдәренән махсус белеме булған тәржемәсе сығыш яһай ала. Ул урыҫ теленән башҡортсаға йәки башҡорт теленән урыҫсаға тәржемә эшләй һәм уның өсөн ул дәүләттән эш хаҡы ала.

Хоҡуҡи тапшырыуҙар тураһында

Телевизорҙың ниндәй каналын асма, унда суд процесы барған тапшырыуҙы күрергә мөмкин. Ни бары 30-40 минут эсендә судья барыһын да тыңлап, хәлдең айышына төшөнөп, һорауҙарына яуаптар табып өлгөрә. Ғәйепләнеүсе лә, дәғүәсе лә, шаһиттар ҙа бөтәһе лә асыҡ һәм теманан ситләшмәй генә яуаптар бирә. Ғөмүмән, бындай тапшырыуҙан һуң суд барышын еңел генә итеп күҙ алдына килтерәһең. Ләкин ысынбарлыҡ бөтөнләй башҡа. Күп осраҡта эштәр бер генә суд барышында хәл ителмәй. Аҙналар, айҙар һәм хатта йылдар дауамында ҡаралырға мөмкин. Шуға күрә, әлеге тапшырыуҙарҙы илдең суд системаһын тулыһынса асып һалыусы булараҡ ҡабул итергә ярамай. Ошондай тапшырыуҙарҙы ҡарап, хәҙер ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен иҫ киткес шәп хоҡуҡ белгесе тип һанай башланы. Улар хатта башҡаларға кәңәш бирергә лә тартынмай, былай ҙа башы ҡаңғырып, нимә эшләргә белмәй йөрөгән кешене нығыраҡ буталдыра. Шулай ҙа әлеге тапшырыуҙарҙың граждандарға үҙ хоҡуҡтарын белергә ярҙам итеүен дә инҡар итергә ярамай. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа үҙ хоҡуғын яҡшыраҡ төшөнә башлаған граждандарҙан судҡа бирелгән дәғүәләр һаны артты. Тик ниндәй осраҡта ла профессиональ хоҡуҡ белгесе менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген тағы берҙе һыҙыҡ өҫтөнә алам.

Шулай итеп...
Хоҡуҡ системаһының бер тағаны булған адвокатлыҡ тураһында һөйләшеү барышында Айҙар Рамаҙан улы адвокаттарҙың төрлөһө булыуын билдәләне. Улар араһында намыҫлыһы һәм выжданһыҙы, ышаныслыһы һәм буш мискә кеүек күп гөрһөлдәгән, әммә эшенең рәте-сираты юҡ хоҡуҡ яҡлаусыларҙы осратырға мөмкин, тине ул. Нисек кенә булмаһын, суд тупһаларын тапауға һәм адвокат ярҙамына мохтаж булыуға көнөбөҙ төшмәүен теләргә генә ҡала.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.18 | Ҡаралған: 739

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru