«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫРЛАЙ ҘА БЕЛӘБЕҘ!
+  - 

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы Дилә Муллабаева Силәбелә булып үткән Клавдия Шульженко исемендәге Бөтөн Рәсәй актер йыры конкурсының "Театрлаштырылған йыр" номинацияһында юғары наградаға - 1-се урынға лайыҡ булды.

Быйыл 19 майҙа Наум Орлов исемендәге Силәбе дәүләт академия драма театрында Клавдия Шульженко исемендәге 12-се Бөтөн Рәсәй актер йыры конкурсы үткәрелде. Билдәле артистар һәм талантлы йәштәр 12-се тапҡыр инде йырҙы ҡыҫҡа, ләкин иҫтә ҡалырлыҡ драматик спектаклгә әйләндереү буйынса һәләттәрен һынап ҡараны. Был конкурста беренсе тапҡыр Өфө артисы ла ҡатнашты. Дөрөҫөрәге, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан. Дилә Муллабаева - З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Студент сағында уҡ әле ул үҙен көслө темпераментҡа һәм ҙур ижади мөмкинлеккә эйә артист итеп күрһәтте. Ә уның нисек йырлағанын ишетһәгеҙ! Был уның быйылғы йыр конкурсында икенсе еңеүе - март айында ул Өфөлә булып үткән "Яҙ актрисаһы" актер йыры конкурсында 1-се урын алғайны инде. Ә Гран-прины унда БР Милли йәштәр театрынан Алтынай Хамматова яуланы.
Ҡурсаҡ театрында Дилә өмөтлө артистарҙан иҫәпләнә. Һығылмалығы, музыканы тәрән тойоуы менән айырылып тора; ҡурсаҡтар менән оҫта эш итә, "тере" планда ла тәбиғи ҡабул ителә. Уның яңы эштәренән - "Муза-Цокотуха"лағы - Ҡыҙыҡай, "Мең дә бер кис"тәге - Әсирә, "Мөғжизәле ете теләк" спектаклендә Йәмилә ролдәрен айырып билдәләү кәрәк. Ә "Һинд легендаһы" спектаклендә ул яңғыҙ бейеү партияларын башҡарыуы менән таң ҡалдырғайны.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.18 | Ҡаралған: 673

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru