«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ УРМАНДАРЫ ҺӘМ ӨФӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ БОРОНҒО ТАРИХЫ
+  - 



Ҡала урмандарының, ниһәйәт, хужаһы асыҡланыуы темаһы Өфө ҡала округы хакимиәтендәге сираттағы кәңәшмәлә ҡаралған төп темаларҙың береһе булды. Ирек Ялалов белдереүенсә, Өфө - халҡы миллиондан ашҡан ҡалалар араһында дөйөм территорияның 30 проценттан ашыуын урмандар алып торған ҡалаларҙың береһе.

Әммә 1998 йылда Рәсәй Федерацияһының Урман кодексын ҡабул итеү йәшел ҡалҡан буйынса бер ни тиклем проблемалар тыуҙыра. Аныҡлап әйткәндә, закон ҡабул ителгәнгә тиклем ҡала урмандары дәүләт урман фонды составына инеп, дәүләт милке булып һаналһа, 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарары менән 20930 гектар урман урман фондынан сығарылып, сиктәре билдәләнмәгән ерҙәр иҫәбенә индерелә. Уларҙың аныҡ хужаһы юҡ, ләкин ҡарау һәм тотоу ҡала хакимиәте елкәһенә һалына. Әммә был территорияны тейешле кимәлдә тәрбиәләү, айырым территорияларҙы ял һәм күңел асыу өсөн төҙөкләндереү мөмкинлеген бирмәй. Һөҙөмтәлә хужаһы билдәләнмәгән ошо урмандарҙы ҡала округы милкенә күсереү ихтыяжы килеп тыуа һәм Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы ҡалаға урман участкаларын дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм уларға милек хоҡуғын теркәү бурысын йөкмәтә.
"Урман мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы ғәмәлдәрҙе көйләү һәм камиллаштырыу маҡсатында асыҡ конкурс үткәрҙек һәм уның һөҙөмтәләре буйынса "Рослесинфорг" менән килешеү төҙөнөк. Урмандарҙы файҙаланыу, һаҡлау һәм ултыртыу менән хәҙер урмансылыҡтар һәм урман парктары шөғөлләнәсәк. Өфө ҡалаһы территорияһында был маҡсаттан биш производство участкаһынан торған Өфө ҡала урман хужалығы ойошторорға тәҡдим иттек һәм ул ҡабул ителде. Барлыҡ тейешле эштәр башҡарылғандан һуң, урмандарҙа төҙөкләндереү эштәре башларға, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юлдар һалырға, яҡтыртыу сығанаҡтары ҡуйырға мөмкин буласаҡ. Әле хатта ҡала урмандарында саҡ ҡына тротуар һалырға ла хаҡыбыҙ юҡ ине һәм бындай эшмәкәрлек закон боҙоу тип баһаланды, - тип аңлатма бирҙе Ирек Ишмөхәмәт улы. - Киләсәктә иһә Ҡариҙел аръяғының инженер-транспорт инфраструктураһын, ҡаланың көнбайыш битләүендә станциялар булған ҡала электричкаһы проектын үҫтереү кеүек ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ ҡала урмандарын төҙөкләндереү буйынса 10 йылды күҙаллаған программа эшләү тураһында ла уйларға кәрәк. 220 квадрат километр урман - ул ҙур территория һәм был йәһәттән беҙгә күп эшләргә тура киләсәк".
Оперативкала шулай уҡ уҙған йылытыу миҙгеленә йомғаҡ яһалды һәм 2018-2019 йылдарға әҙерлек эштәре ҡаралды. Был өлкәләге эшмәкәрлек менән хакимиәттең ҡала тормошон тәьмин итеү идаралығы начальнигы Андрей Федосов таныштырҙы. Ул 2017-2018 йылғы миҙгелде ҡәнәғәтләнерлек үтте тип баһаланы. 227 көн дауам иткән йылытыу осоронда бер тапҡыр ҙа авария булмаған, әммә 579 инцидент теркәлгән. Уларҙың иң әҙе магистраль һәм квартал йылытыу селтәрендә, йылы һыу селтәрендә күҙәтелгән. Йыл һайын иҫке торбаларҙы яңыларына алмаштырыу, инновацион материалдар ҡулланыу, инженер селтәрҙәрен даими рәүештә тикшереп тороу шундай һөҙөмтәләргә килтергән дә инде.
Йомғаҡтар менән бер рәттән, Андрей Александрович яңы миҙгелгә әҙерлек эштәре менән дә таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, граждандар өсөн алдағы йылытыу миҙгеле яңылыҡтар ҙа алып киләсәк, сөнки яңы норматив акттар һәм Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән туранан-тура килешеүҙәр төҙөй аласаҡ, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 1 октябрҙән йылылыҡ өсөн түләү уны ҡулланыуҙың фактик күләме буйынса башҡарыласаҡ. Был мөһим тема буйынса Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов үҙенең фекерен түбәндәгесә белдерҙе: "Совет заманында йылылыҡ трассаһы өҫтөнә объекттар төҙөү, йәки трассаны йорт подвалы аша үткәреү бер ни түгел ине. Әгәр уларҙа авария була ҡалһа, эҫе һыу, эҫе парҙа кешеләр бешәсәк. Бындай ҡараш - яйлап шартлай торған бомбаға тиң. Шуға күрә, яңы йорттар һалғанда ошо проблеманы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Һуңынан хатаны төҙәтер өсөн миллиард һумдар түккәнсе, бөгөн экономияламай, 100 миллион һалыуың хәйерлерәк. Ә инде йылылыҡ өсөн түләүҙәргә килгәндә, был хаҡта халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Әгәр быға тиклем йылылыҡ өсөн сығымдарҙы һәр айға бүлеп түләһәк, киләһе йылда йәйге айҙарҙа түләү ҡаралмаясаҡ, әммә йылытыу миҙгеле ваҡытында түләү күләме тотонолған энергиянан сығып, артыуы мөмкин. Бында идара итеү компанияларының милекселәр советы менән берлектә эшләүе, йылылыҡ узелдарын тикшереп тороуы мөһим. Әгәр улар сафтан сыҡһа йәки яңылыш күрһәтһә, ресурс менән тәьмин итеү компанияһы түләүҙәрҙе норматив буйынса билдәләйәсәк. Номатив буйынса түләүҙәр күберәк килеп сыға. Шуға күрә иҫәп ҡоролмаларын һәм уларҙың сифатын даими тикшереп тороу кәрәк була. Рәсәйҙең күп ҡалалары һәм тораҡ пункттары ошо схема буйынса эшләй. Әлбиттә, тәүге айҙарҙа көсөргәнеш тыуыуы ихтимал, сөнки уҙған миҙгел менән сағыштырғанда түләүҙәр ҡырҡа арта, уның ҡарауы, майҙан сентябргәсә йылылыҡ өсөн түләмәйәсәкбеҙ".
Июнь - байрамдарға бай ай. Айҙың тәүге яртыһында бер-бер артлы өс мөһим дата билдәләнә: Рәсәй көнө, Салауат Юлаевтың тыуыуына 264 йыл һәм Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 444 йыллығы. Ошо сараларға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү программаһы менән хакимиәттең Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы Исламетдин Мәмбәтов сығыш яһаны:
- 31 майҙан 3 июнгәсә ХХ "Ағиҙел - 2018" автор йыры асыҡ республика фестивале үтәсәк. Унда Мәскәү, Силәбе, Екатеринбургтан билдәле башҡарыусыларҙың килеүе көтөлә. 1 июндә мәҙәниәт һәм ял парктарында йәйге уҡыу залдары ойоштороласаҡ, - тип дауам итте Исламетдин Ризаитдин улы. - 8 июндә Ҡала мәҙәниәт һарайында "Ҡала ҡаҙанышы" ҡала премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.
12 июнгә бик күп саралар планлаштырылған. Йола буйынса, улар Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ. Мәҙәниәт һәм ял парктарында Һабантуй, Шәжәрә байрамдары, ижади коллективтарҙың сығыштары, спорт саралары ойоштороласаҡ. Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында "Изге Өфө" тип аталған хәйриә фестивале үтәсәк. Был проект сиктәрендә С. Т. Аксаков исемендәге Мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында "Изге былау" хәйриә акцияһы уҙғарыласаҡ. Сараны Өфө ҡалаһын үҫтереү йәмәғәт фонды менән "Мәрхәмәт" хәйриә фонды берлектә үткәргәнлектән, конкурста ҡатнашҡан былауҙарҙы һатыуҙан йыйылған аҡса сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙамға биреләсәк. Шулай уҡ 12 июндә Иван Якутов исемендәге паркта ретро автомобилдәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ, ретро йырҙар яңғыраясаҡ. "Аҡбуҙат" ипподромында иһә көндөҙгө сәғәт 12-нән ат-спорт ярыштары башлана.
Шул уҡ ваҡытта В. И. Ленин исемендәге майҙанда төп байрам саралары башланасаҡ. Рус дәүләт драма театры алдында һөнәрмәндәр күргәҙмәһе эшләйәсәк. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары - техник ижад, йәш натуралистар станциялары экологик күргәҙмәләр менән таныштырасаҡ. Бында уҡ Ғаилә йылына арналған "Ғаилә ҡиммәттәре" күргәҙмәһе лә урын аласаҡ.
Шулай уҡ ошо майҙансыҡта "Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хеҙмәт итеү - һинең һайлауың" тигән агитация акцияһы үтәсәк.
Ҡала көнөн байрам итеү сиктәрендә баш ҡалала беренсе тапҡыр композиторҙарҙың һәм башҡарыусыларҙың ижадын, Өфө тураһындағы йырҙарҙы популярлаштырыу, тыуған ҡалаға һөйөү һәм илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап ойошторолған "Өфө йүкәләре" асыҡ ҡала вокаль конкурсының гала-концерты үтәсәк һәм еңеүселәр тәбрикләнәсәк.
Көн дауамында Өфөнөң В. И. Ленин исемендәге төп майҙанында тамашасыларҙы баш ҡаланың ижади коллективтары үҙ сығышы менән ҡыуандырасаҡ. Ә инде тантаналарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың сығышы (Элвин Грей) һәм төнгө сәғәт 11-ҙә сағыу фейерверк тамамлаясаҡ".
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов тейешле хеҙмәттәргә байрам сараларын үткәреүҙә именлек тәьмин итеүҙе айырым контролгә алырға ҡушты һәм: "Радик Юлъяҡшиндың ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, Октябрь проспектын ябырға кәрәк буласаҡ, - тип белдерҙе. - Ошо көндәрҙә генә ул Татарстанда ТатАренаны тултырып тамашасы йыйҙы, Өфөлә Өфө-Аренаны тултырҙы. Уның сығышын ҡарарға республиканың төрлө мөйөштәренән килеүҙәре мөмкин".
Шулай уҡ Ирек Ишмөхәмәт улы 12 июнь көнөнөң әһәмиәтен билдәләп: "Илебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың тарихы, батырыбыҙ Салауат тураһында тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрә торған көн. Шуға был темаларға киң мәғлүмәт сараларының да айырым иғтибар бүлеүен һорайым. Ғөмүмән, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 444 йыллығын билдәләһәк тә, тарихсылар ҡалабыҙҙың бик боронғо икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөргә тейеш. Боронғо ҡаласыҡтарыбыҙға 1500-2500 йәш. Улар күптән табылған, бер өлөшөндә ҡаҙыныу эштәре башҡарылған. Археологтар, ғалимдар, тарихсылар тапҡан был объекттарҙы нисек тәртипкә килтереү хаҡында уйларға кәрәк. Әлбиттә, был эш республика Хөкүмәте вәкәләтендә, әммә беҙ ҙә был теманы күтәрергә тейеш. Өфө-2 ҡаласығы тирәһендә 15 йылдар инде бәхәстәр бара, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә һәм уны республика Башлығына, хөкүмәткә еткерергә кәрәк. Ни тиһәң дә, ҡаласыҡ Өфөгә ингән ерҙә урынлашҡан. Үкенескә күрә, ундағы ерҙәр ҡаланыҡы түгел, ә Торлаҡ төҙөү фондыныҡы, ә улар, үҙ сиратында, тарихи һәйкәлде һаҡлау өсөн бер нәмә лә эшләмәй. Шуға күрә тәҡдимдәр индерергә йәки территорияны ҡалаға биреүҙе һорарға кәрәк. Уны тергеҙеү һәм һаҡлау өсөн инвесторҙар, бағыусылар эҙләйәсәкбеҙ. Юҡһа, уникаль ҡаласыҡ йылдар һуҙымында атмосфера күренештәре йоғонтоһонда емерелә, юҡҡа сыға. Уны киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн, моғайын, ошо эш менән ныҡлап шөғөллөнеү ваҡыты еткәндер", - тине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.18 | Ҡаралған: 787

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru