«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕТӘКСЕЛӘР ИҺӘ САРАЛАРҘЫҢ УРТАҺЫНДА
+  - 

Өфө ҡалаһы йылдан-йыл үҫә, матурлана, төҙөкләнә бара, тип ҡабатларға яратабыҙ яратыуға. Шул уҡ ваҡытта уның тышҡы күренеше генә үҙгәреп ҡалмай, ә эске тормошо ла йәнләнә, йәғни кешеләре лә яҡшы яҡҡа үҙгәрә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыға бара бит.

Эйе, ҡала халҡы мәҙәни ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә әүәҫләнә бара. Бының өсөн ҡала округы хакимиәте тарафынан уңайлы шарттар тыуҙырыла: урамдар, мәҙәни һәм ял парктары, скверҙар төҙөкләндерелә, береһенән-береһе мөғжизәлерәк фонтандар урғыла, юл ситтәренә күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр келәме түшәлә - быларҙың бөтәһе лә Өфө халҡын ғына түгел, килгән ҡунаҡтарҙы ла таң ҡалдыра. Торлаҡ йорттар һәм мәктәптәр янында спорт майҙансыҡтары төҙөлә, улар махсус ҡоролмалар менән йыһазландырыла - сыҡ та спорт менән шөғөллән! Ҡала урамдары буйлап йәйәүлеләргә ҡамасаулыҡ итмәйенсә генә велосипедта йөрөргә яратыусылар хаҡында ла хәстәрлек күрелә: улар өсөн махсус маршрут билдәләнгән. Был саралар киң күләм массаға иҫәпләнгән: ғаилә менән бергәләп ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә йүнәлеш бирелә. Ысынлап та, әле генә, 15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған Бәхетле ғаиләләр фестивале булып үткәйне, 26 майҙа иһә Өфөнөң 1-се һанлы олимпия резервы спорт мәктәбендә тағы ла 13 йәшкә тиклемге балалары менән баш ҡала ғаиләләре ҡатнашлығында "Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" балалар йәйге ҡала фестивале гөрләп үтте. Унда ҡатнаш эстафетала йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу һәм башҡа шундай күнекмәләр буйынса ярышты балалар ата-әсәләре менән бергәләп. Мәргәнлектә, таҫыллыҡта, йүгереклектә уҙышыуҙар бының менән генә тамамланмай әле: еңеүселәр 2 июндә Ағиҙел ҡалаһында старт аласаҡ республика бәйгеһендә лә көс һынашасаҡ.
Ғөмүмән, үткән аҙнаның һуңғы көндәрендә баш ҡалабыҙ ысын спорт майҙанына әүерелде. 26 майҙа баскетбол буйынса Өфө ҡалаһы кубогына булып үткән ярыштарҙа төрлө йәш төркөмдәренән торған 124 команда ҡатнашты. Ул Сипайлово биҫтәһенең "Ҡашҡаҙан" мәҙәни һәм ял паркында хисапһыҙ күп көйәрмән йәлеп итте. Был сара, шулай итеп, урам баскетболы сезонын асып ебәреүе менән иҫтәлекле булды, ә уның төп үҙәге булып тап ошо "Ҡашҡаҙан" паркы иҫәпләнә лә инде. "Һаҡлыҡ банкы"асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан 27 майҙа үткәрелгән традицион "Йәшел марафон" мәрхәмәтлек акцияһында иһә Рәсәйҙең 56 ҡалаһы иҫәбендә Өфө йүгеректәре лә йыл һайын ихлас ҡатнаша. Быйыл да шулай булды: барлығы 4,5 мең өфөлө онлайн- теркәлеү үткән! Башҡа ҡалалар спортсылары араһында өфөләр иң күп һанлы һәм берҙәм булыуҙары менән һоҡландырҙы. Ярыш программаһында балалар, өлкәндәр һәм инвалидтар үҙ-ара ярышты. Баш ҡаланың М. Ғафури исемендәге мәҙәни һәм ял паркында уларҙы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Насыртдинов тәбрикләне. Өфөләге был акция "Мәрхәмәт" фонды ярҙамында үтте. Был акцияла ҡатнашыусылар экологияны ла хәстәрләй: ярыштар һуңынан бергәләшеп ағастар ултырта, Ерҙең йәшел ҡалҡанын ишәйтеүгә үҙ өлөштәрен индерә, шуға ла ул "Йәшел марафон" тип атала.
Баш ҡалабыҙҙың иң күләмле һәм һоҡландырғыс спорт тамашаһы булып, һис шикһеҙ, "1000 велосипедсы көнө" фестивале танылыу яулар, моғайын да. Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанына ул көн мең түгел, ә 20 мең велосипедсы - әүҙем ял һәм сәләмәт тормош һөйөүсе өфөлө йыйылды. Инде матур бер йолаға әүерелгән был спорт сараһы баш ҡалабыҙ хакимиәте башлығы - Ирек Ялалов ҡатнашлығынан тыш үтмәй, әлбиттә. Уның өлгөһө муниципалитет һәм ҡала предприятиелары вәкилдәрен дә йәлеп итмәй ҡалмай. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы һәм үҙе лә иң алғы сафтарҙа уҙышҡа сыҡты. "Ошо йылдан башлап, май айының һуңғы йәкшәмбеһе Рәсәй велопарадтар көнө тип иғлан ителә. Беҙҙең, шулай итеп, үҙебеҙҙең байрам көнө тыуҙы. Барлыҡ велосипедсыларҙы ошо айҡанлы ихлас ҡотлайым! - тине Рөстәм Хәмитов. - Алда - йәй һәм көҙ - велосипед мәле. Саҡрымдар артынан саҡрымдар иңләп уҙышасаҡбыҙ, дәрт һәм көс туплаясаҡбыҙ, үҙебеҙҙе сәләмәтлек һәм оптимизм менән байытасаҡбыҙ. Кемдәр бөгөн был майҙанға сыҡҡан - уларға афарин! Беҙ бик күмәкбеҙ һәм артабан да бергәләп велопарадтар үткәрәсәкбеҙ. Алға - юлға!" Ә юл ҡыҫҡа түгел - 10 километр. Велосипедсылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтеп, ниһайәт, Конгресс-холдың үрге майҙансығында билдәләнгән финишҡа килеп етә. Уларҙы һәм башҡа ҡунаҡтарҙы бында мауыҡтырғыс күңел асыу саралары, конкурстар, йыр-бейеү һәм төрлө уйындар көтә. Әйткәндәй, велопарад хәрәкәтендә килеүсе Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, уның урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, баш ҡаланың Совет, Дим, Орджоникидзе район хакимиәттәре башлыҡтары Урал Килсенбаев, Сергей Плотников, Марат Ғәлиуллин менән бергәләп, былтыр көҙ Совет районы биләмәһендә аталы-уллы велосипедсыларҙы кәүҙәләндергән һәйкәл янында туҡтап киттеләр. Был арт-композиция киләсәктә Өфөлә велоспорттың шулай уҡ ғаилә спортына әүереләсәгенә бер ишара булманымы икән? Шулай булыр, моғайын да. Бик мәслихәт!

Фәүзиә МИҘХӘТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.18 | Ҡаралған: 734

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru