«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘМӘКЕНЕҢ ЗЫЯНЫ ТУРАҺЫНДА БЕЛӘҺЕҢМЕ?
+  - 



Айгөл ЯПАРОВА, Өфө ҡалаһы: Тәмәкенең зыяны тураһында бөтөн мәғлүмәтте беләм, тип әйтә алам: ул тын алыу системаһының төрлө ауырыуҙарын тыуҙырып ҡына ҡалмай, яман шешкә лә сәбәп була; тәмәке тартыу һөҙөмтәһендә ҡан тамырҙары тона һәм был бик йыш ҡул йәки аяҡ суҡтарының гангренаһына килтерә, һөҙөмтәлә кешегә тыуғандан алып кәрәк булған тән өлөштәре мотлаҡ ҡырҡыла; тәмәке тартыусы ата-әсәләрҙең балалары кәм тигәндә сирле булып тыуа һ.б. Әммә бик йыш был мәғлүмәттәрҙе көйрәтеүселәр аныҡ фараз итеп түгел, ә уйҙырма итеп ҡабул итә.
Кешегә уның ғәҙәтенең алама икәнен аңлатыу һәр саҡ мөмкин түгел. Әйткәндәй, ҡайһы бер махсус органдар белгестәре быны ғәҙәт тип түгел, ә дауаланырға тейешле сир тип билдәләй. Минеңсә, был бары тик аҙғынлыҡҡа әйләнгән алама ғәҙәт. Дауа кәрәк булған ауыр сирлене һәм тәмәкесене кеше йәшәмәгән утрауға алып барып ташлағыҙ әле. Ауырыу медицина ярҙамы булмағанлыҡтан вафат буласаҡ, ә тәмәкесе иҫән ҡаласаҡ, хатта тәмәке тартмағанлыҡтан, матурланап китәсәк әле. Тимәк, бында бер ниндәй сир тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Ғөмүмән, был тәжрибәне тормошҡа ашырырға ла мөмкин.
Шәхсән үҙем тәмәке еҫен яратмайым. Тәмәке тартҡан кешенең эсендә бөтөн ағзалары серегән кеүек тойғо ҡала: ҡасандыр алһыу ғына булған үпкәләре ыҫмала һеңеп, ҡарайған, лайлаланған. Әммә ул тере ағза булғанлыҡтан, даими рәүештә алама еҫ һәм ауыр ыҫмалаларҙы үҙенә һеңдереп, серей. Ысын мәғәнәһендә серей. Көндән-көн организм яңы күҙәнәктәр тыуҙыра, әммә тәмәке уларҙы үлтерә, ағза яңырып өлгөрмәй, тере туҡымалар лайлалы ыҫмалаға бата һәм төтөнгә тонсоға, сереү процесы башлана. Көн һайын шулай дауам итә. Бер көн килеп, үпкәләр яңы туҡыма үҫтереүҙән арып, туҡтар. Был ваҡытта инде ағза үлә башлай. Әммә кеше быны һиҙмәй, ләкин башҡалар тоя. Ә мин тәмәкесенең үпкәләре яман еҫ сығарғанын, тештәренә юйылмаҫ үңәҙ ултырғанын күрәм. Ризыҡ ашаған ваҡытта улар аҙыҡ менән бутала һәм арта бара, шул уҡ сереү процесы дауам итә. Тәмәкесенең бөтөн күҙәнәктәренән һаҫыҡ еҫ сыға, үкенескә күрә, быны ул үҙе генә тоймай.
Проблема ғәҙәттә түгел, ә башта. Күрәһең, өлгөргән һәм аңлы кешеләр ғәҙәттәренең статустарына, тормош рәүештәренә тура килмәгәнен, ғөмүмән, тәмәке тартыу яҡшы түгеллеген аңлайҙыр. Өлкән кешегә тәмәке тартыу эҙемтәләрен аңлатыу файҙаһыҙҙыр, был өлкәлә ул үҙе лә теорияны яҡшы белә. Үкенескә күрә, тәмәкенең зыяны тураһында тәмәке тартмаусылар һәм көйрәтергә яратыусыларҙың алама ғәҙәтенән зыян күреүселәр генә аңлай. Тәмәке төтөнөн һуларға мәжбүр булыу - ваҡытлыса ғына уңайһыҙлыҡ, әммә кем аллергия менән сирләй, кемдә астма һ.б. - уларға нишләргә? Төтәтеүселәрҙең битарафлығы ҡайһы берҙә аптырата. Ваҡытлыса ҡәнәғәтлек дозаһын алыу өсөн тирә-яҡтағыларҙың фекере менән иҫәпләшмәҫкә мөмкинме? Туҡталышта, маршрут автобусын йөрөткәндә тәмәке тоҡандырыу бер ни тормай, ә бит тирә-яҡта бихисап кеше, салонда тартмаған пассажирҙар, ул ғына ла түгел, балалар бар. Ирекһеҙҙән, шундай һығымта яһарға тура килә: тәмәкесе нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул, үкенескә күрә, социаль өлгөрөп еткән шәхес булараҡ формалашмаған. Минеңсә, ул алама ғәҙәтте туҡтатыу ихтыяр көсө аша түгел, ә уйланыуҙар аша тормошҡа ашырылалыр.

Әмир СӘЙФУЛЛИН, Әбйәлил районы: Тәмәкенең зыяны тураһында белмәгән ҡайҙа ул! Үҙемдән генә лә алып әйтә алам был алама ғәҙәттең ниндәй эҙемтәгә килтергәнен. Олораҡ егеттәрҙән күрмәксе, тәмәке быҫҡытыуҙы үҫмер саҡта уҡ башланым да, әле булһа көйрәтәм. Әрме сафында тәмәкенең һаны кәмеү түгел, артты ғына, сөнки унда ла 90 процент уның ҡоло. 30 йыл буйы тәмәке тартыуым сәләмәтлегемә зыян килтерҙе: бер туҡтауһыҙ сәсәп йүткерәм, ғыжылдап тын алам, үпкә ауыртыуына түҙеп булмай ҡайһы саҡта. Ләкин тәмәке тартыуҙы кәметһәм дә, үҙемдә ихтыяр көсө табып, тулыһынса ташлай алмайым. Аллаға шөкөр, ике улым да тартмай. Өгөт-нәсихәт уҡып ултырманым, әммә минең алама өлгөм уларға ҙур этәргес булды.
Тәмәке тартыуымдың үҙем өсөн генә түгел, тирә-яҡтағылар өсөн ниндәй ҙур зыян килтереүен өсөнсө балам - ҡыҙым тыуғас ҡына аңланым. Уға тиклем ҡыштарын өйҙә мейес алдында ла борҡоттом, эргәмдә улдарым торһа ла тарттым. Ни тиклем аңралыҡ, тип аптырайым хәҙер. Әле тартһам да, өйҙән алыҫҡа китеп кенә көйрәтәм. Үҙемдең һаулығыма ҡул һелтәп ҡараһам да, яҡындарымдың сәләмәтлеген уйларға тейешмен. Элегерәк кәләштең бер туҡтауһыҙ тыҡыуын минең шәхси эшемә ҡыҫылыу тип ҡабул итһәм, хәҙер генә уның мине уйлап һөйләнгәнен аңланым. Ә ошо тема буйынса күпме ыҙғыш-талаш сыҡты ваҡытында. Йәшәй-йәшәй генә аҡылға ултыраһың шул...

Рифат НИҒМӘТОВ, Салауат районы: Кеше шулай бит ул һуңғы сиккә килеп терәлмәй йәки ауырып түшәккә ятмай тороп, тәүбәгә килмәй. Мәктәптә уҡығанда спорт менән шөғөлләнһәм дә, тәмәке тартырға әрме сафында ныҡлап өйрәндем тиергә була. Ике йыл эсендә был кире ғәҙәт ҡаныма ныҡлап һеңгәйне инде. Шунан алып тартам. Ташлап та ҡарағаным булды, бер ни тиклем ваҡыттан ҡабат үҙенә арбай шул төтөн.
Тәмәкенең зыяны тураһында мәктәп эскәмйәһенән, бер тамсы никотиндың атты үлтерергә һәләтле икәнен белһәк тә, башҡорт тотоп ҡарамай ышанмай, тигәндәй, уны ташлау өсөн ниндәйҙер ытырғаныу булырға тейештер ул. Тәмәке тартыуҙы ташлата тигәстәр, бер белемсегә барғайным. Уның сеансы ваҡытында нимә генә эшләтмәнеләр, сыбыртҡыланылар ҙа, сусҡа тояҡтарын, тағы әллә ниндәй хәшәрәт нәмәләр ҙә тарттырҙылар. Сыбыртҡы тәнгә тейгән һайын шундай ҡаты һыҙланыу кисерҙем, ә инде бөтөн бысраҡ нәмәнән эшләнгән тәмәкене тарттырғанда, ауыҙға алғы ла килмәй ҡаршылаштым. Шунан ҡайтҡас, бер ай самаһы тартмай йөрөнөм. Шунан тартып ҡарарға булдым, йәнәһе, тартып ҡына ҡарайым да, тағын ташлайым. Улай еңел генә ҡотолоп булмай икән шул, бер башлағайным, нисек ҡабат уның ҡапҡанына эләккәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тәмкенең зыяны тураһында беләм, аңлайым, тик шул ҡапҡандан ысҡынырға рух көсөм етмәй. Әле был зыянлы ғәҙәт тотҡонона эләгергә өлгөрмәгәндәргә "Ҡулығыҙға ала күрмәгеҙ ул шаҡшыны!" тип кәңәш кенә биргем килә...

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

КАЛЬЯН ТИГӘН ЯУЫЗ

Халыҡ араһында кальян тартыу киң тарала бара һәм күптәр уның тыйылған булыу-булмауы тураһында белергә теләй. Ислам ғалимдары, кальян һәм башҡа матдәләр тартыу тыйыла, тигән фәтүәһен сығарған. Шәриғәт аңлы мосолмандан түбәндәге сәбәптәр буйынса тартыуҙы ташлауҙы талап итә:

- Төтөн уның тамағын туйҙырмай һәм аслыҡтан ҡотҡармай;
- Ул сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай, шуға күрә харам тип иҫәпләнә. "Ән-Ниса" сүрәһенең 29-сы аятында: "(Үлемгә илтеүсе ғәмәл ҡылып) үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе бынан аралай", - тиелә. Бәйғәмбәр (с.ғ.с) хәҙисе: "Кем үҙен нимә менәндер үлтерә, уны Хөкөм көнөндә шуның менән үк язаларҙар", - ти.
- Тартыу кешене һүлпән итә, аңын томалай. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) аңды томалаусы матдәләрҙе ҡуланыуҙы тыя.
- Тәмәке төтөнө тартмаусыларға, фәрештәләргә зыян килтерә, уларҙы алыҫлаштыра. Аллаһы Тәғәлә барлыҡ мосолмандарға зыян килтереүҙе тыя. Әбү-Аматанан шундай хәҙис тапшырылған: "Хөкөм көнөндә ҡыйырһытылғандар һәм йәберләнгәндәр үҙҙәрен йәберләүселәрҙе Сират күпере төбөндә көтөп тора һәм уларҙың изге ғәмәлдәрен ала. Алып бөткәс, уларға үҙҙәренең насар ғәмәлдәрен өйә башлай һәм уларҙы тамуҡ төбөнә тиклем төшөрмәйенсә туҡтамай".
- Тәмәкегә һәм кальянға тотонолған сығым милекте файҙаһыҙға тотоноу булып тора, ә милекте елгә осороу хупланмай. Ҡөрьәндә; "Ул туҙҙырыусыларҙы яратмай", - тиелә ("Әл-Әрәф" сүрәһе, 31-се аят).
Табиптар ҙа кальянға ҡаршы. Кальян тартырға яратыусының үпкәһенә 45 минутта ингән углерод окисе (СО) ғәҙәти тәмәкелә булған зарарлы матдә күләменән ике тапҡырға артып китә. Тәмәке тартыусы ошо ваҡытта алған никотин дозаһы уртаса өс тапҡырға артыҡ. Шулай уҡ кальянда тартҡан тәмәке стандартлаштырылмай, дөйөм алғанда, унда никотин, углерод окисе, ыҫмала һәм ауыр металдар сортлы сигареттарға ҡарағанда күпкә артығыраҡ. Мәҫәлән, никотин сигаретта 1-3 процент булһа, кальянда - 2-4, ә углерод окисе тупланыуы 0,34-кә 1,4 процент нисбәтендә. Кальян тартыусылар токсиндарҙы күберәк ҡуллана, сөнки еүеш тәмәке төтөнөн төпкәрәк һуралар, ә тартыу процесы бер нисә сәғәткә һуҙыла. Кальян яратыусыларҙың организмында карбоксигемоглобин, никотин, котинин, мышьяҡ, хром, ҡурғаш күберәк туплана. Кальян һәм сигарет тартыу эҙемтәһе бер үк: үпкә яман шеше һәм башҡа онкологик сирҙәр, үпкә функцияларының боҙолоуы, йөрәктең коронар сире, бала тыуғанда ауырлығы бәләкәй булыуы, тәмәкегә бәйлелек. Кальян тартыусы ғаилә парҙары түлһеҙлектән интегә, шулай уҡ кальян хеликобактер пилори (Helicobacter pylori) үпкә аспергиллезы, респиратор ауырыуҙары, хатта ВИЧ инфекцияһы таралыуға ярҙам итә.

ҮПКӘҢДЕ ТАҘАРТ...

Тәмәке тартыусылар аңлы рәүештә үҙҙәренең организмын ағыулай. Тәмәке төтөнөн йотҡан һайын үпкәләр ҡапланған бәләкәй генә "керпектәр" микроскопик яныу ала, формаһын үҙгәртә һәм яйлап үлә. Ыҫ һәм лайла йыйылыу һөҙөмтәһендә хроник быума йүтәл барлыҡҡа килә. "Керпектәр" тергеҙелеү үҙенсәлегенә эйә һәм уларға ярҙам итеүҙең берҙән-бер ысулы - тәмәке тартыуҙы ташлау. Шуға күрә, үпкәләрҙе таҙартыусы дүрт ризыҡты мотлаҡ ҡулланырға кәңәш итәбеҙ.


Грейпфрут. Был цитрус күҙәнәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшыртыусы антиоксиданттарға бай. Шулай уҡ ундағы матдәләр күҙәнәктәрҙең үҫешендә норманан ситләшеүенә (малигнизация) ҡаршы торорға һәләтле. Шуға күрә тәмәке тартыусыларға был емеште күберәк ашарға кәңәш ителә.
Һарымһаҡ. Йөҙҙәрсә ауырыуға ҡаршы ҡеүәтле ҡорал. Уны профилактика һәм дауаланыу өсөн барлыҡ кешегә лә үҙ рационына индерергә кәрәк.
Имбир. Бактерияларға һәм вирустарға ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә, тамырҙарҙы киңәйтә, ҡаҡырыҡты сығарырға һәм ҡурылдай каналдарын регенерациялауға ярҙам итә.
Кишер. А, С, Е, К һәм В төркөмө витаминдарына бай. А витамины туҡымаларҙың һәм эпителия күҙәнәктәренең торошона ыңғай йоғонто яһай. Организмдан витаминдарҙы сығарыусы никотиндың йоғонтоһон йомшартыр өсөн кишерҙе сей килеш ашарға кәрәк. Кишер һуты - сәләмәтлек сығанағы. Әгәр ихтыярыңды туплап, тәмәке тартыуыңды ташлаһаң, үпкәләреңде таҙартыу процедураһын да онотма. Был уларға нормаль эшләү өсөн тиҙерәк тергеҙелергә ярҙам итер. Тиҙ арала айырма ла тойолор: мейегеҙ яҡшыраҡ эшләй башлар, еҫте асығыраҡ һиҙерһегеҙ, аш-һыу ҙа татлыраҡ тойолор.

Земфира ХӘБИРОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.18 | Ҡаралған: 803

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru