«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2018

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07  |  08
Март
  09  |  10  |  11  |  12  |  13
Апрель
  14  |  15  |  16  |  17
Май
  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
  22  |  23
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Ағы барҙың туғы бар", ти халҡыбыҙ. Ауылда бөгөн мал-тыуар аҫрарға форсат бармы, ғаиләңде һөт ризыҡтарына кинәндерәһеңме?

 
Сайттың архивы
 

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
ҠАРҒА БУТҠАҺЫ
+  - 



Был байрамда йәш-елкенсәк, егеттәр ҡатнашмаған. Унда ҡатын-ҡыҙ, әбей-һәбей, ҡыҙ-ҡырҡын ҡатнаша. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйып йөрөйҙәр. Алсабыр итеп ауылда иң абруйлы, иң татлы һүҙле, һөйкөмлө, илгәҙәк әбейҙе сығарғандар. Бутҡаны ҡаҙан аҫып яланда бешерһәләр ҙә, башҡа аҙыҡ-түлекте өйҙә әҙерләп алып барғандар. Бутҡа ашағандан һуң, ҡыҙ-ҡырҡын дегәнәк йәки башҡа шундай ҙур япраҡтарға бутҡа һалып, ҡарғаларға биргән. Ағастарға биргәндәр, ағас төптәренә һылағандар, иген уңыуын, аш-һыуҙың мул булыуын теләгәндәр. Аҙаҡ төрлө уйын уйнағандар, күңел асҡандар.

Ҡарға бутҡаһын ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡарғатуй тип тә йөрөтәләр. Төрлө яҡтарҙа төрлөсәрәк үткәрәләр. Тик ни өсөн ҡарға исеме менән бәйләнгән был байрам? Ни өсөн "Ҡарға бутҡаһы" ул?
Был турала бер риүәйәт бар. Боронғо заманда ер ҡарҙан әрселеү менән, башҡорттар яҙлауға сыҡҡан. Ырыу-ырыу булып урынлашҡан улар. Малдары күп булған, киң көтөүлектәр биләгән. Тирә-яҡтан дошмандар ҙа йыш ҡына һөжүм иткеләгән, малдарын ҡыуып киткеләгәндәр. Шуның өсөн күрше ырыуҙар үҙ-ара һүҙ беркетеп, бер-береһенә ярҙам итешкән, яу килһә, хәбәр ебәргәндәр. Аралары тиҙ генә барып етерлек булмауын иҫәпкә алып, тау башында усаҡ тоҡандырып хәбәр итешер булғандар. Бындай тауҙарҙы Ҡарауыл тауы тип атағандар. "Хәүеф хәбәре" тапшыра торған усаҡтар ырыу яҙлауына, йәйләүенә яҡын урынлашҡан. Ә Ҡарауыл тауында алмаш-тилмәш ҡарауылсылар торған.
Бер ваҡыт Эйек буйындағы бер ырыуҙы яу баҫа. Дошмандар хәйләкәр булып сыға, ҡарауылдарҙы урап үтә, башҡорттарҙың хәүеф хәбәре биргәнлеген белеп, Ҡарауыл тауын асыҡлайҙар ҙа, ундағы яугирҙарҙы үлтерәләр. Аҙаҡ яҙлау урынына һөжүм итәләр. Башҡорт ирҙәре был һөжүмгә әҙер булмай. Шулай ҙа дошмандарҙың тәүге һөжүмен кире ҡағалар. Дошмандар йәйләүҙән сигенә, ләкин ҡасмай. Тирә-яҡтағы ағаслыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар араһына йәшенеп, яҙлауға уҡ ата башлайҙар. Уҡтарҙан ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа байтаҡ яралана һәм үлә. Башҡорттар ҙа дошмандарға ҡаршы уҡ яуҙыра, ләкин, яҙлауҙың асыҡ урында ултырғанлығынан, дошмандарға тейешле ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, үҙҙәренә ҡарағанда һан яғынан күберәк булып та уҡ менән атып ултырған дошманға ҡаршы асыҡ һөжүмгә ташланыу ҙа һәләкәткә килтерер ине.
Аҡһаҡал яугир егеттәрҙең бер нисәүһен үҙ янына йыйып ала. "Ҡарауыл тауындағы егеттәрҙе һәләк иткәндәрҙер, ахыры. Беҙгә лә сапҡын килмәне, хәүеф хәбәре лә бирелмәй - усаҡ тоҡанмай. Берегеҙгә күрше тауға барып етеү сараһын күрергә кәрәк", - ти ул.
- Дошман ҡамауы ныҡ. Бик күмәктәр улар. Һыбай ысҡынып булһа, мин барам, - ти араларынан берәүһе. Аҡһаҡал ризалыҡ бирә. Әммә бер аҙҙан уның Ҡашҡаһы эйәр өҫтөндәге хужаһын ҡалдырып ҡайтып инә. Икенсе егет сыға. Тик ул яҙлауҙан сығып та өлгөрмәй, дошман яғынан һыҙғырып килеп еткән уҡ уны атынан бәреп тә төшөрә.
- Былайтып берәмләп сүпләтеп булмаҫ егеттәрҙе. Әммә ни эшләргә? Үҙ көсөбөҙ менән яуҙы ҡайтара алмаясаҡбыҙ. Былай ултырһаҡ, дошман уҡсылары беҙҙе берәм-берәм атып бөтөрәсәк. Беҙгә нисек булһа ла күрше йәйләүҙән ярҙам һорарға кәрәк...
- Мин барам, - ти аҡһаҡалдың улы.
- Юҡ, мин тәүәкәлләп ҡарайым, - ти аҡһаҡалдың килене. - Сабый баламды ҡулыма алып йырып сығып ҡарайым ҡамауҙы. Йылға буйындағы ҡамышлыҡтан барһам, абайламаҫтар. Күрһәләр ҙә, сабый бала күтәргән йәш ҡатын яғына, бәлки атмаҫтар... - Бик хәтәр хәл иттең, килен. Әммә башҡаса сара юҡ. Тәңрегә генә ышаныс. Тәүәкәллә, килен.
Йәш ҡатын сабыйын күкрәгенә ҡыҫып, йылға буйына төшөп китә. Абайламай ҡалалармы, абайлаһалар ҙа иғтибар итмәйҙәрме, әммә йәш ҡатын, һыуҙың һалҡынлығын да тоймай, ашығып-ашығып аша сығып китә. Һыуҙы сыҡҡас, йүгерә башлай. Байтаҡ ара үтә, ныҡ арый. Ҡулындағы сабыйын имеҙеп ала ла ары китмәксе була. Ләкин шул саҡ баҫҡан урынынан да ҡуҙғалмаҫлыҡ хәлгә килгәнлеген тоя. Ни эшләргә? Ни хәл итергә? Тотош йәйләүҙе юҡ итәсәктәр бит хәҙер... Тирә-яғына күҙ һала, күтәрелеп, бейек тирәктәргә ҡарай. Ґур-ҙур ҡарға ояларына күҙе төшә. Ҡапыл ниндәйҙер ҡарарға килә. "Ғәфү ит, Тәңрем. Башҡа сара юҡ. Тере сағыңда килеп етә алмаһам, бәхил бул, балам!" - тип, баланы күкрәгенә ҡыҫып һөйә лә тирәккә үрмәләй башлай. Тирәктең аҫҡы өлөшө ботаҡһыҙ. Үрмәләүе ҡыйын. Тәүге ботағына саҡ һағып өлгөрә. Унан инде башҡа ботаҡтарға ынтылып үрмәләй торғас, ҡарға ояһына ынтылып һалырлыҡ ботаҡҡа баҫа. "Бәхил бул, балаҡайым. Беҙҙең хәлде аңларлыҡ йәштә булһаң, һин дә ошо ҡарарға килер инең", - тип хушлаша ла балаһын ҡарға ояһында ҡалдырып китә. Арманһыҙ булып саҡ барып етә күрше йәйләүҙең ҡарауыл тауына. Ундағы ҡарауылсыға яу баҫыуы тураһында хәбәр итә лә хәлһеҙ йығыла.
Күрше йәйләүҙәрҙән тиҙ арала ярҙам килеп етә. Ҡаты яуҙа дошмандарҙы еңәләр. Ҡасҡандарының арттарынан баҫтырып барып әсиргә алалар. Дошманды ҡыуа сыҡҡан егеттәр ҡайтып килешләй тирәклектә аҡһаҡалдың киленен күреп ҡалалар. Йөҙ башы булған Батыр ҡатынын күреп аптырай. Егеттәргә юлды дауам итергә ҡуша ла, янына килә. Ҡатыны уға ни булғанын һөйләй. Баланы ҡарғалар суҡығандыр, уны ҡалдырып киткән тирәкте табып, һөйәктәрен булһа ла ҡәҙерләп күмәйек, тип эҙләй башлайҙар. Бер тирәк эргәһендә ҡарғалар өйөлөшөп осҡанын күреп, быларҙың йөрәгенә тағы шом өҫтәлә. "Ҡоҙғондар. Баламдың үлеге өҫтөндә осоп йөрөйҙәрҙер инде", - тип илай ҡатын. Ире тирәккә һис кенә лә үрмәләй алмай. "Унда түгелдер. Бынан ҡайһылайтып үрмәләмәк кәрәк?" - ти ул ҡатынына. "Ошонда. Йөрәгем тоя. Сабыйым ошонда", - ти ҡатын. Ир кеше атын ағас төбөнә ҡуйып, эйәре өҫтөнә баҫып, аҫҡы ботаҡҡа саҡ ынтылып тотона ла, артабан күтәрелә. Түбәнерәк ҡоролған оя өҫтөндә бер нисә ҡарға өйөрөлә. Ошондалыр, тип уйлай ҙа атай кеше, күтәрелә биреп оя эсенә ҡараһа, ауыҙын ҙур итеп асып, тыпырсынып балаһы уйнап ятҡанын күреп, ҡысҡырып ебәрә:
- Кәләшкәй, әсәһе, балабыҙ иҫән бит! Иҫән беҙҙең сабыйыбыҙ!
Уңарсы бер ҡарғаның ем тешләп килеүен, уны күреп баланың ҙур итеп ауыҙын асып ятыуын күрәләр...
Тирәктән төшкәс, ире бик аптырай.
- Кирәмһеҙ менерлек түгел бит. Ул тиклем бейеккә ҡайһылайтып үрмәләнең? - ти.
- Йән алҡымға килгәндә үҙем дә абайламай ҡалғанмын. Тәңребеҙ ярҙамға килгәндер...
Баланы алып, ҡайтырға сыҡһалар, ҡарғалар бер тотам да ҡалмай артынан эйәрә. Ҡап-ҡара ҡош тубы күреп, аптырашып торған халыҡ сабыйҙың иҫән ҡалыуы, ҡарғаларҙың уны суҡымау ғына түгел, ә ашатып тороуҙары тураһында ишетеп хайран ҡала. Ә аҡһаҡал, шатлығынан, тағы бер бейә һуйҙырта.
- Өлкән улымдың баш балаһы - беҙҙең нәҫел дауамы ул. Уны һаҡлап ҡалған ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлағыҙ, - тип ҡат-ҡат ҡабатлай баланың иҫән ҡалыуына сикһеҙ ҡыуанған ҡартатаһы.
Йәйләүҙәге кешеләр дегәнәк япраҡтарына бутҡа һалып, бала артынан осоп килгән ҡарғаларҙы һыйлай. Шул көндән башлап йыл һайын ҡарғаларҙы һыйлау көнө барлыҡҡа килгән һәм уны "Ҡарға бутҡаһы көнө" тип атай башлағандар. Ҡарға һыйлау байрамы башҡа яҡтарға ла таралып, үҙенсәлектәр өҫтәлеп, төрлөләндерелеп, башҡорт халҡының бер йолаһына әүерелгән.

Илгизәр ДИҠҠӘТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.18 | Ҡаралған: 31

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем һеҙ 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн 50665 индекслы "Киске Өфө"гә 560 һум 82 тингә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары - 505 һум 08 тингә, 50673 индекслы (юридик ойошмалар һәм предприятиелар) "Киске Өфө"гә 590 һум 82 тингә яҙыла һәм теләгәндәр квитанцияларын редакцияға ебәреп, Йәдкәр Бәшировтың "Башҡорт хан"; Миләүшә Ҡаһарманованың "Күңелем йылы теләй"; Зөлфиә Ханнанованың "Мин - башҡорт, тип танышығыҙ"; Варис Ғүмәровтың "Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре" һәм башҡа матур китаптарға эйә була ала. Әйҙәгеҙ, кем алыҡ!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2018 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt