«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Өфө-II
+  - 



Баш ҡаланың һәйкәлдәре һәм тарихи урындары тураһында һөйләгәндә беҙ иң тәүҙә 1500 йыллыҡ тарихи ҡомартҡы булған "Өфө-II" ҡаласығын телгә алырға тейеш түгелбеҙме?

Гәүһәр БАТТАЛОВА, "Боронғо Өфө" республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ директоры:
Ысынлап та, 1500 йылдан ашыу тарихы булған иң изге лә, ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта серле лә "Өфө-II" ҡаласығы урыны, йәғни хәҙер "Боронғо Өфө" тип йөрөтөлгән музей-ҡурсаулыҡ биләмәһе йәше, ҡиммәте, әһәмиәте яғынан иң беренсе урында тора һәм баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле тарихи үҙәге булған Әхмәтзәки Вәлиди, Яңы күпер, Октябрь революцияһы урамдары менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә урынлашҡан. "Өфө-II" ҡаласығының бар донъяға билдәлелек алыуы менән беҙ мөхтәрәм шәхесебеҙ - тарихсы ғалимыбыҙ Нияз ағай Мәжитовҡа бурыслыбыҙ. Бөтөн Көнсығыш Европала тиңе булмаған был уникаль ҡомартҡыны емертмәйенсә һаҡлап алып ҡалыу, уның быуаттарға һуҙылған тәрән тамырҙарын юллау һәм асылына ҡағылышлы хәҡиҡәтте иҫбатлау өсөн Нияз Абдулхаҡ улы көсөн дә, белеме һәм тәжрибәһен дә, хатта һаулығын да йәлләмәне. Тарихи хаҡлыҡты, үткән шанлы быуаттар шаһиты булған һәйкәлдәребеҙҙе ана шулай һаҡлау һәм яҡлау кәрәк ине лә, сөнки тарихыбыҙҙың сал боронғолоғон үҙҙәренә кәрәккәнсә "борғолау", емереү, юҡҡа сығарыу уйы менән янғандар ҙа юҡ түгел ине. Ана шундай ҡатмарлы көрәш этабына ла шаһит булырға тура килде "Боронғо Өфө" ҡаласығына. Ниһайәт, тарихи хәҡиҡәт еңеп, рәсми рәүештә танылыу яуланы һәм 2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡомартҡыбыҙҙы һаҡлау, фәнни һәм археологик эҙләнеү эшмәкәрлеген артабан дауам итеү һәм үҫтереү маҡсатында "Өфө-II" ҡаласығы тигән дәүләт программаһы ҡабул ителде. Ул йылдарҙа ҡаласыҡты өйрәнеү эштәрен БДУ-ның археология экспедицияһы алып барһа, 2012 йылдан башлап "Өфө-II" ҡаласығын һаҡлау һәм артабан өйрәнеү бурысы беҙҙең "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығына йөкмәтелде. Уның даими ғәмәлдәге археологик экспедицияһы йыл һайын стационар археологик ҡаҙыныу эштәре менән мәшғүл. "Өфө-II" ҡаласығы биләмәләрендә һуңғы тиҫтә йыл эсендә барған ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә тупланған сенсацион табыштар уны уникаль тарихи һәйкәлдәр рәтенә индерҙе. Тикшеренеү эштәре алып барылған майҙанда тиҫтәнән ашыу хужалыҡ-көнкүреш комплекстары документаль нигеҙҙә раҫланды. Табылған артефакттар нигеҙеңдә белгестәр биләмәлә көршәк яһау һәм бронза ҡойоу оҫтаханалары булғанлығы хаҡында фекер йөрөтә. Керамик материалдар араһында иһә турбаслы һәм бахмутин мәҙәни төркөмдәр һәм романов-именьков керамикаһына ҡараған һауыт-һаба ярсыҡтары өҫтөнлөк итә; имәндәш, ҡара яҡуп, кушнарен, иртә булғар, сейәлек һауыт-һаба төркөмдәре өлгөләре лә осрай. Ҡаласыҡ материалдары араһында монголға тиклемге һәм Алтын Урҙа осорона (II мең йыллыҡтың тәүге яртыһы) ҡараған ҡомартҡылар ҙа бар. XVI быуат дирхемдары коллекцияһы (Джучи Улус аҡсалары хазинаһы) составында Үзбәк, Яныбәк, Бирҙебәк, Науруз, Мөрит хандар заманында сығарылған 19 көмөш тәңкә бар. Ҡаҙыныу-тикшеренеүҙәр ваҡытында табылған бик күп ювелир-биҙәнеү әйберҙәре, мунсаҡтар, сит илдәрҙән килтерелгән һауыт-һаба ошонда йәшәгән халыҡтың Хазар ҡағанаты һәм Урта Азия илдәре менән сауҙа бәйләнештәре хаҡында һөйләй.
Беҙҙең музей-ҡурсаулыҡ республиканың Мәҙәни ҡомартҡылар объекттарын һаҡлау буйынса дәүләт идаралығы менән берлектә "Боронғо Өфө" археологик паркы проектын төҙөү маҡсатында әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Киләсәктә "Боронғо Өфө" ҡаласығының квартал төҙөлөш өлөшө тарихи йәһәттән яңыртылып, ҡомартҡының мәҙәни ҡатламы консервацияланасаҡ, шулай уҡ ҡаласыҡтың эргә-тирәһен төҙөкләндереү ҡарала. Нисек кенә булмаһын, был ҡаласыҡ баш ҡаланың иң уникаль ҡомартҡыһы итеп баһаланырға хаҡлы.

Тамара ҒӘНИЕВА, яҙыусы: Башҡортостандың боронғо сәйәхәтселәр һәм йылъяҙмасылар тарафынан Ҡалалар иле тип йөрөтөлөүе хәҙерге тарихсылар тарафынан оҙаҡ ваҡыттар телгә алынманы. Мәғлүмәттәр матбуғат баҫмаларына килеп ингәс тә, ҡайһы бер тарихсылар, ғалимдар күтәрелеп-бәрелергә тотондо. Имештер, башҡорттарҙың бәҫе һәм мәртәбәһен арттырып ебәреү түгелме был? Әммә тарихты, бигерәк тә археологияны юйып ташлап булмай. 70-се йылдарҙа, Өфө ҡалаһына рус стрелецтары ХVI быуатта ғына нигеҙ һалған, тигән фекер нығынып киткәйне. Рәсәй өсөн дә, уның ҡайһы бер тарихсылары өсөн дә был ҡулай ине. Беҙ иһә, һуңғы 3-4 быуат эсендә үҙ мәртәбәбеҙ һәм бойондороҡһоҙлоғобоҙ өсөн баш күтәрә-күтәрә миктәгән, шуға ла ҡайһы бер ғәҙелһеҙлектәргә күнергә өйрәнеберәк барған милләт булараҡ, был ысынбарлыҡҡа тура килмәгән фактты ла сабырлыҡ менән ҡабул иттек. Ә бит был уйҙырмаларҙы инҡар итеүсе тарихи сығанаҡтар ул осорҙа ла билдәле була. Мәшәүерәкме икән беҙ, ҡурҡағыраҡтырмы, үҙебеҙҙең ҡаҙаныштар, донъя мәҙәниәтенә индергән өлөшөбөҙ хаҡында ауыҙҙы ҙур асып һөйләүҙән тыйылабыҙ. Ә бит академик Нияз Мәжитовтың тырышлығы һәм фиҙаҡәрлеге менән нисәмә-нисә ҡатлам аша алдыбыҙға килеп баҫҡан археология ҡомартҡыһының Рәсәй территорияһындағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе булыуы хаҡында Рәсәй Фәндәр академияһы Европа-Азия далалары археологияһының урта быуаттар төркөмө етәксеһе, профессор, тарих фәндәре докторы И.Л. Кызласов, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһының Сирия археология экспедицияһы начальнигы тарих фәндәре докторы Ш.Н. Әмиров, шул уҡ институт хеҙмәткәре И.А. Сапрыкина һәм Башҡортостан ғалимдары ҡатнашлығындағы Эксперт советы 2007 йылдың 17- 18 авгусында Башҡортостан Республикаһының саҡырыуы буйынса Өфөлә булды. Эксперт советы Өфө-II ҡаласығының ғилми әһәмиәтен билдәләү өсөн археологик ҡаҙылманы һәм унан табылған ҡомартҡыларҙы ҡараны һәм уны тиңе булмаған, йәшәү ваҡыты яңы эраның IХ-ХV-ХVI быуаттарына тура килгән, ғилми һәм мәҙәни әһәмиәте яғынан бәхәсһеҙ археологик ҡомартҡы, тип таныны. Шул рәүешле, ҡаласыҡ Башҡортостан һәм Көнъяҡ Урал өсөн генә түгел, тотош Көнсығыштың ҡиммәтле тарихи сығанағы, фәнни яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә ҡомартҡыһы тип баһаланды.
Тағы ла кемдең ризалығын алырға теләйбеҙ һуң бөгөн? Ҡаласыҡтың мәҙәни ҡатламдарын ентекле өйрәнеү Рәсәй фәненең етди археологик обьектына әүрелергә тейеш түгелме ни?
Башҡортостандың йәш менеджерҙары, Башҡортостан туристик яҡтан әһәмиәтле булһын өсөн беҙҙең үҙ "бренд"ыбыҙ булырға тейеш, тип баш вата. Бер ҡатлыраҡ кешеләр бал, башҡорт шәле, ҡымыҙ, ҡаҙылыҡ менән арбарға кәрәк туристарҙы, тигән фекерҙәр әйтә. Дөрөҫ, беҙҙең ризыҡтарҙың да тиңе юҡ ул. Әммә ана шул телгә алынған һый-хөрмәт "Өфө-II" ҡаласығы музейы янында тәҡдим ителһә, беҙҙең мәртәбәбеҙ юғарыраҡ булыр ине бит.

Юлдаш ЙОСОПОВ, тарих фәндәре кандидаты: Әлбиттә, Өфөбөҙҙөң боронғолоғон рәсми кимәлдә танырға ваҡыт. Археологик ҡомартҡылар, Европа, шәреҡ ғалимдарының яҙмалары, карталар хәҙерге Өфөнөң боронғо Башҡорт ҡалаһы нигеҙендә ултырыуын тулыһынса раҫлай. Башҡорттарҙың үҙҙәренең тарихи хәтеренән теркәлгән яҙмалар ҙа был инаныуҙы нығыта. Ҡасандыр был урында башҡорттарҙың бөйөк ҡалаһы булыуын иҫләүе хаҡында Рычков яҙа. Шулай уҡ "Сыңғыҙнамә" дастанында ла Өфө йылғаһы тамағында ҡала булыуы, унда хан йәшәүе бәйән ителә. М. Өмөтбаевтың шәхси архивында үҙем өсөн ҡыҙыҡлы бер мәғлүмәткә юлыҡтым. Унда башҡорттарҙың күп һанлы ҡәлғәләре, етмеш ҡалаһы барлығы телгә алына. Уларҙың 1152 йылда Ислам динен ҡабул иткәнлеге лә теркәлгән. Ошо мәғлүмәттән сығып, шундай һығымта яһарға була:
- бер территорияла йәшәүсе бер халыҡтың шунсама ҡалаһы булыуы, һис шикһеҙ, уларҙың төп, йәғни баш ҡалаһы барлығын да аңлата;
- башҡорттарҙың берҙәм рәүештә 1152 йылда Ислам динен ҡабул итеүе уларҙың ойошоп йәшәүе, бер ханға (батшаға) буйһоноуын да белдәрә;
- тимәк, баш ҡала - Башҡорт булып сыға һәм ул ҡалған 69 ҡаланың үҙәге һаналған була.
Ошоларҙан сығып ҡына ла, әлеге Өфөлә табылған "Өфө-II" ҡаласығын Европа ғалимдары урта быуаттарҙа үҙ карталарында билдәләгән Башҡорт ҡалаһы тип атарға тулы нигеҙ бар. Халыҡтың үҙенең тарихи хәтеренән дә анығыраҡ һәм ышаныслыраҡ дәлил юҡ донъяла.
Йәғни, башҡорттарҙың берҙәм рәүештә мосолман динен ҡабул итеүе уның бер етәкселеккә буйһоноп, бер үк сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни мөхиттә йәшәүен, тимәк, дәүләтселеге булыуын раҫлай. Ул осорҙа дәүләтселегебеҙ, уның үҙәге - баш ҡалаһы булмаһа, үҙенең тышҡы һәм эске азатлығын иң беренсе урынға ҡуйып йәшәгән халыҡ вәкилдәрен бер юлы Ислам диненә йәлеп итеү мөмкин дә булмаҫ ине. Сөнки башҡорттарҙың барыһы ла Исламды ирекле рәүештә ҡабул итмәгән, уны индереү өсөн генә түгел, хатта ҡабул итеү өсөн дә дәүләтселек кимәлендәге механизм кәрәк булған. Шул уҡ ваҡытта боронғо Өфө бер нисә сауҙа юлының киҫешкән урынында ултырған. Билдәле тарихсы Вахрушин яҙыуынса, Себер менән Урта Азияны сауҙа менән тоташтырыусы юл Өфө аша үткән. Ә бит сауҙа - ҡаланың төп күрһәткестәренең береһе иҫәпләнә. Ҡыҫҡаһы, Өфөнөң боронғолоғон һәм уның тап Башҡорт ҡалаһы булыуын раҫлаусы мәғлүмәттәр, документтар етерлек, тик уны Хөкүмәт кимәлендә махсус ҡарар менән нығытып ҡуйырға ғына кәрәк.

Шулай итеп…
Көньяҡ Уралда тарихи әһәмиәте буйынса Өфөгә тиң булған башҡа Урта быуат археологик ҡомартҡыһы юҡ, ти ғалимдар. Был йәһәттән уны боронғолоғо археологик һәм яҙма сығанаҡтарға нигеҙләнеп раҫланған Мәскәү, Новгород, Киев, Ташкент ҡалалары менән генә сағыштырырға мөмкин. Эйе, нимәлер раҫларға, иҫбатларға ла түгел бында археолог-тарихсыларға. Барыһы ла раҫланған. Улар - рус һәм сит ил тарихсы-сәйәхәтселәре материалдарында, карталарҙа аҡҡа ҡара менән яҙылған. Шуларҙы раҫлаусы, быуаттар күмеп ҡуйған тарихты соҡоп сығарыусы ғына беҙҙең заман тарихсылары. Улар ҡулында хәҙер байтаҡ материалдар, уларҙы нығытыусы ҡомартҡы әйберҙәр етерлек. Тик ни өсөн беҙ, дәлилдәр, иҫбатлауҙар була тороп, хәҡиҡәти һүҙ әйтеүҙе ошоға тиклем һуҙҙыҡ? Бына шуныһы ғына ғәжәп...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.18 | Ҡаралған: 707

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru