«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2018

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07  |  08
Март
  09  |  10  |  11  |  12  |  13
Апрель
  14  |  15  |  16  |  17
Май
  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
  22  |  23
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Ағы барҙың туғы бар", ти халҡыбыҙ. Ауылда бөгөн мал-тыуар аҫрарға форсат бармы, ғаиләңде һөт ризыҡтарына кинәндерәһеңме?

 
Сайттың архивы
 

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
"ӨФӨ-II" ҠАЛАСЫҒЫНА - 1500 ЙЫЛ! БЫНЫ ДОНЪЯ ТАРИХЫ ЛА ТАНЫЙ
+  - 



Инде нисәмә йылдарға һуҙылған тикшеренеүҙәр раҫлаһа ла, Урта быуаттарға ҡараған Башҡорт ("Өфө-II" ҡаласығы) ҡалаһының йәше 1500 йыл менән билдәләнеүе, уның ысынлап булыу-булмауы ҡайһы бер тарихсыларҙа шик тыуҙыра һәм һаман да бәхәстәргә нигеҙ булып тора. Ләкин ғәрәп һәм Европа авторҙары хеҙмәттәрендә һәм карталарында билдәләнгән Башгирт, Башкерти ҡалаларының булыуын бер кем дә инҡар итә алмай. Донъя тарихы таныған ошо Урта быуат ҡалаһының булыу фактын бер төркөм ғалимдарҙың танырға теләмәүен башҡорт халҡын ғына түгел, тотош Башҡортостан халҡын ата-олатайҙарҙың тарихи мираҫынан мәхрүм итергә тырышыу, тип кенә аңлатып булалыр. Беҙҙең гәзит биттәрендә "Өфө-II" ҡаласығы тарихы тураһында күп яҙылды. Әммә ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тиҙәр. Шул ҡараштан сығып, түбәндә "Өфө-II" ҡаласығы тураһында тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың ошо тема буйынса аныҡ мәғлүмәттәр менән дөйөмләштерелгән мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

Кем тәүге тикшереүсе?

2006 йылда Өфөнөң боронғо өлөшөндә тәү ҡарашҡа ғәҙәти булмаған ҡаҙыныу эштәре башланды. Зәки Вәлиди һәм Пушкин урамдары араһындағы кварталды реконструкциялау алдынан, законға ярашлы, уны археологтар тикшерҙе. Ябай тикшеренеү сенсацияға килтерҙе: Өфөнөң йәше быға тиклем иҫәпләнеп йөрөлгәндән өс тапҡырға олораҡ икән: уға 1500 йыл!
"Өфө-II" ҡаласығын тәү тапҡыр 1956 йылда ошо территорияға беренсе шурфтар һалыусы Петр Ищериков асҡан, тип иҫәпләнә. Пробалы ҡаҙыныу эштәрендә ул ваҡытта әле генә Пермь университетын тамамлап ҡайтҡан йәш ғалим Нияз Мәжитов та ҡатнаша. Ул үҙенең йондоҙло сәғәтен 50 йыл көтә һәм көтөп ала - тап ярты быуаттан һуң ғына Зәки Вәлиди һәм Пушкин урамындағы кварталдарҙы реконструкциялау башлана. Тап Башҡорт дәүләт университетының профессоры һәм академик Н. Мәжитов тәүгеләрҙән булып, иртә мәҙәни ҡатламдар V быуат менән билдәләнә, тип белдерә, йәғни Өфө ярымутрауы территорияһындағы биләмә 1500 йыл самаһы элек барлыҡҡа килгәнлеген бихисап сығанаҡтар һәм документтар, археологик табыштар менән раҫлай. Бигерәк тә Мәскәү белгестәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының Евразия яландарының урта быуат археологияһы төркөмө мөдире Игорь Кызласовтың эксперт билдәләмәһе баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булды: "Монументаллеге һәм туҡтауһыҙ йәшәү ваҡыты буйынса ҡаласыҡтың бөтөн Көнсығыш Европала тиңе юҡ", - тине ул. Шунда уҡ уҫал теллеләр, Өфөнө 1000 йыллығын билдәләгән Ҡаҙандан күреп "ҡартайттылар", тип раҫлай башланы. Был ысынлап та шулаймы икәнлеген асыҡлап ҡарайыҡ.

Боронғо Өфө тураһында батшалар ҙа, ғалимдар ҙа һөйләгән

1669 йылда батша Алексей Михайлович Өфөгә рус кешеләре килеп, боронғо ҡәберлектәрҙән "алтын һәм көмөш әйберҙәр һәм һауыт-һаба ҡаҙып алыуға" борсолоуын белдерә. XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Ырымбур экспедицияһының секретары булған рус ғалимы Петр Рычков бик күп билдәле башҡорттар менән һөйләшә. Ҡара-Табын олоҫо старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың: "Ҡаҙан ханлығының һәм башҡорттарҙың Рәсәй скипетрына буйһонғанға тиклем күп йылдар әүәл хәҙерге Өфө ҡалаһы урынында Ағиҙел йылғаһынан үргә табан Ҡариҙел йылғаһының башына һәм йылға яры буйлап урынлашҡан тауҙарға тиклем оҙонлоғо 10 саҡырымға һуҙылған бөйөк ҡала булған", - тигән һүҙҙәрен үҙенең "Ырымбур топографияһы"нда теркәп ҡалдыра. Рычков күрһәтеүенсә, Муллаҡаевтың мәғлүмәттәре 1735-1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында юғалған башҡорттарҙың йылъяҙмаһы мәғлүмәттәренә нигеҙләнә.
Башҡортостандың боронғолоғон күңел биреп тикшереүсе, Өфө ҡалаһының башлығы Дмитрий Волков (1875 - 1887 йылдарҙа башлыҡ була) "Өфө губерна ведомстволары"нда: "Беҙ, нигеҙҙә, ҡала ситендә өнһөҙ ҡурғандар: күптән юғалған халыҡтарҙың һәйкәлен - күптән инде тынған көрәш шаһиттарын күрәбеҙ. Йылғалар араһындағы һәм хәҙер Өфө иркен йәйелгән барлыҡ киң майҙан кеше һөйәктәре менән тулған баҫыуҙы хәтерләтә: ҡайҙа ғына көрәк тыҡма, һәр ерҙә һөлдәләр һәм һөйәктәр... Был - кеше һөйәктәре менән ашландырылған Аллаһ яланы бында ҡасандыр оҙаҡ һәм ҡаты алыш булыуын, күп кешеләр ыҙаланыуын һәм үлеүен асыҡ һөйләй", - тип яҙа.
Случевск тауынан башланып (хәҙерге С. Юлаев скверы) телеүҙәккә тиклемге территория тотошлайы ҡәберҙәрҙән тора. Биналар төҙөгәндә төҙөүселәр Өфө байҙарының бай ҡәберлектәренә тап була. Бихисап алтын һәм көмөш биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба, башҡа предметтар табыла, уларҙың күп өлөшө юғалып бөтә, бары тик ҙур булмаған бер өлөшө генә Милли музейҙа һаҡлана.

Боронғо башҡорттарҙың баш ҡалаһы ул

Башҡортостандың Урта быуат ҡалалары тураһында үҙенең яҙмаларында XII быуаттың ғәрәп географы Мөхәммәд әл-Иҙриси: "...Эске башҡорттарҙың ҡалалары араһында Масра һәм Касра бар. Ике ҡала ла ҙур түгел, һәм сауҙагәрҙәр унда һирәк була. Унда ерҙәренә һәм илдәренә килеп аяҡ баҫҡан сит ил кешеләрен үлтерәләр, шуға берәү ҙә килергә атлығып тормай. Ике ҡала ла Атил йылғаһына ҡойған йылға буйында урынлашҡан..." - тип яҙа. Иҙрисиҙең картаһында Атил йылғаһы (йәғни Иҙел йәки Волга) Урал тауҙарынан ағып сыға, ә Касра һәм Масра ҡалалары уның уң яҡ ҡушылдығы ярында урынлашҡан. Эш шунда: боронғо грек географы Клавдий Птолемей заманынан Волганың башы тип Ағиҙел йылғаһы иҫәпләнгән. Тимәк, Ағиҙелдең уң ҡушылдығы - Ҡариҙел була.
"Эске башҡорттар"ҙан тыш, Иҙриси "тышҡы башҡорттар"ҙың өс ҡалаһын иҫкә ала: "Тышҡы башҡорттар"ға килгәндә, улар араһында Ҡараҡая, Намджан һәм Гурхан бар. Улар халҡы күп булған һәм үҙҙәрен-үҙҙәре тәьмин иткән ҡалалар. Уларҙа сауҙа һәм һөнәрселек ныҡ үҫешкән. Уларҙың ҡайһы берҙәре башҡаларҙың ерҙәренә килеп, үҙҙәренә кәрәкле нәмәләрҙе ала. Был уңдырышлы ил, унда үлән дә, мал да күп..." Атап үтелгән ҡалаларҙың ҡайһыһы Өфөгә тап килеүе билдәһеҙ. Иң мөһиме, был яҙмалар "Өфө-II" ҡаласығын ҡаҙығанда яһалған асыштарҙы раҫлай: бында ҡара һәм төҫлө металлургия эҙҙәре табыла. Ҡаласыҡта боронғо мейес эҙҙәре, бронза ҡойолмалары, шулай уҡ металл иретеү һауыттары табыла. Боронғо башҡорт ҡалаларында металлургияның киң үҫешеүе әл-Иҙрисиҙең яҙмаларына тап килә: "...Намджан - ҡала ҡоролошо булған бәләкәй генә ҡала, уның менән төрки ҡәбиләһенән булған ир кеше етәкселек итә. Был ҡала Сукан тип аталған йылға ярында урынлашҡан. Ҡаланан көнсығышҡа табан Арджика тауы урынлашҡан, унда меңдәрсә кеше эшләгән баҡыр копиҙары (рудник йәки карьер - Ред.) бар..."

Намджан - сауҙагәрҙәр һәм металлургтар ҡалаһы

Үкенескә күрә, Намджан картала билдәләнмәгән. Һәм ҡайҙа урынлашыуы тураһында текста яҙылыуы буйынса ул Өфөгә тап килмәй. Әммә уның тураһындағы мәғлүмәт шуныһы менән ҡыҙыҡлы: ул Урта быуат дәүерендәге көньяҡ Урал ҡалаһының тибын һүрәтләй. Намджандың Урал йылғаһы бассейнында урынлашыуы ихтимал. Иҙриси был ҡала тураһында башҡа мәғлүмәттәр ҙә килтерә: "Унда бик күп баҡыр табалар, уны Шаш иленең Хорезм һәм башҡа ҡалаларына һәм күрше гуздар иленә оҙаталар..." Шаш - ул Ташкент, Хорезм - Амударьяның түбәнге тамағы, гуздар хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында йәшәгән. Табылған баҡыр каруан юлы менән Урта Азия илдәренә ебәрелгән. Каталон атласының карталарының береһендә билдәләнеүенсә, башҡорттарҙың каруан сауҙаһының бер маршруты ҡайҙалыр көнсығышҡа китә. Иҙриси был турала бына нимә тип яҙа: "...Был ҡаланан шулай уҡ йылға буйлап әл-Хәзәр диңгеҙенә төлкө һәм ҡондоҙ тиреһен сығаралар, уларҙы әл-Хәзәр диңгеҙе яры буйында һәм Дейлемда юғары хаҡҡа һаталар..." Телгә алынған әл-Хәзәр диңгеҙе - Каспий, ә Дейлем өлкәһе хәҙерге Ирандағы Каспий буйындағы Мазендаран провинцияһы. Шулай итеп, Намджан сауҙагәрҙәре Каспий диңгеҙен киҫеп сығып, уның көньяҡ ярына барып еткән. Артабан Иҙриси Намджан халҡының диңгеҙ сауҙаһы тураһында мәғлүмәттәр килтереп, уның географик урыны тураһында бер шик тә ҡалдырмай: "Был ҡалала шулай уҡ балсыҡтан яһалған әйберҙәр һәм оҙаҡ хеҙмәт итеүсе, юғары сифатлы көршәктәр эшләйҙәр. Был йылға ярҙарында төрлө аҫыл таштар, лазурит, шулай уҡ был йылғала төрлө балыҡтар бар. Унда яҙып та, һөйләп тә аңлатып булмаған ҙур балыҡтар йәшәй. Намджан ҡалаһы халҡы төрлө хәйләләр менән уларҙы еңел генә тота ала. Уларҙы күп итеп тотоп, шуның менән йәшәйҙәр, күп өлөшөн тоҙлайҙар һәм һуңынан Хазар диңгеҙенә сығасаҡ караптарына килтерәләр. Улар ошо диңгеҙҙән яр буйлап баралар һәм Итиль ҡалаһына эләгәләр, унда балыҡтарын һаталар һәм үҙҙәре лә ашайҙар..." Текстан күренеүенсә, Намджанда йәшәүселәр "башҡорттарҙан хазарҙарға" йылға юлын үҙләштерә. Урал (Яйыҡ) йылғаһы буйлап аҫҡа судноларҙа төшкәндә улар Каспий диңгеҙенең акваторияһына сыға. Һуңынан, уның яры буйлап көнбайыш йүнәлештә хәрәкәт итеп, Волганың дельтаһына барып етеп, йылға буйлап үрләп Хазарияның баш ҡалаһы Итиль ҡалаһына барып сығалар. Унда улар аҫыл таштар, йәнлек тиреһе һәм тоҙло бикре һата. Иҙрисиҙең тексына һәм картаһына ярашлы, Намджандың Башҡортостандың көньяҡта Эмба йылғаһы һәм Ҡаҙағстан өлкәһенең Мугоджар тауҙарына тиклем йәйрәп ятҡан тарихи территорияһында урынлашҡан булыуын күрәбеҙ. Был ҡаланың Яйыҡ йылғаһы баш алған Арҡайым заманынан алып баҡыр табыу эштәре алып барылған Урал тауҙары эргәһендә урынлашыуында шик булыуы мөмкин түгел. Иҙриси яҙмаларын өйрәнеүсе Ирина Коновалова Намджан ҡалаһын хәҙерге Орск районы тирәһенә урынлаштыра.

Ҡараҡая ҡалаһы хәҙерге Өфөгә тап килә

Иҙрисиҙең картаһы буйынса, Өфөгә бигерәк тә Ҡараҡая ҡалаһы тап килә. Ул Атил, йәғни Ағиҙел йылғаһына ҡойған, уның уң яҡ ҡушылдығы Ҡариҙелде хәтерләткән урында билдәләнгән. Дөрөҫ, Өфө тип күҙалланған Ҡараҡая ҡалаһы хаталыҡ менән Ағиҙелдең уң яҡ түгел, һул яҡ ярында урынлаштырылған. Бында, әлбиттә, бер ваҡытта ла Башҡортостанда булмаған авторҙы ғәфү итергә мөмкин. Иҙриси: "Ҡараҡая - ағас өйҙәрҙән һәм кейеҙ тирмәләрҙән торған матур ҡала, - тип яҙа. - Булғарҙар уларҙа даими баҫымсылыҡ яһап тора. Уларҙың араһы - 16 аралыҡ һәм улар араһында даими туҡтауһыҙ һуғыш бара..." Әгәр бер көнлөк аралыҡты 40 километр тип алғанда, Ҡараҡая ҡалаһы һәм булғарҙар араһы 640 километр тәшкил итә. Был Өфө менән Татарстандағы хәҙерге Булғар ҡалаһы араһына яҡын. Шулай итеп, "Өфө-II" археологик ҡомартҡыһы Иҙриси үҙенең яҙмаларында яҙған Ҡараҡая ҡалаһына ниндәйҙер кимәлдә тап килә, тип раҫларға мөмкин. XIII быуатта Башҡортостан Алтын Урҙа составына инә. Мәғлүм булыуынса, монгол хандары, ҡағиҙә булараҡ, яулап алынған илдәрҙең эске эштәренә ҡыҫылмай, уларҙан бары тик яһаҡ түләүҙе һәм кәрәк булғанда һуғыш алып барыу өсөн ҡораллы ополчение ғына талап итә.

Башҡорт ҡалаһы: ыңғай һәм кире фекерҙәр

Көнсығыш Европаны берҙәм дәүләткә берләштергән Алтын Урҙа дәүерендә уның территорияһы буйлап сәйәхәт итеү быға тиклем булған быуаттарға ҡарағанда киң тарала. Батый батшалығына бөтөн донъянан сауҙагәрҙәр килә, ә генуэз негоцианттары Урҙала йәнлек тиреһе һәм бик күп сауҙа фактураһы табыуға концессияға эйә була. Күрәһең, тап уларҙың мәғлүмәттәре буйынса 1367 йылда бер туған Пициганиҙарҙың картаһы барлыҡҡа килә. Унда Кама йылғаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан "таҙа яланда" Пашкерти ҡалаһының пунсоны (шартлы билдәһе) күрһәтелә. Ваҡыт үтеү менән уның урынлашыу урыны аныҡлана. 1375 йылға Каталон атласында атап үтелгән ҡала Ағиҙел тип күҙалланған йылғаның һул яҡ ярында күрһәтелә. Пашкерти тағы ла анығыраҡ итеп билдәле фламанд картографы Герард Меркаторҙың картаһында күрһәтелә. Ул тап хәҙерге Өфө - Ағиҙел менән Ҡариҙел ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Меркаторҙың атласы 1595 йылда автор вафат булғас донъя күрә. Әммә уға ингән карталар XVI быуаттың 30-70-се йылдарында, йәғни 1586 йылда рус ҡәлғәһе Өфө барлыҡҡа килгәнгә тиклем төҙөлә. Шулай итеп, Меркатор бер нисек тә Пашкертиҙы рус Өфөһө менән бутай алмай.
XIV быуаттың ғәрәп ҡамуссыһы Ибн Халдун Алтын Урҙаны һүрәтләп, былай ти: "Үрҙә Сыңғыҙхан ошо дәүләткә нигеҙ һалыусы, уның Души-хан (Джучи) исемле улы бар һәм ул батша, тип белдерелгәйне. Был батшалыҡ төньяҡта Хорезмдан Яркенда, Соғда, Һарайға, Маджар, Арран, Сарҙаҡ (Судак), Булғар, Башкурд һәм Джулманға тиклем. Был батшалыҡтың сигендә Ширван ҡалалары араһында Баҡы һәм уның эргәһендә Демир Капу (Дербент) тип аталған тимер ҡапҡалар бар".
Нияз Мәжитов фекеренсә, атап үтелгән пассажда Башҡорт ҡалаһы, йәғни көнбайыш Европа карталарындағы Пашкерти ҡалаһы телгә алына. Урта быуаттарҙа ҡаланың этник өҫтөнлөклө халыҡ атамаһы буйынса йөрөтөлөүе ғәжәп түгел. Волга Булғарының баш ҡалаһы ул ваҡытта Булғар тип аталыуын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ул ваҡыттағы биләр ырыуының Биләр тип аталған ҡалаһы була. Хәҙерге сыуаштарҙың ата-олаталары булған сувар ырыуының Сувар тигән ҡалаһы була. Мордва-мокшаларҙың Мокша ҡалаһы була. Н. Мәжитовтың оппоненттары сығанаҡтарҙа биләмә түгел, ә Башҡортостан тигән географик атама тураһында һүҙ бара, тип, Башҡорт ҡалаһының булыуын инҡар итә. Уларҙың кеме хаҡлы икәнен ваҡыт күрһәтер. Әммә Урта быуат Башҡортостанда ҡалаларҙың, шул уҡ Намджан ҡалаһы булыуы факты - шикһеҙ. Шулай уҡ Өфө-II ҡаласығы урынында борон ҡала булыуы ла шик тыуҙырмай. Ул нисек аталғандыр - Ҡараҡаямы, Башҡортмо, Түрә-таумы йәки Өфөмө - артабанғы тикшеренеүҙәр предметы булып тора. Уның сәскә атыу осоро VII-XII быуаттарға тура килә. Монгол баҫмасылығы һөҙөмтәһендә ҡала яйлап бөтә бара. Һуңғы һөжүмде уға 1389 йылда Башҡортостан буйлап ут һәм ҡылыс менән үткән Тамерлан яһай.
Һығымтала "Өфө-II" ҡаласығының фәнни әһәмиәте буйынса эксперт советының 2007 йылда ҡабул иткән резолюцияһынан өҙөмтәләр килтерәйек:
1) "Өфө-II" ҡаласығы уникаль археологик һәйкәл булып тора, уның әһәмиәтен соҡор артындағы ҡәберлек тағы ла көсәйтеп ебәрә. Ҡаласыҡтың мәҙәни ҡатламы 4 метрға етә, был факт һәйкәлде Көнсығыш Европалағы шуға оҡшаш һәйкәлдәр араһында айырып тора.
2) Ҡаҙыныу һөҙөмтәһендә асылған археологик объекттар монументаль архитектура ҡоролмалары категорияһына ҡарай. Ҡаланың һаҡ өсөн тәғәйенләнгән диуары һәйкәл эшләгән осорҙоң иртә этабында төҙөлгән, алдан күҙалланған проект буйынса күтәрелгән һәм үҙаллы үҙенсәлекле хәрби-фортификацион мәктәп булыуын раҫлай.
Шулай итеп, Эксперт советы ағзалары билдәләр комплексы буйынса беҙҙең эраның IV-XV-XVI быуаттарына ҡараған "Өфө-II" ҡаласығының юғары фәнни һәм мәҙәни әһәмиәтендә шикләнмәй. Өфө-II ҡаласығы ҙур, быуаттар буйы йәшәгән, административ, сауҙа, һөнәрселек үҙәге, Урал-Волга буйы төбәге тарихының үҙәк пункттарының береһе булып торған.
Эксперт советы ағзалары: Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, профессор, ТР Фәндәр академияһының баш ғилми хеҙмәткәре Ф.Ш. Хузин (Ҡаҙан); Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының Евразия яландарының Урта быуат археологияһы төркөмө мөдире, профессор, тарих фәндәре докторы И. Л. Кызласов (Мәскәү); Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Сүрия археология экспедицияһының начальник урынбаҫары, тарих фәндәре докторы Ш. Н. Әмиров (Мәскәү); Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының һаҡланыусы ҡаҙылмалар бүлегенең Мәскәү эргәһе экспедицияһы начальнигы урынбаҫары, археометаллургия буйынса халыҡ-ара төркөм ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты И. А. Сапрыкина (Мәскәү).
Эксперт советының резолюцияһына Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты директоры, академик Н. А. Макаров ҡултамғаһын һала. Йәғни илдең әйҙәүсе археологтары "Өфө-II" ҡаласығын донъя әһәмиәтендәге һәйкәл тип таный, ә Башҡортостандың ҡайһы бер тарихсылары - юҡ. Уларҙың ҡайһыһы шарлатан - үҙегеҙ һығымта яһағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.

Салауат ХӘМИҘУЛЛИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.06.18 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем һеҙ 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн 50665 индекслы "Киске Өфө"гә 560 һум 82 тингә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары - 505 һум 08 тингә, 50673 индекслы (юридик ойошмалар һәм предприятиелар) "Киске Өфө"гә 590 һум 82 тингә яҙыла һәм теләгәндәр квитанцияларын редакцияға ебәреп, Йәдкәр Бәшировтың "Башҡорт хан"; Миләүшә Ҡаһарманованың "Күңелем йылы теләй"; Зөлфиә Ханнанованың "Мин - башҡорт, тип танышығыҙ"; Варис Ғүмәровтың "Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре" һәм башҡа матур китаптарға эйә була ала. Әйҙәгеҙ, кем алыҡ!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2018 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt