«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНГЛИЗСӘ ЛӘ БЕЛ, ӘЙҘӘ
+  - 

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Америка-Башҡорт интерколледжының "ACCESS/ДОСТУП" халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы буйынса сираттағы йәйге лагерь асылды.

Ойоштороусылар йыл да белем биреү программаһына уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ яңылыҡтар индереп тора. Быйыл йәйге лагерь ваҡытында үткәреләсәк тренингтар тағы ла төрләндерелгән. Тәүге тапҡыр мәғлүмәти технологиялар буйынса тренинг уҙғарыла, унда үҫмерҙәр компьютер программалары, проекторҙар, интерактив таҡталар менән ҡулланырға, үҙҙәренең проекттарын яҡларға өйрәнә. Шулай уҡ лагерь ваҡытында брейк-данс, гитара, драма клубтары эшләйәсәк һәм уҡыусыларҙы был һөнәрҙәргә инглиз телендә уҡытасаҡтар. Быйыл тағы бер мөһим проектты тормошҡа ашырҙылар, йәғни Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Өфө ҡалаһы Совет районының 80 йыллығына арнап, ҡаланың тарихи урындары буйлап ҙур экскурсия үткәрҙеләр. Мәскәүҙән, Америка Ҡушма Штаттарынан килгән ҡунаҡтар менән бергә уҡыусылар ҙа Өфөнөң билдәле тарихи ҡомартҡылары урынлашҡан урындар буйлап сәйәхәттә йөрөнө. Америка-Башҡорт интерколледжы директоры Вячеслав Швайко әйтеүенсә, Өфө ҡалаһының бай тарихлы булыуын күптәр белһә лә, факттарҙы системалы рәүештә өйрәнеү етмәй. Был экскурсия барышында билдәле шәхестәр, тарихи ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәр белергә, уҡыусыларҙың Мостай Кәрим, Сергей Аксаков кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләүен тыңларға мөмкин булды. Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия ваҡытында инглиз, рус, башҡорт телмәре яңғыраны.
- Беҙҙең был халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы уңышлы ғына эшләп килә, тик ҡыҙғанысҡа күрә, ҡабул итеү урындары әҙәйҙе. Уңыш ҡорбаны булдыҡ, сөнки беҙҙең эште күреп, хәҙер Рәсәйҙең 35 төбәгендә ошо уҡ программа буйынса эш башлап, аҡса йәһәтенән ҡыҫынҡы хәлдә ҡалдыҡ. Быйыл беҙҙең программаны 28 уҡыусы тамамлай. Был киләсәктә инглиз теле кәрәк булырын аңлы рәүештә белеп, проектта ҡатнашырға теләгән 14-17 йәшлек үҫмерҙәр. Улар инглиз телен һөнәр алыу, халыҡ-ара компанияларҙа эшләү өсөн мөһим бер ҡорал итеп күрә", - тине Вячеслав Швайко әңгәмәләшкәндә.
Ф. Мостафина исемендәге гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Диана Закирова әйтеүенсә, программала ҡатнашырға теләүселәр күп. Уҡыусылар менән быйыл профилле лагерҙа Америка-Башҡорт интерколледжы уҡытыусылары Джереми Севидж, Элизабет Хьюс, гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Моратова даими эшләй. Диана Диас ҡыҙы инглиз теленән уҡыусыларға ошо рәүешле белем биреүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки ике йылдан был предмет буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу мотлаҡ талапҡа әйләнеүе бар. Ә уҡыусыларға килгәндә инде, улар йәйге каникулдарын файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп үткәрә алыуына сикһеҙ шат. Быйыл 8 синыфты тамамлаған Булат Күсәрбаев халыҡ-ара гуманитар белем биреү программаһы буйынса шөғөлләнеү инглиз телен яҡшыраҡ өйрәнеү өсөн генә түгел, һәләттәреңде асыуға ла булышлыҡ итә, тип иҫәпләй. Алтынсы синыфты тамамлаусы Эмилия Хисмәтуллина һәм Айһылыу Фазылйәнова ла йәйге ялдарында гимназияға килеп йөрөүҙән, уҡыуҙы дауам итеүҙән бер ҙә ялҡмаған. "Лагерға төрлө синыфтарҙан йыйылған балалар йөрөй, быйыл бишенсе, алтынсы, етенсе һәм һигеҙенсе синыф уҡыусылары бар. Беҙҙең белем кимәлдәребеҙ төрлөсә булһа ла, береһе лә үҙен уңайһыҙ тоймай бында. Сөнки бөтәһе менән дә тигеҙ һөйләшәләр", - ти Айһылыу.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Америка-Башҡорт интерколледжы программаһының әһәмиәте уҡыусыларға инглиз теленән белем биреү йәһәтенән генә түгел, башҡорт халҡының һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәттәрен, тарихын тел аша өйрәтеү менән дә үҙенсәлекле. Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының был юҫыҡта ярайһы ғына тәжрибәһе бар. Һәм был тәжрибәне республикабыҙҙа тағы ла киңерәк таратырға кәрәк. Ни тиһәң дә, инглиз теле яҡын киләсәктә, урыҫ теле кеүек, көндәлек кәрәкле телгә әйләнмәҫ, тимә.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.18 | Ҡаралған: 737

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru