«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УРАЛ МОҢО" ФЕСТИВАЛЕ БЕҘҘЕҢ УРТАҠ БАЙРАМЫБЫҘ
+  - 

"Урал моңо - 2018" Халыҡ-ара төрки йәштәре музыкаль ижады конкурс-фестивале үҙенең еңеүселәрен билдәләне. Төрки донъяһындағы иң абруйлы музыкаль бәйгеләрҙең береһе булған был сарала быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 30 йырсы һәм коллектив ҡатнашты.

"Өфө тураһында башҡаларҙан ишетеүгә ҡарағанда, уны бер тапҡыр булһа ла килеп күреүең яҡшы икән. Башҡорт халҡының бөгөн дә тәбиғәт менән гармонияла йәшәй белеүенә һоҡландым. Баш ҡалағыҙ замандан да артта ҡалмай, сөнки матур йорттары, биналары күп. Шул уҡ ваҡытта йәшеллеккә төрөнөп ултыра, бар ерҙә сәскәләр үҫә. Ә ҡаланы үҙенең наҙлы ҡосағында тирбәлткән йылға, уның ярында торған батырығыҙ Салауаттың мәғрүр һыны уға айырыуса төҫ өҫтәй. Халҡығыҙ асыҡ күңелле, ихлас. Мин үҙемде өйҙә, туғандарым араһында кеүек хис итәм", - Саха Республикаһынан килгән Артур Семеновтың башҡорт еренә, халҡына һоҡланыу һүҙҙәрен фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һүҙмә-һүҙ тиерлек ҡабатланы. Телдәребеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға һаҡсыл ҡараш ҡына түгел, ә йөрәгебеҙҙә туғандаш халыҡтарға хөрмәт һәм яратыу һаҡлай алыуыбыҙ менән оҡшашбыҙ беҙ. Шуның өсөн дә "Урал моңо" фестивале беҙҙең уртаҡ байрамыбыҙға әүерелә. Ғөмүмән, үҙенең башланғыс осоронан алып "Урал моңо" төрки телле халыҡтарының үҙ-ара аралашыу, уңыштар, яңылыҡтар менән уртаҡлашыу майҙансығы булып тора. "Сылдыс" продюсер үҙәге генераль директоры, баһалама ағзаһы Аржаана Суктер фестивалде төрки донъяһындағы иң олпат бәйге, тип атаны: "Әлеге мәлдә төрки телле халыҡтар үткәргән бер генә конкурстың да бындай бай тарихы юҡ. "Урал моңо"нда милләтен күрһәтәсәк бәйгеселәр үҙҙәрендә ҙур ғына конкурстар аша үтеп килә, сөнки милли музыка өлкәһендәге яңы тенденциялар менән беҙ тап ошонда танышабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостандан Тимур Рамазанов ҡатнашыусылар өсөн планканы тағы ла күтәрҙе, ул сәхнәлә шундай матур шоу эшләне. Ҡаҙағстандың "Мурагер" инструменталистар квартеты сығышы өлгөлө булды". Ҡаҙағстандан килгән махсус ҡунаҡ Азамат Муҡатов та был мәҙәни сараның йәш йырсылар ижады өсөн оло стимул булыуын белдерҙе.
Шуныһы ла ҡыуандырҙы, быйыл Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтә алдыҡ. Композитор, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, баһалама рәйесе Урал Иҙелбаев та быны һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Бындай фестивалдәрҙә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, хатта Саха (Якутия) кеүек республикаларҙан килгән бәйгеселәргә еңелерәк. Унда һәләтле йәштәрҙе сит илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөрлөк кимәлгә еткереп, бәләкәйҙән махсус тәрбиәләйҙәр. Этно шоу-бизнес милләттәр бер урында тупланып йәшәгән үҙаллы дәүләттәрҙә ныҡ үҫешкән. Шуға ла донъя мәҙәниәтендә уларҙы барыһы ла белә. Республикала был йүнәлеш үҫешмәй. Иң һәләтле балаларҙы йыйып, улар менән шөғөлләнә торған берәй милли студия булһын ине, тип хыялланам. Беҙҙең "Урал моңо" кеүек бик матур фестивалебеҙ бар, әммә әлегә ошондай махсус мәктәптәрҙән килгән йырсылар менән ярышыуы беҙҙең йырсыларға ауырыраҡ. Сөнки улар йышыраҡ үҙаллы үҫешергә мәжбүр. Шуға ҡарамайынса, быйыл башҡорт мәҙәниәте бик лайыҡлы күрһәтелде. Башҡалар менән бер рәттән, беҙҙә лә эстрада ла, этник йүнәлеш тә үҫеш кисерә".
Кем бәйгенең гала-концертын ҡараған, улар быға үҙҙәре лә шаһит булды. Илдар Жамаловтың Учалы ерлегенә генә хас итеп "Буранбай"ҙы йырлауынан тетрәндек, башҡалар өсөн дә ҡыуандыҡ. Әлбиттә, барыһы ла еңеүсе була алманы. Бигерәк тә тамашасы бөтөн донъя белгестәре уникаль күренеш тип таныған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың, шул уҡ Илдар Жамаловтың бүләкләнеүселәр араһында булмауына бер аҙ бошондо. Мәскәү уртаһында үҙенсәлекле заманса мәҙәни утрау булдыра алған "Zaman" төркөмө лә ҡатнашты фестивалдә. Бөгөнгө заман технологияларын ҡулланып, уңышлы ижад иткән, профессиональ музыканттарҙан торған һәм башҡортса йырлаған был төркөм киләсәктә этно-шоу ниндәй йүнәлештә үҫергә тейеш тигән һорауға бер аҙ яуап бирҙе булһа кәрәк. "Тик ижадыңды ситтәргә ҡарағанда үҙ халҡыңдың баһалауы күпкә мөһимерәк", ти төркөмдөң музыканты, композитор Айҙар Хәмзин.

Шулай итеп...
Гран-приға һәм фестивалдең төп призына - 250 мең һумлыҡ сертификатҡа Ҡаҙағстандан Рәсүл Ҡорбанов лайыҡ булды. Ул ҡаҙаҡ, үзбәк телдәрендә йырлай, күп бәйгеләр еңеүсеһе. Конкурста уйғыр милләтенең музыкаль мәҙәниәтен күрһәтте. Тимур Рамазанов (Башҡортостан), Сайрана Сюрон (Тыва), "Zaman" төркөмө (Мәскәү ҡалаһы), Артур Семенов (Саха (Якутия) - беренсе, Рәфис Сирусин (Башҡортостан), Ерден Жаксыбеков (Ҡаҙағстан), Юнир Һағынбаев менән Зәлиә Ғәниәтуллина (Башҡортостан), "Йатаған" төркөмө (Башҡортостан), "Мурагер" этно-фольклор ансамбле (Ҡағаҙстан) - икенсе, Жанар Туратова (Ҡырғыҙстан), Жанетта Тонова (Алтай), Азиз Юлдашев (Үзбәкстан), "Istanbul Ruyas" этно төркөмө (Төркиә), Заһир Зәйнетдинов (Башҡортостан) өсөнсө урынға сыҡты. Абай Әмирханов исемендәге махсус приз - думбыра Ишембай районынан Ләйсән Ғәлимоваға тапшырылды. "Туран Дуниясы" Халыҡ-ара йәмәғәт фондының дипломдарына Артур Семенов (Саха (Якутия) менән Илдар Жамалов (Башҡортостан) лайыҡ булды.

Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.18 | Ҡаралған: 628

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru