«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙҘӘГЕҘ, ҠЫМЫҘ ЭСЕРГӘ - ТИРМӘЛӘР ҠАЛАСЫҒЫНА!
+  - 

Әле ҡасан ғына эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында ҡымыҙ һатыусылар, буҙа етештереүселәр, милли кейем тегә башлаусылар барлыҡҡа килеүенә ҡыуана инек. Хәҙер Өфөлә милли ризыҡтар, биҙәүестәр, сувенирҙар бер ерҙә һатылған урын барлыҡҡа килде. И. Якутов паркында "Тирмәләр ҡаласығы" тип аталған үҙенсәлекле проект ошо көндәрҙә эшен башланы. Ошо турала проект авторы Айгөл ИҘЕЛБЕВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Баш ҡалабыҙҙа әлегә бындай проект булғаны юҡ ине, уның үҙенсәлеге һәм маҡсаты нимәлә?

- Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген милли үҙенсәлектәргә таянып башҡарған башҡорт егет һәм ҡыҙҙарын бер урынға тупланы был проект. Салауат Юлаев майҙанындағы туҡланыу урындарын күптән күҙәтеп йөрөй инем. Баш ҡаланың үҙәгендә, милли батырыбыҙ һәйкәле янында башҡа милләттәр үҙ ризыҡтарын тәҡдим итә һатып алыусыларға. Йәмәғәтселек тә быға ризаһыҙлығын белдерә, беҙ, эшҡыуарҙар, үҙебеҙ ҙә ошо йүнәлештә проекттар эшләп, конкурстарҙа ҡатнаша килдек. Ни өсөн башҡорттар үҙебеҙ бындай хеҙмәтләндереү өлкәләрен ҡулға алмайбыҙ, тип уйландым. Быйыл Совет районы хакимиәте ошондай проект тәҡдим иткәс, ҡыуанып тотонорға булдым. Совет районы ярҙамы менән Өфөнөң Якутов паркында "Тирмәләр ҡаласығы" барлыҡҡа килде.

Тимәк, һатыу нөктәләре тирмәләрҙән тора?

- Ҡаласыҡ ете тирмәнән тора. Ете тирмә ҡуйыу минең яңғыҙым атҡарып сығырлыҡ эш түгел ине, шуға ла алдан уҡ эшҡыуарҙар табып, команда тупланыҡ. Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар, Вадим Йомабаев, Нариман Ниғмәтов, Ришат Сабиров, Илдус Йомағужин - улар барыһы ла рухлы, дәртле башҡорт йәштәре һәм эшҡыуарҙары. Был үҙенсәлекле йәрминкәлә буҙа, ҡымыҙ, сәк-сәк, сөсө икмәк, талҡан, шулай уҡ милли биҙәүестәр, кейемдәр һатыласаҡ. Ҡаласыҡ йәй миҙгеле буйына 10.00-22.00 сәғәттәрҙә эшләйәсәк. Был ҡаласыҡ туристар өсөн дә, ошо продукттарҙы һатып алыусылар өсөн дә, эшҡыуарҙар өсөн дә ҡулай. Уның тирмәләр формаһында булыуы паркка ла йәм өҫтәй. Шулай уҡ әгәр ҙә эшҡыуарҙарҙан кемдәрҙер беҙгә ҡушылырға теләһә, уларҙың әҙер тауарын алырға ризамын. Ундайҙар миңә мөрәжәғәт итһендәр.

Һуңғы осорҙа эшҡыуарҙар араһында башҡорттар һаны күбәйәме?

- Мин үҙем эшҡыуарлыҡтың сауҙа, реклама өлкәһендә 10 йыл эшләйем. Ул мәлдә башҡорттар һаны аҙ ине. Бөгөн был хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Уларҙы нисектер бер урынға туплау тураһында ла хыяллана инем. Ниһәйәт, яңы йылдан һуң ватсап мессенджерында эшҡыуарҙар өсөн чат астым. Әлегә унда бөтөн республиканан 200-ҙән ашыу эшҡыуар бар. Бер-береһенән ишетеп, өҫтәлә баралар. Был беҙгә аралашыу өсөн майҙансыҡ. Унда яңы эш башлағанда нимәне нисек эшләргә икәнен дә, башҡа һорауҙарҙы ла уртаға һалып һөйләшәбеҙ, бер-беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ. Тәжрибәле кешенән өйрәнеүе лә ҡулайлыраҡ. Ошонда уҡ үҙ тауарын тәҡдим итеүселәр ҙә бар.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 683

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru