«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ҠАПҠАҒА УЙНАУМЫ?
+  - 



Ялҡынһынған шешек кеүек ҡабара барған пенсия реформаһы мәсьәләһенең, ниһайәт, ярылыр мөҙҙәте етте. Байтаҡтан бирле яфаланы туҡ власть был хәбәр менән халыҡты, ләкин илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ, бер туҡтауһыҙ ҡабатланып торған көрсөктәр, инфляция уны ошоға тиклем тотҡарлап килде, шуға ла, күрәһең, был хаҡта әллә ни һүҙ ҡуйыртылмаһа ла , "әллә була, әллә юҡ" тигәнерәк ҡараш бер аҙ тынысландыра ине кешене.

Өҫтәүенә, бынан ике аҙна элек кенә ил Президенты В. Путиндың "Тура бәйләнеш" ваҡытында халыҡ күҙенә тура ҡарап: "Был мәсьәләгә мин бик һаҡ һәм ипле ҡарайым ", - тип, ә 2005 йылда: "Мин президент булған саҡта быға юл ҡуйылмаясаҡ", - тип белдереүен һаман яҡшы хәтерләгән Рәсәй граждандары барыбер ҙә РФ Конституцияһы гаранты булған шәхестең был һүҙҙәрен ысынға алып, бер аҙ тыныслана биргәйне... Әле килеп, аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек "хәл ителде" лә ҡуйҙы мәсьәлә: Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионаты асылған көндө - 14 июндә Хөкүмәт рәйесе Д. Медведев илдә пенсия реформаһы башланасағы хаҡында иғлан итте һәм ике көндән ошо туралағы закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарауына индерҙе. Был закон проекты буйынса илдә ирҙәр хәҙер пенсияға - 65 (элекке йәш сигенән һуң тағы ла - 5 йыл эшләргә!), ҡатын-ҡыҙҙар 63 (элеккегә ҡарағанда 8 йылға оҙағыраҡ!) йәштә сығырға тейеш була. Шул уҡ ваҡытта Дәүләт Думаһы ҡарауына өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) күләмен әлеге 18-ҙән 20 процентҡа тиклем күтәреү мәсьәләһе лә ҡуйылды. Беренсе вице-премьер - финанс министры А.Силуанов фекеренсә, ошо популяр булмаған саралар ниндәй юл менәндер "иҡтисад үҫешен яңы кимәлгә күтәреп, халыҡтың тормош хәлен яҡшыртып ебәрәсәк" икән...
Вице-премьер Татьяна Голикова аңлатмаһы буйынса, пенсия реформаһы илдә эшкә һәләтле халыҡ һанын арттырыу өсөн эшләнә, юғиһә, улар иҫәбе йыл һайын 400 меңгә кәмей. Шул уҡ ваҡытта йыл һайын 1,5 млн кеше пенсияға сығыу хоҡуғына эйә була. Голикова вәғәҙәләүенсә, реформа һөҙөмтәһендә киләһе йылдан алып пенсия күләмен 1 меңгә тиклем арттырыу мөмкинлеге тыуа. Тимәк, Президенттың май указдарын үтәү өсөн халыҡ үҙ кеҫәһенән сығарырға тейеш буламы инде? Тимәк, беҙҙә, һәр ваҡыттағыса, батып барыусыны ҡотҡарыу батып барыусының үҙ хәстәре булып ҡала? Урыҫ мәҡәле юҡҡағына шулай әйтелмәгән икән шул... Ә иҡтисадты үҫтереү, эш урындары булдырыу, "күләгәлә" эшләп, конвертта эш хаҡы таратып, һалым түләмәй йәшеренеп килеүсе эш биреүселәр менән кем шөғөлләнер?
Мәкерлектең мәле өсөн һәр саҡ шулай уңай осор һайлана бит ул. Был юлы ла футбол тип донъяһын оноторға әҙер рәсәйҙәр "пилюля"ны һиҙмәй ҙә йотоп ебәрер, тип уйланылармы әллә? Тик был ҡарар иләнмәгән-һуғылмаған әле: халыҡ, уның мәнфәғәтен күҙәткән депутат фракциялары, йәмәғәтселек ни әйтер? Хәйер, алдан уҡ хәл ителгән ҡарарҙан властың кире ҡайтмаясағы көн кеүек асыҡ. Билдәле публицист Александр Невзоров әрнеү ҡатыш ирония менән: "Әгәр рәсәйҙәргә дуст ашарға ҡушһалар, улар сиратҡа баҫасаҡ", - тип юҡҡа әйтмәйҙер. Баҫырҙар ҙа, сөнки беҙҙә халыҡ фекере менән иҫәпләшеп тормаясаҡтарын һәр кем яҡшы үҙләштергән инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй буйлап таралған ризаһыҙлыҡ тулҡыны көсәйә бара. Дәүләт Думаһы фракциялары ЛДПР, КПРФ, "Ғәҙел Рәсәй", "Яблоко", Санкт-Петербург ҡала депутаттары, профсоюздар ойошмалары, ябай халыҡ вәкилдәре пенсия йәшен арттырыу буйынса яңы реформаға ҡырҡа ҡаршы мөнәсәбәттәрен белдереп сығыш яһай, митинг һәм протест акцияларына әҙерләнә.
Ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, был ҡарар халыҡты сираттағы төп башына ултыртыу тип тә ҡарала. Уның механизмын да хисаплап бирәләр хатта. Бөгөн ил буйынса уртаса пенсия күләме айына 13 мең дә 300 һум икән, тимәк, дәүләт ҡатын-ҡыҙҙарҙы 55 йәштән һуң тағы ла 8 йыл эшләтеп, уларға ошо осор эсендә түләнергә тейешле 1 млн 300 мең, ә ирҙәргә 800 мең аҡсаны потенциаль пенсионерҙарға түләмәй, янда ҡалдырасаҡ. Реформа авторҙары шундай "һалам" да ташлап ҡарай халыҡҡа: йәнәһе лә, сит илдәрҙә күптән пенсияға сығыуҙың 65 (ҡатындар) һәм 67 (ирҙәр) йәш схемаһына күсеп бөткәндәр икән. Тик шуны күрергә лә, аңларға ла теләмәй улар: беҙҙәге тормош кимәле сит илдәгенән күпкә ҡайтыш бит! Ҡайһы саҡ юғары властар халыҡ тормошо хаҡында бер ни ҙә белмәй, ялған статистика мәғлүмәттәре буйынса ғына эш итә һымаҡ тойолоп китә. Шулай булмаһа, халыҡ менән иҫәпләшерҙәр, хәлдең, ризаһыҙлыҡтың айышына төшөнөргә тырышырҙар ине. Футбол - яҡшы, әлбиттә, тик бына "бер ҡапҡаға уйнау"ҙы ғәҙел һәм намыҫлы ғәмәл тип әйтеп булмай һис тә...
Әйткәндәй, был мәсьәләгә ҡарата ил Президенты В. Путиндың мөнәсәбәте сер булып ҡала. "Был турала һүҙ алып барырға иртәрәк әле. Әлеге ваҡытта Президент пенсия реформаһын тикшереү һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашмай, - ти уның матбуғат секретары Д. Песков. - Был реформаның "һүрәтләнешен" тулыһынса күҙ алдына килтермәйенсә тороп, уның буйынса Президентҡа мөрәжәғәт итеү иртәрәк булыр." Шуға күрә пенсия йәшен арттырыу буйынса көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәлә, ысынлап та, ниндәй "һүрәтләнеш" аласағын әйтеп булмай, әлегә фәҡәт шуныһы асыҡ: рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, рәсәйҙәрҙең 92 проценты был яңылыҡҡа ҡаршы. Шаршамбы көн шундай хәбәр ҙә күренеп ҡалды: быйыл йыл аҙағында (йә киләһе йыл башында - әлегә аныҡлыҡ юҡ) В. Путин икенсе тапҡыр Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәт менән сығыуы ихтимал. Бындай ваҡиға, ғәҙәттә, мөһим темалар айҡанлы үткәрелә. Пенсия йәшен арттырыу мәсьәләһенә Президент, бәлки, шунда нөктә ҡуйырға уйлайҙыр?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 648

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru