«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОБАЙЫРҒА ТЕРЕҺЫУ БӨРКӨП... "УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫН БАШҠАРЫУСЫ БАЛАЛАРҘЫҢ РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫ ТАРИХЫНАН
+  - 



"Урал батыр" эпосында һүрәтләнгән ваҡиғалар бөтә донъяны һыу баҫҡан дәүер - туфан ҡалҡҡан замандарҙан һуң ер йөҙөндә яңы кешелек цивилизацияһы Уралдан башланыуға ишаралай. Һинд, иран һәм арий халыҡтары үҙҙәренең иң тәү төйәктәре тип Урал тауҙарын телгә ала. Урал тауҙарының Европа-Азия ҡитғаһында иң борон барлыҡҡа килгән ҡарт тауҙар икәне фәнгә билдәле, бер-береһенә ҡатланып өйөлгән Уралтау ҡаяларының полиозей эраһында уҡ диңгеҙ төбөнән ҡалҡҡан һәм күптән һүнгән вулкандарҙан ҡалған тау өйөмдәре икәнен беҙҙең эпос образлы тел менән аңлатырға тырыша. Шулай итеп, башҡорт халҡының донъя барлыҡҡа килеү хаҡындағы аң-белеме, уны күҙ алдына килтереүе, мифологик ҡараштары эпоста сағыла, уның геройҙары халҡыбыҙҙың мифик батырҙары булып тора. Шуға ла "Урал батыр" башҡа эпостарҙан үҙенең донъяуи ҡараштары тәрәнлеге, йыһандағы һәм ерҙәге йәшәү-үлем серҙәрен аңлатыуы менән айырыла. Ул оло тормош һәм кешелек дәреслеген хәтерләтә. "Урал батыр"ҙа һүрәтләнгән ваҡиғалар боронғо Месопотамия һәм Вавилон ерендә, беҙҙең эраға тиклем өс-дүрт мең йыл әүәл йәшәгән Шумер илендә ижад ителгән "Гилгәмеш" эпосындағы хәлдәргә ауаздаш. Был оҡшашлыҡ фәндә билдәле. Урал менән Шүлгән исеме Көньяҡ Уралдағы ер-һыу, тау-таш атамаларында йыш осрай.

Башҡортостандың халыҡ сәсәне, бөтә тормошон башҡорт халҡының ауыҙ-тел байлығын йыйыуға арнаған бөйөк фольклорсы, драматург, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) үҙенең туған халҡына иҫ киткес оло бүләк ҡалдыра. Егерменсе быуат башында Рәсәйҙә күтәрелгән милли үҙаң уяныу, халыҡ ижадын һәм тарихын өйрәнеү идеялары менән рухланып, ул башҡорт халыҡ эпостарын, ҡобайырҙарын, дастандарын яҙып ала башлай. Уларҙы яттан һөйләгән ғәжәйеп сәсәндәрҙе эҙләй һәм ғүмерен халыҡ ижадын яҙып алыуға, ташҡа баҫтырыуға, фәнни өйрәнеүгә һәм сәхнәгә сығарыуға бағышлай. Ул Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе Хәмит Әлмөхәмәтов (1861-1923) менән уның Иҙрис ауылында йәшәгән кейәүе Ғәбит Арғынбаев (1856-1921) бик оҫта ҡобайырсылар булыуын ишетә. Улар менән аралашыу өсөн ваҡытын да, мөлкәтен дә йәлләмәй. Ошондай һәләтле сәсән һүҙ оҫталарына юлыҡтырған Аллаһы Тәғәләгә мең шөкөрҙәр итә. Танаһын, атын һатып, Баймаҡ яғына юллана, Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит утары тип йөрөтөлгән тау башында башҡорт халҡының мәшһүр рухи ҡомартҡыһы "Урал батыр" яҙып алына. Был ваҡиғаның тарихи әһәмиәтен билдәләп ҡуйылған Сәсән ташы әле лә һаҡлана.
Яҙыу машинкаһында латин графикаһы менән 1941 йылда баҫылған "Урал батыр" ҡобайырының төп нөсхәһе, Мөхәмәтша Буранғолов ҡулынан төҙәтмәләр индерелгән килеш, М. Ғафури исемендәге Тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) Ғилми архивында һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа күрә, Мөхәмәтша Буранғоловтың башына төшкән күп һынауҙар сәбәбенәнме, ҡулъяҙма рәүешендәге төп нөхсәһе юғалған. "Урал батыр" ҡобайыры ҡағыҙға төшкәндән илле һигеҙ йыл үткәс кенә 1968 йылда "Ағиҙел" журналында беренсе мәртәбә ҡыҫҡартылып баҫыла. "Урал батыр" ҡобайырының бөгөн киң таралған варианты дүрт мең ярым шиғри юлды (4575 юл) тәшкил итә. 1972, 2007 йылдарҙа эпостың тулы варианты бер нисә мәртәбә донъя күрә.
Хәмит сәсән менән Fәбит сәсән "Урал батыр" ҡобайырын Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевтан отоп алыуын әйткән, ә Ишмөхәмәт сәсән үҙенең уҡытыусыһы Айҙар Байыҡ сәсән булыуын әйтеп ҡалдырған. Был сылбырҙа башҡорт сәсәнлек мәктәбенең төп шарты - күсәгилешлек сағыла. Ҡобайыр башҡарыусылар Башҡортостандың төрлө тарафында йәшәгән, бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә торған, кем кемгә өйрәтә, кемдән отоп ала, кемдән ишетә - барыһын да әйтеп һөйләү мотлаҡ булған. Был йоланы тотоу арҡаһында ҡобайырҙар ҡатмарлы замандарҙа ла юғалмаған, ил хәтеренән юйылмаған.
Мөхәмәтша Буранғолов тағы бер нисә йылдар дауамында сәсәндәр менән осраша, 1910-20 йылдарҙа ул Ғәбит Арғынбаевтан бик күп ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен яҙып ала - мәшһүр "Урал" йыры, оҙон көйҙәр, "Иҙеүкәй менән Мораҙым", "Ынйыҡай менән Юлдыбай", "Аҡбуҙат", "Алдар менән Зөһрә", "Аҡһаҡ ҡола" кеүек эпик әҫәрҙәр ҡағыҙға теркәлә.
Сәсәндәрҙең эпос, иртәк йә ҡобайыр башҡарыу вәзенен, оҫталығын уларҙы күреп-белгән кешеләрҙең йәки ғалимдарҙың иҫтәлектәре һәм тасуирламаһы аша күҙ алдына килтерәбеҙ. Уларҙың ҡобайыр әйтеүе ғәжәйеп халыҡсан, еңел, шаян һәм хисле була. "Урал батыр" эпосын башҡарған саҡта Ғәбит Арғынбаевтың ҡобайырҙы һәр саҡ баштан башлауы, бүленгән ерҙән дауам итеп алып китә алмауы, бик ныҡ бирелеп, образға инеп, көлгән ерҙә көлөп, бейеп-елкенеп, ым-хәрәкәтләнеп һөйләүен тасуирлап яҙа ғалим. Эпосты бер тында башҡарып ҡарау теләге, мәшһүр ҡомартҡыны ятҡа һөйләгән кешене күреү, үҙ ҡолағың менән тыңлау хыялы Башҡортостан мәҙәниәте һәм матбуғатында уҙған егерменсе быуаттың етмешенсе йылдарынан бирле тулҡына.
Тоталитар режим тарафынан ҡаты тыйылыуға ҡарамаҫтан, артабан күренекле башҡорт ғалимдары Мөхтәр Сәғитов, Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән башҡорт ҡобайырҙарын, иртәктәрен, эпостарын өйрәнә һәм дәреслектәргә индерә. Советтар илендә үҙгәртеп ҡороу елдәре иҫеү менән рухи терелеү, милли йәнлелек башлана. Ғалимдар, шағирҙар, мәғариф һәм мәҙәниәт етәкселәре башҡорт сәсәндәре мәктәбен тергеҙеү хаҡында һүҙ башлай (Р.Т. Бикбаев, Ә.М. Сөләймәнов, М.Б. Юлмөхәмәтов). 1990 йылдың мартында Республика Халыҡ ижады үҙәге (директоры Ю.И. Ғәйнетдинов) Нефтселәр мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә бөтә республиканан ҡобайыр һөйләүселәрҙе йыя. Рәшит Әхтәров, Хәнифә Әбүбәкирова, Гөлнур Мамлиева, Әсмә Усманова, Вәсилә Садиҡова, Фәүзиә Юлдашбаева, Гүзәл Халиҡова, Асия Ғәйнуллина һ.б. боронғо әйтеш традицияларын тергеҙә, өлкән быуынға эйәреп, биш йәш шағир - Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Буранбай Исҡужин, Әхмәр Үтәбай, Ғәбиҙулла Зарипов та заман темаларын күтәреп, сәсәнлектә ярыш-әйтештә майҙан тота.
1996 йылдың башында Бөрйән районы Яңы Монасип мәктәбендә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе уҡыусыларҙың, Иҫке Собханғол ауылында "Һомайғош" фольклор ансамбленең тәүге сығыштары яңғырай (ойоштороусылар - Бөрйәндең мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре Клара Байназарова, Роза Ғүмәрова, уҡытыусылар Мәрйәм Ҡәҙерғолова, Марат Муллағолов һ.б.). Шул уҡ йылда Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт мәктәбендә "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләү бәйгеһе үтә (уҡытыусы Асия Ғәйнуллина).
1996 йылдың аҙағында республика музыкаль белем биреү мәктәп-интернатында (директоры Ф.Б.Санъяров, бөгөн Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика мәктәп-гимназияһы) "Урал батыр" ҡобайырын башҡарыусы балаларҙың тәүге ҙур бәйгеһе үткәрелә. Шунан һуң Башҡортостандың мәғариф министры Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе уҡыусыларҙың бөтә республика конкурсын иғлан итә.
1997 йылдың февраль айында төбәктәрҙә еңеүсе балалар Өфө дәүләт филармония сәхнәһендә беренсе республика конкурсына йыйыла.
1998 йыл Бөрйәндә район кимәлендә йәнә бәйге үтә.
1999 йылдың июнендә Бөрйән районы Шүлгәнташ мәмерйәһе янында икенсе республика конкурсы ойошторола. Эпос һүҙҙәрен ятлаған балалар Урал батыр, Шүлгән, Һомай, Йәнбикә, Йәнбирҙе образдары аша донъяны сәләмләй. Туғыҙ райондан саҡырылған төркөмдәр араһында Саҡмағош районы Ҡаръяуҙы мәктәбенән килгән балалар беренсе урынды яулай (уҡытыусы Альмира Мәснәүи ҡыҙы Калагаева). Эпосты һөйләү конкурсының шарттары асыҡлана, БДУ доценты Х.М.Әхмәтов сығыш яһаусыларҙы ятланған юлдар һанына ҡарап баһаларға тәҡдим итә.
2000 йылда Бөрйән районы мәғариф идаралығы район күләмендә "Һомайҙа ҡунаҡта" тигән йәнә бер бәйге үткәрә.
Бөрйән районы мәғариф идаралығы һәм Башҡортостандың Мәғариф министрлығы 2001 йылда балаларҙы Бөрйәнгә өсөнсө бөтә республика конкурсына йыя. "Урал батыр"ҙы башҡорт һәм инглиз телдәрендә тулыһынса ятлаған Әбйәлил районы Ҡыҙрас мәктәбе уҡыусыһы Венера Баймөхәмәтова бәйгене яңы баҫҡысҡа күтәрә (уҡытыусылары Мәүжиҙә Баймөхәмәтова менән Тәнзилә Ҡунафина). Дүрт мең биш йөҙ шиғри юлды яттан һөйләү мөмкинлеге иҫбатлана. Был бәйгелә эпостың йөкмәткеһен сәхнәләштереү һәм тыуған яҡ хаҡында ҡобайыр әйтеү шарттары өҫтәлә. "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләгән уҡыусыларҙың республика конкурсы бынан һуң йыл һайын үткәрелә. Унда ҡатнашыу өсөн һәр районда бәйгеләр үтә, иң оҫта һөйләгән уҡыусы һайлап алына. Һәр төбәктән берәр команда туплана. Команда визитка программаһын әҙерләй, оҫталыҡтарына ҡарап эпос һөйләүсе, үҙ ҡобайырын әйтеүсе, викторина өсөн яуаплыһы була. Берәй ҡурайсы, бейеүсе, йырсының ҡатнашыуы ла мөмкин була. Конкурс шарттары төрләнә, талаптары арта, әммә уға булған мөнәсәбәт тап Бөрйән конкурсы яулаған үрҙәрҙә ҡала.
2002 йылда Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында үткән конкурста Йылайыр районы Һабыр мәктәбе уҡыусыһы Гөлсәсәк Торомтаева Гран-при яулай. Командалар араһында ла ярыш ҡыҙыу бара. Мең километр юл үтеп килгән Тәтешле районы командаһы еңеп сыға.
2003 йылдағы Баймаҡ районы Талҡаҫ күле буйындағы бәйге - дүртенсе республика конкурсы - Эпос байрамына әйләнә. Урал батыр ҡиссаһын боронғо сәсәндәрсә һөйләгән Йылайыр районы уҡыусыһы Айрат Атанғоловҡа Гран-при бүләге тапшырыла. Йылайырҙар икенсе мәртәбә еңеүсе була - икеһен дә Һабыр мәктәбе уҡытыусыһы Фәндиҙә Ҡудашева әҙерләй. Баймаҡта, эпос ятлауҙан тыш, балалар башҡорт халыҡ ҡобайырҙарына эйәреп, көн ҡаҙағына һуға торған темаға үҙҙәре яҙған ҡобайырҙар менән сығыш яһай.
2004 йылда "Урал батыр" эпосын ятлаған бәйгеселәр Ейәнсура районының йәмле төбәгендә Урта Муйнаҡ ауылы янында палатка лагеры ҡора. Иң оҫта башҡарыусы Миләүшә Ильясова Гран-при ҡотон Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенә алып китә (уҡытыусыһы Г. Ильясова).
2005 йылда бәйгеселәр тауыштары Дәүләкән районы Асылыкүл буйында яңғырай. Гран-при бүләге Тәтешле районы уҡыусыһы Әлиә Ғәзизоваға бирелә (уҡытыусылары Гүзәл Ғәскәрова менән Руфина Ғәлимйәнова). Башҡорт халҡының "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосы геройҙары өс йөҙләп бәйгесене сәләмләп ҡаршылай (тамашаның етәксеһе Зөләрәм Снегирева). Асылыкүл буйында илле биш команда ярыша, эпосты тулыһынса ятлаған балалар һаны егерменән арта. Йыл һайын ҡатнашып, ятлаған юлдар һанын арттырып килеүселәр, дүрт-биш йыл рәттән ҡатнашҡан бәйгеселәр барлыҡҡа килә. "Урал батыр" башҡорт телендә уҡыған ауыл йәки ҡала мәктәптәрендә берҙәй өйрәнелә алыуы раҫлана. Әҫәр буйынса әҙерләнгән викторина бәйгеселәрҙең уны тәрән аңлауын, башҡорт әҙәбиәте һәм Башҡортостан тарихы буйынса белемдәрен сағылдырған яңы һынау була.
Бәйге 2006 йылда Миәкә районында үтә. Гран-при бүләгенә Хәйбулла районы Әбеш мәктәбе уҡыусыһы Александр Щуплов лайыҡ була (уҡытыусыһы Әминә Юнысова). Миәкәләге йыйын бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыуға бағышлана. Конкурстың икенсе турында Урал батыр ауазының дауамы - Аҡмулла шиғырҙарын ятлаған балалар абруйлы жюри алдында имтихан тота. Беренсе урынға - Рида Тимершәйехова (Илеш районы), икенсе урынға - Эльвина Ҡыямова (Асҡын районы) лайыҡ була.
2007 йылда "Урал батыр" эпосын башҡарыусылар Стәрлебаш районында йыйыла. Был юлы Гран-при ҡотон Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбе уҡыусыһы Вәсилә Ҡаҙарбаева яулай (уҡытыусыһы Яңылбикә Вәлишина). Стәрлебаштағы йыйын Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнала. Урал батыр рухлы һүҙ оҫталарының ижадына эпос бейеклегенән ҡарап баһа бирелә, Урал батырҙың бөгөнгө фекерҙәштәре, Башҡортостан бәхете, шәхес азатлығы өсөн янған шәхестәрҙең эшмәкәрлеге алға ҡуйыла.
2008 йылда Стәрлетамаҡ ере унынсы республика бәйгеһен ҡабул итә. Гран-при бүләгенә Илеш районы, Үрге Йәркәй 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы (уҡытыусылары Ғәлиә Мөхәмәтова менән Ғәлимә Ғәлиева) Рида Тимершәйехова лайыҡ булла. Бәйгенең юбилейы хөрмәтенә тантаналы кисә уҙғарыла, театрлаштырылған тамаша ҡуйыла (ҡуйыусы режиссёр Альмира Ҡыуатова, сценарий авторы Сәрүәр Сурина, ойоштороусы Эльвера Ишемғолова).
2009 йылда эпос көндәре - ун беренсе республика конкурсы Бәләбәй районына күсә. Гран-при Дыуан районынан Зөлфирә Таһироваға бирелә. Өфө ҡалаһы, 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Йәмил Намаҙбаевтың эпосты башҡарыу оҫталығы бәйгене яңы баҫҡысҡа күтәрә, Йәмилгә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың маҡтау хаты һәм махсус бүләге - ноутбук тапшырыла (уҡытыусыһы Гөлнур Зарипова). Бәләбәйҙәге бәйгелә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Ниғмәти менән Баязит Бикбай ижады буйынса викторина ла үтә.
2010 йылда Дәүләкән районында ун икенсе республика конкурсы үткәрелә. Гран-при - Ишембай ҡалаһы, З. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Рәсилә Хисмәтуллинала.
2011 йылда ун өсөнсө республика конкурсы Туймазы районы Ҡандракүл буйында үтте. Гран-при яулаусы - Хәйбулла районы Әбеш мәктәбе уҡыусыһы (уҡытыусыһы Әминә Юнысова) Fәзиз Әл-мөхәмәтов.
2012 йылда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе балаларҙың ун дүртенсе республика конкурсы Сибай ҡалаһы янында - Ирәндек тауы буйында, "Юлдаш" балалар ял лагерында ойошторолдо. Гран-при бүләген яулаусы сәсәнһүҙ оҫтаһы - Инсаф Йәмилев (уҡытыусыһы Фәүзиә Ишкинина). Инсаф Йәмилевҡа Рә-сәйҙең һәм Башҡортостандың "Мәғариф" Өҫтөнлөклө милли проекты буйынса "Һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙамы" премияһы бирелде. Гран-при яулаған йәш ҡобайырсылар Башҡорт дәүләт университетының, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеген алды.
Баймаҡ районы Талҡаҫ күле янындағы "Орленок" ял-һауыҡтырыу лагерында 2013 йылда уралбатырсылар ун бишенсе йыйынға йыйылды. Гран-при - Ишембай ҡалаһындағы Республика кадет мәктәбендә уҡыусы Ислам Төхфәтуллинда. Унан алдағы бәйгелә ул беренсе урынды яулағайны.
2014 йылда Бөрйән районы ҡобайыр башҡарыусыларҙы йәнә үҙенә йыйҙы. Ун алтынсы конкурстың Гран-при бүләген Салауат районы Әлкә мәктәбенән Илнар Зарипов яуланы.
2015 йылда Бөрйәндә ун етенсе конкурс үтте. Гран-при лауреаты - Зарема Әминева (уҡытыусыһы З.А. Әминева). Зарема - Учалы районы Мулдаҡай ауылы ҡыҙы, ул үҙенең тәжрибәле һәм оҫта ҡобайырсы икәнен иҫбат итеп, бер-нисә йыл рәттән уңышлы бәйге тота килде.
2016 йылда Бөрйән ун һигеҙенсе бәйгене ҡаршыланы. Гран-при бүләген Гөлфрүз Хисмәтуллина яуланы. Ишембайҙағы Ә.-З. Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатында уҡыған Гөлфрүздең (уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова) апаһы Рәсилә Хисмәтуллина 2010 йылда Дәүләкән районында үткән бәйгелә еңеүсе булғайны (уҡытыусыһы Рифат Әйүпов). Бәләкәй төркөмдәге балалар араһында Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарева бар халыҡты таң ҡалдырҙы.
2017 йылда Бөрйәндә үткән ун туғыҙынсы бәйгелә Баймаҡ районы Кәрешкә ауылынан Гөлнара Ҡаҙарбаева Гран-при яуланы. Ул 2007 йылда Стәрлебашта еңеп сыҡҡан Вәсилә Ҡаҙарбаеваның һеңлеһе. Бер ғаиләнән йәнә ике ҡобайыр оҫтаһы! Шулай итеп, ҡобайырсы балаларҙың республика бәйгеләре Бөрйән (1998, 2001), Хәйбулла (2002), Баймаҡ (2003), Ейәнсура (2004), Дәү-ләкән (2005), Миәкә (2006), Стәрлебаш (2007), Стәрлетамаҡ (2008), Бәләбәй (2009), Дәүләкән (2010), Туймазы (2011) райондарында, Сибайҙа (2012), Баймаҡта (2013), Бөрйәндә (2014, 2015, 2016, 2017) үтте. Эпосты ятлау, сәхнәләштереү, ҡобайыр башҡарыу вәзен-алымын өйрәнеү киң үҫеш алды. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы (министрҙар - Фирҙәүес Хисаметдинова, Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Зөһрә Рәхмәтуллина, Зиннәт Аллаяров, Әлфис Ғаязов, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре - Миндебай Юлмөхәмәтов, Артур Сурин, Зилә Яппарова, Рәйсә Күзбәкова, Салауат Кәримов), Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдарынан абруйлы жюри тупланды (даими рәйесе - Әхмәт Сөләймәнов, баһалама төркөмө - Салауат Ғәлин, Мирас Иҙелбаев, Розалия Солтангәрәева, Ғәйнислам Ибраһимов, Ғиниәт Ҡунафин, Әхмәт Дәүләтҡолов, Сәлимә Таһирова, Ғәлимә Ғәлина, Азамат Юлдашбаев, Гөлнур Хөсәйенова).
Эпик тере һүҙ үлемһеҙ һәм терелтер көскә эйә. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләгән балаларҙың сәсәнлек традицияларын яңыртыуы заманса мәҙәни күренеш. Тарих тәгәрмәсе кире әйләнмәгән кеүек, боронғо сәсәндәрҙе ҡабатлау мөмкин түгел, әммә үлемһеҙ һүҙ һәм фекер ҡала, тел һәм рух йәшәй. Башҡорт халҡының ижади ҡөҙрәтен туплаған ҡобайырҙы һәр яҡлап өйрәнер ғалимдарыбыҙ - тарихсы, философ, социолог, психолог, географ, археолог, ботаник, табиптар бөгөн үҫә. "Урал батыр" эпосын белгән, ятлаған, уның асылын аңлаған балалар үҙҙәренең тормош асылын да табыр, кешелекте Урал батыр саҡырған яҡтылыҡҡа әйҙәр, Урал батыр кеүек тыуған илен һәм ерен һаҡлаусы быуын үҫер, тип ышанғы килә.

Сәрүәр СУРИНА,
"Урал батыр" бәйгеһенең телевизион йылъяҙмаһы авторы (1994-2014 йй.)

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 987

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru