«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЙЕҮ ХӘРӘКӘТЕ - АЙЫРЫМ МӘҒЛҮМӘТ, УНЫҢ АША БАЛА ХАЛҠЫ РУХЫНА ЯҠЫНАЯ
+  - 

Өфөлә 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар араһында "Байыҡ - 2018" конкурсының Гала-концерты үтте. Башҡорт бейеүен пропагандалау, һаҡлау һәм республиканың хореографик сәнғәт өлкәһендә булған уңыштарыбыҙҙы башҡаларға күрһәтеү йәһәтенән тиңе булмаған бәйге ул "Байыҡ". БР Мәҙәниәт министрлығы, "Башҡортостан" дәүләт теле-радио компанияһы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторған был сарала бәйгенең төрлө йылдарҙағы еңеүселәре, быйылғы йылдың финалистары һәм сит төбәктәрҙән - Осетия, Чечен, Татарстан республикаларынан, Әстерхан өлкәһенән килгән ҡунаҡтар бер сәхнәлә сығыш яһаны.
Балаларҙың "Байыҡ" бәйгеһе быйыл ун йыллыҡ юбилейын да билдәләне. Тап ун йыл элек республиканың бәләкәй бейеүселәре тәүге тапҡыр бер майҙанға йыйылғайны. "Ун йыл элек тә ниндәйҙер концерт эшләйек тип кенә йыйманыҡ балаларҙы, башҡорт бейеүен үҫтерәйек, иң-иң һәләтле балаларыбыҙҙы күрһәтәйек, тинек. Бар эштәргә лә баһаны ваҡыт ҡына бирә. Күпме исемдәр астыҡ ошо арауыҡта, улар араһында бейеүселәр генә түгел, бейеү ҡуйыусылар ҙа бар. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, клубтарҙа балалар өсөн бейеү түңәрәктәре барлыҡҡа килде. Балалар классик бейеүҙәребеҙҙе белә, уларҙы бейей. Быларҙың барыһында "Байыҡ"ты ижад итеүсе ҙур команданың өлөшө лә бар. Беҙ бөгөн дә концерт эшләйек, тигән теләктән тотонмайбыҙ был эшкә. Камиллыҡтың сиктәре юҡ, тиҙәр, һаман да үҙебеҙгә тәнҡит күҙлеге аша ҡарайбыҙ, йылдан-йыл яңы маҡсаттар билдәләнә", - ти проект авторы Рита Өмөтбаева "Байыҡ"тың ҙур булмаған юбилейы тураһында. Шулай ҙа быйылғы Гала-концертта ярты меңләгән йәш бейеүсенең классик бейеүҙәребеҙҙең иң гүзәл өлгөһө "Гөлнәзирә"не бер юлы бер нисә сәхнәлә башҡарыуын күргәндән һуң, "Байыҡ"тың ошо ҡыҫҡа ғына осор эсендә ниндәй юғарылыҡҡа күтәрелгәнен аңлайһың.
Бейеүселәрҙең хәрәкәттәрендәге үҫеш, сәхнәлә үҙҙәрен әртистәрсә тота белеүҙәре тураһында ла күп әйтергә булыр ине. Иң бәләкәстәр араһында Гран-при яулаған Наҙгөл Әйүпованың етәксеһе Азалия Ҡотдосова хаҡлы билдәләүенсә, был бәйгегә еңел-елпе әҙерләнеп кенә килеп булмай. Бәйгеселәр ҙә, тимәк, бәйге талаптары ла көсәйә бара. Балалар араһында бейеүҙе күңеле менән кисереп, йөрәге менән бейеүселәр күбәйә. Үҙенең ҡылығына, темпераментына ҡарап, бейеү һайлай белә улар. Мәҫәлән, "Үҫәргән Байығы" холҡома тап килеп тора, үҙем дә бик шаян кешемен", - тип әңгәмә ҡорған Йылайыр егете Ғәзизйән Ғәлиәкбәровҡа нисек һоҡланмайһың инде! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Хәлил Ишбирҙин әйтеүенсә, иң мөһиме, "Байыҡ" аша, башҡорт бейеүе аша балалар үҙ милләтенең мәҙәниәте, тарихы менән таныша. "Башҡорт бейеүе шуныһы менән айырыла, барлыҡҡа килгән ваҡытында уҡ уға ниндәйҙер йөкмәтке, мәғәнә һалынған. Һәр хәрәкәт - айырым мәғлүмәт. Ошоға төшөнгән бала үҙе өсөн халҡын яңынан аса, уға яҡыная. Тамашасы булып ҡына килгән кеше лә рухи уяныу кисерә".
Әйткәндәй, гала-концерт быйыл икенсе тапҡыр Өфөлә үтте. Быны ошо үҙенсәлекле бейеү мөхитенең башҡорттарҙың баш ҡалаһына күсеүе тип ҡабул итергә кәрәк. Беренсенән, бөтөн кеше лә быға тиклем балалар байығының үҙәге булып торған Күгәрсен районына тамаша ҡылыр өсөн бара алмай. Икенсенән, әлегә республика төбәктәрендә бейеүселәр күп булһа ла, Өфө ҡалаһы балалары был ағымға әүҙем генә ҡушылып китә алмай ине. Өфө районы Шамонин ауылында эшләп килгән "Дарман" ансамблен иҫәпкә алмағанда, телгә алырлыҡ коллективтар ҙа юҡ кимәлендә. Уларға эйәреп, "Гүзәл данс" бейеү коллективы ла үҙенең тәрбиәләнеүселәрен бәйгегә сығара башланы, быйыл Динә Хәйбуллина өлкән балалар араһында Гран-при яуланы. Бынан тыш, ете йәшлек Әдилә Билалова ла үҙ төркөмөндә еңеүсе булды. Ул Өфөнөң 2-се башҡорт лицейы эргәһендәге Балалар ижад үҙәгендә шөғөлләнә. Тимәк, был йәһәттән тәүге уңыштар ҙа бар.

Шулай итеп...
Ысынлап та, уңыштарҙы барлағанда уларҙың барыһына ла башҡорт бейеүен күтәреүсе, уны данлаусы "Байыҡ" Республика бәйгеһе этәргес булып тороуын билдәләмәйенсә булмай. Әгәр ҙә ошондай бәйгеләр булмаһа, бейеү сәнғәте лә бөгөнгө кимәлгә күтәрелә алыр инеме икән? Бигерәк тә балалар өсөн мөһим бындай иғтибар. Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә күрһәткән билдәле башҡорт ҡыҙы Наҙгөл Отузова ла: "Байыҡ" - йәш һәләттәргә ҡанат нығытыр майҙан", - тип бик тапҡыр билдәләгәйне. Ә быйылғы еңеүселәр иһә түбәндәгеләр: тулы ансамблдәр араһында Туймазы ҡалаһының "Сәфәр" өлгөлө хореографик ансамбле менән Ғафури районының "Быҙыбыт" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле; бәләкәй ансамблдәр араһында Учалы районының "Ирәмәл" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән Сорғот ҡалаһының "Шатлыҡ" халыҡ ансамбле; яңғыҙ бейеүселәр араһында Наҙгөл Әйүпова (Әбйәлил районы), Динә Хәйбуллина (Өфө ҡалаһы), Айвар Сәмиғуллин (Дүртөйлө ҡалаһы).

Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 777

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru