«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАЛ - БАШҠОРТТОҢ ТӘҮ ВАТАНЫ, ЙӘКИ БИЛДӘҺЕҘ ҒАЛИМДЫҢ ЯҘМАҺЫ НИҘӘР ҺӨЙЛӘЙ?
+  - 



Рәсәйҙең боронғо акттары дәүләт архивында билдәһеҙ автор тарафынан 1852-1855 йылдарҙа яҙылып, "Башҡорт-мишәр ғәскәрен тарихи һәм статистик яҡтан байҡау" тип аталған документ табылғайны. Ошо тарихи документ өлөшләтә "Башҡортостан архивтары" ғилми-документаль журналында 2007 йылда рус телендә баҫылып сыҡҡайны.

Бынан 150 йылдан ашыу элегерәк барлыҡҡа килгән был яҙмала авторҙың башҡорт тарихына ҡағылышлы үҙенсәлекле генә ҡараштары сағылыш тапҡан. Күрәһең, яҙма авторы башҡорт халҡының боронғо тарихы буйынса мәғлүмәтле зат булған тарихсы-ғалим булғандыр. Ошо документта башҡорттарҙың Урал төбәгендә йәшәүсе иң боронғо халыҡтарҙың береһе булыуы тураһындағы фекер айырыуса иғтибарҙы йәлеп итеп тора: билдәһеҙ ғалимдың фекеренсә, башҡорттарҙың борон-борондан Урал буйҙарын төйәк иткән тәү ҡәбиләнең туранан-тура вариҫтары булыуы бәхәс тыуҙырмай. Бик боронғо дәүерҙәрҙә Урал ерлегендә төрки, фин, монгол ҡәбиләләре лә барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, бары тик башҡорттар ғына үҙенең тәү Ватанында мәңгелеккә тороп ҡалған... Был документты башҡорттарҙың килеп сығышының һәм тарихының күскенселек концепцияһына тәнҡит күҙлегенән ҡарау өсөн тағы ла бер дәлил рәүешендә күрһәтергә була. Өфө ҡәлғәһенә 1586 йылда ҡала статусы бирелеү факты ошо яҙма авторы тарафынан уны нигеҙләү датаһы итеп күрһәтелеүгә сәбәп булғанлығына иғтибар итергә кәрәк. Ошо яҙмалағы тарихи мәғлүмәт уҡыусыларыбыҙҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр,тип уйлайбыҙ.
"Тарихи өлөш. Башҡорттар тураһында боронғо мәғлүмәттәр. Хәҙер Ырымбур крайында көн иткән төрлө ҡәүемдәр араһында башҡорттар үҙҙәре биләгән ерҙәрҙә борон-борондан йәшәгән берҙән-бер халыҡ булып тора. Уларҙың Волга аръяғында йәшәүе тураһындағы мәғлүмәт Христос тыуғандан һуң X быуат башында уҡ билдәле булһа, бында осраған башҡа ҡәүемдәрҙең барыһы ла тарихи ҡомартҡыларҙа XVI быуат урталарынан, Грозныйҙың Ҡаҙанға яһаған походтарынан да иртәрәк иҫкә алынмай.
X быуат башҡорттары тураһында Хиванан (Джорджак) Волга булғарҙары батшаһына барышлай уларҙың ерҙәре аша үтеп сыҡҡан Моҡтадир хәлиф илсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан аша хәбәрҙарбыҙ. Ул ошо халыҡтың атамаһы Башгурд булыуын билдәләй һәм, башҡорттарҙы төрки ҡәүемдәр иҫәбенә индереп, уларҙың иң көслөһө һәм уҫалы булыуы тураһында яҙа. Артабан ул, башҡорттарҙың мәжүси диндәре тураһында бер аҙ мәғлүмәт биреп, уларҙың ҡайһы берҙәренең мосолман булыуын да иҫкә ала... Ибн Фаҙландан һуң башҡорттар һәм Башҡортостан XIII быуатта Көнбайыш Европанан Урта Азияға бөйөк монгол хандарына папа илселәре сифатында килеп йөрөгән католик миссионерҙар яҙмаларында телгә алына. Уларҙың береһе, Плано Карпини, Половецтар (Ҡыпсаҡ) ере тураһында бәйән итеп, уның төньяҡтан "башҡорттар иле, венгрҙарҙың ватаны менән" сиктәш булыуы тураһында әйтә. Икенсеһе, Руисбрек (Рубрук. - Ред.), Башҡортостандың Волга менән Урал араһында, Волга булғарҙары еренә күрше булыуын иҫкә ала. Шулай уҡ ул Паскатир кешеләре "венгр телендә һөйләшә", тип билдәләй.
Иң яңы тикшеренеүҙәр буйынса халыҡтың килеп сығышы. Башҡорттарҙың венгрҙар менән оҡшашлығы тураһында иҫкә алынған миссионерҙар тарафынан әйтелгәндәр хәҙер ошо хаҡтағы күп тикшеренеүҙәрҙән һуң аҙ ғына булһа ла шик тыуҙырмай. Былары ла, тегеләре лә бер үк боронғо Урал ҡәбиләһенән килеп сыҡҡан. Хәҙерге заман этнографтары аңлатыуынса, был ҡәбилә тәү тормош дәүере ҡәбиләһе булып, бик боронғо замандарҙа уның нигеҙендә фин, монгол һәм төрки ҡәбиләләре, ә унан да һуңыраҡ бөтә хәҙерге фин-татар халыҡтары тип аталып йөрөлгәндәре барлыҡҡа килгән. Ул Урал ҡәбиләһе тип аталған, сөнки Урал тауҙары унын тәү төйәге итеп һаналған... Ҡәбиләнең үҙ Ватаны булған тауҙарҙа, Көньяҡ Урал һырттарында тороп ҡалған өлөшө иң кәмендә X быуаттан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем башҡорттар тип аталып йөрөүсе халыҡты барлыҡҡа килтергән...
Башҡортостанда рус хакимлығының тәүге осоро. Яңы подданныйҙарға еңел яһаҡ һалынып, уны индереү һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан сиктәрендә рус власын нығытыу, уның халҡын нуғай баҫҡынсыларынан ҡурсалау маҡсатында 1586 йылда Өфө йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урында шулай уҡ Өфө тип аталған ҡала төҙөлә. Рәсәйҙән күсерелеп килтерелгән дворяндар һәм хеҙмәтсе кешеләр йәшәгән был ҡала, уны уратып ятҡан бөтә ил кеүек үк, махсус воевода идаралығына тапшырыла. Башҡортостан дүрт "юлға" ("дороги") бүленә: Өфөнән Ҡаҙанға табан ятҡан өлөшө - Ҡаҙан юлы, Оса (Камала) ҡала яны йүнәлешендәгеһе - Оса юлы; Себер тарафына ҡарағаны - Себер юлы, ә көньяҡ далалары йүнәлешендәгеһе - Нуғай юлы тип атала. Был бүленеш Ырымбур губернаһы ойошторолғанға тиклем һаҡлана. Һуңынын башҡорт ерендә аҡрынлап бүтән ҡалалар ҙа төҙөлә башлай: Бөрө, Минзәлә һ.б...
Башҡортостанда төҙөлгән ҡалаларҙан, дворяндарға һәм хеҙмәт итеүсе кешеләргә бирелгән ерҙәрҙән башҡа урындарҙа башҡорттарға үҙҙәренең боронғо ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы старшиналары тарафынан идара ителеү мөмкинлеге бирелеп, беҙҙең хөкүмәтебеҙ уларҙың эске идаралығына бер нисек тә ҡыҫылманы, ә уларҙың башҡа ерҙәрен һатып йәки ниндәй ҙә булһа бүтән төрлө юл менән милеккә алыу ғына түгел, ә оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алыу ҙа тыйылды.
Уларҙың "тархан" исеме алғандары яһаҡ түләүҙән азат ителеп, үҙ торлаҡтарына яҡын ерҙәрҙә генә түгел, ә батша ихтыяры ҡайҙа теләй, шунда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Яһаҡ юҡҡа тиң булғас, тарханлыҡ күрәләтә ауыр йөк рәүешендә ҡабул ителергә тейеш булыуына ҡарамаҫтан, был башҡорттарҙың яугирлығына тап-таман тура килгән хәл булды; тарханлыҡ хөрмәт билдәһе итеп ҡаралды, һәм башҡорттар һәр ваҡыт беренсе саҡырыу менән үк меңәрләп килеп, үҙҙәрен поляктарға һәм шведтарға, йәки төрөктәргә һәм ҡырымдарға ҡаршы хеҙмәткә ебәреүҙе талап итте..."

Миңнәхмәт ВӘЛИЕВ
әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 598

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru