«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ ТЕАТРҘЫ ТЕЛ ГЕНӘ ЙӘШӘТӘ
+  - 



Артист һөнәренә өйрәнеп булмай, тиҙәр. Дөрөҫ, һәләтеңде үҫтерергә, телмәреңде ҡуйырға өйрәнеп була, ә бына тамашасыны хайран итергә өйрәнеп булмай. Бының өсөн актерлыҡ һәләте менән тыуырға кәрәктер, моғайын. Шулай ҙа актерҙың уңышы һәләтле булыуындамы, әллә тырышлығындамы? Ниндәй ул бөгөнгө заман театры актеры? Ошо хаҡта Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Фәнис РӘХМӘТОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Таусылар нәҫеленән


Үҙенең ер аҫты байлыҡтары менән дан алған Хәйбуллананмын һәм беҙҙең нәҫелдә барыһы ла тиерлек таусы. Атайым да Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй, һеңлем дә Урал таусылар университетын тамамлап, таусы һөнәрен алды. Әле ул ғаиләһе менән Екатеринбург ҡалаһында йәшәй, ике бала тәрбиәләйҙәр. Әсәйем дә, атайым да сәнғәткә ғашиҡ булғанлыҡтанмы, минең бала саҡтан сәхнәнән төшмәүемә аңлап ҡаранылар. Атайым үҙе оҫта бейеүсе, әсәйем йырлай, үҙешмәкәр ансамблдәрҙә шөғөлләнеп, бер-береһен шунда тапҡан кешеләр. Ҡурай буйынса тәүге уҡытыусым Сәйфулла Дилмөхәмәтов. Ҡурайҙан тыш, гармунда уйнай инем, бейенем, йырланым. Салауат музыка колледжын тамамлаған йылда Щепкин исемендәге юғары театр училищеһының ҡабул итеү имтихандарына эләгеп, актер һөнәре буйынса белем алдым. Театр донъяһынан йыраҡ торған кеше инем, актер булырға ла уйламай инем. Яҙылмаған аҡ ҡағыҙ инем. Уҡытыусылар минең һөнәргә ошолай "боҙолмаған" көйөнә килеүемдең насар яғы булмауын, киреһенсә, баштан башлауҙың ыңғай күренеш булыуын аңлатты. Мәктәп йылдарынан таныш булғас, студент йылдарында ла унан төшмәгәс, сәхнәнән ҡурҡыу булманы.

Ижад битарафтарҙы үҙһенмәй

Тормошта мин актер түгелмен. Тәүлектә 24 сәғәт икән, һин уның 3 сәғәтендә - спектакль барышында ғына актерһың. Актерлыҡ йәшәү рәүешенә, ҡылығына, ҡыланышына әйләнгәндәр ҙә була бит, юғиһә. Һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай, үҙен ошо шарттарҙа яҡшы тоя икән, ни өсөн тормошта ла актер булмаҫҡа. Тик минең өсөн ят сифат был. Мин шәп актер, тигән уй ҙа, үҙем менән һоҡланыу ҙа юҡ миндә. Ә бына үҙемде тәнҡитләргә яратам. Ижадымды ғына түгел, тормошомдо ла баһалайым, "Их, ошолай эшләргә ине, былайтырға кәрәк ине", тигән иҫкәрмәләр яһайым. Үҙемде башҡалар менән түгел, үҙем менән генә сағыштырам. Шулай ҙа башҡаларҙың ыңғай яҡтарын үҙемдә лә тәрбиәләргә ынтылам. Һөнәрем эҙләнергә, уҡырға өйрәтте, кеше психологияһын өйрәнеү ҙә йәшәйеште, нисектер, еңелләштерә. Уҡытыусыларыбыҙ беҙгә тағы ла мөһим бер сифат һала алған, тип уйлайым. Ижадҡа битараф булмағыҙ, һөнәрегеҙҙең иңегеҙгә һалған яуаплылығын тойоғоҙ, тиҙәр ине улар. Иң мөһиме, һөнәремде яратам. Ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да, эшенде яратһаң, эшләүе лә күңелле. Актер өсөн был бигерәк тә кәрәк, эшләгең, эҙләнгең килеп кенә торһа, ролдәрең өсөн үҙеңә лә оят түгел, тамашасыны ла ыҙалатмайһың. Театрҙа актер булып китеү, һөнәрҙең нескәлектәренә төшөнөү өсөн кәмендә ун йыл ваҡыт кәрәк, тиҙәр. Уҡып ҡайтыуыбыҙға ун беренсе йыл китте, һәр беребеҙ айырылып тора, һәр кем үҙ урынында, һәр кемдең образдары, эштәре күренә - тимәк, был бик дөрөҫ фекер. Ғөмүмән, Мәскәү мине ныҡ үҙгәртте. Беренсенән, уҡыу йорто, ундағы шәхестәр һабағы быға булышлыҡ итһә, икенсенән, мәҙәни тормошҡа башкөлләй сумып, аҙнаһына икешәр спектаклгә йөрөү, музейҙарға барыу ҙа тәрбиәләне. Ҡыҙыуыраҡ инем, үҙ өҫтөмдә эшләү ошоноң кеүек ҡайһы бер сифаттарҙан арынырға булышлыҡ итте. Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә ҡайтҡас, бындағы шәхестәр беҙҙе тағы ла үҫтерҙе. Ғаилә ҡороп, атай булғас, тормошҡа ла икенсерәк ҡарайһың хәҙер.

Һәр роль үҙе тәжрибә

Минең Гамлетты, Аттиланы йәки башҡа берәй образды уйнағым килә, тип уйлағаным да юҡ. Ниндәй роль бирһәләр ҙә миңә ҡыҙыҡ. Тәүге тапҡыр башҡорт театры сәхнәһенә йәш Әхмәтзәки роле ("Әхмәтзәки Вәлиди Туған", Н. Асанбаев) менән сыҡтым. "Ҡоҙаса" музыкаль комедияһындағы Басир ролен дә яратып уйнайым. Малай ("Аҡ пароход", С. Айтматов) роле лә тәжрибә туплау йәһәтенән ҙур мәктәп булды. Шулай ҙа иң яратҡан, ауыр бирелгән роль - ул "Джут" (О. Жанайдаров) драмаһындағы Әхмәт. Актер булараҡ тамашасыға ла, режиссерға ла, хатта үҙемә лә ошонда асылғанмындыр, тип уйлайым. Төрлө фестивалдәрҙә булдыҡ уның менән, ул "Алтын битлек" премияһының "Битлек плюс" программаһына ла инде. Бында миңә үҙемде еңергә лә тура килде. Гәзит уҡыусылар спектаклде күргән булһа, беләлер: унда ғаилә башлығы ҡатынының ихтыярына буйһоноп йәшәгән ир, заманы ла, ҡатынының социаль статусы ла быға йоғонто яһай. Башҡорт ир-егетенә, хатта сәхнәлә булһа ла, үҙенең булмышын, ирлек намыҫын еңеп, ошоға күнеүе анһат түгел. Әммә актер образды тамашасыға еткерергә бурыслы, ул актерҙың төрлө була алыуын күрергә тейеш. Был спектаклдәге тарих мине эске тетрәнеү кисерергә мәжбүр итте, уның менән мин өлкәнәйҙем. Өләсәйемдең: "Балаларым, Аллаға шөкөр, бөтөн нәмә бар бөгөн, беҙ үлән ашап үҫтек", - тигәнен хәтерләнем, ошо михнәтте күрмәһәм дә, аслыҡ тойғоһо миңә ят булһа ла, йәйләүҙәрҙә мал көтөп йәшәгән халҡыбыҙ ҙа ошондай бөлгөнлөккә төшөрөлгән булған бит. Булғандың ҡәҙерен онотоп китәбеҙ, тамашасы ошо хаҡта уйланып сыҡһа ла, спектакль үҙ маҡсатына өлгәште тигән һүҙ.
"Хыялға ҡаршы" спектаклендә Даян роле тәҡдим ителгәс, башта аптыраным. Сөнки кире образды уйнағаным юҡ кимәлендә ине. Етмәһә, әҙер пьеса өҫтөндә түгел, ә повесть буйынса эшләргә тура килде, сәхнәгә сыҡҡансы нимәлер эҙләнек, таптыҡ, үҙгәрттек. Һуңғы көнгә тиклем уны ҡайһылай итеп уйнарға тигән һорау алдында инем. Тамашасы уны яҡшы ҡабул итте. Темаһы ла актуаль, режиссерҙың ҡыйыулығы ла ярты уңышы булғандыр. Театрҙың миссияһы шунда - кеше унда булғандан һуң ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Был спектаклдән дә күптәр күҙ йәштәренә мансылып сыға. 400 тамашасы араһынан 10 кеше генә лә уйланһа, беҙҙең эшебеҙ юҡҡа түгел.

Уҡытыусылыҡ эше

Кешенең һәр ваҡыт яңы нимәгәлер өйрәнгеһе килә, ниндәйҙер яңы әйбер уҡығыһы килә. Хөрмәтулла Ғәззали улы Үтәшев балалар театр студияһында эшләргә саҡырғас, риза булдым. Балалар менән эшләүе ҡыҙыҡ та, фәһем дә алаһың. Телмәрҙәрен, тауыштарын үҫтерәбеҙ, тән хәрәкәте тигән дәрес тә бар. Уларҙан актер яһау - маҡсат түгел. Башҡорт балалары бәләкәйҙән үк һәләттәрен асһын, үҙҙәрен ышаныслы тойһон, аудитория алдында сығыш яһауҙан ҡурҡмаһын, үҙҙәрен тота белһен, тибеҙ. Ә актер булам тигәне бар икән, уға ярҙам итәбеҙ. Һан яғынан күп булмаһаҡ та, һәр беребеҙ берәгәйле була алабыҙ бит. Бының өсөн балаларҙы тәрбиәләүгә көс һалабыҙ. Был студия баш ҡалала үҙенсәлекле генә милли мөхит тә булдырҙы, килеп, үҙ-ара танышып, башҡортса аралашып ҡайтһалар ҙа файҙа. Үҙемдең ғаиләмдә лә балаларҙың башҡортса һөйләшеүенә иғтибар бирәм. Улым Йософтың да, ҡыҙым Сәлимәнең дә башҡортса матур һөйләшеүендә кәләшем Ләйсәндең хеҙмәте ҙур. Был йәһәттән мин дә талапсан атай.
Үкенес, әммә бөгөн телебеҙ ярлылана, телгә мөнәсәбәт тә үҙгәрә. Театрҙың теле - өлгө булырға тейеш. Шиғыр һөйләү кисәләрендә сығыш яһау беҙҙе лә үҫтерә. Егерме беренсе быуат театры, әлбиттә, ул бөтөнләй башҡа театр. Гел романтик булған милли театр бөгөн ҡыйыу эксперименттарға ла бара, был ыңғай күренеш. Сөнки театрҙа милли әйберҙәр ҙә, замансалары ла булырға тейеш. Тик бер генә нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала - ул тел. Дөрөҫ һөйләү, баҫымды дөрөҫ ҡуйыу, телдең һутлы, бай булыуы театрҙың кимәлен күтәрә, һинең сәхнәнән һөйләгәнең тамашасыға ишетелергә тейеш. Милли театрҙы тел генә йәшәтә.

Шулай итеп...
Ысынлап та, заман менән бергә театр ҙа үҙгәрә. Ул үҙгәрергә тейеш тә - күтәргән проблемалары, жанрҙары, шул уҡ ваҡытта, актерҙары менән дә, сөнки заман менән бергә уның тамашасыһы ла үҙгәрә. Бөгөнгө йәш актерҙарҙың тормоштағы актер менән сәхнәләге актер араһына айырма ҡуйыуы ла ошонандыр, кем белә? Шуныһы ла бар, тормошта иң насар актер ҙа уйнай, әммә яҡшы актерҙар ғына ысынбарлыҡта йәшәй һәм сәхнәлә уйнай ала!

Ләйсән НАФИҠОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 642

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru