«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘҘЕР БАЛАЛАР ВЕЛОСИПЕД ТҮГЕЛ, АТАЙ-ӘСӘЙЕНӘН УҠ-ЯН ҺОРАЙ ИКӘН...
+  - 



Төрлө һөнәр эйәләре булған, төрлө ҡараштар менән йәшәгән, донъяны төрлөсә ҡабул иткән ир-егеттәрҙе бер төшөнсә бәйләй, уларҙы бергә уйларға, бер фекерҙе бүлешергә һәм бергә хәрәкәт итергә мәжбүр итә. Ул да булһа, милли мәҙәниәт. Һүҙем артист, хореограф, уҡытыусы Урал Мортазин, ҡул һуғышы тренеры, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре Рушан Хәсәнов, шәхси эшҡыуар Денис Өмөтбаев, шундай уҡ шәхси эшҡыуар Юлай Ғәлиуллин һәм "Киске Өфө" гәзите хеҙмәткәре Артур Батыршиндар хаҡында. Күптән түгел Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Алма-атала үткән фестивалгә саҡырылып, күргәҙмә сығыштар яһап ҡайттылар. Ул ғына ла түгел, төрки спорт уйындарында ҡатнашып, Юлай Ғәлиуллин традицион яндан уҡ атыу буйынса икенсе урынды яулаған һәм алты егеттең өсәүһе финалға үтеү бәхетенә ирешкән. Был сәйәхәт хаҡында үҙ ауыҙҙарынан ишетеү өсөн егеттәрҙе редакцияға ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.

Гәзит уҡыусыларҙы фестиваль, уның ҡылыҡһырламаһы, ойошторолошо һәм һеҙҙең күргән-кисергәндәр менән таныштырып үтәйек әле?

Юлай Ғәлиуллин:
"Оло дала - күсмәнделәр донъяһы" тип аталған Халыҡ-ара фестиваль быйыл өсөнсө йыл уҙғарылды. Йыл да уның исеме лә, тематикаһы ла үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, күсмән халыҡтар тарихын өйрәнеү - иң үҙәктә тора. Йәғни, бында күсмән халыҡтар үҙҙәренең тарихи мәҙәниәтен тергеҙеп, шул өлкәләге спорт уйындарында көс һынашып, сәнғәт өлгөләре менән алмашып, башҡаларҙа һаҡланған уйын төрҙәрен ҡарап, тәжрибә бүлешергә йыйыла.
Денис Өмөтбаев: Йыл һайын был сараға ундан да кәм булмаған ил вәкилдәре килә. Тәүге йылдарҙа сарала булғар, молдаван кеүек ҡыҙыҡһыныусылар ҙа булһа, быйыл бары тик ысын күсмәнделәр - башҡорттар, бүрәттәр, ҡалмыҡтар, алтай, дағ халҡы, тывалар, маджарҙар, ҡаҙаҡтар үҙҙәре һәм украиндар ҡатнашты.
Артур Батыршин: Һәр ил, һәр төбәк үҙҙәрен танытыу өсөн ниндәйҙер бер күренеш алып килгәйне. Кемдәрҙер йыр-бейеү, икенселәр хәрби уйындар, өсөнсөләр берәй халыҡ кәсебен тамаша ҡылдырҙы. Яҡуттар, мәҫәлән, тимерселәрен алып килгән. Тимер иретеү мейестәре, һуҡҡыстары, иҙгестәре, хатта күмерҙәрен дә үҙҙәре менән йөрөтөп, уҡ башаҡтары эшләү буйынса ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте улар. Беҙ әлеге көндәрҙә уҡ атыу, уҡ-ян эшләүҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләһәк, яҡуттар тап ошо мәлдә тимерселектәрен аяҡҡа баҫтырып ята икән.
Рушан Хәсәнов: Фестивалдә төрки халыҡтары өсөн ғәҙәти булған спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарылды. Көрәш, бәйге, уҡ атыу, ауҙарыш, таш күтәреү, асау һәм башҡалар. Беҙҙең халыҡта юғалып өлгөргән уйындарҙың береһе ауҙарыш һәм асау хаҡында әйтә биреп үтәйек. Ауҙарышта ат өҫтөндә йөрөп, бер-береңде аттан ауҙарып төшөрәһең, һәр хәлдә, шул маҡсатта көс һынашаһың. Ә асау тигәне ул беҙҙеңсә тай өйрәтеү. Уйлап ҡараһаң, беҙ үҙебеҙ ҙә тай өйрәтмәй тормайбыҙ бит, әммә ошо егетлекте артыҡ ғәҙәтигә генә әйләндергәнбеҙ. Ә ҡаҙаҡтар ошо эште бер экстремаль күренеш итеп ойоштора белде. Манеж эсендә бер-нисә тай йөрөй һәм шулай уҡ бер нисә егет бер-бер артлы ҡороҡланған тайҙарға ташланып, уларҙы буйһондорорға итә. Кем дә кем тай өҫтөндә оҙағыраҡ йөрөй ала - шул еңеүсе. Бында егеттәрҙең таҫыллыҡтары, ҡыйыулыҡтары, ныҡышмаллыҡтары хайран итерлек булды.
Денис Өмөтбаев: Дүрт тайҙы өйрәткәндәрен ҡарап, күҙәтеп торҙом һәм ҡайһы бер ҡыҙыҡ ҡына үҙенсәлектәрен аңғарҙым. Үҙем дә тай өйрәткәндә ҡатнашҡан кешемен. Тик быларҙың тайҙары беҙҙекеләр кеүек арт һанын сойорғотоп һелтәмәй. Һыбайлыны алып ырғытырға маташмай тайҙары, ә бары баш бирмәй, түңәрәк буйлап ҡына саба. Сөнки уларҙа аттарҙа өйөр инстинкты һаҡланған, йәғни аттарҙы ҙур өйөрҙәрҙә генә көтәләр, беҙҙәге кеүек, бәләкәй төркөмдәрҙә йөрөтмәйҙәр. Айырым йөрөп өйрәнгән тай, әлбиттә, ҡото осоп, ныҡ ҡарыша, ә көтөүҙә йөрөп, далала сабышып өйрәнгән тайҙар ҡасып ҡына ҡотолмаҡсы. Бына бит, малдарҙа ла ниндәйҙер айырым һыҙаттар һаҡланған һәм улар ҙа халҡының үҙгәрештәрен ҡабул иткән. Һәр хәлдә, был егетлек төрөн беҙҙә лә индереү кәрәктер, тип уйлайым.
Урал Мортазин: Бер венгр тай өйрәткәнде ҡарап торҙо ла, ҡыҙышып китеп, тайға менеп ҡарамаҡсы булды. Әммә тайҙы ҡороҡлап биргәйнеләр, уға яҡын да бара алманы. Уның егетлеген аттан ҡурҡыу һәм һаҡланыу инстинкты еңде. Ә дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, ҡанында йылҡыға яҡынлыҡ булмаған халыҡтарҙа уны ҡороҡлау ынтылышы ла, һәләтлеге лә булмайҙыр ул.

Баштан уҡ асыҡлап китәйек әле: башҡорт күсмә халыҡмы, әллә ултыраҡмы? Ғалимдар беҙҙе "ултыраҡ" тип иҫбатлай, ә һеҙ әле "күсмәнде" тип ҡыйыу атайһығыҙ. Кем ул беҙ, асылда?

Юлай Ғәлиуллин:
Күсмә халыҡ булыу ул донъя буйлап күсеп йөрөү тигәнде аңлатмай. Һеҙ берәҙәк булып йөрөгән сиғандар тормошон күҙ алдына килтермәгеҙ, зинһар. Бына, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар үҙҙәрен "көшпәнде" тип атай. Улар үҙ ерҙәренән ары күсеп ҡайҙа киткән? Беҙ ҙә шулай, мал артынан йәйләү-ҡышлау араларында күсеп йөрөп ғүмер иткән халыҡ. Төрки халыҡтарҙың күсмәнделеге ана шунан ғибәрәт. Уралдан Иртыш, Арал буйҙарына саҡлы аҫаба ерҙәребеҙҙә йәйләү-ҡышлау алмаштырып йөрөгәнбеҙ. Ә асылда һәр ырыуҙың үҙ ерҙәре, документлы майҙандары булған. Аҫаба, ерле халыҡ булыуыбыҙ ныҡлы билдәле була тороп, ни өсөн бөгөн "күсмәнде" тигән һүҙҙән ҡурҡабыҙ һуң беҙ? Быны аңламағандар ғына бәхәс ҡуптара, минеңсә.

Фестиваль сиктәрендә үткән ниндәй хәрби уйын төрҙәрендә ҡатнаштығыҙ?

Денис Өмөтбаев:
Башҡорт атлы ғәскәрен күрһәтеү маҡсаты менән барған инек бит инде был фестивалгә. Унан башҡа, һыбай һөңгө, сыбыртҡы менән, ҡылыс, хәнйәр менән эш итеү, ҡул һуғышы күнекмәләрен күрһәттек. Әйткәндәй, башҡортта бысаҡ менән алышыу төрө бик үҫешкән булған. Тимер эшкәртеү тыйылғас ҡына был ҡорал бер аҙ популярлығын юғалтҡан. Ә заманында күп алыштар алдынан иң башта хәнйәр һуғышы үткәрер булғандар. Алдар батыр ҙа бит Азов походы мәлендә черкес батыры менән хәнйәр һуғышында еңеп, дан ала.
Артур Батыршин: Башҡорт атлы ғәскәре күргәҙмәһен күрһәткәндән һуң, уҡ атыу ярыштарында ла ҡатнашып өлгөрҙөк. Беренсе көндө традицион яндан уҡ атыу ярышында өс башҡорт уҡсыһы финалға үттек. Рушан һыбай уҡ атыу ярышында ҡатнашты. Икенсе көндө инде финал ярыштарында беҙҙең Юлай ағай 2 тапҡыр традицион яндан уҡ атыу буйынса украин чемпионын үтеп, икенсе урынға лайыҡ булды. Еңеүҙе ҡырғыҙ уҡсыһы яуланы.

Ошондай сараларға йөрөү, ҡатнашыу өсөн ниндәйҙер хөкүмәт ярҙамы бармы һеҙгә? Ҡайҙалыр барып, милләтебеҙҙе күрһәтеп ҡайтырҙан алда ниндәй әҙерлек үтәһегеҙ, ниндәй ҡаршылыҡтар булырға мөмкин һәм башҡа этаптарҙы үтеү хаҡында бәйән итһәгеҙ ине?

Юлай Ғәлиуллин:
Үкенескә күрә, әлегә республикабыҙҙа этноспорттың "э" хәрефе лә юҡ. Шунан ғына ла сығып уйлағыҙ инде, ниндәй ярҙам хаҡында һүҙ барырға мөмкин? Быйылғы сараға беҙгә юл һәм йәшәү хаҡын ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ үҙҙәре түләне. Улар былтыр беҙҙе шундай шарт менән саҡырып ҡуйғайны. Был ошондай бер генә осраҡ. Ә күпме уңайлы осраҡтарҙан ситтә тороп ҡалырға тура килә...
Рушан Хәсәнов: Аттарҙы ла беҙгә саҡырыусылар үҙҙәре бирҙе. Бындай сараларҙа ат та ат хаҡы тора ул. Бәхеткә күрә, барлыҡ сығымдарыбыҙҙы ла ойоштороусылар үҙҙәре күтәрҙе, икенсе төрлө булғанда, улай күмәкләп, ихласлап барыу хаҡында уйларға ла түгел ине. Һәр хәлдә, бик ныҡ көсәнгәндә генә бер-ике кешене ебәрә ала инек. Ә былай бер команда - алты һыбайлы булып ҡатнашып ҡайттыҡ. Ҡаҙаҡтар аттарҙы беҙгә һәм мардъярҙарға ғына бүлде. Маръярҙар егерме алты кеше килгән, уларға дүрт ат, ә беҙҙең алтыбыҙға алты ат бирҙеләр. Башҡа бер халыҡҡа ла менге аттар булманы, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрҙе. Шулай уҡ парадта ла иң беренсе сафта мадъярҙарҙы, икенсе итеп башҡорттарҙы ҡуйҙылар.
Артур Батыршин: Ошо тәңгәлдә ни өсөн ҡаҙаҡтар үҙҙәре аҡса түләп, беҙҙе фестивалгә саҡырыуҙарын да асыҡлап китәйек. Арттырып әйтмәйбеҙ, башҡорттарҙың даны күсмәнде халыҡтар араһында киң таралған. Һәр ерҙә беҙҙе яугир халыҡ, абруйлы халыҡ тип ҡаршы алалар. Шулай уҡ улар беҙҙе бары тик иҫәп өсөн генә түгел, ә аныҡ хәрби күнекмәләр күрһәтә, башҡорт атлы ғәскәрен һынландыра алырыбыҙға өмөтләнеп тә саҡыралар. Сөнки улар бына нисәмә йылдар инде "Төньяҡ амурҙары" клубы ағзаларының Бородино яланында ла, сит илдәрҙә лә төрлө реконструкцияларҙа ҡатнашҡанын күреп-ишетеп йөрөйҙәр бит.
Урал Мортазин: Мадъярҙарҙың беҙгә мөнәсәбәте оҡшаны. Сөнки улар тарихты яҡшы беләләр, өйрәнгәндәр һәм беҙҙең борон-борондан килгән бәйләнеш хаҡында һөйләйҙәр. "Беҙҙә башҡорттар нигеҙ һалған ауылдар бөгөн дә һаҡлана", тип, туғандарын күргәндәй һөйөнөштөләр. Бик тулҡынландырғыс булды уларҙан шундайҙы ишетеү.
Юлай Ғәлиуллин: Әйтеп үтергә кәрәк, мадъярҙар күсмәнде халыҡтар араһында хәрби уйындар күрһәтеү буйынса иң беренсе урында торалар. Уларҙың кейемдәре лә, ҡоралдары ла, ат-эйәр йыһаздары ла боронғо хәрбиҙәрсә һәм күнекмәләрҙе лә бик күпкә алдан башлағандар. Ә бит һыбайлы хәрби уйындарҙа ҡаҙаҡтар менән ҡырғыҙҙар ҙа оҫта, әммә беҙҙе тап шул мадъярҙар менән тиң итеп ҡаранылар фестивалдә. Был да төптө юҡтан ғына түгел. Хатта иғландарҙа айырым хөрмәт менән республикабыҙҙы "Башҡорт иле" тип атанылар. Үҙенә күрә матур мөнәсәбәтте күрһәтә ошо ла.

Һәр берегеҙҙең өҫтөндә сынъяһау милли кейемдәр. Улай бөтөн әҙерлекте, кейемдәрҙе, атрибутиканы үҙегеҙҙең елкәлә күтәрер, әҙерләр булғасығыҙ, өҫ-башығыҙ яҡынса ниндәй суммаға төшә?

Рушан Хәсәнов:
Тулыһынса кейенәм тиһәң, әлбиттә, ҡиммәткә төшә. Был костюмдар бер көнлөк кенә эш түгел. Иң ябай кейем иң кәмендә 50 мең тирәһенә барып баҫа. Ә инде һыбайлының милли кейемен йыя башлаһаң, бында эйәре-йүгәне һәм башҡалары ла инә, 400 меңдән дә кәм булмай.
Юлай Ғәлиуллин: Беҙҙең әлеге кейгән кейемдәр һуғышсылар кейеме түгел, яугирҙыҡы ла түгел, беҙ әле, дөрөҫөн әйткәндә, ябай халыҡ кейемендә, һунарсылар, көтөүселәр образында ғына йөрөйбөҙ. Бына кольчуга эшләтергә тиһәң - утыҙ, күн күлдәк тектереүгә утыҙ биш мең аҡса кәрәк. Маҡсатыбыҙ иһә хәрби кейемдәрҙе йыйып алыу. Кейем генә түгел, ҡылыс, ҡалҡан, эйәр-йүгән һәм, әлбиттә, хәрби хәрәкәттәргә өйрәтелгән аттар кәрәк.
Денис Өмөтбаев: Нимәһе ҡыҙыҡ булды, кейемдәребеҙ хәрбиҙәрсә булмаһа ла, башыбыҙҙағы бүректәребеҙ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ситтән беҙ бүре баштары кейеп йөрөгән кеүек күренәбеҙ икән. Эҫе көндә баштарына йөнтәҫ башлыҡтар кейеп йөрөгән төркөм менән фотоға төшөргә теләүселәр аҙ булманы.

Белеүебеҙсә, ошондай сараларға сыҡҡанда өйҙән үк милли, хәрби кейемдәрҙә сығып китәһегеҙ, шулай бит? Юлда осраған халыҡ нисек ҡарай һеҙгә? Һорауҙар бирәләрме?

Денис Өмөтбаев:
Өфөнән сығып китеп, ике самолет алыштырып, Мәскәү аша Ҡаҙағстанды урап ҡайтҡанда шул милли кейемдәребеҙҙә булдыҡ. Әлбиттә, бындай төркөмдө берәү ҙә иғтибарһыҙ үткәрмәй. Кешеләрҙең күҙ ҡарашындағы хистәрҙе әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Кемдер ҡурҡыу, кемдер һоҡланыу менән ҡарай, берәүҙәр бөтөнләй аптырауға төшә.
Юлай Ғәлиуллин: Хәтеремдә, бер ҡатын "О, господи!" тип ҡысҡырып ебәргәйне аэропортта. Шул мәлдә футбол чемпионаты барғас, бәлки, берәй илдең көйәрмәндәре тип уйлаусылар ҙа булғандыр. Милли кейемдәрҙә юл йөрөүҙең башы нимәнән булды? Былтыр беҙ Өфөлә милли кейем парады үткәрелгән көндө юлға сығып киттек. Йәнәһе, парадта ҡатнаша алмағас, әйҙә, милләттәштәребеҙгә теләктәшлек күрһәтеп, юлға шул кейемдәрҙә сығайыҡ, тип ҡарар иттек. Үҙебеҙсә шулай парад эшләнек инде.
Унан һуң, юлда халыҡтың ҡыҙыҡһыныуын күреп, артабан да шулай йөрөргә ҡарар иттек. Был, икенсе яҡтан, уңайлы ла, багажда кейемебеҙҙең ауырлығы ҙур, ауыр ҙа. Ә былай бөтөн йөгөң үҙ өҫтөңдә һәм бер атрибутың да йәмшәймәй, боҙолоп ҡуйыр тип борсолмайһың.

Фестивалдең ойошторолошонда нимәләр айырыуса оҡшаны, ә нимәләрҙе һеҙ икенсерәк итеп күрергә теләр инегеҙ? Шул хаҡта һөйләшәйек әле.

Артур Батыршин:
Әгәр беҙ унда ҡунаҡ булып ҡына барһаҡ, "Ҡунаҡ булһаң - тыйнаҡ бул" йәки "Ҡунаҡ - хужаның ишәге" тигән күркәм әйтемдәрҙәге ҡағиҙәләргә буйһоноп, барыһын да оҡшатып, тик ыңғайҙы ғына күреп йөрөр инек. Әммә беҙ унда бәйгеселәр булып барҙыҡ һәм сәмле ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. Йәғни, беҙ яуға барҙыҡ, уйын сиктәрендәге генә булһа ла яу ине был. Ҡаҙағстанда этника бик яҡшы үҫешкән. Миҫалға ябай тирмәләрен генә алғанда ла, унда барыһы ла ысын, боронғоса. Улар ҙур, киң итеп, ҡалын кейеҙҙән, ел-ямғырға бирешмәҫлек йылы, ныҡ итеп яһалған. Уларҙың эсендә лә бөтөн тейешле йыһаздары бар. Стеналарында балаҫтар, ерҙә келәмдәр, ятыр-ултырыр урындар. Аш-һыу бүлеге яғы ла, ҡорал һаҡлау урындары ла бар. Ҡыҫҡаһы, инеп йәшәп алып китмәле итеп һәр ваҡ-төйәгенә саҡлы теҙелгән. Һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙың береһе лә тирмәһеҙ ҡалманы.
Рушан Хәсәнов: Ҡаҙаҡтарҙың ҡунаҡсыллығын айырым билдәләп үтәйек әле. Ҡунаҡты ашатыу уларҙа айырым урында тора. Күп сараларҙағыса, "Исем өсөн тамаҡ ялғатайыҡ та, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрер", тигән төшөнсә юҡ. Ашатыу үтә лә сифатлы, һыйлы, туҡлыҡлы. Ҡымыҙ, шубат (дөйә һөтөнән яһалған эсемлек), ит өҙөлмәне алдан. "Ҡаҙаҡтың ите бөтмәй" тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлап, ҡаршыға ултырып, боронғоса, ҡыҫтап һыйлайҙар икән улар.
Урал Мортазин: Тағы ла бер йолаларын күҙәттек - был йола элек беҙҙә лә булған. Тирмәгә ингәс тә: "Арағыҙҙан кемегеҙ иң олоһо?" - тип һоранылар һәм мин икәнде белгәс, алдыма баш ҡуйып, шуны өлөшләп бүлдереп, матур теләктәр әйттереп, һәр кемгә тараттырып сыҡтылар. Үҙенә күрә бер ололау йолаһы булды был, бик оҡшаны.
Юлай Ғәлиуллин: Бындай ҙур сараларҙы ойоштороу өсөн ҙур тәжрибә лә һәм ул хеҙмәтте белгестәр, оҫталар башҡарыуы ла зарур. Беҙҙә, мәҫәлән, мәҙәни сараларҙы ойоштороуға Халыҡ ижады үҙәге кеүек профессионалдар коллективы бар. Ә уларҙа шундай үҙәктәр юҡ, бары ҡыҙыҡһыныу күрһәткән, теләк белдергән кешеләр ярҙам итә ойоштороу эштәрендә. Был тәңгәлдә айырым халыҡтың менталитетынан да һәм сараға мөнәсәбәтенән дә тора ул ойоштороу нескәлектәре. Мәҫәлән, мадъярҙар быйыл ҡоролтай үткәрәсәк һәм унда барыһы ла минутыныҡы минутына тура килеп торасаҡ. Беҙ сара үткәрәбеҙ икән, беҙҙеке сәғәте сәғәтенә тура киләсәк. Ә ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙҙың сараһы, шаяртыбыраҡ әйткәндә, көнө көнөнә тура килгәс ярай әле. Был ғәйепләп әйтеү түгел, ә күҙәтеүҙәрҙән сығып мәрәкәләү генә.

Шундай сараларҙа, моғайын да, тарих тураһында ла һөйләшмәй булмайҙыр. Ситтән килеүселәр башҡорт тарихын беҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә, тинегеҙ...

Артур Батыршин:
Венгрҙар делегацияһы етәксеһе Андреш Биро "башҡорт" этимологияһы тураһында һөйләне. Бик борон замандарҙа Уралдан таралып киткән хәрби йолаға ярашлы, төрки халыҡтар араһындағы иң дәһшәтле яугирҙарҙы башҡорт тип атай башлағандар. Мадъяр Андреш: "Был төшөнсәнән сығып ҡарағанда, беҙ ҙә башҡорт, сөнки беҙ яугирҙар, һеҙ ҙә башҡорт, сөнки һеҙ ҙә яугирҙар", - тип әйтте ышаныслы итеп.
Денис Өмөтбаев: Был тәңгәлдә тарихты тағы ла төплөрәк, ентеклерәк итеп өйрәнеү фарыз. Айырым милләт булып формалашҡанға тиклемге инештәребеҙҙе аҡтарырға ине. Андрештың әйткәндәре лә нигеҙһеҙ түгел бит, беҙ совет иле тарихы аша ғына белдек үҙебеҙҙе һәм ярай әле яңы тикшеренеүҙәр башланып китте. Шулай ҙа сит илдәрҙә, сит халыҡтарҙа ятҡан архивтар беҙҙең хаҡта күберәк мәғлүмәттәр һаҡлай ул. Тарихсыларыбыҙ ситкә сығып та эҙләнһен ине, тимәксемен. Башҡортто оҙаҡ йылдар ҡурайсы-йырсы итеп кенә һүрәтләнеләр. Был шулай ҡулай ҙа, уңайлы ла ине. Менталитетын да үтә ябай, баҫалҡы, шым, оялсан, баҙнатһыҙ итеп һүрәтләнеләр. Йәнәһе, донъяға бер талабы юҡ, моңһоҙ, ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартып, тәбиғәт ҡосағында көн итеп тик ятҡан. Ысынында, башҡорттоң тарихы тик ҡылыс менән генә яҙылған. Быны үҙебеҙҙең арала, ил эсендә күҙгә элмәҫкә тырышалар ҙа, төрки халыҡтар араһына сыҡ әле - үҙҙәре үк шуны һөйләп торалар. Беҙҙең туралағы тарихи хәтерҙе улар нығыраҡ һаҡлай булып сыға, тимәк.
Рушан Хәсәнов: Бер хәлде һөйләп киткем килә. Ниндәйҙер сит өлкәләге концертта башҡорттарҙың хәрби бейеүен ҡараған бер мәрйә ханым килеп: "Откуда у башкир военные танцы, где они воевали, они же живут по середине России?" - тип һорай икән. Шулай итеп, йылдар буйына бейеп-йырлап ҡына йөрөп, мәҙәниәтте бер яҡлы ғына күрһәтеп, беҙ ҡайһы берҙәр өсөн "совет власы тарафынан күҙе асылған халыҡ" булып ҡалғанбыҙ һаман.
Юлай Ғәлиуллин: Сәмәрҡәнд, Бохара, Ҡытай, Хива кеүек илдәрҙең яҙмаларында өйрәнергә кәрәк башҡорт тарихын. Уларҙа быуаттар буйына теүәл һаҡланған архивтар бар һәм Башҡорт илен дә улар ниндәйҙер сәйәси күҙлектән сығып түгел, ә ҡыҙыҡһыныу менән, сәйәхәтсе булараҡ өйрәнгән. Тимәк, бер ниндәй уйҙырмалар ҙа, яһалмалыҡ та, үҙгәртеп һүрәтләү ҙә булмаясаҡ.
Денис Өмөтбаев: Тарихты өйрәнеүҙең ысулдарын популярлаштырыу өсөн тарих факультеты студенттарына шундай кәңәш бирер инем. Практикаға мәктәпкә барғансы, Урта Азия илдәренә йүнәлтмә алып, билдәле йылъяҙмалар һаҡланған китапханаларҙа, музейҙарҙа, архивтарҙа ултырып ҡайтһындар ине. Был улар өсөн байыраҡ та, фәһемлерәк тә практика булыр ине.

Ҡырғыҙстанға, Ҡаҙағстанға, унан башҡа яҡтарға ла ошондай сараларға йөрөйһөгөҙ. Ниндәй телдә аралашаһығыҙ, ғәҙәттә? Төрки мөхитен тояһығыҙмы, ул беҙҙекенән нимәһе менән айырыла?

Урал Мортазин:
Бына, мәҫәлән, Алма-Атала рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп йөрөп ҡайттыҡ. Ҡалала ҡайҙа ғына инеп башҡортса хәбәр ҡушһаң да, һине аңлайҙар, яуап бирәләр. Ә беҙҙең баш ҡалала шулай мөмкинме?
Артур Батыршин: Үкенескә ҡаршы, беҙ рәхәтләнеп рус һүҙҙәрен әҙәби телгә, телмәргә, яҙмаларға индереп бөткәнбеҙ. Әйтерһең, беҙҙең телебеҙҙә ниндәйҙер һүҙҙәр булмаған йәки тәржемә итеп, нығытып ҡуйылмаған. Ҡаҙағстанда йөрөп, иркен рәүештә туған телдә һөйләшә алыуҙың да бер азатлыҡ билгеһе икәнен төшөндөм. Ошо урында беҙгә лә туғандаш халыҡтарҙан үрнәк алыу фарыздыр. Уларҙың үҙҙәрен үҙ ерҙәрендә ысын хужа, төп милләт вәкиле итеп тойоуҙары айырым-асыҡ күренеп тора. Был уларҙың ҡанына һеңгән, хатта бәләкәй малайҙарының ҡылыҡтарына ҡарап та аңғарырға була быны. Ә беҙ ниңәлер "күп милләттең береһе" тигән нарыҡлауға күнгәндән-күнә барабыҙ.

Бөгөн Мәргән уҡсы, Күсмәнделәр уйындары, Милли спорт уйындары кеүек милли традицияларға нигеҙләнгән бәйгеләр популярлашты. Нисек уйлайһығыҙ, был үҙенә күрә бер мода булып ҡына үтеп китмәҫме икән?

Юлай Ғәлиуллин:
Бөгөн үҙ милләтеңдең вәкиле булыу модаға ғына түгел, традицияға инде. Был күренеш бер беҙҙең милләттә генә булһа, бәлки, үтеп тә китергә мөмкин, тип уйлар инек. Ә бит был бөтөн донъя халыҡтарында ла күҙәтелә. Хәҙер халыҡтар тотошлайы менән үҙ асылына ҡайта. Был донъяның яңырыуы, минеңсә. Уҡ атыуға балалар ылыға. Яртышар йылда үҙ категорияһында чемпион дәрәжәһенә еткән ҡыҙҙар-малайҙар күп. Ата-әсәләрҙән ишеткәнем бар, балалар хәҙер уларҙан велосипед йәки икенсе нәмә һорамайҙар, ә уҡ-ян һорайҙар икән. Киләсәктә, Алла бирһә, балалар ат һорай башларҙар әле. Һәр малай үҙенең атҡа атланырға тейеш икәнлеген төшөнә, аңлай башлаһа, ҡалай ҙур алға китеш булыр ине. Урал Мортазин: Бына мине әле урамда, ян алам, тип килгән бер малай көтөп йөрөй. Малайҙарҙы, мәҫәлән, уҡ атыуҙан да мажаралыраҡ, азартлыраҡ булған ниндәй уйын менән ҡыҙыҡһындырып була! Ә уның файҙаһы һуң! Бына, мин, мәҫәлән, уҡ атыуға әүрәп, төҙәгәндә һулыш өҙөлмәһен өсөн тәмәке тартыуҙы ла ташланым.
Рушан Хәсәнов: Оло дала һулышы - ул ат. Сөнки далала һин атһыҙ бер кем дә түгел. Дала халҡы алдында башҡорттоң да ат менән бер бөтөнлөгөн күрһәтеү өсөн мин дә, әҙерләнеп барып, сарала һыбай уҡ атыу ярышында ҡатнаштым. Һәм яйлап үҙебеҙҙә лә уҡ атыуҙы ла, һөңгө ташлау, ҡылыс һәм башҡалар менән эш итеүҙе мотлаҡ һыбай башҡарыуҙа оҫтарыу кәрәгәсәк.

Төрки халыҡтар араһына сәйәхәткә сыҡҡанда йыш ҡына интернетҡа бейеү өлгөләрен һалаһығыҙ. Әле һуңғыһынан алынған яҙманы ла ҡарайым да, ни өсөндөр майҙанда бейеүселәр янына башҡорт егеттәре килеп төшһә, башҡалар ситкә китеп бөтә лә ҡуя. Был беҙгә тойола ғынамы, әллә мин арттырып ебәрәмме?

Урал Мортазин:
Хореограф булараҡ, мин яуап бирәйем әле. Күп төрки халыҡтарҙың ир-егеттәр бейеүендә батырҙар (героический) һыҙаты үҫешмәгән, хатта бөтөнләй юҡ. Улар ҡоштар булып, үҫемлектәр, аттар булып бейеп тик йөрөй. Хәрәкәттәре талғын, һалмаҡ йәки яурындарын ғына уйнатыуға ҡайтып ҡала. Ҡалмыҡтар, монголдар, ҡырғыҙҙар, мәҫәлән, ярым эйелгән хәлдә бейейҙәр, был уларҙың мәжлестәре тирмә сиктәрендә генә үткәнен аңғарта. Ҡаҙаҡтарҙың ир-егеттәре бөтөнләй бейемәй икән. Ә беҙҙең һәм Кавказ халыҡтарының ир-егеттәр бейеүе башлыса егетлектән, яугирлыҡты һынландырыуҙан тора бит. Шуға ла беҙ был тәңгәлдә харизма, дәрт, ярһыулыҡ менән алдырабыҙ.

Әле һеҙ йөрөп килгән фестиваль кимәлендәге сараны үткәреү өсөн беҙгә ниндәй әҙерлек кәрәк? Йәки беҙ үткәрә алабыҙмы бындай йыйынды?

Юлай Ғәлиуллин:
Бының өсөн иң беренсе беҙгә аттар кәрәк. Ябай йылҡы түгел, ә менгегә өйрәтелгән аттар. Һәр бер ауылда булырға тейеш бер егерме-утыҙлаған ат. Һәр ауылда булырға тейеш бишәр ысын тирмә. Әлеге ваҡытта беҙ яйлап-яйлап әле йүгәнле, әле ҡылыслы, әле итекле булып тупланабыҙ. Бына Рушан Ҡаҙағстандан эйәр алып ҡайтты. Һәр беребеҙ шулай һыбайлы булырға әҙерләнәбеҙ. Денис йылҡы үрсетә бит инде. Беҙ шул базала аттар өйрәтеп алыу һәм һыбайлы яугирҙар булып йөрөрлөк дәрәжәгә ынтылабыҙ.
Рушан Хәсәнов: Һыбай атышта өс тәүге урынды ла йәш кенә ҡаҙаҡ егеттәре алды. Улар был аттары менән ҡуша үҫкән һәм ҡуша йөрөп өйрәнгән. Аттар хужаларының һәр хәрәкәтен аңлап тора. Ҡарап торам, былар аттарын ҡыумайҙар ҙа, бар иғтибарҙары сәптә, ә аттары үҙҙәре белеп хәрәкәт итә. Бына беҙгә лә шул кимәлгә еткереп тәрбиәләнгән аттар кәрәк.
Артур Батыршин: Унан, әлбиттә, бындай сараларға иғтибар, ихтирам булыуы һәм уларҙың мөһимлеген аңлау бурыс. Ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙар, мәҫәлән, был бәйгеләрҙең милли үҙаң өсөн ниндәй файҙа килтереүен аңлап, сараларҙы дәүләт ярҙамында уҙғара. Уларҙың бөтөн финанс мәсьәләләре юғары кимәлдәрҙә хәл ителә. Уйлап ҡарағыҙ, бер аҙнала беҙ Алма-Атала фестивалдә булдыҡ, киләһе аҙнаһына Астанала шундайыраҡ сара көтөлә ине.
Урал Мортазин: Беҙҙең милли кейемдәрҙә йөрөүебеҙ, ошондай бәйгеләр ойоштороуыбыҙ, милли кейемдәрҙә фотокүргәҙмәләр яһап ҡуйыуыбыҙҙың да маҡсаты шул - халыҡтың рухын күтәреү. Реформалар, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ, оптималләштереү тип бигерәк төшөнкөлөккә бирелеп киттек. Ә инде рух юғары булғанда күп бәләләр үҙенән-үҙе юҡҡа сыға ул. Халыҡтың дәрте бар ул беҙҙә, теләге лә бар. Бына ике йылда ғына уҡ атыуҙа күпме халыҡ йыйып алдыҡ, ошо ғына ла сағыу бер күрһәткес. Бары тик хөкүмәттең халыҡ ихтыяждарына ҡолаҡ һалыуы ғына бурыс. Бына, мәҫәлән, ҡырғыҙҙар уҡтан атҡан өсөн аҡса ала. Улар беҙҙең йырсылар, бейеүселәр кеүек шөғөлләнеп, сығыштар яһап, сараларҙа ҡатнашып, эш хаҡы алып йөрөй.
Юлай Ғәлиуллин: Егерменсе йылда Башҡортостанда Бөтөн донъя фольклориадаһы үтәсәк, әммә уға әҙерлек эштәре тойолмай әлегә. Был оло сараны йыр-бейеү менән генә үткәреп ебәреп булмай. Беҙҙең мәҙәниәт тә, сәнғәт тә батырҙарҙан, яугирлыҡтан айырым ҡаралмай. Ә беҙҙә улар айырылып, ҡоро йыр-моң булып ҡына ҡалып, халыҡты артыҡ көсһөҙләндереп, сөсөләндереп күрһәтә һымаҡ. Был етешһеҙлекте кисекмәҫтән иҫкә алыу, төҙәтеү кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Шундай уй-кисерештәр, фекер-һығымталар менән ҡайтҡан фестивалдән беҙҙең егеттәр. Ҡайтҡандар ҙа тағы ла дәртләнеберәк, сәмләнеберәк эшкә тотонғандар. Пландарында яңы проекттар, бәйге-ярыштар. Был ышанысты, мөһимлекте уларға аралашып ҡайтҡан төрки дуҫтары биргән. Бер көнлөк тормош, бер йыллыҡ киләсәк менән генә йәшәмәй шуға ла уғатарҙар, улар үҙҙәренең маҡсатында милләтебеҙҙең киләсәген күҙаллай.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 672

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru