«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИПЛОММЫ? УЛ БЕЛЕМЛЕ ҠУЛЫНДА ЛА, БЕЛЕМҺЕҘ ҠУЛЫНДА ЛА БУЛА АЛА
+  - 

Йәй айҙарында интернетта дипломдарын тотоп төшкән йәштәрҙең фотолары күбәйә. Әлбиттә, был һәр кемдең ҡыуаныслы, мәртәбәле мәлелер. Үкенескә күрә, күп осраҡта ул дипломдарҙың хужалары тормошонда һәм шәхси үҫешендә бер ниндәй файҙаһы булмаһа ла, бөгөн ниндәйҙер уҡыу йортоноң танытмаһын алыу модаға әйләнгән. "Дипломлы белгес" тип түгел, ә "диплом алған белгес" тип атар инем мин был хәлде.

Мин үҙем дә "дипломлы белгес" булманым, ә "диплом алыусы" ғына булып сыҡтым юғары уҡыу йортонан. Сөнки мәктәптә алған базама өҫтәп, артыҡ бер ниндәй ҙә мәғлүмәт йәки белем алманым. Уныһын да бала бағып ултырып, ситтән тороп саҡ тамамлап ҡуйҙым. Бәлки, уҡыуҙы ташлаған да булыр инем әле, әсәйем "уҡып бөт инде, уҡып бөт, диплом ал" тип ныҡып уҡытып бөтөрттө. Ә иң ҡыҙығы шунда: мине бер ергә лә дипломыма ҡарап эшкә алманылар. Хатта уны һораған кеше лә булманы. Билдәле редакцияларҙа эшләнем үҙем. 21 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, баш ҡалаға эшкә килгәс кенә дипломым кәрәк булды һәм... мин уны эҙләй башланым. Бөтөн документтарҙы, ҡағыҙҙарҙың кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә һаҡларға яратҡан әсәйемә ҡайтып һораһам, ул яулыҡ менән бәйләнгән бер төгөнән ҡәҙерләп кенә урап һаҡланған дипломымды сығарып бирҙе. Минән көсләп алдырған дипломды ваҡытында уға тотторғанмын, был ҡатырғаның кем өсөн ҡәҙерлерәк икәнен белгәнмен инде.
Ә әсәйем ысынлап та дипломдың ҡәҙерен, баһаһын, хаҡын белә торған кеше ине. Бала саҡтың бер мәрәкәһен һаман һөйләп көлөшәбеҙ. Атай менән әсәй талашып китеп, ирештәре шәхси кәмһетеүҙәргә барып етһә (әрләшкәндә берәү ҙә "бисмилла" тип әрләшмәй бит инде), әсәйем бәхәс темаһына тура килһә лә, килмәһә лә, башын ғорур күтәреп: "Мин һиңә диплом менән килдем", - тип ысҡындыра ине. Шул ваҡыт атайым нимә әйтергә белмәй, аптыраңҡырап ҡала һәм "килмәһәң кәрәк" тип мығырлап, "яу яланын" ташлап китә. Был һүҙ ысынлап та шулай көскә эйә булғанмы, әллә ул заман кешеләре өсөн дипломлы белгес булыу шундай юғары кимәл һаналғанмы, һәр хәлдә, хатта ниндәй дәшһәтле холоҡло атайым да "диплом" тигән һүҙҙән баҙап китер ине. Мин дә ул саҡта "Нимә икән ул диплом?" тип баш вата торғайным.
Һуңынан, олоғайғастары ла, был һүҙ ҡабатланып торҙо, беҙ инде көләбеҙ генә. Атайыма һаман тәьҫир итә әле был хәбәр. "Ниңә улай тиһең ул?" тип һорай был тарихты белеп етмәгән йәш килендәре. Әсәйем шунда кинәнеп аңлата. Йәнәһе, ул, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ас-яланғас булып, тамаҡ хаҡына бил яҙҙырмай эшләп йөрөп, уҡып, атайһыҙ көйө "кеше булған". Дипломын Башҡортостанға сит өлкәнән килеп, ҡара тирен сығарып тырышып уҡып алған. Шундай белгес сит тарафҡа йүнәлтмә менән эшкә ебәрелеп, "өс класлыҡ мәктәпте лә бөтә алмаған бер һунарсыға" юлдаш була. Заманында төпкөл район ауылдарында тыуып үҫкәндәргә медицина хеҙмәткәренә уҡыу бөтөнләй ишетелмәгән хәл дә булғандыр, күрәһең. Һәм уның үҙен дә юғары баһалағандар, хеҙмәтен хөрмәт иткәндәр. Бына ошо статусты тотто ул ғүмере буйы.
Уның да бер ҡыҙығы булды. Сираттағы тапҡыр "Мин һиңә диплом менән килдем", тигәндән һәм атайым сығып киткәндән һуң, әсәйемә: "Ҡана күрһәт әле шул дипломыңды, тыуғандан алып ишетәм, күргәнем юҡ", - тип өндәштем. Был эҙләй башлағайны - юҡ диплом. Бөтөн китапханаһын, һандыҡтарын әйләндереп сығарҙы. Әлеге атайыма ла ауҙы ғәйеп. Унан саҡ иҫенә төштө: районға медиктарҙың музейына һорап алғандар икән. Юғиһә, бик ҙур ғауға сыға яҙғайны. Ауылда беҙҙең шундай дипломлы белгес булып килеп, ғүмерҙәрен башкөллө үҙ хеҙмәттәренә арнаған хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ булды. Иң ололарҙан фельдшер әсәйем, уҡытыусылар Земфира апай, Вәзимә апай һәм башҡалар. Ун туғыҙ-егерме йәшлек кенә көйө килеп, иңдәренә оло яуаплылыҡ ала алыуҙарын әйт әле. Училище белеме менән генә! Уларҙың үҙ эштәрен яҡшы белеүҙәренә һәм халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереүҙәренә шундай күнеккәндәрҙер - шул өлкәлә нимәнелер белмәйҙер йәки яңылышалыр тигән уй берәүҙең дә башына килмәҫ ине.
Мин үҙ эшемде, башҡарған хеҙмәтемде беләм һәм яратам, әммә әсәйем кеүек "Мин диплом менән килдем" тип ышаныслы итеп әйтә алмайым. Сөнки, үрҙә әйткәнемсә, был белемде миңә дипломым түгел, ә тап шул дипломлы белгес булған уҡытыусым һалған. Һәм, моғайын, бөгөн күптәр бындай һүҙҙәрҙе әйтергә ҡыймайҙыр. Түләүле уҡыуҙар, һатылған имтихандар, белемһеҙ студенттар дипломдарҙың баһаһын төшөрөп ташланы. Ә училищеларҙың кимәле ҡалай түбәнәйҙе. Заманында иң төплө һәм көслө уҡыу йорттары һаналған Сибай, Белорет педучилищелары бөгөн ябылыу сигендә, уларҙың дипломы менән эшкә лә төшөп булмай. Хатта институт белеме менән килгән йәш кешегә лә хеҙмәт юлын башлау өсөн урынлашып китеүе ауыр. Был эш урындары булмағандан ғына түгел, ә, беренсенән, йәш хеҙмәткәрҙең үҙ һөнәрен ентекле белмәүенән, икенсенән, дипломдың хужаһының белем кимәлен гарантияламауынан.
Тимәк, бөгөнгө дипломдар элекке көстәрен юғалтҡан, артыҡ абруйҙары юҡ булып сыға. Бының аңлатмаһы ла ябай, бөгөнгө диплом белемле ҡулында ла, белемһеҙ ҡулында ла булырға мөмкин. Күңелһеҙ күренеш, әлбиттә. Боронғо белгестәр әйтмешләй, "Мин һеҙгә диплом менән килдем!"де аҡлай алыу ҙа ҙур бурыс бит әле.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 730

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru