«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ЕРҘӘРГӘ БАРЫП ФӘҺЕМ АЛЫП
+  - 



Был аҙнала ҡала округы хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмә башҡаларынан бер ни тиклем айырылып торҙо. Әлбиттә, был юлы ла көнүҙәк мәсьәләләргә, план буйынса ҡаралған ремонт һәм реконструкция эштәренә ҙур иғтибар бирелде. Әммә барыбер ҙә Өфө ҡала округы хакимиәте делегацияһының Ирек Ялалов етәкселегендә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астананың - 20, "Бер пояс, бер юл" инициативаһының 5 йыллығына арнап ойошторолған "Глобаль Ебәк юлы. Ебәк юлы илдәре ҡалалары мэрҙары саммиты"ның беренсе форумында ҡатнашыуы һәм туғандаш ҡаланың үҫеше менән танышыу тәьҫораттары төп урында торҙо.

"Форум ҡалаларҙың һәм төбәктәрҙең яңы сифатлы кимәлен формалаштырыу маҡсатында ҡалалар һәм хөкүмәттәр лидерҙарын, тармаҡ эксперттарын берләштергән эксклюзив майҙансыҡ булып торҙо, - тип белдерҙе Ирек Ишмөхәмәт улы. - Ике көн дауамында ҡатнашыусылар төбәк иҡтисади партнерлығының яңы механизмдарын билдәләү, төрлө өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлек, шулай уҡ тыныслыҡ булдырыуға ярҙам итеү һәм ҡалаларҙы тотороҡло үҫтереү юлын эҙләне". Һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙарҙы йомғаҡлап, сарала ҡатнашыусылар Ебәк юлы илдәре ҡалалары мэрҙарының клубын төҙөргә ҡарар итә. Уның сиктәрендә мәҙәниәт, спорт, смарт-технологияларҙы, транспортты, инфраструктураны үҫтереү буйынса саралар үткәреләсәк. Шулай уҡ, клуб менән бер рәттән, берҙәм мәғлүмәт-аналитика ресурсын булдырыу тәҡдиме лә хуплана. Унда ҡалалар, уларҙың иң яҡшы муниципаль тәжрибәләре, саралар календары урын алырға тейеш һәм календарға ярашлы, клуб ағзалары уларҙа ҡатнашыуҙы алдан планлаштырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, кәрәкле документтар менән танышасаҡ.
Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының сығышынан был сәфәрҙең уның күңелендә ыңғай тәьҫораттар менән бер рәттән, бер аҙ көнләшеү тойғолары тыуҙырыуы ла һиҙелде. "Астана - ҡола яланда ҡала төҙөлөшөнөң заманса өлгөһө булып барлыҡҡа килгән XXI быуат баш ҡалаһы, - тине Ирек Ялалов. - Улар донъяның иң яҡшы өлгөләренә йүнәлеш ала. Архитектураға килгәндә, беҙҙең архитекторҙарға унда барып, үҙ күҙҙәре менән күреп, өйрәнеп ҡайтырға кәрәк. Ҡаҙаҡтар постсовет мәктәбе архитекторҙарынан баш тартҡан. Байтирәктән башҡа барлыҡ объекттар ҙа сит ил архитекторҙары тарафынан проектланған. "Үҙебеҙҙә кадрҙар үҫтереп булмаймы ни?" - тип һорайым. "Юҡ, проектлау мәсьәләләрендә шул тиклем алға киткән һәм беҙҙең архитекторҙар иҫәпкә алмаған ҙур йүнәлештәр бар", - тип яуапланылар. Мин был турала йыш ҡабатлайым: тәү сиратта уңайлылыҡ һәм объекттарҙы артабан ҡулланыу, тотоу мәсьәләләренә иғтибар итергә кәрәк. Бында төп критерий булып бинаның, ҡоролманың бер квадрат метрын тотоуҙың күпмегә барып баҫыуы тора. Беҙ ҙә матур йорттар төҙөйбөҙ, әммә һуңынан уларҙы техник хеҙмәтләндереү, тотоу йәһәтенән бөлгөнлөккә төшәбеҙ. Грамоталы, уйланылып эшләнгән объектта тотош комплексты хеҙмәтләндерергә Астанала 1 кеше кәрәк, ә беҙҙә 20 кеше эшләй. Уларҙа подвалдағы сүп-сар камералары тутламаҫ тимерҙән, беҙҙә асбест-цемент ҡатнашмаһы, тағы ла әллә ниндәй осһоҙло материалдарҙан. Әлбиттә, беҙ хеҙмәтләндереү өсөн күберәк сығым тотонабыҙ.
Йәки беҙ танышҡан комплекста тергеҙелеүсе энергияның барлыҡ төрҙәре лә ҡулланыла: ҡояш батареялары, ел энергияһы. Тротуарҙан китеп барғанда ла энергия тарала. Бына ошо була инде XXI быуаттың комплекслы төҙөлөшө. Ә торлаҡтың квадрат метрының хаҡы беҙҙәге кеүек. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап ятып булмай, барығыҙ, күрегеҙ, артабан төҙөүсе компанияларға етди талаптар ҡуйырға кәрәк. Әлегә улар тар ҡарашлы, бары тик үҙҙәренең иҡтисади файҙаһын ғына уйлай. Торлаҡ төҙөлөшө тармағында яңы стандарттар, һынылыш булырға тейеш".
Ирек Ишмөхәмәт улы белдереүенсә, бөгөн ҡалала 80 самаһы бейек күп фатирлы йорт төҙөлә, бынан тыш, 120 объект бизнес тармағына тура килә. Дөйөм алғанда, барлығы 700 объект төҙөлә. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡала биҙәге булыуы, төҙөүселәрҙең иң яҡшы стандарттарға йүнәлеш алыуы шарт.
"Астана Өфөнөң туғандаш ҡалаһы булып тора һәм улар беҙҙән күп өлкәлә алда бара. Бында мәсьәлә уларҙың бюджетының беҙҙекенән тиҫтәләрсә тапҡырға ҙурыраҡ булыуында ғына түгел. Унда баш ҡаланы төҙөүгә Хөкүмәт тарафынан да ҙур сумма бүленә. Мәҫәлән, беҙҙең йыллыҡ бюджет яҡынса 600 миллион доллар булһа, Астана ике йылда ике миллиард доллар торған тиҙ йөрөшлө транспорт системаһын төҙөп бөтөргә планлаштыра. Бына улар баш ҡаланың инфраструктураһын үҫтереүгә ниндәй суммалар һала! Проект Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәте, халыҡ-ара банктар кредиттары, Ҡытай Халыҡ Республикаһы инвестицияларына башҡарыла. Әммә Астананың тиҙ үҫеүенең тағы бер сере бар: һәр өлкә (акимиәт) баш ҡалала бер инфраструктура объекты төҙөп тапшыра. Әле төп иғтибар парктарға, скверҙарға, велоюлдарға бирелгән. Өфө менән туғандаш Павлодар ҡалаһы акимиәт менән берлектә яҡтыртылған, ҡояш батареялары урынлаштырылған 56 километр резина велоюлы һалған. Икенсе акимиәт 2 гектар майҙанда суператтракциондар, ҡоро фонтандар булған һоҡланғыс парк булдырған. Йәғни ҡаҙаҡтар баш ҡаланы тотош ил менән төҙөй. Был проект тотош илде берләштерә", - тип, Ирек Ялалов, бәлки, был алымды Башҡортостанда ла ҡулланырғалыр, тигән һорау ҡуйҙы. Райондар аҡсаһыҙлыҡтан интеккән заманда, уларҙан ниндәйҙер объект төҙөтөү, булған аҡсаны бары тик баш ҡалаға ғына һалыу дөрөҫ тә булмаҫ, моғайын. Әммә ҡала хакимиәте башлығы тәжрибәне бәләкәй һәм башҡарып булырлыҡ өлкәнән башларға тәҡдим итте: урындар бүлеп биреп, һәр район үҙенең, арҙаҡлы шәхестәренең аллеяһын булдырыуҙан башлаһын. Хәл итмәҫлек мәсьәлә түгел, бары тик республиканың муниципаль район хакимиәттәре һәм баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарының күтәреп алыуы ғына кәрәк.
Аллея тигәндән, хакимиәт делегацияһы Астанала Өфө ҡалаһы исемендәге аллея булдырыу тураһында һөй-ләшеп килешкән. Астана үҙәгендә, туристар йөрөгән төп маршруттар объекттары эргәһендә бүленгән территорияға сентябрь-октябрҙә Башҡортостандан үҫентеләр алып барып ултыртылырға, унда тейешле билдә ҡуйылырға тейеш.
"Был беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, сөнки Астана бизнестың, мәҙәниәттең, финанстарҙың етди Евразия үҙәгенә әүерелә бара. Әлбиттә, улар ҙа беҙҙең яҡтан тәҡдимдәр көтә һәм ҡаланы төҙөкләндереүҙә, ниндәйҙер арт-объекттар урынлаштырыуҙа ярҙам итергә әҙерҙәр, - тип белдерҙе Ирек Ялалов һәм республика оҫталары баҡсаһына таш та ырғытты. - Беҙ һынлы ижад оҫталарына яҡшы муниципаль майҙандар биргәнбеҙ, коммуналь сығымдарҙы үҙебеҙ күтәрәбеҙ. Улар яғынан да яуап булырға тейештер бит. Бөтөн ижади ҡеүәтте файҙаланырға, уларҙың барыһын да был эшкә йәлеп итергә кәрәк. 5 километрға һуҙылған Ағиҙел яр буйы ҡулланылыуға тапшырылғас, уны ла арт-объекттар менән тулыландырыу бурысы тора. Әммә Астананан һуң беҙҙә был йүнәлештең һүлпәнлеге, уларҙы башҡарыу сифатының түбәнлеге күҙгә ташлана. Сифатлы арт-мөхит булдырыу - ул эстетика һәм ҡала уңайлығының бер өлөшө генә түгел, ул ҡаланың туристик потенциалы ла". Күрше тауығы ҡаҙҙай, тигән кеүек, әлбиттә, үҙаллы дәүләттең баш ҡалаһы менән сағыштырыу был осраҡта урынһыҙ ҙа кеүек. Әммә ололарҙың, фәһем алыр өсөн булһа ла ҡунаҡҡа йөрө, тигәндәрендә лә хаҡлыҡ бар. Ә инде хыял, ниәттәр, пландар өсөн өлгө, уларҙы ысынбарлыҡ итергә теләк бар икән, ул ҡасан да булһа тормошҡа ашасаҡ бит!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.18 | Ҡаралған: 602

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru