«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МОДА ҮҘӘГЕ ПАРИЖДА МИЛЛИ КЕЙЕМДӘРЕБЕҘГӘ ҺОҠЛАНДЫЛАР
+  - 



"Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Франция тамашасыларын хайран итте. Ансамбль тәүҙә "Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы" Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ЮНЕСКО-ның Штаб-квартираһында сығыш яһай. Унан һуң Франция ҡалалары буйлап фестиваль турына йүнәлә.

"Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы" фестивале - Фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм халыҡ ижады буйынса халыҡ-ара советының (CIOFF) мөһим проекттарының береһе. Ул быйыл бишенсе тапҡыр үтте. Фестивалдең ошо юбилейына арналған концерт ЮНЕСКО-ның Штаб-квартираһында ойошторола ла инде. Донъяның төрлө илдәрендә йәшәүсе халыҡтарҙың рухи мираҫын һаҡлауҙы һәм уларҙың мәҙәни төрлөлөгөн күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған сараның ҡунаҡтарына Аргентина, Индонезия, Нигерия, Никарагуа, Эстония, Франция һәм Рәсәй артистары сағыу сығыштар бүләк итә. Мәҙәни донъя аренаһында Рәсәйҙе "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле күрһәтте. CIOFF Президенты Филипп Боссан ансамбль артистарына үҙе шәхсән саҡырыу ебәргән. Уның лайыҡлы билдәләүенсә, "Мираҫ" - Рәсәйҙең юғары профессиональ оҫталыҡҡа эйә булыусы иң яҡшы коллективтарының береһе. Артистар әйтеүенсә, башҡорт бейеүҙәрен, башҡорт ҡурайын зал аяғүрә баҫып, алҡыштарға күмгән. Ғөмүмән, 2018 йыл CIOFF менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлек йәһәтенән бик уңышлы йыл булды. Республика сентябрь айында был ойошманың Бөтөн донъя конгресын ҡабул итәсәк.
Сара сиктәрендә рәсми осрашыуҙар ҙа булған. Делегация етәксеһе, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов менән ЮНЕСКО-ның мәғариф буйынса департаменты директоры Свейн Осттвейт осрашыуҙа артабан да мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен тикшерә. Билдәле булыуынса, 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы ЮНЕСКО-ның белем алыусы ҡалалары глобаль селтәренә ингәйне. Туризм, урбанистика үҫеше буйынса хеҙмәттәшлек итеү буйынса ла осрашыуҙар үткән. Шулай уҡ мираҫтарҙың был сәфәрен 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтөн донъя фольклориадаһы алдынан республикабыҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен тағы бер тапҡыр ситтәргә танытыу һәм күрһәтеү сараһы тип атаһаң да яңылыш булмаҫ. Шуға ла Бөтөн донъя фольклориадаһын ойоштороу мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.
Өфө коллективының артабанғы сығыштары Францияның башҡа ҡалаларында дауам итә. Артистар Роман-сюр-Изер округында үткән "Es, Cultures et Traditions du Monde" Халыҡ-ара фольклор фестиваленең дә сағыу бер биҙәге булған. Асыҡ һауалағы сәхнәләрҙә сығыш яһау, урындағы халыҡ менән аралашыу, хатта йәмғиәт акцияларында ҡатнашыу артистарҙың да, тамашасыларҙың да күңеленә хуш килә. 40 йыллыҡ тарихы булған был фестивалдең тамашасылары ошо ваҡыт арауығында донъяның ниндәй генә коллективын күрмәгән. Быйыл унда Франция, Уганда, Чили, Һиндостан, Македония, Никарагуа, Перу һәм Рәсәй ҡатнаша. Төп саралар Роман-сюр-Изер ҡалаһында үтһә лә, мираҫтарға Бошастель, Сан-Дона һәм Бур де Пьяж ҡалаларында сығыш яһарға тура килгән. Иң яҡшы коллектив булараҡ, фестиваль көндәрендә һәр көндөң программаһын "Мираҫ" ансамбленә ябырға тура килгән. Тамашасыларға коллективтың иң матур номерҙары күрһәтелә. Фестивалдең аҙаҡҡы көнөндә ҡатнашыусылар милли кейемдәрҙә ҡала урамы буйлап үтә.
Сит илдәге гастролдәр "Халыҡ музыкаһы һәм бейеүҙәре континент-ара фестивале"ндә ҡатнашыу менән тамамланған. Унда "Мираҫ" ансамбле менән бер сәхнәлә Ҡырғыҙстан, Алжир, Уругвай, Колумбия артистары сығыш яһай.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП:

Морат ЙӘНОҘАҠОВ, ансамблдең ҡурайсыһы:
Башҡорт сәнғәтенең башҡа халыҡтар мәҙәниәте араһында сағыу бер күренеш булыуын, улай ғына ла түгел, халҡыбыҙҙың рухи донъяһының ни тиклем камил булыуына тағы бер тапҡыр инанаһың бындай сәфәрҙәрҙән һуң. Бейеүҙәрҙәге һәр хәрәкәт, йыр-көйҙәребеҙ башҡорттоң эске донъяһын тулы кимәлдә асып ҡына ҡалмай, уның ни тиклем нескә зауыҡлы, юғары мәҙәниәтле милләт булыуын күрһәтә. Европаның ғына түгел, бөтөн донъяның мода үҙәге тип танылған Парижда милли кейемдәребеҙгә һоҡланыуҙары ғына ла ошо хаҡта һөйләй түгелме ни? Париждағы беренсе концерттан һуң "Мираҫ"тың сығышы тураһында башҡа ҡалаларға хәбәр таралып, Рәсәйҙән башҡорттар килә, тип, бөтөн ерҙә лә беҙҙе көтөп тора инеләр. Былай ғына ҡыҙыҡһынған өсөн түгел, сәнғәтебеҙҙе юғары баһалаған өсөн шулай килеп сыҡты. Йола буйынса, үҙем менән үлән ҡурай алып барғайным. Әле фестиваль башланып ҡына торған көндәрҙә беҙҙе музыкаль пикникка саҡырҙылар. Йәғни, ҡала уртаһындағы паркта һәр милләт үҙенең музыкаһы менән таныштырҙы. Шунда ял итеп ултырған кешеләрҙән бысаҡ һорап тороп, ҡурай эшләп уйнап күрһәттем. Һәр концерт һайын ҡурайҙы тотоп ҡарарға теләүселәр булды. Музыкант булараҡ, үҙемә лә башҡа милләттәрҙең сығыштары бик ҡыҙыҡ булды.
Ирина ҒИМАЛЕТДИНОВА, ансамблдең хор артисы: Рәсәйҙе күрһәтеүсе берҙән-бер коллектив булараҡ, лайыҡлы сығыш яһаныҡ, тип әйтә алам. Егерме көн дауам иткән гастролдәрҙә көн һайын эргәбеҙҙә тамашасыларыбыҙ булды. Асыҡ һауалағы сәхнәләрҙән ҡарап ултырыусыларҙың күҙҙәрен күрәһең, хистәрен тояһың, улар беҙҙең менән бергә йырлай, бейей кеүек - был да үҙенсәлекле атмосфера өҫтәне сараларға. Программала башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары, шулай уҡ Рәсәй исеменән сығыш яһағас, рус бейеүҙәре һәм йырҙары булды. Концерттарға бер сәғәт алдан килеп, репетицияларҙы ҡарайҙар, хатта ҡаланан-ҡалаға беҙҙең арттан эйәреп йөрөйҙәр - шул тиклем яратты Франция халҡы беҙҙе. Иң матур коллектив тинеләр. Яҡташтарыбыҙҙы ла осраттыҡ. Шуға ла бик ҡәнәғәт булып ҡайттыҡ.
Марат СОЛТАНОВ, ансамблдең бейеүсеһе: "Мираҫ" ансамбле сит илдәргә гастролдәргә йыш йөрөй, әммә быныһы айырыуса хәтерҙә ҡаласаҡ. ЮНЕСКО-ның Штаб-квартираһында сығыш яһау - ул ансамбль өсөн ҙур дәрәжә. Унан һуң, беҙ бер юлы 3 фестивалдә ҡатнаштыҡ, бындай мөмкинлек башҡа бер коллективҡа ла бирелмәне. Шуға ла ҡыҙыҡлы сәфәр булды, күберәк аралаштыҡ, тәжрибә тупланыҡ, тип әйтә алам. Шундай матур-матур урындарҙа сығыш яһаныҡ. Мәҫәлән, Бошастель тигән бәләкәй генә ҡалала сәхнә тау башында урынлашҡан. Беҙ унда баҫҡыстар буйлап мендек. Тау башында булғас, тауыш яҡшы яңғырай, ҡурай моңо, йыр, бейеүҙәр - иҫ китмәле күренеш булды.

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.18 | Ҡаралған: 696

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru