«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒҮМЕР ОҘАЙЛЫҒЫН АРТТЫРМАЙСА, ПЕНСИЯ ЙӘШЕН АРТТЫРЫП БУЛАМЫ?
+  - 



Ярата ла инде Рәсәй үҙ халҡына "шок терапияһы" яһап алырға! Нисәмә йылдар пенсия реформаһы алып барылыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәт кешеһенең пенсияға сығыу ваҡытын ир-ат өсөн - 65, ҡатын-ҡыҙға 63 йәшкә тиклем оҙайтыу тураһындағы хәбәр йәмғиәтте бөтөнләй аяҡтан йыҡты тиергә мөмкин. Сөнки бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда - пенсия әлеге ваҡытта иң тотороҡло килем сығанағы булып тора. Шуға ла һәр кем пенсияға сыҡҡансы эшләргә, ә инде стажы тулмаусылар социаль пенсияға өмөт итеп көн күрә.

Пенсия йәшен оҙайтыу өсөн, тәү сиратта, граждандарҙың ғүмер оҙайлығын арттырырға кәрәк. Юҡһа, статистика мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда ир-аттар уртаса - 64, ҡатын-ҡыҙҙар 76 йәшкә тиклем йәшәй. Әммә был уртаса мәғлүмәттәр. "Уртаса" эсенә ғүмеренең күпселек өлөшөн "аҡ" эштә эшләүсе, һәр саҡ юғары медицина хеҙмәтләндереүе алыусы категория менән, "ҡара" эш башҡарыусы, медицина хеҙмәтләндереүе алыу өсөн оҙон-оҙон сираттар үтеп, күп осраҡта ярҙам ала алмайынса, пенсияға сығыуҙы дүрт күҙ менән көткән категория һәм улар уртаһында торған уртаса синыф вәкилдәренең ғүмер оҙайлығы бергә ҡушылып, дөйөм һанға бүленеп килтереп сығарылған һан ул. Тимәк, ғүмер буйы үҙен һаҡлаусылар, ысынлап та, оҙағыраҡ йәшәй һәм барлыҡ социаль яҡлауҙар менән оҙағыраҡ файҙалана ала, ә инде түбән кастаның пенсия йәшенә етмәҫ элек аяҡ һуҙыуы ла ихтимал. Сөнки Росстаттың уртаса фараздары буйынса, 2020 йылға Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙайлығы 71,8 йәш, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 77,3, ир-ат өсөн 66,2 йәш булыуы күҙаллана.
Ә әлегә бәхәстәр барған арала юристар Рәсәй Конституцияһын аҡтарып, унда "Дәүләт пенсиялары һәм социаль пособиелар закон менән билдәләнә" тиелгән пункттың булыуын, артабан ҡанун юллап, "Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт пенсиялары тураһында Федераль Закондың 1-се пунктының 7-се статьяһында "Ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһына ир-аттар - 60, ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштән сығырға хоҡуҡлы" тип яҙылыуын асыҡлай. Ул ғына ла түгел, Төп Закондың 2-се бүлегенең 55-се статьяһында "Рәсәй Федерацияһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын бөтөрөүсе йәки кәметеүсе закондар сығарылырға тейеш түгел" тип аҡҡа ҡара менән яҙылған. Шуға күрә, яңы закон сығарырҙан алда, Конституцияға үҙгәрештәр индерергә, унда нығытылған хоҡуҡтарҙы үҙгәртергә һәм пенсия йәше тураһында яңы закон ҡабул итергә кәрәк икән! Әммә был да ябай ғына процедура түгел - ил парламенты үҙ белдегенә Конституцияның атап үтелгән статьяларын үҙгәртә алмай, бының өсөн Конституция Йыйылышы йыйырға тейеш булып сыға.
Пенсия темаһына ҡағылғанда, ирекһеҙҙән, икенсе тема ла ҡалҡып сыға: эш һөҙөмтәһе. "Айыҡ Башҡортостан" ижтимағи хәрәкәтенең эше әүҙем ваҡытта ойошма етәксеһенең рәйестәше Ренат Зәйнуллин менән ваҡыт ҡануны тураһында әңгәмәләшергә тура килгәйне. Унда: "Тормошобоҙға яңы технологиялар килеп инеү арҡаһында һөҙөмтәле эш көнө дүрт сәғәттән артмай, йәғни кеше 8 сәғәттең 4 сәғәтен емешле эшләй ҙә, ҡалған ваҡытын бушҡа уҙғара", - тип белдергәйне. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов оператив кәңәшмәлә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала төҙөлөш эштәре һөҙөмтәһе менән Башҡортостандағы хәлдәрҙе сағыштырҙы. Ундағы йорт комплекстарын бер кеше хеҙмәтләндерһә, беҙҙә был эште 20 кеше башҡара, тине ул. Ошо ике факт араһында уртаҡлыҡ бармы? Әлбиттә! Яңы технологиялар уҙған быуаттың 60-сы йылдарында уҡ эш көнөнөң оҙайлығын 1 сәғәткә ҡалдырыу мөмкинлеген биргән, элекке СССР составынан сығып, бөгөн үҙаллы булған Ҡаҙағстанда яңы технологиялар ҡулланып, 20 кешенең эшен 1 кеше башҡара икән, тимәк, ил етәкселеге хеҙмәт етештереүсәнлеген яңыса ҡора, уны системаға һала, иҡтисад нигеҙҙәрен үҙгәртеп ҡора булып сыға түгелме? Шул уҡ ваҡыт ҡануны буйынса алып ҡарағанда ла, кешенең үҙен үҫтереүе, камиллашыуы өсөн ваҡыты ҡалырға тейеш. Йәғни Иосиф Виссарионович Сталиндың "Экономические проблемы социализма в СССР" тигән хеҙмәтендә, йәмғиәттең мәҙәни үҫеше шарттары тураһындағы һорауға яуап биреүенсә: "Было бы неправильно думать, что можно добиться такого серьезного культурного роста членов общества без серьезных изменений в нынешнем положении труда. Для этого нужно прежде всего сократить рабочий день по крайней мере до 6, а потом и до 5 часов. Это необходимо для того, чтобы члены общества получили достаточно свободного времени, необходимого для получения всестороннего образования". Әммә пенсияға сығыу йәшен арттырыу ошо мөмкинлекте тағы ла артҡараҡ ташлай. Йәғни Рәсәйҙә кеше камиллашырға тейеш түгел! Ә инде 1 кешенең эшен 20 кеше башҡарыуға килгәндә, был эшсе һөнәрҙәре өлкәһенә бик ҡағылмай ҙа әле, сөнки бөгөн барыһы ла юғары белемле, берәүҙең дә ҡара эш башҡарғыһы килмәй. Ә шул уҡ ваҡытта Рәсәй Пенсия фондында барлығы 121 670 кеше эшләй! АҠШ-та был күрһәткес - 60 мең, Японияла 27 мең, шуларҙан штаттағы хеҙмәткәрҙәр ни бары 17 мең кеше. Ә ошо хеҙмәткәрҙәрҙе тотоу, уларҙы офистар менән тәьмин итеү, барлыҡ сығымдарҙы түләү өсөн йылына 14 миллиард самаһы аҡса китә икән.
Швед иҡтисадсыһы Андерс Ослунд белдереүенсә, Пенсия фонды бер ниндәй функцияларға ла эйә түгел, улар башҡарған эште компьютер ярҙамында эре банк аша ла эшләргә мөмкин һәм бының өсөн ни бары 1 мең хеҙмәткәр кәрәк. Һәм был күрһәткестәрҙе барлыҡ өлкәләргә һәм тармаҡтарға ла күсереп, шундай һығымта яһарға мөмкин: бөгөн Рәсәй яңы технологияларҙы аҡыл менән ҡулланыу кимәленә үҫешеп етмәгән, күрәһең.
Әгәр 20 кеше башҡарған эште бер кеше генә башҡарһа, ҡалғандар нимә менән шөғөлләнергә тейеш, тип һорар бәғзеләр. Был йәһәттән, халыҡ мәҡәле лә, һигеҙ һыйыр аҫырағансы, һимеҙ һыйыр аҫыра, тип юҡҡа әйтмәгән. Был осраҡта бер кешенең эш хаҡы күпкә юғары булыр, ә инде 4 сәғәт һөҙөмтәле эш урынына 8 сәғәт эшләп ваҡыт уҙғарған һәм бының өсөн махсус миллиард һумлыҡ сығымдар тотонолған барлыҡ офистарҙы бушатҡанда, эшһеҙ граждандарға эшһеҙлек буйынса лайыҡлы пособие түләргә аҡса етер ине. Юҡһа, бөтөн нәмәлә миҫал итеп сит илдәрҙе килтерәбеҙ, әммә иҡтисади, социаль һәм башҡа тәьминәт яғынан айырманың ниндәй күләмдә икәнен генә йәшерәбеҙ. Ә бит сит илдәрҙә эшһеҙлек буйынса түләнгән пособие ла граждандарға үҙен уңайлы тойорға һәм лайыҡлы йәшәргә мөмкинлек бирә.
Пенсияға сығыу йәшен оҙайтыуҙы пропагандалаусы белгестәр кешенең 100 йәшкә тиклем генә түгел, хатта унан да күберәк йәшәү мөмкинлеге тураһында белдерә. Донъя ғалимдары хатта ғүмерҙе 200 йәшкә тиклем оҙайтырға мөмкин, тип раҫлай. Әммә бының алдағы 100 йылда тормошҡа ашыуы икеле, сөнки әле бөгөн үк төрлө йәштәге төркөмдәрҙең ғүмер оҙайлығы айырыла. Оло йәштәгеләр өсөн ул XX быуат һуңы стандарттарына тура килһә, урта йәштәрҙәгеләрҙеке килем күләменә ҡарап оҙайырға мөмкин. Балалар төркөмө иһә сикләнмәгән йәш йәшәү ихтималлағына эйә. Әммә бының өсөн халыҡ үҙенең сәләмәтлегенә битараф булмаҫҡа, бөгөн фәндә ҡулланыла башлаған био- һәм наномедицина технологиялары хеҙмәтен һәр кем ҡуллана алыу мөмкинлеге булырға тейештер, моғайын. Юҡһа, бөгөн, беҙҙә медицина бушлай, тибеҙ ҙә, ғәмәлдә ул күпселек осраҡта түләүлегә әйләнә. Ә күпселектең эш хаҡы күләме, киреһенсә, йылдан-йыл кәмей йәки тиҫтәләрсә йылдар үҙгәрешһеҙ ҡала. Шул уҡ ваҡытта улар ҙа байҙар менән бер күләмдә - 13 процент һалым түләй. Халыҡтың килемен инвестициялай белмәүе хаҡында һүҙ йөрөткән аҡыллы баштар тәүҙә шундай айырмаларҙы күрһен һәм тәүҙә барлыҡ сығымдарҙан һуң кешенең үҙенең киләсәгенә инвестицияларлыҡ килеме ҡаламы, юҡмы икәнлеген асыҡлаһын ине лә ул...

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.18 | Ҡаралған: 686

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru